-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Май 2023, 15:00

Рәми көндәлектәре

29 май, кесаҙна. 1952Ҡояш! Салт аяҙ. Йылы. Институтта уҡып ултырҙым.Имтиханға оҙаҡ инмәй торҙом. Геннадий Николаевич ошо һорауҙарҙы бирҙе: 1) «Арзамас», 2) «Крылов мәҫәлдәренең үҙенсәлеге».Өҫтән тау төштө!Самба Люндун тапшыра алманы. Ершов Коля ҡыуылып сыҡҡан. Күсергәне өсөн. Георгий Исаев саҡ-саҡ ҡына яуап биргән.Сүриәнең хатын алдым. Яуап яҙылды. Кәйеф шәп. Ҡайтҡас та урманға ял итергә сығып киттем. Алыҫта күк күкрәй. Ҡарғалар ямғыр буласағын хәбәр итә. Төш мәлендә Мәскәүҙә ҡойоп яуҙы. Ә бында ҡоп-ҡоро.Кисә Көнбайыш әҙәбиәтенән Артамоновтың һуңғы лекцияһы булды. Лессингты үтеп туҡтаныҡ.Лессинг 18-се быуаттағы иң ҙур немец мәғрифәтсеһе. Немец абсолютизмына ҡаршы ялҡынлы көрәшеүсе. Ул рәсми мәҙәниәтте фашлап, үҙенең «Гамбург драматургияһы»нда теоретик фекерҙәрен әйтә. Француз классицизмына Шекспирҙы ҡаршы ҡуя. Ул был инглиз драматургын яңы театр өсөн көрәштә байраҡ итә. Лессинг француз мәғрифәтсеһе Дидроға бик яҡын. Уның теоретик трактаттары ижадының үҙәге булып тора.Даһи минең тумбочка өҫтөндәге газеталарҙы ҡарап ҡалды. Мин зарядка яһарға сыҡтым. Ҡояш! Күк йөҙө зәп-зәңгәр. Алма баҡсаһынан хуш еҫтәр аңҡый. Урман ҡоштар һайрауына сумған.Мин зарядка эшләп торғанда, Даһи сыҡты ла, эшләпәһен батырыбыраҡ кейеп:— Хуш, Рәми, – тине.


... Аҡрын ғына атлап китте ул. Нисектер йөҙө ҡараңғы, күҙҙәре нурһыҙ, күңеле буш булып күренде миңә.
Бәлки, беҙ яҡшы дуҫтар була алмабыҙ.
Кисәге урында Лессингка тотондом. Ләкин бик ашағы килә. Дүртенсе көн инде яҡшылап туйған юҡ. Икмәк менән сәй эскән булам. Кеҫәлә – 2 һум. Метроға ҡалдырҙым.
Бына, уҡып ятҡанда, ике иҫеректе күрәм. Һыу тулып ятҡан соҡор эргәһендә сайҡалышып торҙолар ҙа алға атланылар. Ныҡлап ҡараһам, Ғабдулла ағай (Әхмәтшин) менән Даһи! Ғәҙәттәге күренеш. Ағай «Тальян гармун» менән бер рәттән, яҡшыраҡ пьесалар тыуҙырып өлгөргән булыр ине лә бит... Ә Даһиға ни ҡалған?!
Беҙгә бергә булыу бик ҡыйын.
Лессинг – Эмилия Галотти. Трагедия в пяти действиях.
«Мы пишем глазами любви, и только глазам следует быть нашими судьями».

#РәмиКөндәлектәре

https://vk.com/wall-30125918_6289

 

Рәми көндәлектәре
Рәми көндәлектәре
Автор:
Читайте нас: