Асыу - шулай уҡ сәләмәт тойғо. Әгәр тәбиғилеген юғалтмаһа, ул баланы "юҡ", "мин риза түгел" тип әйтергә өйрәтә. Ул тойғо ярҙамында тормоштағы ғәҙел булмаған күренештәргә ҡаршы торорға тәжрибә туплай. Асыуланған ваҡытта кеше менән дөрөҫ һөйләшергә, шулай уҡ асыуҙы ҡабул итергә һәм үткәреп ебәрергә өйрәнә. Йәғни ваҡыт үтеү менән ул тойғо нисек килеп инә, шулай уҡ тиҙ генә сығып китәсәк. Әгәр инде, асыуыңды тыйып өйрән, кешегә күрһәтмә, тип тәрбиә бирәбеҙ икән - бала асыу тойғоһон баҫырға ғәҙәтләнеп китә. Уны сығарырға өйрәнмәй, ул кешелә йыйыла башлай һәм бер көн килеп шартлаясаҡ. Бына шул ваҡытта асыу тәбиғилеген юғалта - ул яуызлыҡ һәм үс алыу тойғоһона әйләнә. Ә был тойғоларҙың кешелек йәмғиәтенә ниндәй зыян килтереүен һанап тороу кәрәкмәйҙер. Әгәр инде бөтә халыҡтың асыуы баҫтырылһа, уның һөҙөмтәһе атом бомбаһынан да ҡурҡынысыраҡтыр... Ҡурҡыу һәм шомланыу Ҡурҡыу тойғоһо тураһында... Ул балала һаҡлыҡ сифатын тәрбиәләй. Йәғни ҡурҡҡан кеше һаҡ булырға өйрәнә. Ә һаҡлыҡтың төп маҡсаты - физик һәм психик һаулыҡты һаҡлау. Шулай уҡ ҡурҡыу ашыҡмаҫҡа, уйлап эшләргә өйрәтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ: "Ҡурҡыу - насар нәмә, ул ҡурҡаҡтарҙың ғына эше. Һин батыр булырға тейешһең", - тип тәрбиә бирәбеҙ. Ә бит ҡурҡып һәм уны үткәреп өйрәнергә кәрәк. Шуға ҡурҡыуҙы баҫып, уны кисереп өйрәнмәгән балалар, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡас, ул тойғо менән нимә эшләргә белмәйҙәр. Сөнки ул килә лә килә, килә лә килә... Бигерәк тә бөгөнгө мәғлүмәтле тормошта. Һәм ҡурҡыу оҙаҡҡа һуҙылған шомланыу тойғоһона әүерелә башлай. Ә ул, үҙ сиратында, кеше тормошонда бик күп проблемалар тыуҙырасаҡ... Йомғаҡлау Һөйләгәндәремде йомғаҡлап, шуны әйткем килә: көнләшеү, асыу, ҡайғырыу, ҡурҡыу - былар бөтәһе лә балала психологик иммунитетты булдырыу өсөн тәбиғәт тарафынан бирелгән бүләк. Улар ул тойғоларҙың бөтәһен дә кисереп, үҙҙәре аша үткәреп өйрәнергә тейештәр. Шул ваҡытта ғына ниндәйҙер ауырлыҡтарға ҡаршы торорлоҡ психологик сифаттар, йәғни иммунитет барлыҡҡа килер. Һәм үҙаллы тормошта аҙым һайын осраған проблемаларҙың күбеһен үҙҙәренә һәм башҡаларға зыян килтермәй генә хәл итерҙәр. Шуға беҙҙең тәрбиә - ул тойғоларҙы тыйыу булмаһын, ә, киреһенсә, улар менән дуҫ булырға тейешбеҙ. Наил ЮЛДАШБАЕВ, http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=5936
|