-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Май 2023, 16:00

Юлай Ҡасимов:

2017 йылда ҡулыма диплом алғас, бер йыл әрме сафында хеҙмәт иттем. Артабан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға индем, параллель рәүештә Өфө сәнғәт училищеһында ҡурай ансамбленә етәкселек иттем, “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбленә солист булып эшкә төштөм. Өфө сәнғәт училищеһында ҡурайсылар ансамблен етәкләгәндә Рәсәй кимәлендәге бәйгеләрҙә еңеү яуланыҡ, алдынғы урындарға өлгәшеү өсөн янып йөрөнөм, эшемде күрһәткем килгәндер инде. Сираттағы конкурста беренсе урынды алғас, ваҡыт етмәү сәбәпле, был эштән китергә тура килде. Үҙем уҡыған училище тарихында бәләкәй генә булһа ла эҙемде ҡалдырҙым, тип әйтә алам хәҙер.

“Ҡурай серҙәренә өйрәтеү – рухи мираҫты һаҡлау ул”

 

 
Юлай Ҡасимов – “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солисы, йәш ҡурайсы. Халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралы серен үҙе белеп кенә ҡалмай, ул ҡурайҙа уйнау оҫталығын башҡаларға еткереүҙе лә маҡсаты итеп ҡуйған: үҙ көсө менән ҡурай мәктәбе асҡан. Әңгәмәлә һүҙ ошо һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында.
 

– Башта үҙең менән яҡынданыраҡ таныштырып үтһәңсе.

– Мин Йылайыр районының Үрге Сәлим ауылында тыуып үҫтем. Әлеге ваҡытта “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамблендә сығыш яһайым, 162-се полилингваль мәктәптә ҡурайсылар ансамбленә етәкселек итәм һәм ҡурайсылар түңәрәген алып барам, 2019 йылда ҡурай мәктәбе астым. Унда йәш быуынды ғына түгел, өлкәндәрҙе лә ҡурай серҙәренә өйрәтәм.
– Нисек һөнәри ҡурайсы булып киттең?

– Үҙемде электән дан тотҡан Түңгәүер ырыуы ҡурайсылары мәктәбенән тип әйтер инем. Ҡурайҙа 6-сы кластан алып өйрәнә башланым, уйнау оҫталығына беренсе остазым Ғәлим ағай Монасипов өйрәтте, профессиональ музыкант һөнәренә юл асты. 9-сы класҡа еткәндә “Артабан нимә эшләргә? Ҡайҙа барырға?” тигән һорау тыуманы, сөнки күптән Өфө сәнғәт училищеһына ҡурай класына уҡырға барыуҙы маҡсат итеп ҡуйғайным.
Уҡытыусым Ғәлим Монасипов ҡурайҙарын биреп ебәрҙе, көйҙәр өйрәтте, фатихалар менән оҙатып ҡалды. Өфө сәнғәт училищеһында уҡытыусым Салауат Кирәев мине ҡурайсы ғына түгел, шәхес булараҡ та үҫтерҙе, кешеләр менән аралашырға, ҙур ҡалала үҙеңде нисек тоторға – быларҙың барыһына ла Салауат Илгиз улы өйрәтте.
2014 йылда бергә уҡыған егеттәр менән “Саптар” исемле төркөм төҙөнөк. Беҙ, 17-18 йәшлек егеттәр, ҙур еңеүҙәргә лә өлгәшмәнек, әммә шаулап алдыҡ, исемебеҙ республика кимәлендә яңғыраны, тиһәм, хата булмаҫ. Башҡортостандан ситтә фестивалдәрҙә лә ҡатнаштыҡ, Ҡаҙағстанда “Жобанов яҙы” фестивалендә һөнәри коллективтар араһында икенсе урын алдыҡ. Был беҙҙең өсөн еңеүгә бәрәбәр ине, сөнки беренсе урынды илле кешенән торған оркестр яуланы. Бынан тыш, миңә лауреат исеме бирҙеләр.
Үҙебеҙҙә үткән “Йүрүҙән”, “Урал моңо” бәйгеләрендә призлы урындар яуланыҡ, 2016 йылда “Ҡурайфест”та ҡатнаштыҡ, ул “Евразия йөрәге” фестивале сиктәрендә уҙғарылғайны. Был тәүге тапҡыр ҙур сәхнәгә сығыуым ине.
– Башҡортостан, Рәсәй төбәктәренән тыш, сит илдәрҙә лә республика данын яҡланыңмы?

– Был йәһәттән тәүге тәжрибәм – 2015 йылда студент саҡта Италияла сығыш яһаным, бер йылдан һуң Төрки халыҡтары оркестры сафында бер ай төрлө илдәр буйлап гастролдәрҙә йөрөнөк. Башҡортостандан минән тыш тағы “Йатаған” төркөмө бар ине.
– Ниндәй илдәрҙә сығыш яһанығыҙ?

– Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә һәм Кипрҙа булдыҡ. Был гастролдәр күңелемә ятты, ҡурайҙы башҡа халыҡтарға танытыу оҡшаны.
– Сит илдә ҡурайҙы нисек ҡабул иттеләр?

– Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, ҡурайҙы гел яҡшы ҡабул итәләр (йылмая – авт.). Ошо гастролдәр ваҡытында үҙемә ҡурайҙы нығыраҡ танытыуҙы, популярлаштырыуҙы, ҡурайҙа уйнарға өндәүҙе маҡсат итеп ҡуйҙым, бөгөн дә ошо маҡсатыма тоғро ҡалам.
– Ҡурайҙы популярлаштырыу, унда уйнарға өндәү тигәндә тап нимәне күҙ уңында тотаһың – милли ҡоралыбыҙҙы сит илдә нығыраҡ танытыумы, әллә бында, башҡорт ерендә уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыуҙымы, башҡорт малайҙарында ҡурайға ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙеме?

– Барыһын да. Бөгөн йәш быуынды ҡурай уйнарға өйрәтеү – ҙур эш. Беренсе профессиональ ҡурай класына нигеҙ һалған мәшһүр ҡурайсы Ғата Сөләймәнов “Әгәр һин ҡурайҙа уйнай беләһең икән, башҡаларҙы ла өйрәт” тигән. Ысынлап та, ҡурай серҙәренә өйрәтеү – ул рухи мираҫты һаҡлау, был мираҫты йәш быуынға тапшырыу.
– Профессиональ ҡурайсы булыуыңда, был йүнәлештә белем алыуҙан тыш, тағы ниҙәр сәбәпсе булды? Иң яҡшы һабаҡ тәжрибә бит.

– Училищела уҡыған саҡта мин бер йыл Башҡорт милли музыка ҡоралдары оркестрында эшләнем. Был тәжрибә, һөнәри коллективта билдәле ҡурай оҫталары менән уйнау миңә һөнәри яҡтан үҫешергә ярҙам итте.
– Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң тормош һәм ижади юлдарың ҡайҙарға илтте?

– 2017 йылда ҡулыма диплом алғас, бер йыл әрме сафында хеҙмәт иттем. Артабан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға индем, параллель рәүештә Өфө сәнғәт училищеһында ҡурай ансамбленә етәкселек иттем, “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбленә солист булып эшкә төштөм.
Өфө сәнғәт училищеһында ҡурайсылар ансамблен етәкләгәндә Рәсәй кимәлендәге бәйгеләрҙә еңеү яуланыҡ, алдынғы урындарға өлгәшеү өсөн янып йөрөнөм, эшемде күрһәткем килгәндер инде. Сираттағы конкурста беренсе урынды алғас, ваҡыт етмәү сәбәпле, был эштән китергә тура килде. Үҙем уҡыған училище тарихында бәләкәй генә булһа ла эҙемде ҡалдырҙым, тип әйтә алам хәҙер.
– Йәш булыуыңа ҡарамаҫтан, ҡурайсылар мәктәбен асыуға өлгәшкәнһең...

– Ғәҙәттә, концерттарҙан һуң тамашасылар һырып ала: йәше лә, ҡарты ла “Ҡайҙа ҡурайҙа өйрәнергә була?” тигән һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. Интернет аша ла “Ҡурайҙа уйнағыбыҙ килә, тик өйрәтергә кеше юҡ” тигән һорауҙар яуа ине. Ҡурай мәктәбен төҙөү уйы ошонан яралды, өс ай мәктәп асыу өҫтөндә эшләгәс, 2019 йылдың аҙағына уҡыусылар йыя башланыҡ. Улар араһында йәш сикләүе юҡ, беҙгә кемдәр генә йөрөмәне: уҡыусылар, студенттар, өлкән йәштәгеләр... Иң оло уҡыусыға 82 йәш. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа килде. Аллаға шөкөр, мәктәп бөгөн дә уңышлы эшләп килә.
– Ҡурай мәктәбен асҡанда ниндәй ҡыйынлыҡтарға осрарға тура килде?

– Был уйымды хупламаған кешеләр табылды. Йәнәһе лә, музыка мәктәптәре, сәнғәт училищеһы бар, нимәгә ул тағы бер мәктәп? Бында шуныһын аңлау зарур: музыка мәктәптәрендә бит тик мәктәп йәшендәгеләр генә уҡый ала, ә студенттар ҡайҙа ҡурайҙа уйнарға өйрәнергә тейеш? Тағы ла һәр кемдең профессиональ музыкант булғыһы килмәй бит, үҙҙәре өсөн уйнарға теләгәндәр ҙә бихисап. “Үҙе бер ниндәй ҙә уңышҡа өлгәшмәгән, ә мәктәп асырға йыйына” тигәндәр ҙә табылды.

Артабан дәрестәр өсөн урын табыу ҡыйынлыҡ тыуҙырҙы. Мәктәп асыла тип иғлан биргәндә лә, асылыу көнөн хәбәр иткәндә лә был мәсьәлә хәл ителмәгәйне. Тиҙ генә ҡуртымға бина табырға тура килде. Ике ай үткәс, Яҙыусылар союзы бинаһына күстек.
– Ҡурай мәктәбендә йәш сикләү ғәмәле юҡ, тимәк?

– Бер ниндәй ҙә сикләү юҡ, әлбиттә. Кемдең ҡурайҙа уйнарға теләге бар – барыһы ла килә ала.
– Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡурайҙа уйнауына нисек ҡарайһың? Был йәһәттән төрлө фекерҙәр осрай.

– Ыңғай ҡарайым, улар эш боҙоп йөрөмәй бит. Теләктәре бар икән – тимәк, моңға, ҡурайға һөйөүҙәре бар. Әйткәндәй, былтыр ҡатын-ҡыҙ ҡурайсылар араһында беренсе тапҡыр республика кимәлендә конкурс ойошторолдо. Беҙҙең мәктәптән дә өс ҡыҙ ҡатнашты, өсөһө лә лайыҡлы сығыш яһаны, дипломант исемен яуланы. Үҙебеҙҙең мәктәп исеменән ҡатнашыусыларға махсус бүләк тә тапшырҙыҡ.
– Белеүемсә, яңыраҡ Бөтә Рәсәй “Таврида” фестивалендә лә ҡатнашҡанһың?

– “Таврида”ға ҡурайҙа уйнарға өйрәнеү өсөн интенсив курстар хаҡындағы проектымды әҙерләп алып барҙым, ул еңеүгә өлгәшмәне, шулай ҙа маҡтанылар (йылмая – авт.). Проекттың эстәлеге өс ай эсендә интенсив курс ярҙамында ҡурайсылар әҙерләп сығарыуҙан ғибәрәт. Башҡортостандың төрлө райондарында оҫталыҡ дәрестәре ярҙамында 30 ҡурайсы әҙерләү маҡсаты ҡуйылған.
– Бынан тыш, тағы ниндәй уй-ниәт менән янаһың?

– Боронғо башҡорт көйҙәрен ҡурайҙа яҙҙырып, айырым альбом итеп сығарырға теләгем ҙур. Сығымдар өсөн ойошмаларҙан ярҙам һорап, бағыусылар табып, был йүнәлештә эшләй башланыҡ.
– Һуңғы ваҡытта ниндәй ҙур сараларҙа ҡатнашыу бәхете тейҙе?

– 2018 йылда Коми Респуб­ликаһында үткән “Фин-уғыр транзиты” фестивалендә сығыш яһарға насип булды, оҡшап ҡалғанбыҙҙыр инде – махсус ҡунаҡ булараҡ, йыл да саҡыра башланылар. Былтыр юл төшмәне, Быйыл фестиваль Тверь ҡалаһында үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойош­маһы юл сығымдарын ҡапланы. Элекке “Саптар” төркөмөнән мин һәм думбырасы егет Иршат Ильясов менән икәү генә барыуыбыҙға ҡарамаҫтан, лайыҡлы сығыш яһарға тырыштыҡ. Мин үлән ҡурай алып барҙым, Иршат думбырала уйнаған ваҡытта элекке ҡурай­сылар һымаҡ ҡурайҙы сәхнәлә тамашасылар алдында яһаным да уйнап ебәрҙем.
– Халыҡ быны нисек ҡабул итте?

– Аптырап ҡалдылар. Аҙаҡ сығыштан һуң сәхнә аръяғына килеп, төрлө һорау биргәндәр ҙә табылды. Тамаша залында Тверь ҡалаһында йәшәгән башҡорттар ҙа бар ине, улар бик йылы ҡабул итте. Сығыштан һуң сәхнәнән оҙаҡ ебәрмәнеләр, ихлас алҡышла­нылар.
– Киләсәктә сәхнәлә солист булараҡ яңғыҙ сығыш яһарға йыйынаһыңмы?

– Солист булараҡ эшмәкәрлегем уҡыу йылдарынан уҡ дауам итә, “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамблендә лә ошо йүнәлеш буйынса эшләйем. Бер нәмәгә генә баҫым яһағым килмәй, сығыш яһарға ла, башҡаларҙы ҡурай серҙәренә төшөндөрөргә лә тырышам. Артис булараҡ ҡына түгел, уҡытыусы, шәхес булараҡ үҫкем килә.
Шул уҡ ваҡытта төрлө проекттар өҫтөндә эшләйем. Әле Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы менән берлектә ҡурайҙы һанлаштырыу йәһәтенән эш алып барабыҙ. Теләгән һәр кем, Ер шарының төрлө нөктәһендә интернет селтәрен асып, ҡурай серҙә­ренә үҙаллы төшөнә алһын өсөн уйлап сығарылған проект был.
– Махсус ҡушымталар рә­үешендәме?

– Шулайыраҡ. Сайт, ҡушымта – бөтәһе лә бергә буласаҡ.
– Шәхес булараҡ та үҫкем килә, тинең. Бында ниндәй сифаттарға эйә булыу мөһим?

– Ҡурайсы кодексы бар. Унда “Һәр саҡ ҡурайҙы пропагандаларға, үҙеңдең юлыңдан тайпылмаҫҡа, ата-әсәнең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә” тигән юлдар яҙылған. Сит ерҙәрҙә йөрөгәндә, ҡурайсыға ҡарап, ундағы кеше тотош халҡыбыҙ хаҡында фекер йөрөтә, шуға күрә үҙеңде яҡшы яҡтан ғына күрһәтергә кәрәк.
– Шоу-бизнес шарттарында ҡурайсы булараҡ сығыш яһарға мөмкинме? Был боронғо уйын ҡоралының асылынан тайпы­лыуҙы аңлатмаймы? Оҙон көйҙө лайыҡлы рәүештә баһалау­сылар һирәк бит.

– Был һәр ҡурайсының үҙенә бәйле. Үҙем дә традицион башҡа­рыусы булһам да, оҙон көйҙәр менән бер рәттән яңыртылған көйҙәрҙе лә уйнайым. Ҡурай менән шоу-бизнестың ҡушылыуының бер насарлығын да күрмәйем, бында әлеге лә баяғы асылдан тайпылмаҫҡа ғына кәрәк, сығыштар оҙон көйҙәргә зыян килтермәҫкә тейеш ни бары.
– Гәзит аша кемдәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерер инең?

– Өс остазым бар: ҡурай буйынса тәүге уҡытыусым Ғәлим Монасипов, Өфө сәнғәт учили­щеһында ҡурай серҙәренә генә түгел, тормош ҡанундарына ла өйрәткән Салауат Кирәев һәм Өфө сәнғәт институтында уҡытҡан Азат Айытҡолов. Мин үҙемде яҡшы уҡыусы тип әйтмәҫ инем, эшләп тә йөрөгәс, дәрес ҡалдырырға ла тура килде, әммә уларҙың һәр береһе мине аңланы, дөрөҫ юлға баҫтырҙы, бының өсөн остаздарыма ҙур рәхмәт.
2020 йыл
"Башҡортостан" гәзите сайтынан
 
 
Юлай Ҡасимов:
Юлай Ҡасимов:
Автор:
Читайте нас: