+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Май 2023, 13:00

Алһыу Галина: "Ҡатын-ҡыҙ һәр ваҡыт ғашиҡлыҡ һаләтендә йәшәргә тейеш"

 Мин шуның менән бәхетле – өләсәйҙәремдең наҙлы ҡосағында үҫтем: атайым яғынан – Тәскиә өләсәйем, әсәйем яғынан – Менәүәрә. Ике өләсәйем тураһында ла  күңелемдә йылы хәтирәләр йөрөтәм. Беҙ Балтаста йәшәнек, ә йәйге каникулдарҙы Иштирәк ауылында йәшәгән Менәүәрә өләсәйемдә һәм Көнтүгеш ауылында йәшәгән Тәскиә өләсәйемдә үткәрә инем. Улар миңә бер ваҡытта ла эш ҡушманы, «Шуны эшлә, быны эшлә!» – тимәне. Үҙем белеп эшләһәм – эшләнем. Эшләмәгән хәлдә лә бер ваҡытта ла әрләмәнеләр, мине яҡын күреп, яратып тороуҙарын белә инем. Йылдар үткән һайын өләсәйҙәремде нығыраҡ һағынам, ни эшләп ваҡытында уның менән һөйләшмәнем икән, ниңә шуны һораманым икән, тип уйланам – бөгөнгө Алһыуҙың шул тиклем һорауҙары күп уларға!.. Менәүәрә өләсәйем йырларға яратты. Тик йырлай башлаһа, мин көлә лә ебәрә торғайным – оҙон көй, ауылса халыҡсан итеп йырлай ине, олораҡ йәштә булғас, тауышы ла ҡарлыҡҡаныраҡ һымаҡ, ә миңә ни йәштәрсә, заманса көй кәрәк булғандыр, күрәһең...

Театр сәнғәте

Ҡатын-ҡыҙ һәр ваҡыт ғашиҡлыҡ һаләтендә йәшәргә тейеш

Юбилейҙар, тыуған көндәр – кеше ғүмеренең иң матур миҙгелдәре. Башҡортостандың халыҡ артисы Алһыу Галинаны ҡабатланмаҫ мәлдәренең шатлыҡтарын бергә уртаҡлашырға саҡырам һәм актриса менән әңгәмә тәҡдим итәм.

 

Актриса булыу – һинең бала саҡ хыялың инеме?

– Эйе. Минең атайым профессиональ баянсы, әсәйем һатыусы булып эшләһә лә үҙешмәкәрлектә әүҙем ине. Мин тыуғанда атайым менән әсәйемдең йәшәргә урыны ла булмаған, уларға бер ҡатлы ағас йортта урынлашҡан район мәҙәниәт йортоноң бер бүлмәһен биргәндәр. Шунда тыуғанмын. Мине бишек менән сәхнә янына ҡуялар ҙа, үҙҙәре репетиция уҙғаралар  – йырлайҙар, бейейҙәр икән. Күкрәк һөтө менән ингән инде сәнғәткә һөйөү. Мин музыка мәктәбенә фортепьяно дәрестәренә, хорға, бейеү түңәрәктеренә йөрөнөм, ваҡыт үтә килә хор менән фортепьяноны ташланым, ә бейеү түңәрәгенә мәктәпте тамамлағанға тиклем йөрөнөм. Бейеү тиһәләр, әле лә иҫем китә, бейергә яратам мин. Бала саҡта ныҡ оялсан инем, әсәйем өйҙә булмағанда Алла Пугачева, София Ротару булып ҡылана инем, әммә сәнғәтте яратам, артистка булам, тип ҡысҡырып әйтергә ҡурҡтым.

Шуға күрә лә һин сәнғәткә туп-тура ғына килеп инмәгәнһең?..

– Эйе, минең өсөн оло тормошҡа тәүге аҙым Өфө дәүләт авиация институтынан башланды, мин унда бер йыл уҡып өлгөрҙөм. Ҡайҙа уҡырға инергә тигән һорау тыуғас, әсәйем: «Күршеләргә бер ҡыҙ ҡайтып йөрөй, ул авиация институтын тамамлаған, унда эш хаҡы һәйбәт, әйҙә, шунда уҡырға бар» – тине. Шулай әсәйемә эйәреп Өфөгә  киттем, «Автоматизация технологических функций» тигән факультетҡа уҡырға индем. Мәктәпте көмөш миҙалға тамамлағас, мине имтиханһыҙ уҡырға алдылар.

– Өйрәнеүе ауыр булдымы, ниңә уҡыуыңды ташларға ниәт иттең?

– Унда беҙҙең төркөмдә бөтәһе лә ҡала балалары ине, бөтәһе лә матур итеп кейенә, аҡыллылар, күп беләләр. Улар араһында айырылып торһам да, төркөмдәштәрем миңә яҡшы мөнәсәбәттә булды, «Алһыу, мин һине тыуған көнөмә саҡырам, мотлаҡ кил!», «Алһыу, һиңә ярҙам кәрәкме?» – тип һорап ҡына торалар ине. Мин Черниковкала фатирҙа йәшәй инем, уҡыуҙан һуң беҙҙең егеттәребеҙ автобусҡа ултыртып ебәргәс кенә үҙҙәре ҡайтып китә торғайны. Авиация институтында уҡыуы еңел түгел икәне билдәле бит инде, сопромат фәне үҙе генә ни тора! Ҡайһы берҙә өйгә бирелгән эштәрҙе эшләй алмаһам, төркөмдәштәр ярҙамға килә ине. Ул ваҡытта артист булырға хыяланыуым тураһында береһенә лә әйтмәһәм дә, ниңәлер миңә: «Ой, Алһыу, һиңә микрофон алдында ғына торорға кәрәк», – тип әйтә инеләр. Уҡыуымды ташларға ҡарар иткәс тә, ике ай самаһы барыбер Өфөлә йөрөнөм әле, тик дәрестәр ҡалдырам, йә бөтөнләй бармай ҡала инем. Шулай илке-һалҡы йөрөй торғас, апрель айы етте һәм бер көн тыуған ауылыма ҡайтып киттем.

– Әсәйең нисек ҡаршы алды?

– Ооо, унда ел-дауыллы буран ҡаршы алды мине... Шунда ғына  уға: «Минең артистка булғым килә», – тинем. Башта ныҡ әрләне инде. Шунан ултырып һөйләштек, уйлаштыҡ та, әсәйем «Өфөлә сәнғәт институтында беҙҙең яҡташыбыҙ эшләргә тейеш, шуны белешәйем әле, бәлки, ысынлап та, шунда барып ҡарарһың», – тине. Кемдәндер белешеп ҡайтты һәм беҙ Өфөгә барып, минең яҡташым, ауылдашым Фәрдүнә Ҡасимованы эҙләп таптыҡ. Уның менән һөйләштек, «Ярай, йәй көнө имтихандар бирергә килерһең, әлегә ныҡлап әҙерлән», – тип, имтихан программаһын биреп ҡайтарҙы ул. Әсәйем дә йомшара төштө. Йәй көнө имтихандар биреп, Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инеп киттем. Шулай минең юлым да, яҙмышым да икенсе яҡҡа боролоп китте.

– Үкенгәнең булманымы быға?

– Юҡ. Бер ваҡытта ла үкенмәнем.

– Курсташтарың кемдәр?

– Илмир Ғәзизуллин, Рушат Мөҙәрисов, Миңленур Сәйетова-Ғиззәтуллина, Азамат Ғафаров, Илнур Муллабаев, Айһылыу Ғүмәрова, Лиана Хәйретдинова, Резеда Зарипова

– Курс етәксегеҙ кем?

– Курсты Фәрдүнә Ҡасимова менән Байрас Ибраһимов йыйҙы. Беҙҙе Өфө «Нур» татар дәүләт театры өсөн әҙерләнеләр, 1996 йылдың март айында диплом алдыҡ, ә сентябрь айында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына саҡырҙылар, ул осорҙа театрҙы Гөлли Мөбәрәкова етәкләй ине. Һуңынан бер-бер артлы ролдәр ижад итеп, репертуарға инеп киткәс, премьераларҙан һуң ҡотлап, миңә: «Афарин, Алһыу, минең йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәнең. Һине театрға алғаным өсөн бер минутҡа ла үкенгәнем булманы», – тип әйтә торғайны.

– Беҙҙең театрҙа уйнаған тәүге ролең?

– Тәүге тапҡыр мин сәхнәгә башҡа кеше урынына сыҡтым, «ввод» тибеҙ уны. Мин театрға эшкә килгән ваҡытта театр Ҡазанға гастролгә йыйына ине, режиссер Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов үҙе ҡуйған «Бибинур, ах, Бибинур!» спектакленә  индерҙе. Ул ваҡытта үҙе театрҙа эшләмәй ине инде. Миңә тиклем Бибинур ролен Александра Комарова килеп уйнап йөрөгән. Мин тәүҙә баш тартып та ҡарағайным да, тик режиссер ҡаты торҙо.

– Тәүге ролең Ҡазанда уйналды инде? Ә үҙең эшләп сығарған тәүге роль?

– Эйе, Ҡазанда уйналды. З.Муллағәлиеваның пьесаһы буйынса ҡуйылған  «Ҡурай»  спектаклендә Ҡурай роле. Режиссеры – Айсыуаҡ Йомағолов ине. Ул осорҙа  хәҙер инде юбилдәле режиссер булып киткән Айрат Абушахманов, Рөстәм Хәкимов та актер ине, спектаклдә минең партнерҙарым булдылар. Тап шул «Ҡурай» спектаклен ҡуйған ваҡытта беҙҙең театрға Урал Иҙелбаев килде, ошо спектакль уның да беренсе эше булды.

– Һине Мостай Кәримдең «Айгөл иле» спектаклендә уйнаған ваҡытыңдан иҫләйем...

– Эйе, режиссер Азат Нәҙерғолов ҡуйған «Айгөл иле» спектаклендә Айгөл роле – үҙемә тәғәйенләп бирелгән тәүге ролем, унан инде Ф.Бүләков пьесаһы буйынса ҡуйылған «Шайморатов-генерал...»да  –

Әлфиә, «Аҡ ҡанатлы хыялым»да (Островский) – Негина...

– Күпме роль сығарҙың?

– Һанағаным юҡ.

– Тамашасылар һине йырсы актриса тип белә. Ғаиләгеҙҙә кем йырлай?

– Атайым Галин Вәнзир Ханович, әсәйем – Галина Фәғилә Вәсфиевна яғынан да йырлаусылар бар, профессиональ кимәлдә булмаһа ла, тауыштары матур туғандарымдың. Ағай-апайҙарым да йырларға ныҡ ярата. Атайымдың йырлағанын ишеткәнем булманы, әммә ул баянда оҫта уйнай ине.

– Ғаиләлә нисә бала үҫтегеҙ?

– Ике һеңлем бар. Атайым менән әсәйем айырылышҡас, башҡа ғаилә ҡорҙолар. Азалия һеңлем менән бергә үҫтек. Ул Өфөлә йәшәй, поликлиникала регистратурала эшләй. Атайымдарҙың ғаиләләрендә ҡыҙ туғандарым тыуҙы. Улар  менән дә аралашып торабыҙ, күрешеп торабыҙ. Икенсе һеңлем – атайым менән Альфира апайҙың ҡыҙы Миләүшә лә  сәнғәт институтына уҡырға барырға хыялланды, әммә иҡтисадсы һөнәрен һайланы, уға тәбиғәттән бик моңло тауыш бирелгән, матур йырлай, телевидениела  клиптары бар. Балалары бәләкәйерәк әле уның, улар үҫеп, ҡулдан төшкәс, Миләүшә йырлар, тип уйлайым.

– Һиңә өләсәйҙәр тәрбиәһе лә тейгән...

– Мин шуның менән бәхетле – өләсәйҙәремдең наҙлы ҡосағында үҫтем: атайым яғынан – Тәскиә өләсәйем, әсәйем яғынан – Менәүәрә. Ике өләсәйем тураһында ла  күңелемдә йылы хәтирәләр йөрөтәм. Беҙ Балтаста йәшәнек, ә йәйге каникулдарҙы Иштирәк ауылында йәшәгән Менәүәрә өләсәйемдә һәм Көнтүгеш ауылында йәшәгән Тәскиә өләсәйемдә үткәрә инем. Улар миңә бер ваҡытта ла эш ҡушманы, «Шуны эшлә, быны эшлә!» – тимәне. Үҙем белеп эшләһәм – эшләнем. Эшләмәгән хәлдә лә бер ваҡытта ла әрләмәнеләр, мине яҡын күреп, яратып тороуҙарын белә инем. Йылдар үткән һайын өләсәйҙәремде нығыраҡ һағынам, ни эшләп ваҡытында уның менән һөйләшмәнем икән, ниңә шуны һораманым икән, тип уйланам – бөгөнгө Алһыуҙың шул тиклем һорауҙары күп уларға!.. Менәүәрә өләсәйем йырларға яратты. Тик йырлай башлаһа, мин көлә лә ебәрә торғайным – оҙон көй, ауылса халыҡсан итеп йырлай ине, олораҡ йәштә булғас, тауышы ла ҡарлыҡҡаныраҡ һымаҡ, ә миңә ни йәштәрсә, заманса көй кәрәк булғандыр, күрәһең...

– Өләсәйҙерең һинең сәхнәлә уйнағаныңды күрҙеме?

– Үкенеселе әлбиттә, Юҡ шул.

– Әгәр мөмкин булһа, өләсәйҙәреңә ниндәй һорау бирер инең?

– Бәхетле булдыңмы, үҙеңде бәхетлемен тип әйтә алаһыңмы, яҙмышыңда осраған һынауҙарҙы, ауырлыҡтарҙы нисек еңеп сыҡтың, ҡайҙан көс алдың, тип һорар инем уларҙан. Беләм, уларҙың тормоштары еңел булмаған.  Кире ҡайтарыу мөмкинлеге бирелһә, нимәнелер үҙгәртер инеңме, тип тә һорар инем.

– Ә үҙең һуң?

– Һәр бер кешенең теләге, үкенесе бар инде ул. Гел дөрөҫ кенә йәшәп булмай. Нисек кәрәк икәнен дә белмәҫһең. Эх, ошонда башҡасараҡ эшләргә кәрәк булған, тип, һуңынан ғына уйланаһың, хаталарыңды барлайһың. Т.Миңнуллин пьесаһы буйынса «Яратыу гонаһмы?» спектаклендә: «Йәшлек үтә бит, тейеш булғанын ғына йәшәй башлайһың», – ти минең героиня Әнисә лә. Йылдар үтеү менән күберәк уйланаһың.

– Һинең өлөшкә лә һынауҙар төшөп тора, шул ваҡытта нисек яңынан турайып баҫаһың? Илап та алаһыңдыр?

– Мин илаҡ кеше. Күрһәтмәй генә илайым. Кешегә кәрәкме ул?

– Һин уйламаған-көтмәгән ролде биргәндәре булдымы?

– Булды. «Һөйәркә» спектаклендә Әнисә роле, мәҫәлән. «Читка»ла уҡыныҡ, пьеса тураһында фекер алыштыҡ. Режиссер Айрат Абушахманов минең фекеремде лә һорағас: «Оҡшаманы, ҡыҙыҡ түгел, ниндәй героиня ул, мыжый ҙа мыжый, имеш, гонаһ та гонаһ... Ә геройҙың линияһы ҡыҙыҡ, үҫеш бар унда, кульминация. Ә героиня оҡшаманы», – тинем. Шулай таралыштыҡ. Бер нисә көндән ҡараһам, иғландар таҡтаһында приказ эленеп тора – миңә Әнисә ролен биргәндәр. Шундай хәлдәр ҙә була – «читка» ваҡытында (яңы әҫәрҙе коллективҡа ҡысҡырып уҡыу) пьесалағы берәй ролде үҙеңә «үлсәп ҡарайһың», ул ролде байытырға алымдар уйлай башлайһың, тик уны һиңә бирмәйҙәр...

– Ҡайһы ролеңде һағынаһың?

– Айырып әйтеүе ҡыйын, һәр береһенә барыбер үҙеңдең күңелең, кисерештәрең һалына. А.Н.Островскийҙың «Таланты и поклонники» пьесаһы буйынса ҡуйылған «Аҡ ҡанатлы хыялым» спекталенән Негинаны ярата инем – бәлки актриса яҙмышы тураһында булғанға шулай яҡын тойолғандыр. «Айгөл иле»ндәге Айгөлдө лә яратып уйнаным, һуңынан уйнаған һәр ролем дә күңелемдә йәшәй, уларҙың барыһын да яратам, һағынам!

– Тәнҡитте нисек ҡабул итәһең?

– Хәҙер күнегеп барам инде,  хуплауы ла,тәнҡите лә һәр ваҡыт булып тора. Йәшерәк саҡта Нурия апай Ирсаева спектаклдән һуң мотлаҡ теләктәрен әйтә ине, тәүҙә мин уларҙы ауыр ҡабул иттем, килеп сыҡмайҙыр, мин актриса булырға тейешменме икән, тип ҡайғырып та бөтә инем. Һуңынан тыныс ҡабул итә башланым.

– Тормошоңа йоғонто яһаған спектаклдәр булдымы?

– Әлбиттә. Спектаклдәге ҡатын-ҡыҙ яҙмышы бит инде.

– Ни өсөн йырҙан баш тарттың?

– Мин спектаклдәрҙә ҡатнашырға, уйнарға яратам. Йырға ҡарағанда театр үҙенә тнығыраҡ арта.

– Шулай ҙа вокал буйынса педагог Ләлә Зөфәр ҡыҙы һине йырсы итеп күрә ине...

– Эйе. Минең йырлап китеүемдә Ләлә Зөфәр ҡыҙының өлөшө – 90 процент... Уҡығанда ояла торғайным, «мине интектермәгеҙ, тауышым юҡ бит», – тип әйтә инем уға. «Юҡ, һинең тауышың бына тигән, мин барыбер һине йырсы актриса итәсәкмен!» – тип, минең менән тағы ла нығыраҡ шөғөлләнә ине. Ул шулай етди тотонмаһа, мин йырсы актер булып китмәҫ тә инем. Уға мәңге рәхмәтлемен.

– Һәм, ысынлап та, ул хаҡлы булған бит! Һуңынан «Хушығыҙ, хыялдарым!», «Һуңғы ғәйнә», «Нәркәс», «Аҫылйәр» спектаклдәрендә йырлы ролдәрҙә уйнаның, хатта Һин «Актер йыры» конкурсында ҡатнаштың бит әле?

– Эйе, лауреат та булдым, Светлана Хәкимова менән беренсе урынды бүлештек. Ул ваҡыттағы театр етәксеһе Азат Нәҙерғолов мәжбүр итте, бер нисә кешенең фамилияһын әйтеп, әҙерләнергә ҡушты. Уның һүҙен йыға алманым, ул ҡушҡанға ғына ҡатнаштым, тиһәм дә була.

– Һинең режиссерың кем?

– Һәр бер эшләгән режиссерым менән яратып эшләйем. «Бына ул минең режиссерым!» – тип тәғәйен генә берәүҙе атай алмайым. А.Нәҙерғолов ҡуйған спектаклдәрҙә сәхнәгә аяҡ баҫтым, һуңынан Хәмит Шәмсетдинов «Аҫылйәр» спектаклен ҡуйҙы – унда мин Ләлә ролен башҡарҙым, П.Шеин ҡуйған «Аттила»ла, И.Ғиләжев ҡуйған «Нәркәс»тә, Айрат Абушахмановтың «Ҡыҙыл йондоҙ», «Хушығыҙ, хыялдарым» спектаклдәрендә, Нурлан Абдыкадыровтың «Хыял бишеге»ндә уйнаным. Режиссерҙар ниндәй генә роль бирһәләр ҙә, мин уларға ышанып эшләнем, шулай эшләмәһәң бер нәмә лә килеп сыҡмайҙыр.

– Киләсәктә ниндәй режиссер менән эшләргә теләгең бар?

– Хыялдар күп инде ул, бигерәк тә, артистарҙың... Бәлки, берәй сит ил режиссеры менән эшләп ҡарарға теләр инем, Рәсәйҙең танылған режиссеры менән эшләү ҙә ҡыҙыҡ булыр һымаҡ.

– Киноға төшөргә саҡырмайҙармы?

– Минең ундай теләгем дә юҡ. Кастингыларға барғаным булманы. Телевидениела «Мөхәббәттең дүрт миҙгеле» тигән тапшырыу-фильмда Азамат менән бергә уйнағайныҡ. Мин үҙемде экранда – кинола ла, телевидениела ла яратмайым.

– Ваҡыт машинаһы булһа, ғүмереңдең ҡайһы мәленә әйләнеп ҡайтыр инең?

– Ҡайтырға теләгән мәлдәр барҙыр. Өләсәйҙәрем иҫән булған ваҡытҡа әйләнеп ҡайтыр инем.

– Бөгөн һиңә йәш ҡыҙҙар ҙа көнләшерлек – фигураңды, матурлығыңды нисек һаҡлай алаһың, ашамай, диетала ултыраһыңмы?

– Ашамайынса, диетала ултырып матурлыҡты һаҡлап булмай. Ашарға, ләкин самаһын белергә кәрәк.

– Һиңә үҙеңдең йәшеңде биреп булмай...

– Бәлки, нәҫелебеҙҙән күскәндер, атайым да, әсәйем дә һомғол буйлылар. Мунса яратам – бәлки, шундалыр бер сере. Гимнастика, аэробика, станок, тренаж һымаҡ нәмәләр миңә ситен. Битлектәр ҙә  әллә ни эшләп бармайым, «банандан булһа ла маска эшләп ятып тор әле», – тип үҙемде мәжбүр итәм.

– Инъекция, ботокс яһатҡаның юҡмы?

– Юҡ, Аллам һаҡлаһын! Ул нәмәләр өсөн, берҙән бай булырға кәрәк, икенсенән – ҡурҡам. Процедураларҙы дөрөҫ эшләмәһәләр, ҡыйшайып ултырырһың шунан... (көлә) шуға күрә ундай нәмәләрҙән мин ситтә йөрөйөм.

– Һин – ике ҡыҙ әсәһе, уларҙы нисек тәрбиәләйһең, үҙеңдең хыялдарыңды уларға «таҡмайһыңмы»?

– Булды ундай хәл. Өлкән ҡыҙым Нәргизәне актриса булырға тырыштырып маташтым. Республика рус академия драма театрының художество етәксеһе Михаил Рабиновичҡа барып күрендек, ул: «Красивая девочка, возьму к себе, целевое письмо напишу», – тине. Шунан сәнғәт институтына инергә әҙерләнә башланыҡ, ә мин иһә ниңәлер шикләнеп, ҡыҙымда унда бармаҫҡа өгөтләй башланым: «Балам, күреп тораһың, бына мин бер ҡайҙа ла китә алмайым, Яңы йыл байрамдарында кешеләр сит илгә ял итергә сығып китә, ә минең Яңы йылым – ул әкиәттәр марафоны... Театрһыҙ йәшәй алмауыңды тойған хәлдә генә, театрға барырға кәрәк, тинем. Беҙҙең профессияға бәйле бөтә дәлилдәрҙе лә килтерҙем һәм башҡаса ул темаға ҡағылманым. Ҡыҙым һаман әҙерләнеүен дауам итте. Бер көн ҡайтты ла: «Әсәй, һин хаҡлыһыңдыр, театр – ул минеке түгел!» – тине. Кемдер ниәмлер тип әйткәндерме, әллә үҙе шулай хәл иткәнме – белмәйем. Мин уға: «Нисек теләйһең – шулай эшлә, һин үҙең генә хәл итә алаһың», – тинем. Үҙе хәл итте. Бөгөнгө көндә Башҡорт дәүләт университетының сит телдәр факультетында 3-сө курста уҡый, инглиз, ҡытай телдәрен өйрәнә, һуңынан француз телен дә өйрәнәсәктәр. Унан: «Үкенмәйһеңме, әгәр ҡарарыңды үҙгәртергә теләһәң, әлегә һуң түгел», – тип һораған сағымда, юҡ, һин хаҡлы булғанһың, тине.

– Һин үҙең театрһыҙ йәшәй алмайһың, тимәк...

– Юҡ, мин театрһыҙ йәшәй алмайым! Нисек кенә ҡыйын булмаһын, барыбер мин театрһыҙ йәшәй алмайым. Театр – ул минең булмышым!

– Бәләкәй ҡыҙың Нурлана ла сәнғәткә ынтыламы?

– Нурлана 5 йыл буйы, Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә хореография менән шөғөлләнде. Уның һығылмалылығын, тырышлығын күреп Санкт-Петербургтың А.Ваганова исемендәге рус балеты академияһына әҙерләргә тәҡдим иттеләр, тик ул сәбәптәрен дә әйтмәйенсе, кинәт кенә бейеүҙе ташланы ла ҡуйҙы.

– Ҡыҙҙарығыҙ серҙәре менән бүлешәме?

– Эйе, хатта ҡайһы берҙә: «Мин үҙем әсәйемә был тиклем ныҡ асылып бармай инем бит», – тип уйлап та ҡуям.

– Ҡыҙҙарығыҙға исемдәрен кем һайланы?

– Мин уйлап таба, Азамат «мисәт һуғып» ҡуя ине. Нәргизәгә исемен алдан уҡ уйлап ҡуйҙым, ә икенсе ҡыҙыбыҙҙы малай була, тип көттөк, исемен дә алдан һайлап ҡуйҙыҡ. Ҡыҙ тыуғас, Нурлан түгел, Нурлана булды ла ҡуйҙы.

– Ғаилә хәленә килгәндә?..

– Беҙ Азамат менән 25 йыл бергә йәшәнек. Яратып кейәүгә сыҡтым, беҙ бер курста уҡыныҡ, 3-сө курста уҡығанда өйләнештек...

Фидан Ғафаров ғаиләһенә килен булып төшөү – ҙур ваҡиға булдымы? Мин улай тип ҡабул итмәнем. Иҫләйем, әсәйемдең әхирәте Венера апай район мәҙәниәт һарайында эшләй ине, Фидан Ғафаров менән Нурия Ирсаеваның килеүен ауыл халҡы мәж килеп көтә торғайны. Мин иһә ул ваҡытта театр тип иҫем китеп барманым. Беҙҙе дәрестәрҙән бушатып, сәскә тотоп, артистарҙы ҡаршы алырға сығаралар ине. Нурия апайҙың артистка икәнен белә, әммә кумир итеп ҡабул итмәй инем, мин бит Алла Пугачеваны тыңлап, йырсы булырға хыяллана инем. Азаматты ла Фидан Ғафаровтың малайы тип ҡабул итмәнем, ул минең өсөн курсташ булды. «Иҫәп менән сыҡҡан», «Фидандың килене булырға теләгән», – тип һөйләүселәр ҙә булды, әммә ул хәбәрҙәр дөрөҫ түгел. Курсташтарым Азамат Ғафаров, Илнур Муллабаев, Илгиз Ғәлиев – ҡала егеттәре ине, улар һәр ваҡыт ярҙам итергә торҙолар. Курсташтар булғас, уҡығанда беҙ Азамат менән бергә этюдтар эшләй инек. Беренсе курста әрләшә лә торғайныҡ, бер-беребеҙҙе күрә алмаған саҡтар ҙа булғандыр. Ә 3-сө курста ул миңә башҡасараҡ ҡарай башланы, диплом спектаклдәре менән гастролгә барғанда, сумкамды тотоп ала ине, шулай уның менән яҡынлаша башланыҡ. Өсөнсө курсҡа күскәс, йәйге каникулда мине эҙләп, беҙҙең ауылға килде. Башта Балтасҡа әсәйемдәргә барған, әсәйем: «Алһыу өләсәһенә ҡунаҡҡа китте», тигәс, ул Иштирәккә Менәүәрә өләсәйемә барған, ундағы өләсәйем: «Ул икенсе өләсәһенә Көнтөгөшкә китте», тигән. Шунан барып табып алды. «Әйҙә, минең өләсәйемә ҡунаҡҡа барабыҙ», – тип саҡырғас, Дүртөйлөгә киттек. Беҙ уның өләсәһендә сәй эсеп ултырғанда Фидан Сафич ҡайтып төштө. Өләсәһе: «Бына Азамат менән Алһыу ҡайттылар», – тигәс, «Бик һәйбәт!» – тине Фидан Сафич. Беҙ сығып киттек, туғандары менән таныштыҡ. Ә көҙөн мин уҡырға һуңлап килдем, ахыры, ятаҡта урын етмәне. Азамат үҙҙәренә саҡырҙы. Улар 4-се ҡатта йәшәй ине, беҙ шул дүртенсе ҡатҡа 2 сәғәт буйы күтәрелдек, сөнки миңә уңайһыҙ ине, ҡурҡа инем. Азамат: «Ҡурҡма, минең атай-әсәйем шундай уҡ ябай кешеләр», – тип әйтһә лә, мин ул ваҡытта Фидан Ғафаровтың, Нурия Ирсаеваның ниндәй оло шәхестәр, ҙур актерҙар икәнен аңлай инем – уларҙың спектаклдәренә йөрөй инек. Беҙҙе ишек төбөндә ҡәйнәм ҡаршы алды, уның менән таныштыҡ, матур итеп ҡабул итте мине, «Алһыуҙың йәшәргә урыны юҡ, ятаҡта урын булғансы, беҙҙә йәшәп торһон – тине Азамат. «Ярай», – тине ҡәйнәм. Шул барыуҙан тороп ҡалдым, декабрь айында никахыбыҙ булды. Мин яратып, ғашиҡ булып кейәүгә сыҡтым. Әле айырылышһаҡ та, бергә эшләйбеҙ, спектаклдәрҙә бергә уйнайбыҙ, бөгөнгө көндә репертуарҙа барған «Һөйәркә» спектаклендә һәм «Хыялый» комедияһында парлашып уйнайбыҙ. Бергә уйнаған ролдәребеҙ, балаларыбыҙ бар – ни тиһәң дә, Азамат менән сирек быуат бергә ғүмер иттек.

– Йәшһең, һылыуһың, моғайын, һиңә ғашиҡ булаларҙыр?..

– Белмәйем, әйтә алмайым. Бәлки, булаларҙыр. Ә ҡатын-ҡыҙ һәр ваҡыт ғашиҡлыҡ һаләтендә йәшәргә тейеш, бигерәк тә ижад кешеһе. Йөрәк нимәгәлер ышанып, өмөтләнеп йәшәргә тейеш.

– Эс серҙәрең һыйған әхирәтең бармы?

– Эйе. Яҡын әхирәтем бар, уға мин бөтә серҙәремде һөйләй алам, ул да сәнғәт кешеһе, мине аңлай, бәлки, шуға беҙ уның менән яҡынбыҙҙыр. Ул мине актриса, ҡатын-ҡыҙ булараҡ та аңлай, бер-беребеҙгә серҙәребеҙ һыя.

– Алһыу, әңгәмә өсөн рәхмәт! Йөрәгең һәр ваҡыт һөйөү менән тулы булһын! Яңы ролдәр, уңыш-ҡаҙаныштар теләйем!

Динара Ҡәйүмова, театрҙың баш мөхәррире

Алһыу Галина: "Ҡатын-ҡыҙ һәр ваҡыт ғашиҡлыҡ һаләтендә йәшәргә тейеш"
Алһыу Галина: "Ҡатын-ҡыҙ һәр ваҡыт ғашиҡлыҡ һаләтендә йәшәргә тейеш"
Автор:
Читайте нас: