+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Май 2023, 17:00

Йөрәк һүҙле Наилә

Театр факультетының “Актер оҫталығы” йүнәлешенән китә ул. Әммә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры Лек Вәли улы Вәлиев уны үҙенә режиссерлыҡ һөнәрен өйрәнергә саҡыра. Шул саҡ сәнғәт юлын һайлап, уҡыуын дауам итеүенә бөгөн һис тә үкенмәй Наилә. 1985 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтында Л.В.Вәлиев курсын тамамлаған ҡыҙ шул уҡ йылда йүнәлтмә буйынса Салауат ҡалаһының «Төҙөүсе» мәҙәниәт һарайында хеҙмәт юлын башлай. «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайының драма түңәрәге етәксеһе булараҡ та тәжрибә туплай ул. 1989 йылда инде конкурс нигеҙендә халыҡ депутаттарының Салауат ҡала башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. Эшләй һәм эшләтә лә белгән Наиләне 1998 йылда Салауат Башҡорт дәүләт драма театры директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Уның етәкселегендә Салауат драма театрында иң яҡшы спектаклдәр яңыртыла, актерҙарҙың ижад кисәләре үткәрелә. Уның башланғысы менән йыл һайын тапшырыла торған «Йылдың иң яҡшы актеры», «Дебют» премиялары булдырыла. – милләтебеҙҙең йөҙөн билдәләүсе нескә фиғелле, көслө рухлы ҡатын-ҡыҙ булараҡ беләбеҙ беҙ Наилә Абдулхай ҡыҙын. Ике улға әсә, һөйөклө ҡатын булған кеше, заман телевидениеһының мәғлүмәт, интригалар даръяһында эшләп, иң көнүҙәк мәсьәләләрҙе яҡтыртҡан күп һанлы тапшырыуҙар авторы икәнен күптәр онотҡандыр ҙа әле.

Замандаш

Йөрәк һүҙле Наилә

 

Муйылдай ҡара күҙҙәренән моң-һағышы түгелеп торған был башҡорт ҡатыны менән аралашҡанда, уның әйткән һәр һүҙе ауыҙынан түгел, ә йөрәгенән сыҡҡанына бер шик тә ҡалмай. Наилә апайҙың ябай ғына хәбәрен дә тулҡынланмайынса тыңлап булмай, шул тиклем хис-тойғолар ҡылын тирбәтә уның бына-бына йырылып, түгелеп китер тембрлы тауышы. Күңел тулы хазина йөрөткән кешеләрҙә генә «Йөрәк һүҙе» һәм шуның кеүек үк рухи аҙыҡ булыусы тапшырыуҙар, проекттар ярылалыр, асылда. Халҡыбыҙҙы Йөрәк һүҙле иткән Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Абдулхай ҡыҙы Сәфәрғолова менән йылы һөйләшеү нәҡ ошо хаҡта барҙы.

– Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов «Йөрәк һүҙе» шиғриәт бәйгеһенә, айырыуса, матур, йылы ҡарашта булды. Шөкөр, үҙе теләп махсус премияһын булдырҙы. Милләттәштәребеҙ тарафынан халыҡ трибунаһы сифатында ҡабул ителгән проектты мөһим мәҙәни сара тип ҡабул итте ул. «Был проект йәшәргә һәм халҡыбыҙға хеҙмәт итергә тейеш!»- тигән, хөрмәтле Беренсе Президентыбыҙҙың һүҙҙәре, минең өсөн васыят булып яңғырай бөгөн... Ысын мәғәнәһендә, үҙенең иғтибарынан төшөрмәй, ихтирам менән ҡараны ул «Йөрәк һүҙе»нә. бының өсөн мин Мортаза Ғөбәйҙулла улы рухы алдында баш эйәм, сикһеҙ рәхмәтлемен! Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай быйылғы, өсөнсө урын өсөн, олуғ шәхесебеҙ – Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев исемендәге премияны тапшырасаҡ!

Был премияны булдырыусы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Борисович Толкачевҡа һәм уның урынбаҫары Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтовҡа изге ниәттәре, игелекле ҡарарҙары өсөн оло ихтирамымды һәм сикһеҙ рәхмәтемде еткерәһем килә.

Беренсе Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов «Йөрәк һүҙе» шиғриәт бәйгеһенә, айырыуса йылы ҡарашта булыуы, үҙе теләп махсус премияһын булдырыуы хаҡында үрҙә әйткән инем инде.

Шөкөр, «Урал» хәйриә фонды, ул башлаған традицияны ташламаҫҡа һәм Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов исемдәге махсус премияны шиғриәт бәйгеһенең 2-се урынын яулаусы ҡатнашыусыға тапшырыуҙы хуп күрҙе!

Ә инде Бөтә Донъя Башҡорттары Ҡоролтайы хакимиәте Президиумы рәйесе Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова «Йөрәк һүҙе»нә тоғро ҡалып, был шиғриәт бәйгеһенең халҡыбыҙҙа милли рух уятыусы көс икәненә, Туған телебеҙ – башҡорт теленә һөйөү уятыусы, уны ҡурсалаусы, яҡлаусы, таратыусы үҙенсәлекле бер мәҙәни сара икәненә тейешле баһа биреп, «Тамашасы һөйөүе» исемле номинация премияһын үҙе етәкләгән ойошма исеменән быйыл да тапшырасағын белдерҙе.

Халыҡ һөйөүен яулаған күп тапшырыуҙар, мәҙәни саралар тыуҙырыусы, бихисап проекттар бөрөһөн йөрәгендә йөрөтөүсе Наилә ханымды ниндәй һуҡмаҡтар оло юлға, юғары үрҙәргә әйҙәп алып сыҡты икән?  Наилә Абдулхай ҡыҙы түбәндәге хәтирәләре менән уртаҡлашты:

– Сәнғәт донъяһына һәр кем, эйе, үҙ юлы менән килә. Минең юлым үҙ теләгем менән түгел – көтөлмәгән һәм осраҡлы булды. 10-сы класҡа килеп, 1 сентябрҙә, мәктәп линейкаһы тамамланғас, директорыбыҙ Риф Зарип улы Хәмидуллин миңә:

– Наилә, Башҡорт академия драма театрының режиссеры Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов үҙенә Өфө дәүләт сәнғәт институтында махсус курс аса икән, шунда һине килтереп еткерергә ҡушҡан. Бөгөн театр факультетында өҫтәмә йыйыу комиссияһы эшләй. Әйҙә, машинама ултыр, үҙем алып барам һине, – тине. Мин ҡаршы булһам да, ай-вайыма ҡарамай, «Нива»һына ултыртып алып китте лә, теге дәрәжәле комиссия алдына килтереп баҫтырҙы! Ундағы билдәле апай-ағайҙарға биргән яуаптарым өсөн миңә әле лә уңайһыҙ. Миндә нимә, ниндәй һәләт күргәндәрҙер, белмәйем – улар, ҡаршыларында торған аҡ альяпҡыслы, аҡ бантиклы, аҡ гольфи кейгән үҙ һүҙле ҡара ҡыҙҙы, эксперименталь формала, институт менән килешеү төҙөп, студентка иттеләр, – тип, хәтирәләре менән уртаҡлашты Наилә апай.

Юҡҡа ғына дәрәжәле түгел инде ул комиссияла ултырыусылар, кескәй ҡыҙсыҡ күкрәгендә ир-егет йөрәге типкәнен үтәнән-үтә күргәндәр. Шулай итеп, ярты аҙна интернатта, ярты аҙна институтта уҡый башлай Наилә. Стәрлебаш районының Үрге Шәкәр ауылында йәшәгән атай-әсәһе лә, апай-ағайҙары ла, туғандары ла уның студентка икәнен ярты йыл тирәһе үтеп киткәс кенә белеп ҡалалар.

Бик актив уҡыусы була Наилә мәктәп йылдарында. Спорт менән шөғөлләнә, волейбол командаһының капитаны, йөҙөү буйынса ярыштарҙа 1-се урындар яулаусы ла нәҡ ул була. Бейеү һәм әҙәбиәт түңәрәктәренә йөрөй, класта отряд рәйесе, староста, комсорг була, текстарын үҙе яҙып, һүрәттәрен үҙе төшөрөп, стенгазеталар ҙа сығара. Үҙе уҡыған класс алдынғыларҙан булһын өсөн барыһын да эшләргә нисек өлгөргәненә әле лә ғәжәпләнә.

Ә бына артист булам тигән хыялы бөтөнләй булмай. Ул БДУ-ның юридик факультетын тамамлап, енәйәттәрҙе асыу бүлегендә эшләү ниәте менән яна. Тормоштағы ғәҙелһеҙлектәрҙе бөтөрөү, йәберһетелгәндәрҙе яҡлау һәм аҡлау талап итә уның ир-егет йөрәге.

Театр факультетының “Актер оҫталығы” йүнәлешенән китә ул. Әммә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры Лек Вәли улы Вәлиев уны үҙенә режиссерлыҡ һөнәрен өйрәнергә саҡыра. Шул саҡ сәнғәт юлын һайлап, уҡыуын дауам итеүенә бөгөн һис тә үкенмәй Наилә. 1985 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтында Л.В.Вәлиев курсын тамамлаған ҡыҙ шул уҡ йылда йүнәлтмә буйынса Салауат ҡалаһының «Төҙөүсе» мәҙәниәт һарайында хеҙмәт юлын башлай. «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайының драма түңәрәге етәксеһе булараҡ та тәжрибә туплай ул. 1989 йылда инде конкурс нигеҙендә халыҡ депутаттарының Салауат ҡала башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. Эшләй һәм эшләтә лә белгән Наиләне 1998 йылда Салауат Башҡорт дәүләт драма театры директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Уның етәкселегендә Салауат драма театрында иң яҡшы спектаклдәр яңыртыла, актерҙарҙың ижад кисәләре үткәрелә. Уның башланғысы менән йыл һайын тапшырыла торған «Йылдың иң яҡшы актеры», «Дебют» премиялары булдырыла. – милләтебеҙҙең йөҙөн билдәләүсе нескә фиғелле, көслө рухлы ҡатын-ҡыҙ булараҡ беләбеҙ беҙ Наилә Абдулхай ҡыҙын. Ике улға әсә, һөйөклө ҡатын булған кеше, заман телевидениеһының мәғлүмәт, интригалар даръяһында эшләп, иң көнүҙәк мәсьәләләрҙе яҡтыртҡан күп һанлы тапшырыуҙар авторы икәнен күптәр онотҡандыр ҙа әле.

– Телевидениеға мине «Рәсәй–1» каналының Генераль директоры Рәмис Рәжәп улы Дәүләтбаев саҡырып килтерҙе. Ул 2014 йылдың 9 ғинуарында булды. Мин уны белеп-күргән кеше түгел инем. Ул:

– Наилә, һине Өфөгә күсә тип ишеттем. Кил миңә эшкә, – тине.

– Мин бит телевидиеның «Т» хәрефен дә белмәйем... Шунан, мин бит әле Салауат театрынан китмәгәнмен. Бары театр миҙгеле ябылғас ҡына, июнь айынан ғына коллективымды ҡалдыра алам! – ти, аптырауҙа ҡалған ҡыҙ. Ныҡыш етәксе Наиләнән ғариза яҙҙырып алып ҡала шулай ҙа. Телевидела үҙенең ижад юлын башлаған һәләтле ҡыҙҙың тәүге проекты – «Күңел нуры» тип аталған телевизион очерктар циклы була. Ул тапшырыуҙар «Изгелек» хәйриә фонды менән берлектә эшләнә. Төрлө ауыр сирҙәргә дусар булып, бирешмәгән, көслө рухлы кешеләр хаҡындағы «Изгелек»тең изге юлдары...» – тип башланған ижад емеше лә була. «Әйтер һүҙем бар!» тигән шиғриәт сығарылыштары программаһы тыуа.

Башында тыуған идеяларҙы тормошҡа ашырыуҙы кисектереп торорға тура килә Наиләгә. Донъяның әсе-сөсөһөн күп татыған Наилә Сәфәрғолова ҡаты сир менән үлем түшәгенә ятҡан әхирәте Валентина Александровна Звягинцеваны ҡарауҙы үҙ өҫтөнә ала. Заманында, икенсе улын тапҡандан һуң, аяҡтан яҙып, гамакта ятҡанда, Валентина килеп, Наиләгә ярҙам итә, сәстәрен йыуып, тәрбиәләп торған булған. Урыҫтарҙың «Долг платежом красен» тигән әйтемен дүрт ай буйы шулай бойомға ашыра оло йөрәкле ҡатын. Оҙаҡламай, Рита Ришат ҡыҙы Өмөтбаева Наилә Абдулхай ҡыҙына мөрәжәғәт итә:

– Наилә апай, мине «Ҡурай» каналына етәксе итеп тәғәйенләйҙәр, килегеҙ, миңә директор урынбаҫары кәрәк, ижади идеяларығыҙҙы ла уйлап, тәҡдимдәр алып килегеҙ, – ти ул. Саҡырыуҙы ҡабул итеп, «Ҡурай» каналына барғас, 9 проект тәҡдим итә Наилә Сәфәрғолова. Иғтибар менән тыңлағас, «Йөрәк һүҙе» һәм «Көлкө сәйе бүләккә» исемле проекттарҙы эшләп ҡарарға булалар.

– Наилә апай, «Йөрәк һүҙе» тигән проектығыҙҙың исемен үҙгәртегеҙ, йөрәктең һүҙе булмай ул, ана Рәйсә апай Абдуллина менән һөйләшәм, ул һеҙгә исем табышырға ярҙам итер, – ти Рита Өмөтбаева.

Бына шулай, әлеге иң халыҡсан проект тип икеләнеүһеҙ әйтеп булған «Йөрәк һүҙе» «Ҡурай»ҙа тыуа. 2017 йылда гөрләп үткән шиғриәт бәйгеһенән һуң, «Ҡурай»ҙан ҡыуылған тапшырыу 2 йыл ярым Башҡортостан юлдаш телевидениеһында бара. Ә инде Ҡуштау ваҡиғаларында үҙ һүҙен әйтергә ҡыйғандан һуң, Наилә Абдулхай ҡыҙына эш урыны менән бөтөнләй хушлашырға тура килә.

– Шулай булды минең ҡыҫҡа ғына телевизион яҙмышым. Ә «Йөрәк һүҙе» үлмәне, йәшәүен дауам итте, сөнки уны халыҡ үҙе күтәреп алды! Шул уҡ мәлдә, уның Туған телебеҙ – башҡорт телен һаҡлауҙа һәм яҡлауҙа милләтебеҙ өсөн кәрәкле мәҙәни сара икәнлеген төптән аңлаған, уны үткәреүҙә матди яҡтан ярҙам итеүсе Илшат Азамат улы Тажетдиновтың булыуы, бөгөн дә, проектты булдырыу өсөн этәргес һәм рухи көс биреп тора, – ти Наилә апай.

Ижад кешеһе булараҡ, төрлө идеялар менән ҡайнап йәшәй тынғыһыҙ шәхес. Әлеге көндә, хаҡлы ялда, Өфө районының Шамонино ауылында йәшәгән ижадкәрҙең 60 йәшендә 60 эшләнәһе эше бар әле! Республикабыҙҙа туризмды йәнләндереү буйынса идеяларын тормошҡа ашырыу теләге ҙур. Баш ҡалабыҙ Өфөнө тағы ла матурыраҡ итер өсөн мөһим тәҡдимдәре бар.

Улар араһында «Рәми» исемле шиғриәт үҙәге (эскиз проектын күптәр күреп беләлер), «...Нәжиб, Туфан...» исемле төбәк-ара башҡорт-татар театрҙары фестивале, «Йөрәк һүҙе йырҙарымда!» исемле төбәк-ара йырсылар бәйгеһе, «...Әйтелмәгән Йөрәк һүҙе...» исемле «Әр-Рәхим» мәсетен төҙөү ниәтендә хәйриә шиғриәт кисәләре...

Яҙылған пьесаларын сәхнәгә сығарыу, яҙыла башлағандарын яҙып бөтөү ниәте менән дә яна. Хәтирәләре тупланған «Йөрәк һүҙем – РӘХМӘТ» китабын сығарып, уның презентацияһын шул уҡ исем аҫтында оло сәхнәлә уҙғарыу хыялы бар. Бына бит ул, бер Наиләнең күңел һандығында күпме хазина асылыр мәлен көтә! Үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыусы проекттар эҙләүселәр, күреүсе-ишетеүселәр, һеҙ ҡайҙа?!

Өмөткә тулышҡан бөрөләр тейәп, Ергә йәмле яҙҙар килгән мәлдәрҙә Наилә Абдулхай ҡыҙы Сәфәрғолова ла журнал уҡыусыларға үҙенең йөрәк һүҙҙәрен еткерә:

– Халҡыбыҙға рәхмәтлемен – онотмайҙар. Үҙем дә тик ятмайым – «Йөрәк һүҙе» проектын өйөмдән тороп булһа ла эшләйем, сөнки милләттәштәребеҙ уны шул тиклем яраттылар һәм үҙ иттеләр, ошо халыҡ мөнәсәбәте миңә эшләргә һәм йәшәргә көс һәм ҡеүәт бирә лә инде!

Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, быйылғы яҙ мине күберәк борсота, хәүефләндерә һәм уйландыра...

Әлбиттә, минең был эске күңел кисерештәремә, кешелектең уртаҡ яҙмыш киләсәгенең ҡыл өҫтөндә тороуы ла тәъҫир итәлер, сөнки ҡатын-ҡыҙ һәм әсә булараҡ, был хаҡта уйланмай булдыра алмайым... Тормош ағышын туҡтатып булмағандай, әҙәм балаһының да күрәсәген белеп булмай.

...Йырлы-моңло тамашалар менән йәнәшә, әсәләр бөгөн, экран аша ғына түгел, күңел күҙҙәре менән дә утлы алыш барған ерҙәрҙе күреп, изге доға-теләктәренән айырылмай. Эй, Хоҙайым, күктәребеҙ тиҙерәк аяҙытып, донъябыҙ тиҙерәк тынысланһын ине!..

– Эйе, яҙ – өмөттәр өмөткә ялғаныр мәл бит ул. Амин, Наилә апай, изге теләктәрең ҡабул була күрһен. Изге доға итеп ҡабатланған ошо теләктәр бөтә әсәләрҙең дә йөрәк һүҙе бит ул.

 

Миләүшә Ҡыҙрасова

"Тамаша" журналы, 2-се һан, 2023 йыл.

Йөрәк һүҙле Наилә
Йөрәк һүҙле Наилә
Йөрәк һүҙле Наилә
Автор:
Читайте нас: