+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Май 2023, 12:00

Асылына тоғро Асия

Кескәй Асия ҡартәсәһе мәрхүмә менән йәшереп кенә, оло бер тылсым теҙгәндәй энә күҙәүе аша үткәреп мәрйен артынан мәрйен теҙгәндә халҡыбыҙҙың милли биҙәүестәренә һөйөү осҡоно һалынғандыр ҙа.

«Шым ғына эшләй торғайныҡ ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәрен. Тәҙрәләге пәрҙәләрҙе тартабыҙ, ишекте эләбеҙ ҙә, урындыҡҡа ултырып, ҡәртәсәйем селтәргә мәрйендәр теҙә. Мин урамдағы тауыштарға ҡолаҡ һалып, энәгә еп һаплап биреп ултырам. Килеп, селтәрҙәрҙе алып китмәһендәр, тигән ҡурҡыу ҡалғайны бит өләсәйҙәребеҙ быуынында. Әйткәндәй, ҡартәсәйемдең аслыҡ ваҡыттарында ла һаҡлап ҡалған селтәрен Өфөнән бер ғалим, күрһәтәм, тип кенә алып китте лә, кире ҡайтарманы. Шул селтәрҙе хәтеремә төшөрөп, шуға оҡшатып эшләп алдым үҙемдең селтәрҙе. Ошонан һуң мауығып киттем был һөнәр менән», – ти Асия Солтан ҡыҙы.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәренә килгәндә, һәр биҙәктә халыҡтың донъяға фәлсәфәүи ҡарашы ята. Ҡартәсәйем үҙе эшләп ултыра, үҙе һөйләй: «Көн нуры эшләйбеҙ, көн нуры...» - ти. Баламын әле, көндөң нурһыҙы ла буламы икән, тип уйлайым эстән генә. Өҫкә лә, аҫҡа ла ҡарап торған ярымтүңәрәк биҙәктәрҙе шулай атай ине ҡәртәсәй. «Көн нуры осона орлоҡ ҡуябыҙ», – ти. Шул зиһенгә һалынғайны. Бынан бер нисә йыл элек Фәндәр академияһы һүҙлек сығарғайны, ҡараһам, көн нуры – ҡатын-ҡыҙ нуры, ай нуры – ир нуры, тип яҙылған. Ҡояш нурынан тыш, ерҙәге орлоҡ та шытым бирмәй. Ир-егет нуры, ҡәртәсәйем әйтмешләй, орлоҡ. Ай нуры һуҙылып төшөп, йәшәүгә, тереклеккә башланғыс бирә. Бына ошонда ғына ла күпме мәғәнә һалынған һәм беҙҙең ҡартәсәйҙәр ошондай кимәлдә аңлы һәм ғилемле булған. Ҡул эшенең энергияһы ла башҡа. Мин селтәр йә һаҡал эшләйем дә, ҙур эш эшләгәндәй, уға һоҡланып, яратып, һыйпап ултырам. Һоҡланған һайын, ыңғай энергия әйбергә лә күсә бит ул, – тип уй-кисерештәре менән уртаҡлаша Асия Солтан ҡыҙы.

Миләүшә Ҡыҙрасова

(Мәҡәләне тулыһынса "Тамаша" журналының 3-2023 һанында уҡый алаһығыҙ)

Асылына тоғро Асия
Асылына тоғро Асия
Асылына тоғро Асия
Автор:
Читайте нас: