-Бала саҡтан физика һәм математика дәрестәрен яраттым. Тәүге йылдарҙа был дәрестәрҙән ҡасандыр атайымды уҡытҡан оло уҡытыусы Әнүәр Ғүмәр улы Кинйәбулатов төплө белем бирҙе һәм был фәндәргә ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Һуңынан уның эшен йәш уҡытыусы Фаилә Хәбир ҡыҙы Яҡупова лайыҡлы дауам итте. Шуға күрә киләсәк һөнәрҙе һайлаған саҡта, оҙаҡ уйлап торманым, тура Стәрлетамаҡ педагогия институтына юлландым. Нәҡ ошо һөнәрҙе үҙ иткәнемә үкенмәйем, эшемде ныҡ яратам. Һәр кеше өсөн йәшәүҙең төп мәғәнәһе – яратҡан эшең һәм татыу ғаиләң булыуҙалыр, тип уйлайым. Хоҙайға мең рәхмәтлемен, мин был яҡтан уңдым – яратҡан ғаиләм, ҡыуанып барыр эшем, йүгереп ҡайтырлыҡ йортом бар. Шунан да ҙур бәхет юҡтыр.
Эшләй башлаған саҡтарҙа физиканы ла, математиканы ла уҡыттым. Үҙегеҙ беләһегеҙ, ғәҙәттә, ауыл мәктәптәрендә ҡайһы саҡ уҡытыусылар етешмәй китә. Шуның өсөн бер аҙ химия, физкультура һәм башҡа фәндәрҙе лә уҡытыу тәжрибәһен тупларға тура килде. Әлеге көндә физика, математика һәм информатиканан белем бирәм, -ти тәбиғәте менән баҫалҡы, үҙе тураһында бик күп һөйләргә яратмаған Фидаил Фәрәхетдин улы.
Баймаҡ районының йәмле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Шүлкә ауылында атаһының мауыҡтырғыс әкиәттәрен һәм тарихтарын тыңлап үҫкән, ижади мөхиттә тәрбиәләнгән Фирүзә Абдуллинаның ижадына һоҡланмаған кеше юҡтыр. Мин дә шундайҙар рәтенән. Ҡасандыр Фирүзә апайҙың үҙе менән яҡындан танышырмын, хатта, уның йортонда булырмын тип күҙ алдына ла килтерә алмай инем. Бына шундай бәхетте татырға яҙҙы бит миңә.
Шиғри күңелле, йор һүҙле Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы 35 йыл буйы, хаҡлы ялға сыҡҡансы балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Бына инде 40 йыл Фирүзә һәм Фидаил Абдуллиндар иңгә-иң терәшеп, татыу донъя көтә.
-Ул өсөнсө курста, мин бишенселә уҡый инек. 1983 йылды ҡаршылаған Яңы йыл кисендә таныштыҡ һәм шунан алып, шөкөр, бергәбеҙ. Диплом алғас, йүнәлтмә буйынса мине ситкә ебәреп ҡуймаһындар тигән уй менән шул уҡ йылды өйләнештек. Фидаилға яҡыныраҡ булыу өсөн декрет ялына сыҡҡансы Стәрлетамаҡ районындағы Айыусы мәктәбендә эшләнем, -тип таныштыра ғаиләләренең барлыҡҡа килгән осоро менән Фирүзә апай.
Абдуллиндар ғаиләһенә шатлыҡтарҙы ғына түгел, ҡыҙғанысҡа, ауыр ҡайғыларҙы ла бергә-бергә кисерергә тура килә.
Тәүге улдары донъяға килеп, ике ай йәшәгәс, тыуған саҡта алған йәрәхәттәрҙең эҙемтәләренән әсә ҡулында мәрхүм була. Был минуттарҙа әсә йөрәге кисергән хәсрәтте бер һүҙ менән дә аңлатып булмайҙыр. Ошондай ауыр мәлдәрҙә ғаилә Иҫке Бәпес ауылына күсеп ҡайта һәм Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы урындағы мәктәпкә эшкә урынлаша. Әммә ҡайғы-хәсрәт бының менән генә бөтмәй әле – икенсе улдары донъяға ауаз һалып та өлгөрмәйенсә гүр эйәһе була. Фирүзә апайҙың үҙен үлем тырнағынан саҡ ҡотҡарып алып ҡалалар.
Фидаил Фәрәхетдин улы уҡыуын тамамлағас, мәғариф министрлығы йүнәлтмәһе буйынса Абдуллиндар Ейәнсура районына юллана. Бик күп һынауҙар аша үтергә өлгөргән ғаилә биш йылдан һуң ике йәшлек ҡыҙҙары менән Иҫке Бәпескә кире ҡайтып, йорт һалып, ошонда төпләнәләр. Әлеге көндә улар ике ҡыҙға һөйөклө атай-әсәй, ике кейәүгә өлгөлө ҡайны-ҡәйнә, өс ейәндәренең яратҡан олатай-өләсәйҙәре булыу бәхетен кисерәләр.
Абдуллиндарҙың оло ҡыҙҙары Гөлшат әсәһенең һөнәрен һайлап, Өфө педагогия университетының филология факультетын тамамлаған. Ул ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй, Руслан һәм Рушан улдарын тәрбиәләү менән мәшғүл. Бәләкәй ҡыҙҙары Гөлнар атаһы кеүек математика фәнен үҙ итә һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының иҡтисад факультетында юғары белем алып, декрет ялына киткәнсе Өфөлә банкта эшләй. Әлеге көндә ғаиләһендә Арыҫлан исемле ул үҫтерәләр.
Әйткәндәй, Абдуллиндарҙың ихатаһына килеп инеү менән, был йортта ябай уҡытыусылар ғына түгел, ә шулай уҡ уңған хужа һәм хужабикә йәшәгәне шунда уҡ күҙгә ташлана, сөнки бөтә ерҙә тәртип, бөхтәлек, зауыҡлыҡ хөкөм һөрә. Бында бар нәмә Абдуллиндарҙың икеһенең дә уңған ҡуллы булыуы хаҡында күпте һөйләй.
Иңгә-иң терәшеп, барлыҡ ҡайғы-шатлыҡтарҙы бергә кисергән ике уҡытыусы барлыҡ уңыштары, ошондай бәхетле тормоштары өсөн Бөйөк Ватан һуғышының һәм унан һуңғы осорҙоң ауыр эҙемтәләрен үҙ иңдәрендә татыған һәм шул уҡ ваҡытта ишле ғаилә ҡорған, бар эшкә лә барымлы булған ата-әсәләренә рәхмәтле. Тик иң изге, иң йылы һүҙҙәр менән генә хәтергә ала улар яҡындарын.
-Бер ғаиләлә ике уҡытыусы булыуы нисек ул? -тип һораным хушлашҡан саҡта.
-Икебеҙҙҙең дә уҡытыусы булыуыбыҙ менән бәхетлебеҙҙер, моғайын, сөнки был хеҙмәттең барлыҡ нескәлектәрен беләбеҙ, бер-беребеҙҙе күҙ ҡарашынан аңлап торабыҙ. Уҡытыу эшен гелән алғы планға ҡуйҙыҡ. Һәр саҡ бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған, шундай татыу коллективта эшләүебеҙ менән дә бәхетлебеҙ, -тип яуап бирҙе Абдуллиндар бер тауыштан.
Бик күп һынауҙар үтеп тә, кешеләргә ҡарата изгелекле, матур күңелле булып ҡалған уҡытыусылар ғаиләһенә киләсәктә тик ҡыуаныстар ғына юлдаш булһын!