+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Май 2023, 15:00

Моңло ғүмер

Иглин районының Иглин ауылында ғүмер иткән билдәле баянсы Рәжәп Вәдүтовтың ижады башҡорт һәм татар музыкаһын яратыусылар өсөн күптән таныш. Уның репертуарында шулай уҡ Рәсәй һәм сит ил авторҙарының әҫәрҙәре лә бар.

Рәжәп Вәдүтов – ғүмерен музыкаға арнаған шәхес. Ул бәләкәй сағынан уҡ гармун моңона ғашиҡ булып үҫә. Малай йәшенеп кенә өлкәндәрҙең уйнағанын күҙәтергә ярата. Оҙаҡламай үҙе лә ошо музыка ҡоралында уйнарға өйрәнеп ала. Бала саҡтан музыкаға һөйөүе буласаҡ артисты Куйбышев музыка-педагогия институтына алып килә.

Юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлаған йәш белгес хеҙмәт юлын Учалы ҡалаһының Балалар музыка мәктәбендә баян уҡытыусыһы булып башлай. Күп тә үтмәй, талантлы музыкантты Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә саҡыралар. Ул унда солист-инструменталист һәм аккомпаниатор булып эшләй. Йәш музыкант башкөллө эшкә сума. Шул уҡ ваҡытта радио һәм телевидениела уның сығыштары яҙыла.

Рәжәп Вәдүтов Башҡортостандың халыҡ артисы Рамаҙан Йәнбәков, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, бейеүсе Мөхәмәт Иҙрисов, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Рәшиҙә Туйсина, виртуоз ҡумыҙсы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Роберт Заһретдинов, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Зәки Мәхмүтов һәм башҡа талантлы сәнғәт һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән республика һәм ил буйлап гастролдәрҙә йөрөй. Уларҙың һәр концерты ҙур аншлаг менән үтә.

1973 йылда радионан Рәжәп Вәдүтов эшкәртеүендә беренсе яҙмалар – “Тау бөркөттәре”, “Ҡаҙ ҡанаты”, “Тәфтиләү” һәм башҡа көйҙәр яңғырай. Музыкант 1977 йылда Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй эстрада артистары бәйгеһендә Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлсөм Хәбибуллинаға аккомпаниатор була. Р. Вәдүтовтың сығышы “Аккомпаниатор” номинацияһында юғары баһалана.

1981 – 1982 йылдарҙа Мәскәүҙә һәм Ленинградта ике соло пластинкаһы, 2000 йылда соло аудиокассетаһы донъя күрә. Рәжәп Вәдүтовтың үҙенең эшкәртеүендә нотаға һалынған “Сборник оригинальных обработок народных мелодий” исемле китабы сыға. Ул музыка йүнәлешендәге урта һәм юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн файҙалы әсбап, концерттарҙа уйнар өсөн әҫәрҙәр йыйынтығы булып иҫәпләнә. Талантлы яҡташыбыҙ эстрада төркөмө ойоштора, уның составына гитарасылар (соло, ритм, бас), һуҡма музыка ҡоралдары, кларнет инә.

1977 йылда Р. Вәдүтов ижадташ дуҫтары менән оҙонлоғо биш мең километр булған ун көнлөк автоуҙышта ҡатнаша. Сара Рәсәй ҡалалары буйлап үтә.

Рәжәп Вәдүтов күп тапҡыр дәүләт концерттарында, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыл тулыу айҡанлы Мәскәүҙә ойошторолған фестивалдә сығыш яһай, филармония залында ике бүлектән торған концерт бирә. 1998 йылда Австрияның Мольн ҡалаһында варган музыкаһы фестивалендә “Аккомпаниатор һәм импровизатор” номинацияһында лауреат була. Шулай уҡ ул – “Петропавловск ассамблеяһы-2005” (Санкт-Петербург) халыҡ-ара баянсылар, Италияла (Кастельфирардо ҡалаһы) баянсы-аккордеонсылар бәйгеләренең дипломанты. Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы, Республика Хөкүмәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

Рәжәп Муллағәле улы – ҡатыны өсөн уңған ир, балаларына – яҡшы атай, биш ейәненә – яратҡан олатай. Тормош иптәше менән улар ике балаға – ҡыҙҙары Ынйыға һәм улдары Илсафҡа ғүмер биреп, уҡытып, ҙур юлға сығара. Икеһе лә атай юлынан китә – музыкант һөнәрен һайлай.

Инде егерме йылдан ашыу маэстро Рәжәп Вәдүтов үҙаллы эшләй, соло концерттар бирә, даими рәүештә балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары, юғары уҡыу йорттары студенттары менән осрашыуҙар үткәрә. Ул “Уйна, гармун, уйна, баян!” ижади танып-белеү программаһын алып бара, унда төрлө милли музыка ҡоралдары менән таныштыра.

Байтаҡ фекерҙәргә ҡарағанда, Р. Вәдүтов үткәргән саралар оло тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Музыкант тыңлаусыларында йәнле музыкаға, мәҙәниәткә һөйөү уята, уларға йырҙарҙа сағылыш тапҡан данлы тарихыбыҙҙы оҫта итеп еткерә белә. Бындай осрашыуҙарҙа йыр-моң һөйөүселәр республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың моңо менән яҡындан танышыу мөмкинлегенә эйә. Маэстроның уңышлы эшмәкәрлеге тураһында бик күп рәхмәт хаттары һөйләй.

Белгестәрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, Рәжәп Муллағәле улының уйнау сәнғәтенə һоҡланғыс башҡарыу техникаһы, стилде нескә тойоу, аһәңлек һәм музыкаллек хас. Яҡташыбыҙ ҡатнашлығындағы концерттар һәр ваҡыт тулы залдарҙа үтә, уның һәр сығышы көслө алҡыштарға күмелә. Рәжәп Вәдүтов беҙҙең республикала классик һәм халыҡ-эстрада йүнәлештәрендә оҫта солист-инструменталист, баянсы-виртуоз һанала.

 

https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2020-11-17/b-t-mere-mo-don-ya-ynda-700946

 

Моңло ғүмер
Моңло ғүмер
Моңло ғүмер
Моңло ғүмер
Моңло ғүмер
Автор:
Читайте нас: