… Күҙаллауығыҙ, һиҙемләүегеҙсә, беренсе апрель иртәһендә бара был ваҡиғалар...
Яҙ еҫе аңҡый барған татлы иртәнең саф һауаһын танау киреп тәрән тын алып, эре аҙымдарҙа һарайына табан ныҡлы баҫып атлаған ир - ул Нәбир.
Хәҙер һыйырҙарын асыр... һарыҡтарын әүеҫтеккә ҡыуыр...
уның артынса тиҫтә тиҫтә тауыҡ ем һорап аяҡ аҫтын сыбарлар...
тызылдашып ектән морон ҡыҫтырып бесән һораған кәзәләр "моңо" ла, иртәнге симфонияға үҙенсә генә йәм һибер...
— Әһееүү! Күрше-е-е! Нәбир ҡорҙаш! Һин бындамы-ы-ы-у?!
Яндаш күршеһе менән ике урталағы ҡойма аша кемдеңдер уға төбәп өндәшен ишетеп һарай эсендә йөрөгән Нәбир яланкәртәгә йүгереп килеп тә сыҡты.
— Ә-ә-ә-ү! Кем икән тиһәм, Фәхрис икән дә... Йә, шәпме, ҡорҙаш?!
Иртәнге сәй артында Мәймүше биргән "күрһәтмәләрҙе" буйтым иҫтән юйған Нәбир, һәнәге һабына эйәк терәп тороп ҡорҙашы менән хәл-әхүәл һөйләшеп тә китте.
— Бейәңде мәйтәм, иртәрәк сығарғанһың икән ҡырға. Ул витвыраш б..ғымды ғына белһенме ни уның эсендә ҡолон бармы юғын?! Анау йылды мин шуның хәбәрен тыңлап әрәм иттем бит танамды. Ҡыһыр ул бының, ағай, һуй ҙа ҡуй , һыйырың иртә быуаҙ , тигәс танамды йығып салһам... аныһының уҫтаптай быҙауы сыҡты. Иртә быуаҙ тип ышандырған һыйырым ҡыҫыр булып ауыҙҙы ғына йырҙы бит әй һөтһөҙ. Так ышту,ҡорҙаш, һин ул малайға һис ышанма!
Фәхрис күршеһенең ауыҙынан сыҡҡан һәр хәбәргә бирелеп йомолған Нәбир, ҡырҙа йөрөгән Ялбырының хәлен бөгөн үк белешеп ҡайтырғакәрәк тип эстән уй төйнәне.
Фәхристең кеҫәһендә ятҡан телефоны тауышланыуына ғына "гәп" тәре ярты юлда өҙөлдө уларҙың. Аниһа, буйтым арғы остан бирге осҡаса буйлап сығырға уйҙары бар ине уларҙың.
— Эй ҡорҙаш, ошо замана рәхәтен "иметь" итмәйһең бит үҙең! Йәнең рәхәте бит әй! Торор инекме ни ошолай ҡойма аша һөйләшеп, дауна диванда ҡырын ятып "тетеп" бөтәр инек кәрәген...
Тынмай йырлаған телефонын усына тотҡан көйө ауыҙ асып аңшайған Нәбир ҡорҙашы яғына арыу һүҙ ырғытып та өлгөрҙө Фәхрис.
Өйрәнә алманы шул Нәбир шул телефон тигән нәҫтәгә. Яҙа баҫып бөтөрмөн, мин йәш кешеме хәҙер уны тоторға, бармағым ипкенер тиһеңме, тип ҡырҡ һылтаулап телефон алыуҙы һәр саҡ артҡараҡ шылдырып һылтауҙар тапты.
Фәхрис кеүек башҡаларҙың да ошолайтып, өйрәнеп алмай ней, тигән һүҙен ишетһә, яман сәменә тейә тейеүен. Шулай ҙа тиҙ һыуына торған яғы бар уның. Дөрөҫ тә инде, үпкәләп ней..
Фәхристең ҡойма аша мөңгөрҙөгө сығып кем менәндер һөйләшеүен тыңлай- тыңлай Нәбир һыйырҙарына бесән һалып, ваҡ малдарының аҫтын да көрәп сыҡты.
— Ҡорҙаш! Һе-е-ү! Ҡорҙаш! Һөйөнсө!
Һөйөнсө һүҙен ишетеп, тертләп киткән Нәбир , Фәхристән алда үҙе үк ҡоймаға ынтылып аҫылынды.
— Әү! Ни бар?
— Һөйөнсө, ҡорҙаш! Миңә әле генә Зөфәр ҡоҙаның малайы ызванит итте, һинең Ялбырың ауырыҡһынып тора ти. Тоноғо күренмәй ти, ныу, ятаҡтай ҙа ятаҡтай икән. Мәскәүле һыртынаса өйөрҙө алып килдем, Нәбир апа бейәһен барып апҡайтһын, тине. Вәт! Тапшырҙым!
— Оһо-о-о! Рәхмәт, ҡорҙаш! Бейәм имен булһа, йыуҙырам, брат! Шартына килтереп йыуҙырам!
Ҡойма башынан еңел генә һикереп "егеттәрский" етеҙлектә өйөнә табан йүгерҙе Нәбир.
— Мәймүш! Һөйөнсө! Бейә, бейә!
— Нимә булған? Бейә нишләгән?
— Ауырый ти. Мәскәүлегәсә өйөрҙө Зөфәрҙең малайы әпкилгән. Ыһ! Уф! Ҡайҙа минең теге ҡытай итеге?
— Ай, әттәһе! Быйма менән барһаң ни була?
— Ауыр бит ул! Йә тиҙерәк, ҡарап бир ҙә!
— Ошонда ғына ине... хәҙер...
— Йә, йә!
— Эй, бар ҙа ҡуй шул сүсинкәң менән!
— Көрткә инһәң уның калушы һыпырыла бит һуң!
— Бына-бына, таптым!
— Ҡана бир! Тиҙ бул!
— Мәймүш! Һин аш һал, мул итеп! Ҡаҙы бешер! Берәй "ярты" тап! Һөйөнсөләгәнде буш итеү ярамаҫ. Ни тиһәң дә күршеләр... етмәһә ҡорҙаш...
— Әй ,ярай-ярай... Хәҙер -хәҙер һалам ашты...
— Шулай ҙа мине ҡарап тор тәҙрәнән. Ывдурыг айғыры бейәне бирмәһә, вис ҡыуам өйөрҙө был яҡҡа. Оло ҡапҡаны асырһың, яраймы?
— Ярай-ярай!
Аяғына еңел итек кейеп, ҡолаҡсын кәпәсен үргә сөйөп бәйләп, ҡулындағы йүгәнен аҙым һайын һелкеп һикертә баҫып Мәскәүле яғына атлаған иренең артынан ҡарай - ҡарай, өйҙә ҡалған Мәймүнә йәһәтләп аш ҡайнатыу хәстәре менән өтәләнде.
Тейен етеҙлегендә һикереп баҙға төшөп, Нәбире белмәгән "сикритный" мөйөштән ике йылтыр шешә сығарҙы. Берәүҙе "йыҡһалар" билләһи икенсеһен дә "ҡоҙаларҙары" билгеле, шуға берыңғай эш бөтөрҙө, йәнәһе лә.
Ҡоро ҡашыҡ ауыҙ йырта, һөйөнсөләгән кешегә күлдәклек ҡарап сығарҙы, моғайын да бисәһе менән саҡырырҙар, уныһына яулыҡ та барыр әле, тип ҡуйҙы. Әтеү! Ҡуштан булып ҡына инә бит ул! Ярамағанмы ни?
Ә кем һөйөнсөләне икән?
Вәт Мәймүш оноттоң бит һорап ҡалырға Нәбиреңдән!
Өй эсендә тәмле еҫтәр сығарып ашы ла ҡайнап сыҡты Мәймүнәнең.
Ашының ҡаҫмағын һөҙөп, ҡаҙыһын кейеҙ энәһе менән төрткәндә лә, ике күҙе тәҙрә аша Мәскәүле һыртында булды уның.
Хәәәҙер... Хәәәҙер... Хәҙер Нәбир килеп сығыр бейә етәкләп... артынан ҡолоно эйәргән булыр...
Бәлки...ҡайтҡас ҡолонлар ҙа әле...
Көтһәң, ваҡыт шул тиклем яй ҡыбырлай бит ул. Бер сәғәт - бер йылдай оҙаҡ тойолдо хатта. "Офоҡта" Нәбир ҙә, бейә лә, теге ҡолон да күренмәне...
Таныш һындың, көтөүҙән тонған күҙенә шәүлә булып яғылып ҡына күренеп ҡайтып килеүенә, Мәймүнә һикерҙе лә йүгерҙе.
— Әттәгенәһе! Ҡайҙа икән әшкиһе?
Шулмы? Түгелме шул?
Атағ-атаҡ! Бынағайыш! Бер үҙе ҡайтып килә се! Айғыр бейәне бирмәне микән ни?
Туҡта... Һоло һалып алып ҡаршы барайым әле... Айғырын әүрәтешһәм, бавай бейәне алып ҡасыр...
Ҡана шулайтайым...
Муйынына иҫке шәленең бер осон урап бәйләгән Мәймүнә елтерәтә баҫып ярым бүҫкәк һололо биҙрә алып Мәскәүле һыртынан яй ғына ҡыймылдап был яҡҡа шылған һынға табан атланы.
Нәбиренә етер етмәҫ үҙ "захват" планын ҡысҡырып аңлатып маташты.
— Бавай! Нәбир, тием! Мин һоло алып килдем, бына! Айғырҙы әүрәтәйем, һин бейәне...
Әйҙә! Борол Мәскәүле һыртына... Борол!
— …
— Атаң башы! Ҡолаҡҡа ҡаттың мәллә? Борол! Мин айғырҙы...
— Тфүй! Айғыр әүрәтергә китеп бараңмы? Бар!
— Һуң, бавай...? Бейәне айырһаҡ тигәйнем... бына һоло...
— Һолоңдо үҙең аша! Алдаған бит беҙҙе был Фәхрис тағы! Тфүй! Шайтан!
— Нимәә? Һөйөнсөләгәнең Фәхрис инеме ни? Бавай, туҡта әле?! Һуң бейә...
— Нимә, бейә?! Йөрөй бейәң! Үҙең һымаҡ... Алдаған бит, заразыы...
Ышанып йүгереп ултырған мин алйот!
— Әйттем бит мин һиңә...ы...ышан- ма, тип...
— Хөрәсән! Как будты үҙе ышанмаған?!
— Мин ней... мин...һиңә эйәреп кенә...
Мәскәүле һыртынан биртабан икәүләшеп эйәртенешеп баш баҫып "көйөп" ҡайтып килгәндәрҙе, ҡыйлығы өҫтөнә менеп ҡарап торған Фәхрис күршеләре генә күрҙе.
Яндаш ҡыр ҡапҡаларын асып инеп килгән мәлдәрен тап итеп :
— Дәәә, Нәбир ҡорҙашым шәәәп, мин бер-ике күршенең хәлен белгәнсе, ул еңгәмде яҙ еҫе еҫкәтеп, прагулкаға алып барып та ҡайтты, тип ҡытырлата көлөп ҡаршы алды.
Асыуы йөҙөнә бәреп сыҡҡан Нәбир башын да ҡалҡытып ҡарамай өйгә үтте лә, өҫтәл өҫтөнә теҙелгән һый ниғмәттән бигерәк "йылтырҙы" күреп, бер һелтәүҙә "ҡытайыский" итектәрен һалып, тиҙерәк "һыуһынын" ҡандырырға ашыҡты.
Бына ул ҡалын ғына теленгән ҡаҙы менән "градус" артын "томаланы" ла :
— Мәймүш, ызнай! Был иң "паслидный" алданыу! Юҡ! Бүтән алданмайым! - тип ҡуйҙы.
Ни тиһен инде Мәймүше. Эйе-эйе, тигәнде аңлатып башын ғына һелкеп ҡуйҙы.
Автор: Миңзәлә СИРҒӘЛИНА.
https://ataisal.com/articles/-bi-m-khit/2021-11-15/yu-b-t-n-aldanmayym-2583900