+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Май 2023, 16:00

Йөҙ ҙә бер ғүмерем...

 Мостай Кәрим хикәйәләремде уҡығас: "Шул хәтлем дә бәхетһеҙме ни һуң ул?" - тип һораған, ти. Шулай булғас, башҡаларҙа ла шундай фекер тыуыуы тәбиғиҙер, моғайын. Үтә нескә күңелле, йоҡа тиреле булып тыуғанға күрә лә яҙабыҙ бит инде. Мин һүҙҙәрҙәге саҡ ҡына интонация үҙгәрешен дә, ҡараштағы бер генә сағылышты ла, телефондан һөйләшкәндәге паузаны ла һ.б. бик ваҡ һәм һиҙелмәҫ мөнәсәбәт нескәлектәрен тоям, кисерәм һәм ошолар ғына ла ғазапҡа һалыуы ихтимал. Балаларым ундай ваҡытта: "Әсәй, иғтибар итмә, көймә", - тип ҡурсаларға тырышһа, ахырҙа: "Был минең һәләтемдең хаҡы! Мин шуның өсөн түләйем", - тип, көлөп ҡуям. Улар ҙа быны шаярыуға бороп: "Ярай, улай булғас, көйөп ал әйҙә, үҙеңә оҡшағас", - тип ҡуялар.

ЙӨҘ ҘӘ БЕР ҒҮМЕРЕМ...
 
Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНАның әҫәрҙәрен уҡыған кеше, һис шикһеҙ, уның үҙе менән дә ҡыҙыҡһына башлай. Тик был автор хаҡында бер ерҙә лә тулы ғына мәғлүмәт юҡ. Кем ул Гөлсирә Ғиззәтуллина? Уның ҡәләме нисек ошондай һағышлы, тәрән, фәлсәфәүи әҫәрҙәр тыуҙыра? Меңәрләгән уҡыусыны арбарлыҡ күңел нағыштары ҡайҙан әҙибәлә? Ҡыҙыҡмы? Беҙ быларҙың барыһын да Гөлсирә апайҙың үҙенән һораштыҡ.

Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ яҙыусыларҙың, шағирәләрҙең ижадынан һағыш һарҡып ҡына торғандай. Мәҫәлән, ҡайһы бер шағирәләрҙең шиғырҙарын уҡығас, шул хистәргә йомолоп киткәндәй булаһың. Прозала - һеҙҙеке шулай. Һәм уҡыусы, ирекһеҙҙән, "бәхетһеҙ..." тип уйлай. Уйлап ҡына ла ҡалмайҙар, был һорауҙы уҡыусыларығыҙҙан үҙегеҙгә лә ишетергә тура килә. Һәм был һорауҙы мин дә һеҙгә бирмәйенсә булдыра алмайым.

- Мостай Кәрим хикәйәләремде уҡығас: "Шул хәтлем дә бәхетһеҙме ни һуң ул?" - тип һораған, ти. Шулай булғас, башҡаларҙа ла шундай фекер тыуыуы тәбиғиҙер, моғайын. Үтә нескә күңелле, йоҡа тиреле булып тыуғанға күрә лә яҙабыҙ бит инде. Мин һүҙҙәрҙәге саҡ ҡына интонация үҙгәрешен дә, ҡараштағы бер генә сағылышты ла, телефондан һөйләшкәндәге паузаны ла һ.б. бик ваҡ һәм һиҙелмәҫ мөнәсәбәт нескәлектәрен тоям, кисерәм һәм ошолар ғына ла ғазапҡа һалыуы ихтимал. Балаларым ундай ваҡытта: "Әсәй, иғтибар итмә, көймә", - тип ҡурсаларға тырышһа, ахырҙа: "Был минең һәләтемдең хаҡы! Мин шуның өсөн түләйем", - тип, көлөп ҡуям. Улар ҙа быны шаярыуға бороп: "Ярай, улай булғас, көйөп ал әйҙә, үҙеңә оҡшағас", - тип ҡуялар.
Тәүге әҫәрҙәремде бөгөнгө күҙлегемдән анализлайым һәм ул саҡта донъяға фажиғә күҙлегенән ҡарағанмын икән, тип ҡуям. Француз философы Монтендең: "Кеше үҙе менән булған ваҡиғаларҙан түгел, ә шул ваҡиғаларға мөнәсәбәте арҡаһында ғазаплана",- тигән ифрат дөрөҫ һүҙҙәре бар. Беҙ үҙебеҙҙең эске донъябыҙҙы үҙебеҙ хасил итәбеҙ. Уны нимәләр менән тултырыу, кемгә инергә рөхсәт итеүебеҙ үҙебеҙгә бәйләнгән. Ҡыҙғанысҡа күрә, мин быны һуңыраҡ аңланым. Хәйер, кеше донъялыҡтың ниндәйҙер төшөнсәләрен аңлау өсөн ергә ебәрелгән рухи зат, тип уйлайым. Шундай бер ҡисса бар: бер фәрештә Аллаһы Тәғәләгә килә лә: "Мин кешеләрҙе бөтөнләй аңламайым, уларҙың ҡылған ҡылыҡтары мине тетрәндерә, мин уларҙы яратмай башланым", - ти. Аллаһы Тәғәлә уға: "Улайһа, бар, кеше сүрәтендә ғүмер итеп ҡара, улар тойғанды тойоп, кисергәнде кисереп кил",- тип, уны был донъяға әҙәм рәүешендә ебәрә.
Тағы ла миңә бер Көнсығыш философияһындағы бер ҡараш оҡшай: беҙ, кешеләр, барыбыҙ ҙа бер океандан яралған, йәғни шул окендың бер тамсыһыбыҙ һәм шул тамсыла океанға хас бөтә сифаттар ҙа бар. Тимәк, беҙҙең барыбыҙға ла бер үк сифаттар, тойғолар хас. Был хистәр һәр беребеҙҙә төрлөсә сағылыш ҡына таба. Мәҫәлән, күптәр мин уйлаған кеүек уйлай һәм фекерләй, әммә уларҙың барыһы ла минең кеүек итеп шуларҙы яҙа ғына белмәй. Йәки һәр кем үҙе йәшәгән, тап булған шарттарға ярашлы ҡыла ҡылыҡты ла. Шуға күрә: "Мин улай булмам, мин был көнгә төшмәм", - тип әйтеү бик хәүефле. "Әҙәм балаһы хатта үҙен-үҙе лә белеп етмәй", тиер ине атайым. Ул Башҡорт кавалерияһы составында хеҙмәт иткән. Һуғышҡа китеп барыуҙарын хәтерләй ине. Һуғышҡа барып эләккәндә ул сағыштырмаса оло, утыҙҙан үткән, донъя күргән кеше була. Ә күбеһе бөтөнләй йәштәр. "Ҡарап-күҙәтеп ултырам: берәүҙәре бәһлеүән кәүҙәле, үткерҙәр, уларға ҡарайым да, был герой булыр инде, тип уйлайым. Бәғзеләре ҡураныс ҡына, шым, баҫалҡы, хатта бахырыраҡ күренә. Ирекһеҙҙән, "Бынан ниндәй һуғышсы сығыр инде", тип тип борсолоп ҡуям. Бер ваҡыт эшелон бомбежкаға эләкте. Өҫтән бомбалар яуа башлай, ҡасып ҡотолор әмәл юҡ. Һәр кемдең ергә һеңгеһе, ер ҡорто булғыһы килә. Шул аяуһыҙ мәлдә һәр кемдең ысын асылы асыла. Кемдең эске рухи көсө бар, шул башын юғалтмай, кемдәрҙер паникаға бирелә, шул арҡала һәләк була. "Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә", тигән һүҙ шундай ваҡытта раҫҡа сыға ла инде". Ошоларҙы һөйләй ҙә атайым, "Бер ваҡытта ла "мин улай итмәм", тип эре һөйләшмә, тип әйтә торғайны.
Ә инде бәхет һәм бәхетһеҙлеккә килгәндә... Минеңсә, бәхет ул оҙайлы тойғо түгел, ә бер арауыҡта ғына, ниндәйҙер бер мәлдә биләп ала торған хис. Ә ижад иткән кешенең, башта әйткәнемсә, тойғолар палитраһы сағыуыраҡ, киҫкенерәктер. Был - булмыш, хатта ниндәйҙер кимәлдә күңел талабы.
Кешене бәхетле, бәхетһеҙ, тип баһалағанда беҙ йыш ҡына ниндәйҙер тышҡы атрибуттарға ҡарайбыҙ. Мәҫәлән, кешенең ғаиләһе лә, балаһы ла юҡ икән, уны мотлаҡ бәхетһеҙ, тип ҡабул итәбеҙ. Бер ваҡыт, бер ижадташым тураһында материал яҙырға барҙым. Яңғыҙ, фатиры ла ялтлап тормай, инде әллә нисәмә йыл ремонтын тамамлай алмай. Ә ниндәй тулы, бай, һоҡланғыс рухи тормош менән йәшәй ул! Уның фекеренең тәрәнлегенә, яһаған һығымталарының мауыҡтырғыслығына, ҡыҙыҡһыныу даирәһенең күплегенә аҡылың етмәй китә хатта. Ә икенсе миҫал: кешенең бөтәһе лә бар - ире, балалары, фатиры, баҡсаһы. Ә ул саҡ һөйрәлеп эшкә килә, сәй эсеп, кеше сәйнәп, арлы-бирле, күңел һалмай ғына яратмаған эше менән шөғөлләнеп, иренә, балаларына, түрәһенә зарланып, йәнә тау аҡтарған кеше кеүек саҡ һөйрәлеп ҡайтып китә, һәм шулай көн һайын. Минеңсә, бына шул ул бәхетһеҙлек.

Гөлсирә апай, һеҙҙең кеүек тәрән яҙыусыны, һағышлы ҡатынды, төплө фекер эйәһен тыуҙырған ата-әсәләр, балалыҡ йылдарығыҙ тураһында ла белге килә?

- Мин атайым менән әсәйемдең төпсөк балаһы. Мин тыуғанда атайыма 51, әсәйемә 41 йәш булған. Атайымдың яҙмышы бик фажиғәле. Уның йәшләй өйләнгән тәүге ҡатыны тифтан вафат була. Шул ҡатынынан тыуған улы 14 йәшендә молотилкаға ҡыҫылып үлеп ҡала. Икенсегә өйләнә. Уныһы ла һуғыш ваҡытында һаулығын ныҡ юғалтып, мандый алмай. Атайым үҙе разведканан "тел" алып ҡайтып килгән ваҡытта минаға баҫа, тәнендә шул минаның ун туғыҙ ярсығының ҡурҡыныс эҙҙәре бар ине. Яралары серей башлағас, врачтар уға ҡоро климатта йәшәргә кәрәк тиҙәр. Ғаиләһен алып, Үзбәкстанға китергә мәжбүр була атайым. Шул яҡта ҡатыны мәрхүм була. Ә был ваҡытта әсәйем дә, тол ҡалған фронтовик ҡатыны, балаһы менән шул тарафтарға эшкә юлланған була. Уның да бер генә балаһы 3 йәшлек сағында ҡапыл ғына ауырып китеп, вафат була. Әсәйем шул ваҡытта атайымдың балдыҙҙары менән эшләгән була. Шулар, апалары үлгәс, атайым менән уның әсәйһеҙ ҡалған ун йәшлек һәм дүрт йәшлек улдарын йәлләп: "Шундай шәп абзыйыбыҙ бар, фронттан ҡайтҡан", - тип, әсәйемә атайымды димләйҙәр, тик балалары барлығын ғына әйтмәйҙәр. Әсәйем ҡартайымдың ҡаҙаҡ дуҫында фатирҙа торған була, йәғни тауыҡ кетәгендәй генә булһа ла йәшәр урыны, хатта ул ҡаҙаҡ бабай алып биргән һыйыры булған була. Атайым менән шунда йәшәй башлайҙар, бер көн үтә, ике көн. Һыйырлы тормош һыйлы бит инде. Ә балалары был ваҡытта - кешелә, ярым ас ултыра. Атайымды выжданы ғазаплай. Әсәйем һөйләй торғайны: "Эштән ҡайтып, мейес янында аш бешереп торам. Ишек асылып ябылған һымаҡ булды ла, өндәшеүсе булмағас, үрелеп ҡараным. Атайың бер улын етәкләгән, икенсеһен күтәргән дә, ишек төбөндә ап-аҡ булып баҫып тора. Ҡарашында "Ҡыуып сығарһа, нишләрбеҙ?" тигәндәй ҡурҡыу. Мин аптырап ҡарағанмын да ҡатҡанмын. Шул саҡ ҡулындағы бала миңә ынтылып, "Әсәй!" тине. Алдым да, ҡыҙымды юғалтыу ҡайғыһынан ҡанһырап торған күкрәгемә дауа һымаҡ итеп ҡыҫҡанмын". Шулай йәшәп китәләр, апайым, ағайым, шунан мин тыуғанмын. Әлеге сабый булып килгән ағайым әсәйемдең үҙ әсәһе түгеллеген белмәй үҫә, был хаҡта 16 йәшендә, атайымдың тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡас ҡына кешеләрҙән ишетә.
Атайым мине бик ныҡ яратты, шундай ныҡ иркәләтте, хатта боҙоп, ҡотортоп үҫтерҙе, тип әйтергә була. Ҡот осмалы еңмеш, илаҡ булғанымды хатта үҙем дә хәтерләйем. Апайым менән ағайым да мине ныҡ яратты, Аллаға шөкөр, әле лә шулай, бер-беребеҙ өсөн өҙөлөп торабыҙ. Хәҙер уйлайым да, атайым менән әсәйем беҙҙе кеше өсөн иң мөһим булған нәмәгә - яратырға өйрәткәнен төшөнәм. Шулайтып, был донъя тик яратыуҙан тора, барыһы ла һине ярата икән тип уйлап үҫкән бала мин. Әлбиттә, яратылып үҫкән бала булыу шәхес булараҡ формалашыуға ныҡ ярҙам итте, был һөйөүҙең йылыһы менән яҡтыһы ғүмерем буйы етте, томошомдоң иң ауыр мәлдәрендә лә бирешмәҫкә ярҙам итте. Әммә кире яҡтары ла булды. Һин, барыһы ла һине яратырға тейеш, тип уйлап, шул һөйөүҙе башҡаларҙа эҙләп, уларға ярарға, оҡшарға тырышып ыҙалайһың икән. Кемдер ҡырын ҡараһа ла, ҡатыраҡ һүҙ әйтһә лә - трагедия. Ҡырҡ йәштәргә тиклем шул ауырыу менән ауырыным. Эргәмдәгеләрҙән, яҡындарымдан һөйөүҙең күп булғанын теләнем. Миңә йылымыс ҡына хистәр аҙ ине, ә ҡайнап, бешереп алып барғаны кәрәк булды. Хатта әхирәттәремдән дә оло мөхәббәт талап итер инем. Үҙем мөкиббән булам, йәнемде бүлеп һалам, башҡаларҙан да шуны көтәм... Ә бит һәр кемдең үҙ тормошо, үҙ мәшәҡәттәре, гел генә "өф" итеп йәшәп булмай. Һәм бына ошо һөйөү, йылылыҡ эҙләп өҙгөләнеү әҫәрҙәремә лә һағыш мөһөрө баҫҡандыр, моғайын. Юҡҡа ғынамы ни, "Йөҙ ҙә бер ғүмерем" китабына эпиграф итеп бер Америка психологының: "Был донъя һөйөүгә сарсаған, бөтәһе лә һөйөүгә мохтаж, ләкин уны тик бик аҙҙар ғына бирә ала", - тигән һүҙҙәрен ҡуймағанмын. Байтаҡ йәшәлде, хәҙер инде әйтә алам: мин үҙем донъяға ул һөйөүҙе бирә алдым. Улым менән ҡыҙымды ла ныҡ яратып үҫтерҙем, әле ейәнем менән ейәнсәремде иркәләтәм. Элек ҡайһы бер кеше: "Үтә иркә бала иҫәр кеүек булып китә", - тиһә, "Ни тиклем шаштырып үҫтерелгән минән дә йүнле генә кеше сыҡҡан да инде", - тип яуаплай торғайным. Хәйер, әлбиттә талапсанлыҡ та кәрәк, йәненән артыҡ күреп яратҡанын белһәм дә, атайымдың ҡарашынан уҡ ҡурҡып тора торғайным. Бер һирпелеп ҡарап ҡуйыуы етә, шунда уҡ артығыраҡ ҡыланғанымды аңлай инем.
Әсәйем үтә бипаулап бармай, ҡаты була белә торғайны. Ул бик уҡымышлы кешенең ҡыҙы ине. Олатай Бохарала белем алған мулла, үҙ мәхәлләһе була. Совет власы килгәс, бар милкен властарға тапшыра ла, шул хаҡта ҡағыҙ яҙҙырып алып, оҙон арбаһына бер өйөр балаһын ултыртып, ил буйлап сыға ла китә. Ҡайҙа ғына йәшәмәй улар: Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан ҡалмай. Шулай йөрөп-йөрөп, Октябрьский ҡалаһының төҙөлә башлаған еренә килеп төпләнә. Әсәйем салт зиһенле, эште еренә еткереп башҡара белә торған, бөтмөр, тыныс. Донъялары сынъяһау булды. Атайым умарталар тотто, әсәйем баҡса үҫтерҙе, шундай тәмле итеп бешеренде, ялтыратып таҙалыҡ тотто. Килгән кеше: "Ожмахта йәшәйһегеҙ бит", - тип әйтә торғайны.
Атайым минең һәләттәремә ныҡ иғтибарлы булды, үҫтерергә тырышты, бөтөн күңел байлығын һалды. Апайым менән ағайыма эш нығыраҡ тейҙе, әсәйем уларға донъя көтөү серҙәрен күберәк өйрәтеп ҡалған, ә миңә теше үтмәне, сөнки атайым "бала уҡыһын, бала уҡыһын" ти торғайны. Ҡулынан килмәгән эше булмаған ағайым йыш ҡына ғорурлыҡ менән: "Нәйлә әбейҙең университетында уҡыған кеше бит әле беҙ", - тип әйтергә ярата. Шундай саҡта үкенә биреп: "Ә мин ул дәрестәрҙән ҡасып ҡалғанмын", - тип ҡуям. Атайым да, әсәйем дә белем алыуға бик етди ҡарай ине. Аҙаҡтан, йылдар үткәс, уларҙың: "Беҙ һеҙгә байлыҡ ҡалдыра алмайбыҙ инде, балалар. Тик беҙ һеҙгә юғары белем бирҙек, яратҡан һөнәрҙәрегеҙҙе алдығыҙ. Ҡалғаны үҙегеҙҙән тора", - тигәндәрен хәтерләйем. Әсәйем дә, атайым да йыш ҡына мәҡәл менән һөйләшә торғайны. Әсәйем "Ата малы менән ул тормаҫ, әсә малы менән ҡыҙ тормаҫ", тиер ине. Үҙҙәре байлыҡҡа ҡыҙыҡманы, беҙгә лә шуны һеңдергәндәр. "Тәрбиәле ашап, уңайлы кейемең булып, гәзит-журнал алдырырға мөмкинлегең булһа, артығы кәрәкмәй инде", тиерҙәр ине. Китап культы булған ғаиләлә үҫкәс, уҡырға иртә өйрәндем. Беренсе класта класташтарым "а" хәрефен өйрәнгәндә, мин парта аҫтына йәшереп, "Башҡортостан пионеры" гәзитен уҡый инем. Унан "Журналист булам" тигәнемде ишетеп ҡалған әлеге атайым 4 класс балаһына китап ҡалынлығындағы "Журналист" журналын яҙҙыра башланы. Мин ул журналды ошо йәшемдә лә аңлай алмайым. Уҡытыусыларым Һылыу Баҡый ҡыҙы Ураҡаеванан да, Роза Ахун ҡыҙы Яубаҫарованан да ныҡ уңдым. Саҡ төҫмөрләнгән һәләтемде лә күрә һалып, үҫендереп ебәрҙеләр. "Башҡортостан пионеры" гәзитенә яҙыша башланым, йәш хәбәрсе булдым, шиғыр конкурсында еңеп, "Артек" пионер лагерында йәш хәбәрселәр сменаһында ял итеп ҡайттым. Атайымдың вафатынан һуң уның папка-папка ҡағыҙҙары араһында бала сағымдан алып төрлө гәзиттәрҙә сыҡҡан мәҡәләләрем, шиғырҙарымды ҡәҙерләп йыйып барғанын күреп, шул тиклем күңелем тулды...

Оло тормошҡа ниндәй хыялдар менән аяҡ баҫтығыҙ? Ул хыялдарҙың ҡайһылары үтәлде, ҡайһылары үкенес булып ҡалды?

- Бәләкәйҙән журналист булырға хыялландым. Шул хыялым тормошҡа ашҡас, үҙемде иҫ киткес бәхетле итеп тойҙом. Эш ни тиклем генә ауыр булмаһын, көн һайын байрамға барған һымаҡ ҡыуанып бара торғайным. "Совет Башҡортостаны"нда ун һигеҙ йыл эшләнем. Әле хәҙер бер урында үтә оҙаҡҡа туҡталғаныма үкенә биреп тә ҡуям. Редакциянан башҡа тормошто күҙ алдына ла килтерә алмағанлыҡтан, хәтәр генә мөмкинлектәрҙән баш тартҡан саҡтарым да булды. Ләкин репортерлыҡ - ул йәштәр эше, гәзиттә эшләйһең икән, утыҙҙан үткәс йә шунда етәксе эштәргә күсергә, йәки гәзиттән китергә кәрәк, тип иҫәпләгәнгә күрә генә нәшриәткә күстем. Үҙем хушлашам, үҙем илайым. Шунда оҙаҡ йылдар бергә эшләгән ағайҙың: "Һине бынан кем ҡыуа, ғаризаңды йырт та ҡал", - тигәнен хәтерләйем. Шуға ҡарамаҫтан, киттем: "Мин меңәрләгән кешенән интервью алғанмын, инде үҙемдән алыуҙарын теләйем", - тип яуаплағанымды иҫләп, көлөп тә ҡуям. Нисек кенә булмаһын, ғүмер буйы үҙемә ныҡ юғары талап ҡуйҙым, үҙ-үҙем менән ярыштым, бер урында күңелһеҙ булһа, мине бер нимә менән дә бәйләп ҡуймаҫлыҡ хәлгә килдем. Берәй эште ташларға теләйем икән, иң төп аргумент: "Миңә ҡыҙыҡ түгел". Әгәр эшләүе ҡыҙыҡ түгел икән, аҡса ла, башҡа сәбәптәр ҙә тота алмай. Был йәһәттән мин тулыһынса бойондороҡһоҙ ижад кешеһе. Шул уҡ ваҡытта "Башҡортостан" мине эшләргә өйрәтте, унан һуң башҡа бер урында ла эшләү ҡыйын булманы. Ул яҡтан, аяуһыҙ, хатта үтә талапсан уҡытыусыларым, тиҫтәләрсә тапҡыр күсерттереп, илата-илата эшкә өйрәткән уҡытыусыларым Хәсән Назаров менән Дәүләт Мәһәҙиевҡа рәхмәт уҡымаған көнөм юҡ. Ғөмүмән, уҡытыусыларымдан ғүмер буйы уңдым, шуларҙың береһен, әҙәбиәт уҡытыусым - иҫ киткес кеше һәм педагог Фәрзәнә Фәйез ҡыҙы Абдуллинаны әйтеп китмәһәм, гонаһ булыр. Ә илле йәшемдә инглиз телендә сит илдәрҙә эшләргә һәм юғары уҡыу йорттарында уҡырға хоҡуҡ биргән бик ауыр имтиханға йыл ярым эсендә әҙерләгән уҡытыусым Лина Рәхим ҡыҙы Смакованы гениаль уҡытыусым тип иҫәпләйем. Тыйнаҡһыҙлыҡ күренһә лә, әйтмәй булдыра алмайым, һикһән ике йәшлек уҡытыусым мине гениаль уҡыусым, тип маҡтай торғайны. Тырышлыҡ ике яҡтан да булмаһа, ысынлап та, уңышҡа ирешеү мөмкин түгелдер.

Мөхәббәт тигән тойғо урын таптымы яҙыусы яҙмышында? Һәм, ғөмүмән, ғүмерегеҙҙең ошо үлсәмендәге уй-кисерештәрегеҙ менән бүлешһәгеҙ ине.

- Мин кейәүгә "ҡарт ҡыҙ" булып сыҡтым. Бөгөнгө күҙлектән 26 йәш ул артыҡ бер ни ҙә түгел, әммә ул заманда был йәштә инде "кәләштәр" рәтендә саҡ-саҡ эләгеп торған булаһың. Миңә мотлаҡ башты юғалтырлыҡ мөхәббәт кәрәк ине. Хатта әхирәттәремдән дә һөйөү талап иткән кеше булараҡ, кейәүгә сығаһы кешем минең өсөн яратыуҙың иң бейек нөктәһе булырға тейеш ине.
Күренекле яҙыусы Сабир ағай Шәрипов менән "Совет Башҡортостаны" гәзитендә бер бүлектә эшләй инек. Һирәк-һаяҡ уның ҡәйнеше ингеләп йөрөй. Ул да беҙҙең интернат-мәктәптән, тик бер класҡа түбәнерәк уҡыған. Ә мәктәптә бәләкәйҙәргә иғтибар ҙа итмәйһең бит. Әле ул авиация институтын тамамлаған, моторҙар эшләү заводында технолог булып эшләп йөрөй. Алдан уҡ әйтергә кәрәк, минең өсөн ир-егеттәрҙә тышҡы ҡиәфәт бик мөһим, ә Фәрғәт өсөн кешенең аҡылы мауыҡтырғысыраҡ булып сыҡты. Шулай итеп беҙ дуҫлашып киттек. Ул иҫ киткес сибәр ине һәм мин уға һушым китеп ғашиҡ булдым. Редакцияла бер апайҙың, мин кейәүгә сығырға йыйынғас, йәлләп ҡарап: "Уй, һылыу, ҡурҡмайһыңмы, усыңа ут алаһың бит", - тигәне хәтеремдә. Һәр йәһәттән килгән кеше ине ул, аҡыл да бар, телгә лә оҫта, буй-һын да бар. Ғаиләләр ҙә оҡшаған, ҡәйнәм менән ҡайным да балаларын уҡытыуға күп көс һалған, һигеҙ бала, барыһы ла уҡымышлы кешеләр. Шулай итеп, беҙ өйләнешергә йыйындыҡ, сөнки Фәрғәтте көҙгөһөн армияға алырға тейештәр ине. Тик ул, үҙе өсөн янып йөрөгән ҡыҙҙары күп булғанға, аптырабыраҡ йөрөй булып сыҡты. Бер ҡыҙ хатта, минең балдағым да бар, һиңә үтә расходланырға кәрәкмәй, тип тә әүрәтә икән. Мин дә үҙ баһамды беләм, бер ваҡыт, нисектер: "Барыбер минән дә шәберәкте таба алмаясаҡһың", - тип әйтеп һалғанмын. Һуңынан, уларға килен булып барғас, бер еңгәһе, шулай итеп әйтә алған ҡыҙҙы күрергә килдек әле, тип көлгәйне. Ныҡ матур итеп йәшәп киттек. Ул заводтан иртәрәк ҡайта ла, мине түҙемһеҙлек менән көтөп тора, көнө буйы эштә нимәләр булғанды, кемдән интервью алғанмын, донъяла ниндәй яңылыҡтар бар, төпсөнөп һораша, мөкиббән булып тыңлай. Әле килеп аңлайым, ул тормошта үҙен таба алмай йонсоған. Баштан уҡ яңылыш һөнәр һайлаған. Беренсе мәктәп-интернатының шефы булған авиация институты ул саҡта мәктәптең иң һәләтле егеттәрен һөҙөп ала ла китә ине. Ул да шул ағым менән уҡырға инеп, хәҙер шул өлкәлә хеҙмәт итә ине. Ә бөтөн ҡыҙыҡһыныуы минең эшемдә булды. Ул йә юрист, йә башҡа гуманитар йүнәлеш белгесе булырға тейеш булған, уға кешеләр, яҙмыштар ҡыҙығыраҡ ине, ә үҙенең тормошондағы "кеше һәм машина" мөнәсәбәтенә һыя алманы. Бер нисә тапҡыр заводтан китергә ынтылып ҡараны, тик беҙ завод биргән фатирҙа йәшәй инек. Редакциянан фатир алғас, уға: "Үҙең теләгән урынға, мәҫәлән, юрфакка инеп, икенсе һөнәр ал һуң. Өс кенә йыл минең эш хаҡына йәшәп торорбоҙ әле", - тип әйтеп тә ҡараным. Шул осорҙа үҙгәртеп ҡороу башланды, ул эшләгән завод көрсөккә терәлде. Тик ул, нишләптер, үҙендә ундай көс тапманы. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелде, эсә башланы. Хәйер, әле аңлауымса, был дәүерҙең күп ир-егеттәре шул осорҙа һынды, "умыртҡа һөйәге һынған быуын булды", шул арҡала күптәр был тормоштан иртә китте, күп ғаиләләр ҡыйралды.
Икенсе яҡтан ҡараһаң, хата минең үҙемдә лә булған. Яңыраҡ ҡына балалар менән дә һөйләшеп ултырабыҙ ҙа, шуны аңланым: минең яратыуымды шашып китмәй күтәрә алыр өсөн дә көс кәрәк. Ә ундай көскә эйә булғандар һирәк икән ул. Яратҡан кешемде мин артыҡ уҙындырып ебәрәм, уға барыһын да рөхсәт итәм, бар теләктәрен үтәйем, үҙемде ҡорбан итәм. Ирем менән минең мөнәсәбәттә лә тап шулай булды. Йәнә бер Америка психологының "Артыҡ ныҡ яратҡан ҡатын-ҡыҙҙар" тигән китабы бар. Шуны уҡып сыҡҡас, бик күп урындарҙа үҙемде таныным. Яратыуың һине ҡолға, ә яратҡан кешеңде боғалаҡҡа әйләндерергә тейеш түгел. Бынан бер кемгә лә файҙа юҡ. Барыһы ла булды: кәмһетеү, эскелек, көнләшеү, хатта ҡул күтәреү... Ун туғыҙ йыл бергә йәшәгән ғүмерҙең яртыһын ғазап сигеү тип иҫәпләйем. Иремдең: "Һин миңә рәхмәт әйтергә тейешһең. Мин бит һине ошондай яҙыусы яһаным", - тигәнендә әсе дөрөҫлөк бар. Йыш ҡына үҙемдең ысынбарлығымдан ҡасыр өсөн дә яҙа инем. Шул ысынбарлыҡтың һарҡылып әҫәрҙәргә инеп киткән осраҡтары ла булды.
Нисек кенә булһа ла, психологик яҡтан уға ныҡ бәйләнгән инем. Беҙҙе, ижад кешеләрен, йыш ҡына ҡатын, хужабикә була белмәйҙәр, шуға ғаилә тормоштары килеп сыҡмай, тип яҙырға яраталар. "Йылы ҡараш, тәмле аш, йыйнаҡ йорт булғанда, ирҙәр яҡшы була", - тиҙәр. Йылы аш та, ҡотло өй ҙә, йылылыҡ та артығы менән булды. Балаларҙы алып, өйҙән сығып киткәндә: "Ғәфү ит инде, - тинем. - Мин һине бәхетле итә алманым. Ир кеше өсөн ҡырҡ биш йәш ул бер нәмә лә түгел. Һин бөтәһен дә яңынан башлай, яңы ғаилә ҡора алаһың". Ул айыҡ ине: "Бәхетле булынған икән ул, тик аңлап ҡына етелмәгән", - тине. Йәл, ныҡ йәл, әлбиттә. Тик кеше кешене бәхетле итә алмай икән, бәхетһеҙ итә ала. Нисек кенә булмаһын, ғаилә өсөн һуңғы сиккә тиклем алыштым, тип тулы хоҡуҡ менән әйтә алам. Унан башҡа йәшәй алырымды күҙ алдына ла килтерә алмай йонсоном. Тик бер ваҡиға тәүәккәлләргә этәргес булды. Минең кеүек үк яҙмышлы бик яҡын әхирәтем ҡот осҡос сиргә дусар булды. Ярай әле, диагнозын алдан белеп, операция яһай һалдылар. Операциянан һуң наркоздан сыҡҡанын көтөп баш осонда ултырам. Ул шул хәлендә лә түҙгеһеҙ һыҙлана. Йәнә ошо тормошомдо дауам итһәм, мин дә ошо хәлдә ҡаласағымды аңланым. Бөтөн булмышым шул мәлдә: "Юҡ, мин йәшәргә теләйем", - тип ҡысҡырған һымаҡ булды. Ауырыуынан айныу менән әхирәтем дә өр-яңынан тормош башланы, Аллаға шөкөрҙәр уҡыйым, тотош сәләмәтләнеп, балаһы менән ейәненә терәк һәм бәхет булып йәшәп ята. Мин быны фәһем булһын өсөн һөйләйем, үҙ-үҙеңде һәм яныңдағы кешеңде рухи һәм физик яҡтан емереү хәленә еткергәнсе сат йәбешеп йәшәргә ярамай икән. Һәр кемдең үҙенсә бәхетле булырға хаҡы бар.

"Кеше үҙе камил йән" тигән төшөнсәгә туҡталып китәйек әле...

- Эйе, һәр әҙәм үҙе камил, бөтөн йән. Шунлыҡтан, бәхетте иреңдән, балаларыңдан, башҡаларҙан эҙләү хата. Былары ул бәхет тигәнде тулыландыра торған нәмәләр генә. Бәхетле булыу һинең парлымы, парлы түгелме, баймы, бай түгелме, матурмы, матур түгелме тигән сиктәргә лә һыймай. Бер ваҡыт, сәләмәтлегем ҡаҡшап киткән йылдарҙа, йога менән шөғөлләндем. Һиндостандан килгән уҡытыусының дәресенә йөрөп алдым. Шунда уға һорау бирәбеҙ: "Йога нимә бирә?" Ул әйтә: "Бер нәмә лә бирмәй. Әҙәмгә кәрәк булған бөтөн нәмә лә уның эсендә бар, уға барыһы ла бирелгән. Бары беҙ үҙебеҙҙең аңһыҙлығыбыҙ менән ҡомһоҙлоҡ, көнсөллөк, хөсөт, алдаҡ, уҫаллыҡ тигән насар нәмәләр менән булмышыбыҙҙағы бәхет сығанағын инешебеҙҙе сүпләйбеҙ һәм бәхетһеҙлек халәтенә инеп алабыҙ. Йога бына шул юлды таҙартырға ярҙам итә. Эске донъяны тулы һәм камил итеп, тыныс һәм саф итеп алмайынса, тышҡы донъяның бер йәме лә ҡәҙерле булмаясаҡ". Ошо асылды илле йәштәргә етәрәк кенә төшөндөм.
Шул уҡ ваҡытта бер нәмә лә гел насар ғына булмай. Атайҙарының эсеүенә бергәләп ҡаршы тороу балаларым менән бер-беребеҙгә терәк булырға өйрәтте. Улар нимә яҡшы, нимә яман икәнен үҙ тәжрибәләрендә күреп үҫте. Ҡыҙым тормошта, ике ейәнебеҙ бар. Улым әле өйләнмәгән. Ул математик, аспирантура тамамланы. Улар бит инде ҡала балалары. Минең эш тә эш булды, командировкалар, дежурстволар, аҙаҡтан ике йыл буйы Санкт-Петербургта уҡыным, ике ай һайын ун бишәр көнгә бара инем. Донъяны балалар бәләкәйҙән үҙҙәре көттөләр. Ҡыҙым тормошта ныҡ баҫып тора торған кеше, аяғы ерҙә, башы күктә. Улым менән беҙ осоноңҡорап китеүсәнбеҙ. Шуға күрә йыш ҡына берәй нәмәне хәл итергә кәрәк булһа, "Әйҙә, апайың менән кәңәшләшәйек", тием.
Кейәүҙән дә уңдыҡ. Бик матур, кеше ҡәҙерен белә торған, мөхәббәтле ғаиләнән.
Улым менән ҡыҙым, башҡорт мәктәбе алыҫ булыу һәм йөрөтә алмау сәбәпле, рус мәктәбендә уҡынылар. Әммә икеһе лә башҡортса иркен аралаша ала. Кейәүебеҙ, Себерҙә үҫкән бала, башта башҡортсаны аңлай алмай аптырана ине, яйлап ул да өйрәнде. Ейәндәремде үҙем үҫтерҙем бит инде, улар башҡортса тытылдап тора. Хатта бер мәл, ата-әсәләре русса һөйләшеп киткәс, ейәнсәрем Камилә һынсыл ҡарап ултыра биргән дә: "Һеҙ нимә? Өләсәйемде ихтирам итмәйһегеҙме?" - тип әйтеп һалған.
Балаларҙың туған телендә һөйләшмәүен һәм һөйләшергә теләмәүен мин ата-әсәләрҙең комплексы тип аңлайым. Ауылдан сыҡҡан кешеләр рус телен белмәүҙәрен үҙ тормоштарындағы бер ҡаршылыҡ һәм кәмселек итеп ҡабул итә. Был комплекс уларҙы оялырға, тартынырға мәжбүр иткән һәм автоматик рәүештә ул балаларға тапшырылған. Ғөмүмән, туған телде һаҡлау иң беренсе сиратта һәр ата-әсәнең үҙенән тора.

Йәһүдтәрҙә шундай тәртип бар бит әле, йәмғиәт алдындағы ниндәйҙер бурыстарын үтәгәс, мәҫәлән, бала табып үҫтереп, ғаилә ҡороп, уны ниндәйҙер ваҡыт халҡы өсөн эшләткәс һ.б., кеше нимә теләй, шуны эшләй ала, йәнәһе. Һеҙ ҙә шуның кеүек, илле йәштәр тирәһендә сит телдәр өйрәнеп, сит илдәргә уҡырға китеп, хатта Европала йәшәп тә ҡайттығыҙ, шулай бит?

- Эйе, шулайыраҡ булды. Ололарҙың үҙ өҫтөндә эшләүе һәм шәхес булараҡ үҫергә ынтылыуы - норма. Беҙҙә иһә ололар пенсияға сығырға ла, тыныслыҡҡа китергә генә теләй. Һеҙ әйткәнсә, илле йәшемдә инглиз теленән имтихан тотоп, йыл ярым эсендә Европа университетына барып уҡырлыҡ кимәлдә өйрәнә алдым был телде. Грамматикаһын белеп етмәйем, бәлки, һөйләмдәрҙе хаталы төҙөйөмдөр, әммә мине аңлайҙар ине, дәрестәрҙә яуап бирҙем, семинарҙарҙа ҡатнаштым. Бер йыл Амстердам университетының студенты булып, ҡәҙимге аралашып йәшәнем. Бер ауырлығы ла булманы. Телде шымартыр өсөн төркөмдәштәрем менән күп аралаштым, хатта анекдоттар һөйләп ташлай торғайным. Былар көлә. Аптырап һорайым: "Һеҙ анекдоттан көләһегеҙме, әллә минәнме?" Тегеләр: "Икеһе лә бар инде", - тип артабан көләләр. Шулай ярты йыл тирәһенән һәпте-юҡ шымарғас, дуҫтарым француз, кореец, африканец, бер биш-алты кеше, кафела ултырабыҙ ҙа, шаяртам: "Иҫәр кеүек күренһәм дә, мин аҡыллы ғына кешемен ул", - тим. Шунда бер дуҫым, Африка шағиры әйтә ҡуйҙы: "Бына әле Амстердам күгендә ҡояш күренмәй, әммә беҙ бит болоттар аръяғында ҡояш барлығын беләбеҙ һәм был хәҡиҡәтте иҫбатлау кәрәкмәй. Шуның кеүек, һинең аҡыллы икәнеңде беҙ ғинуарҙа уҡ күргәйнек инде".
Шулай ҙа мин үҙемде рус мәҙәниәтенән дә айырғым килмәй. Нисек булғанда ла беҙ донъя кимәленә рус теле аша сығабыҙ. Ситтә мине "русская" тип йөрөтәләр ине һәм бының бер кире яғын да күрмәнем. Беҙ башҡорт, эйе, үҙ милләтебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлап көрәшәбеҙ, әммә был ошо бәләкәй аренала ғына. Ә донъя кимәлендә, Европа киңлектәрендә бәләкәй милләттәрҙең иҫәбе-һаны юҡ һәм берәү ҙә һинең ваҡ проблемаларыңа иғтибар итмәй. Унда күп ғаиләләрҙә балалар өс йәки дүрт телдә иркен һөйләшә. Ата-әсә төрлө милләттән икән, ғаилә был телдәрҙең барыһын да өйрәнә һәм белә. Халыҡты милләт булараҡ кәмһетеү йәки башҡа сикләүҙәр хатта бәхәс темаһы булып та тормай. Африкаға барыр алдынан икмәк-тоҙлоҡ булһа ла тип француз телен маташтырҙым. Ейәндәрем менән французса йәнһүрәттәр ҡарай инек. Үҙебеҙҙең башҡорт теленә Аллаһы Тәғәлә шундай асҡыстар һалған, уның аша әллә күпме телдәрҙе еңел үҙләштереп була. Мәҫәлән, мин сит илдә йөрөгәндә кемдер берәүҙең "Сәнкью" тигәнен ишетһәм, ҡарамайса ла уның урыҫ икәнлеген аңлайым. Рустарҙың артикуляцион аппараты, ауыҙ ҡыуышлығы бик күп өндәрҙе әйтергә ҡулайлашмаған. Ә беҙҙең башҡорт теле әйтеп бөтөргөһөҙ мөмкинлектәр аса. Хәйер, был айырым ҙур тема, ул хаҡта сәғәттәр буйы һөйләргә әҙермен. Ғөмүмән, тел мәсьәләләренә ҡағылышлы үҙ тәжрибәмдән сығып формалашҡан айырым фекерем бар. Ҡыҙыҡ булһа, был хаҡта башҡа ваҡытта һөйләшергә кәрәк булыр.

Бөгөн һеҙ ауыл эшҡыуары...

- Эшҡыуарлыҡҡа өйрәнеп маташыусы, тип әйтер инем. Был иҫ киткес ҡатмарлы, ауыр, көйөнөстәр, рухи һәм физик көсөргәнеш талап иткән тормош. Дөрөҫөн әйткәндә, әле беҙ, партнерым, ярҙамсым, терәгем булған улым менән үҙебеҙҙе юл сатында торған һымаҡ тоябыҙ. Дүрт йыл эсендә бик күп нәмә аңланыҡ, сиктән сығып арыныҡ. Ил яҙмышы, ауыл яҙмышы, тамырҙары ауылда булған халыҡ яҙмышы - ғилемле, аңлы, ғәмле кеше булараҡ, был хаҡта уйламайынса мөмкин түгел. Тыуған ауылыма ҡайтып, пекарня асҡанда мин: "Ни өсөн башҡорт ауылдарында бизнес бармай?" - тигән һорауға яуап тапмаҡ булып башлағайным. Хәҙер мин был һорауға яуапты беләм. Әммә хәҙер, бәлки, мин маҡсатты дөрөҫ ҡуймағанмындыр, тип уйлайым. Эште уңышлы алып барған кешеләр ҙә бар бит. Улар нисек эшләй? Нисек уңыш ҡаҙанырға? Хәҙер шул турала уйлайһы һәм эшләйһе бар. Был да мине көнө-төнө борсоған ҡатмарлы мәсьәлә. Был турала китап яҙырлыҡ материал туплағанмын, хатта яҙғанмын да. Тик унда әле шул тиклем төшөнкөлөк, сараһыҙлыҡ - хатта уны әлегә кеше күҙенә лә күрһәтерлек түгел. Дөрөҫөн әйткәндә, илдең хәле лә, беҙҙең (барыбыҙҙы ла күҙ уңында тотам) хәлебеҙ ҙә үтә ҡыуанырлыҡ түгел.

Артабан һеҙҙең өсөн бизнес беренсе урында буласаҡмы, әллә яҙыусылыҡмы?

- Сараһыҙлыҡ тойғоһо кисергәндә, үҙемде көсһөҙ тойғанда, мин һәр ваҡыт яҙырға тотонам. Шуныһы ҡыҙыҡ, иң ҡыйын ваҡытта яҙған әйберҙәрем һәр саҡ ныҡ оптимистик, күтәренке рухта була.
Йәнә лә, журналисмы, тәржемәсеме (әйткәндәй, һуңғы егерме йылда мин тап тәржемә эше менән тамаҡ туйҙырам, хатта пекарняны ла шул аҡсаға аҫырайым), икмәк бешереүсеме, эшҡыуармы - мин яҙыусы. Ул минең булмышым. Хатта концертта ултырғанда ла ҡайҙалыр мейелә, ә быны шулай яҙырға булыр ине, тип күҙ алдына килтереп ултыраһың. Шулай икән, үҙенән-үҙе аңлашылалыр. Яҙыр өсөн ысынбарлыҡты белергә, фекер тупларға, янырға, көйөргә кәрәк. Шуға күрә беҙ, яҙыусылар, иң ауыр мәлдәрҙә лә бер-беребеҙҙе, ярар, уның ҡарауы яҙырға ҡайһылай шәп материал булды, тип йыуатырға яратабыҙ...

Шулай итеп...
Был һөйләшеү Гөлсирә апайҙың йөҙ ҙә бер ғүмеренең береһе хаҡында булды, ахыры. Әҙибәнең үҙе кеүек, фәлсәфәүи килеп сыҡты яҙма ла. Өс сәғәт сәй артында илатты ла, көлдөрҙө лә ул мине. Бығаса аңлай алмаған ҡайһы бер мәсьәләләрҙе төшөнөп, яуап таба алмаған һорауҙарҙың сиселешен белеп ҡалғандай булдым... Э-эй, аҡыллы апайҙарыбыҙ бар шул, Аллаға шөкөр, тип уйлайым ҡабат-ҡабат.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмә ҡорҙо.

http://www.kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=3630

 

Йөҙ ҙә бер ғүмерем...
Йөҙ ҙә бер ғүмерем...
Автор:
Читайте нас: