-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Май 2023, 11:00

Әмир Мәзитов

Әммә графоманлыҡты ысын әҙәбиәттән, попсаны ысын сәнғәт өлгөһөнән айыра белеүселәр бар. Күп тә булмаһын улар. Әммә ундай талапсан тамашасылар, әҙәбиәт һөйөүселәр башҡаларҙан бер нисә башҡа юғары тора. Күпселекте тәшкил иткән массаға ярарға тырышыу  ысын ижадсының эше түгел.

– Ябай халыҡ күпселек осраҡта фәлсәфәүи картиналарҙы аңлап етмәй, уларҙан алыҫ тора. Тамашасы сәйнәп ҡаптырғанды ярата...

– Был тәбиғи.  Һәр заманда ла шулай булған. Күп рәссамдарҙы ябай халыҡ аңламаған. Һәм уларҙы был борсомаған да. Эйе, ундай рәссамдарҙың эштәре кемдеңдер  йоҡо бүлмәләрендә, түрбашта эленеп тормай, уларҙың урыны – музейҙарҙа, галереяларҙа. Ижадтың маҡсаты – тамашасы һанын арттырыу түгел, киләсәк быуын, халҡыңдың рухи, мәҙәни мираҫы өсөн хеҙмәт итеү.  "Сәнғәт  ул – ҡорбанлыҡ", -  тип Сыңғыҙ Айтматов, Лев Толстойҙар дөрөҫ әйткән. Ябай тамашасы ҡабул итәме һинең әҫәрҙәреңде, юҡмы, ижадсы өсөн уныһы мөһим дә булырға тейеш түгелдер. Ә зауыҡлы тамашасы уны мотлаҡ баһалаясаҡ. Һәм был хеҙмәттең еңел-елпе картиналарға ҡарағанда күпкә ҡиммәт икәнлеген аңлаясаҡ.

– Шулай ҙа бөгөн һәр нәмә аҡса менән иҫәпләнә. Бер кем дә бушҡа эшләргә теләмәй. Һәм тейеш түгел дә. Ижад – ул бизнес була аламы?

– Ҡәтғи рәүештә әйтә алам – юҡ!  Эйе, һынлы сәнғәттә коммерция йүнәлеше бар. Әммә был инде бөтөнләй башҡа кимәл.  Матурлыҡ булһа барҙыр унда, әммә тәрәнлек юҡ, минеңсә. Ундай әйберҙәр ҙә бик кәрәк. Тик улар – бөр көнлөк. Һынлы сәнғәттә генә түгел, музыканттар, режиссерзар, яҙыусылар ижады өсөн дә хас был хәл. Әммә графоманлыҡты ысын әҙәбиәттән, попсаны ысын сәнғәт өлгөһөнән айыра белеүселәр бар. Күп тә булмаһын улар. Әммә ундай талапсан тамашасылар, әҙәбиәт һөйөүселәр башҡаларҙан бер нисә башҡа юғары тора. Күпселекте тәшкил иткән массаға ярарға тырышыу  ысын ижадсының эше түгел. Эйе, аҡса мәьәләһе бар. Ул һәр кемде борсой. Рәссамдар араһында ошо ике йүнәлеште бергә алып барыусылар йәғни ысын сәнғәт әҫәрҙәре менән бер рәттән еңел-елперәк темаларға, жанрҙарҙа мөрәжәғәт итеүселәр осрай. Әммә йыш осраҡта был бик фажиғәле тамамлана. Ижадсыла аҡса иблисе уянһа, ул тәрәнлектән китә. Алыҫ йөрөйһө түгел, миҫалдар етәһе. Шуға ла иждасы өсөн уҡытыусылыҡ – ул иң яҡшы һөнәрҙәрҙең береһе тип әйтә алам.  Эйе, бюджет өлкәһендә күп аҡса эшләп булмай. Әммә ул һинең күңеләңә яҡыныраҡ һәм был эште ысын ижадтан ситләшмәй генә лә алып барырға мөмкин. Ысын, тәрән ижадсы ул әҫәрен кемгә булһа ла һатыу яҡлы түгел ул. Уға ул шул тиклем ҡәҙерле. Хатта музейҙарға һатҡанда ла күңеле һыҡрап ҡуйыуы бар. Мин шулай уйлайым. Бәлки, яңылышамдыр. Әммә был мәсәләгә  ҡарата фекерем шундай.

(Әңгәмәнән өҙөк)

Г. Ҡаһарманова.

 

Әмир Мәзитов
Әмир Мәзитов
Автор:
Читайте нас: