+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Май 2023, 19:00

РӘССАМ КҮҢЕЛЛЕ АКТЕР

Ғәҙәттә, әҙәм балаһының шатлыҡ-кинәнесе, һәр һулышы, көрһөнөүҙәре тәбиғәт менән ауаздаш була. Ундайҙарға ғәзиз тыуған ауылы, ил-төйәгендәге өн-тауыш, һағыш, һәр хәрәкәт, һәр үҙгәреш аңлайышлы һәм яҡын. Эргә-тирәләгеләренә күңел торошон, хәл-әхүәлде, хатта серҙәрен дә тәбиғәт менән бәйләп һөйләргә мөмкин. Ул телдә көслө рух, өҙлөкһөҙ моң барҙыр, моғайын. Ошо рәүешле кеше менән тәбиғәт араһындағы бәйләнеште, берҙәмлекте тоя алабыҙ. Ә был тойғоно тасуирлау артыҡтыр, сөнки беҙҙең арала уны һүҙһеҙ генә ишаралаусы, күрһәтә белеүселәр ҙә бар. Улар менән аралашыу – күңел кинәндереү кеүек, халыҡса әйткәндә, үҙе бер ғүмер генә!

Нәғим Нурғәлин – рәссам күңелле актер. Йыһандың, йәшәйешебеҙҙең холоҡ-ҡылығын, төҫ-биҙәктәрен, сайралыу-бөтөнәйеүен йөрәге аша үткәреп, асыҡ картина тыуҙырыу оҫталығы бар унда. Тамаша залынан ҡараһаң, уның ролдәре тап уныңса ғына булырға тейешлегендә лә шик юҡ. Ара-тирә генә йә һүҙҙәрен онотоп, йә хәрәкәттәрҙә яңылышып китһен ине... Бындай тайпылыуҙар булмай ҡалмағандыр, әммә тамашасы уларҙы һиҙемләмәй ҙә. Киреһенсә, бындай осраҡта Нәғим ағай рәхәтләнеп үҙ белдеге менән сәхнәне йәнләндереүсән. Ә һүҙҙәрен онота яҙып ҡуйған партнерҙарын ул: «Һин шулай тиһеңме?» йәки «Бәлки шулай тип әйтергә уйлап тораһыңдыр?» – тип күтәреп, ярҙам итеп ебәрә. Әсәһенән, Наилә Муса ҡыҙынан бирелгән уға бындай һәләт. Шиғри күңелле, шаян һүҙле, ихлас шаяртҡан һәм кинәнеп көлдөрә белгән кеше тип хәтерләй уны балалары. Хатта һөйләшкәндә лә шиғри һүҙҙәр менән һөйләшә ине, тиҙәр. Балаларының барыһына ла хас был һыҙат. Әбйәлил районының Ташбулат ауылында йәшәй Нурғәлиндәрҙең татыу, алты ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләүсе ғаиләһе. Аталары – колхозсы, әсәләре йорт ҡотона нур өҫтәүсе уңған хужабикә була. Балаларҙың һәр ҡайһыһы йә гармунда, йә ҡурайҙа, йә баянда, йә мандолинала уйнай. Ә Нәғим ағай – спектаклдәр ҡуйырға ярата. Бесән сапҡанда ла, утын бысҡанда-ярғанда ла эш – үҙенә генә аңлайышлы тамашаға әүерелә. Ә мәктәптә дәрестә, сәхнәлә бейегәндә уҡыусы-Нәғим баяғы үрҙә әйтелгән кеше менән тәбиғәт араһындағы бөтөнлөктө һүрәтләй. Уның һүҙ селтәре Башҡортостан тәбиғәте кеүек икһеҙ-сикһеҙ һәм мул, һутлы, киң. Ундай телдең бәҫен бүтәндәргә еткерә белеү өсөн дә ниндәйерәк оҫталыҡ кәрәк. Әммә ул бер ваҡытта ла артист булып китермен, тип уйламай...

Армия сафына китер алдынан, Нәғим Зәйләғи улы ауыл клубында бер үҙе сәғәттән ашыу концерт та ҡуйған, тиҙәр. Булмаҫ тимә, әллә кемдәрҙе бер үҙенә генә ҡаратып ултыртыр һәләте бала сағынан уның! Ә әрме хеҙмәтендә саҡта хорҙа йырлай, солист була.

Колхозда эшләп йөрөгәндә, осраҡлы рәүештә генә гәзиттә иғлан күреп ҡалып, сәнғәт институтына уҡырға килгән сағында Нәғим ағай инде ғаиләле, балалы була. Осраҡлыҡтың ҡапыл ғына килеп сығыуына уның ҡатыны ла аптырай. Сөнки, уҡырға барам, артист булам, тигән ирен, барһын әле, барыбер кире ҡайтыр, тип оҙата. Ике курсты ғына тамамлай ҙа, Нәғим ағай уҡыуын ташлай. Тик... театрға актер булып эшкә килә. Тәбиғәттән бирелгән таланты менән тамашасы күңелен арбай, театр йәменә әйләнеп, кинәнеп ижад итә ул. Уның сәхнә образдары буяуҙары байлығы, милли темпераменты менән йәлеп итә. Үҙ халҡының йола-мәҙәниәтен, тарихын яҡшы белгәнгәлер, уның персонаждары гел күп яҡлы, тәрән. Бер роле лә бүтәндәренә оҡшамай, һәр ҡайһыһының үҙ характеры бар. 1991 йылда А.Островскийҙың «Төшөмлө урын» спектаклендә Белогубов ролен оҫта башҡарғаны өсөн Халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивалендә «Өмөт» призына лайыҡ була. Мәскәү тәнҡитселәре Нәғим Зәйләғи улын «Башҡорт Чаплины» тип тә атай.

Уның актерлыҡ тәбиғәтенә фәлсәфәлек хас. Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме»ндәге Шәрифулла, «Йәйәүле Мәхмүт»ендәге Мәхмүт Юлбирҙин образдары шуны дәлилләй. Улар тормош хаҡындағы аҡыллы уйҙары, тәрән фекерләүҙәре менән ысын Нәғим Нурғәлинде асып биргән кеүек.

2004 йылда К.Гольдониҙың «Ике байға бер Шомбай»ында Труффальдино роле өсөн «Алтын Ай» республика театр премияһында еңеүсе була Н.Нурғәлин. Ә Т.Джюдженоглуның «Ҡорон» спектаклендә ир роле өсөн «Рейтинг – 2004» республика театр конкурсында «Иң яҡшы ир-егет роле» номинацияһында еңеүсе исемен яуланы. Шулай уҡ А.Тарндың «Боҙлоҡ дәүере» моноспектаклендә мусорщик роле Нәғим Нурғәлинде драматик яҡтан ныҡлап асты. Герой ике сәғәт дауамында тамашасыны тормоштоң кесәй шатлыҡтары һәм олоғара ҡайғыларына сәйәхәт иттерә. Ул берсә яҡты, берсә моңһоу хәтирәләргә бирелә, берсә ҡот осҡос ысынбарлыҡҡа әйләнеп ҡайта. Шулай уҡ ул Сыңғыҙ Айытматовтың «Диңгеҙ ярын иңләй ала эт» әҫәрендә Орган ҡарт ролен тамашасы бик йылы ҡабул итте.

Уның һәр роле – сәхнә биҙәге. Тамашасы тәүҙән Нәғим Зәйләғи улын комик актер итеп яратҡайны. Н.Ғәйетбайҙың «Ауылға ҡыҙҙар килде» спектаклендә – Әхтәм, Т.Миңнуллиндың «Диләфрүзгә дүрт кейәү»музыкаль комедияһында – Амур, «Алты егеткә бер ҡыҙ»ында – Рәхмәтулла, М.Кәримдең «Ҡыҙ урлау»ында – Шөкөр, М.Багаевтың «Аҡса булһа бер муҡса»һында – Сафа бай, Нияз бай, «Үәт, исмаһам, ахырызаман!»ында – Харун кеүек ролдәрен тамашасы һаман яратып ҡарай, көтөп ала. Улай ғынамы – сәхнәлә актерҙың күренеүе менән ҡул саба башлайҙар! Бына ни өсөн күңелде битарафлыҡ биләй ҡалһа, кемдәрҙер театрға килә?! Ошондай иғтибарға күптән өйрәнеп бөтһә лә, Нәғим Зәйләғи улы һәр сығышына тәүге осрашыуға килгән егет кеүек етди әҙерләнә. Ул бер ваҡытта ла ғүмерлек һөнәренә мәкерлек ҡыла алмай.

Билдәле булыуынса, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры балалар өсөн дә спектаклдәре менән билдәле. Башҡортостандың халыҡ артисы Нәғим Нурғәлин инде утыҙ йылдан ашыу хеҙмәт иткән театрында һигеҙ тиҫтәгә яҡын роль сығарһа, шуларҙың өстән бер өлөшө балалар өсөн спектаклдән. Балалар күңелен яҡшы аңлаған актер был образдарҙы үтә лә яуаплылыҡ менән башҡара. «Сәхнәлә мин уйнамаған хайуан ҡалманы», ти ул, шаярып. Шуларҙың бер нисәүһен генә атап үтеү етә: Ҡуян – «Йомарт терпе» Р.Тимершин, Принц Лимон – «Чиполлино» Дж.Родари, Бармалей – «Айболит һәм Бармалей» К.Чуковский, Бесәй – «Тылсылмлы тирмән» М.Кәрим, Мырҙабай – «Р-һыҙ ҡалған Мырҙабай» З.Фәйзуллина.

Әҙәм балаһының шатлыҡ-кинәнесе, көрһөнөүҙәре тәбиғәт менән ауаздаш. Ил-төйәгендәге өн-тауыш, һағыш, һәр хәрәкәт, һәр үҙгәреш аңлайышлы, ғәзиз һәм яҡын уға. Эргә-тирәләгеләренә күңел торошон, хәл-әхүәлде, хатта серҙәрен дә сәхнә, телеэкрандар аша ошо берҙәмлекте иҫбат итеп, тәбиғи һөйләй белгән кешеләр үҙебеҙҙең арала йәшәүе – оло бәхет.

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА

РӘССАМ КҮҢЕЛЛЕ АКТЕР
РӘССАМ КҮҢЕЛЛЕ АКТЕР
РӘССАМ КҮҢЕЛЛЕ АКТЕР
РӘССАМ КҮҢЕЛЛЕ АКТЕР
РӘССАМ КҮҢЕЛЛЕ АКТЕР
Автор:
Читайте нас: