+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Май 2023, 21:00

Ғүмер ептәренең төйөнө

1971 йылдың беренсе ноябрь кисе. Әле яңы ғына сығарылған мейестән балсыҡ еҫе, быу аңҡый. Өйҙә еүеш, тынсыу. Тәҙрә быялаларына ҡунып, тупһаһына йыйылған быуҙы дүрт ҡыҙ алмаш-тилмәш ҡоротоп өлгөрә алмайҙар. Йыш һөртһәләр ҙә эркелеп һыу йыйыла. Шулай ҙа өйҙә һәр кем ҡәнәғәт, бөгөн ғаиләләре менән ҙур эш башҡарып ҡуйҙылар. Әмәндәк йылғаһы башынан балсыҡ ташып йәй көнө үк балалар менән бергә кирбес һуғып әҙерләгәйнеләр. Ошоғаса мейестәрен яңыртып сығарырға ҡулы етмәй торҙо Сәмиғәнең. Ныҡ һалҡынға ҡалып мейесен сығарып бөттө. Көндә ете балаһына икмәк һалыуға, ҡаҙанда аш бешереүгә элекке кирбестәре сыҙамай төтөн юлына ыуалып төшкәндәр. Йәй көнө бушаманы, колхоз һарыҡтарын ҡарай ул, иртә яҙҙан һарыҡтарҙың йөндәрен ҡырҡыу менән булышты, бәрәстәрен ҡарап тәрбиәләү мәшәҡәтле эш. Бәрәстәр бер аҙ утығыу менән, һарыҡтарға бесән әҙерләргә кәрәк. Колхозға бесән әҙерләмәйенсә үҙҙәренең малдарына бесән әҙерләргә рөхсәт бирмәйҙәр. Малдарына көҙгө ямғырға ҡалып, октябрь баштарына ғына бесәндең осона сығып ҡуйҙылар. Сәмиғәгә әлдә ун ике йәшлек улы көн дә ярҙамға килә, алдынан төшөп бөтә эшен еңеләйтә. Ә ун өс йәшлек оло ҡыҙы Ғәлимә бөтә өй эше өсөн яуаплы, иртән әсәһе баҫҡан икмәкте лә бешереп ала, күмәк ғаиләнең ҡашығаяғын да йыуып, йыйыштырып урынлаштыра. Үҙенән кесе биш һеңлеһе лә уның күҙәтеүе аҫтында, һәммәһенә йәшенә ярашлы эштәрен таба, береһен дә күҙ осонан ысҡындырмай. Һалҡын ҡышта, күпләп һарыҡтар бәрәсләй башлағанда береһенә ун йәше тулған, икенсеһенә һигеҙ йәш булған ҡыҙҙарын да эйәртә һарыҡтар фермаһына. Улары һарыҡтар араһында югереп йөрөп аҙашҡан бәрәстәрҙе инәләренә ҡушып имеҙәләр, насар тыуған бәрәстәрҙе айырым тәрбиәләргә тырышалар. Ә улы һарыҡтарға бесән тарата, аҫтын таҙарта. Әле яҙын йөҙ һарыҡтан йөҙҙә ун бәрәс алғаны өсөн Өфөгә күргәҙмәгә саҡырып миҙал менән дә бүләкләнеләр. Әлбиттә уңыштары балалар ярҙамында, күмәк тырышлыҡта. Ете балаһын тапҡанда ла бер ҙә ял алыу тигән нәмәне белмәне, һуңғы көнөнә еткәнсе эшләне, бала тыуғас та ике аҙналай өйҙә булғас яңынан эшкә сыҡты. Эштән бушамағанлыҡтан үҙенең мейесен сығарырға ваҡыты етмәне. Әл дә һәр саҡ ярҙамсыл Һөйәрбикә апай ингән саҡта ярҙамлашып, итәген күтәреп балсыҡ баҫып, кирбесен ҡыйыҡ эсенә күтәрешеп ярҙамлашҡас еңелерәккә тура килде. Балсыҡҡа батҡан иҙәнде йыуыу, балаларҙың керҙәрен йыуыу балалар ярҙамы менән әлбиттә. Көнө буйы эсе аҫҡа тартып, биле ҡатһа ла түҙҙе Сәмиғә. Ныҡлап ауырый башлағас ҡына оло ҡыҙын кендек әбейенә югертте. Атаһына иш булһын, ағаһына ҡуш булһын тип малай теләгәйне Сәмиғә. Ғәлимнур үҙенекенә оҡшатып Радмир тип исем дә әҙерләне. Ғәлимнур үҙе етемлектә үҫкәнлектән ғаилә бәхетенә ҡыуана. Әсәһе бәләкәй Ғәлимнурҙы өләсәһенә ҡалдырып йәш кейәүгә сыҡҡас алты йәшенә тиклем өләсәһе тәрбиәһендә үҫте. Өләсәһе үлгәс тә үгәй атаһы баланы алырға теләмәне, детдомға тапшырҙы. Детдом балалары араһында көслөнөкө дөрөҫ тигән ҡағиҙәгә буйһоноп үҫтеләр. Яҡын дуҫы Әнүәр менән генә бер-береһенең хәлен аңлап, өнһөҙ теләктәшлек менән бер-береһенә терәк булдылар. Аҙаҡ ҙур кеше булып, бөтә республикаға Әнүәр Әсфәндиәров булып танылғас та ташламаны ул Ғәлимнур дуҫын. Күпләп үҙҙәренән ҡалған кейем-һалымын, күстәнәстәрен тейәп, ҡатынын алып килеп төшөрҙәр ине Үрге Әмәндәккә. Сәмиғәһе тәмле аштарын бешереп, йыйған емеш-еләк ҡайнатмаһын самауыр янына ҡуйып ихластан һыйлай ине. Уның һәр ваҡытта ла өҫтәлгә ҡуйырлыҡ бит-йөҙлөккә алып ҡалған йыйынтығы булды. Юғиһә балалар менән күмәкләп сығып йыйған сейә, еләктәрҙән оло ҡаҙан тултырып ҡайнатма әҙерләһәләр ҙә, балаларға ла күп китә. Үҙе лә эшкә талымһыҙ, емеш йыйырға әүәҫ булды. Бесән сапҡанда ла һыуһын мәлендә ҡаршыһындағы сейәле тауға менеп алъяпҡысына сейә тиреп төшөр ине. Ә Сәмиғәһен иҫкәрткәндер Аллаһы тәғәлә. Мейес сығарғанында килеп инеп ярҙамлашҡан Һөйәрбикә апайға күргән төшөн дә һөйләне. - Әллә ниндәй насар төш күреп уяндым әле бөгөн таңға Һөйәрбикә апай. Ошо баламды тапҡанмын да имеш, ә имеҙергә үҙемдең һөтөм юҡ икән. Яңы тыуған балаға шешәгә ҡойоп имеҙлек менән әсе ҡатыҡ эсерәм икән тип күрҙемсе. Тыуасаҡ баламдың яҙмышы әсе булмаһа ярар ине.

 

 

- Кит, юҡҡа юрама. Балаңа аҡ эсергәс һәйбәткә булыр. Аҡ күрһәң һәйбәт ул – тип йыуатҡан, булды көнө етешкән ауырлы ҡатынды Һөйәрбикә апай.

Көҙгө көн иртә ҡараңғылай. Үрге Әмәндәк ауылы ла йоҡларға әҙерләнә. Һәр өйҙә киске ашын ашап, малдарын ҡарап япҡас була торған тынлыҡ. Кемдер ҡул эшенә тотона, икенселәре радионан күңелле көйҙәр тыңлай, гәзит-журналдарҙы ҡараштыра. Ошо мәлде һәммәһе лә көтөп алалыр ул, юғиһә ауылдағы электр утын сәғәт ун икелә бөтөнләй һүндерәләр, әгәр кемдәрҙәлер туй, ҡунаҡ булһа ғына, инәлеп һораһалар ғына, һүндермәүҙәре мөмкин. Бөгөн һүнмәҫе билгеле, колхоз бригадиры тыуған көнөнә ҡунаҡ йыйған, тимәк яҡтылыҡ таңға хәтле яныуы ихтимал.
Киске тынлыҡты боҙоп бер үҫмер бала күршеләренә югереп инеп китте лә, оҙаҡламай кире боролдо. Уның артынса әптәләнеп атлап сыҡҡан әбей, ҡыҙ ингән йортҡа ыңғайланы.

- Эй, Аллам, Ғәлимә ҡыҙым дәһәйеп килеп ингәс тә уйлағайным да ауырып киткәнһеңдер тип. Урам тултырып кер йыуып элгәнеңде күргәс, әле үк түгелдер тип күҙ һалғылап йөрөнөм көндөҙөн, көнөң еткәйне бит инде, эсең аҫҡа тартҡайны. Йә Аллаға тапшырҙыҡ, хәйерле сәғәттә. Ҡасандан башланды?

Балаға ауырыған Сәмиғә сираттағы ауыртыныуын үткәрергә тырышып, аяғүрә карауат башына тотонған килеш бүрәнә ярыҡтарын һыпырыштырҙы. Хәлен белдерергә тырышмай быныһын да үткәреп ебәргәс, үҙе оло ҡыҙын ебәреп саҡыртҡан еңгәй тейешле кешеһенә боролдо.

- Ауырайып торғас кисә мунса яҡтырғайным, әллә ниңә мунсала башымдан тотто. Күҙемде лә асып ҡарап булмайсы. Балалар йыуынып бөткәс, һуңынан ғына барҙым бит әле, бәләкәс ҡыҙымды ла апаһы йыуындырҙы, еҫ тейгән тиер инең. Балаларҙың сискән кейемдәрен алып барғайным мунсаға, йыуырға, шуларҙы ла йыуа алманым, ҡалған һыуына ебетергә ҡалдырып киткән булғайным. Бөгөн шуларҙы ауырыҡһынһам да ҡыҙҙар менән генә йыуып элдек. Әл дә улар бар...

Ауыртыныуҙан тағы йөҙө сытырайып мөйөшкә боролоп баҫты.

- Эй, балаҡайҙар, барығыҙ һеҙ бөгөнгә беҙгә барып йоҡлағыҙ, йәме. Олатайығыҙға аңғартып киттем, ул белә. Артыҡ шаярышмай матур ултырһағыҙ, өндәшмәҫ.

Элекке көндәрҙәге кеүек шаярышып көлөшмәгән балалар, шым ғына дәррәү тороп кейенә башланылар. Етәү бит, әйтеүе генә анһат, олораҡтары кеселәрен кейендерешә, кемеһелер нимә кейерлеген тапмай.

- Йыуылғандыр кейемдәрегеҙ, бөгөнгә нимә булһа ла эләктереп тороғоҙ. Иртән индереп киптерермен.

Күҙҙәренән тулғаҡ ғазабы бөркөлөп торһа ла, Сәмиғә һәр береһенең кейенеп сыҡҡандарын күҙәтте.

- Әсәй, мин бармайым, һинең менән йоҡлайым - Гөлсирә әсәһенең тауышын ишетеү менән уның аяғын килеп ҡосаҡланы. Уны кейендерергә тырышҡан оло ҡыҙҙары Ғәлимәне этеп, тыңлашманы.

Күҙҙәренә йәш төйөлгән Сәмиғә, эйелә алмағанлыҡтан, дүрт йәшлек ҡыҙының башынан ҡосаҡлап, сәсенән һыйпаны.

- Әллә, ҡалһаң ҡал улайһа, тик бөгөнгә яңғыҙың ғына ятып йоҡлайһыңмы һуң?

- Йоҡлайым, тик мине генә ебәрмә, үҙем урындыҡҡа менеп ятырмын, мыжымаҫмын да.

- Йә! Һин ҙур ҡыҙһың бит. Ана беҙҙә һине Рәйсә килһен тип ҡалды, бергәләп уйнарға, әллә нимә күрһәтәм тиме шул. Хәҙер мин дә артығыҙҙан ҡайтырмын да манпасый бирермен тип торам. Ағайыңдарға күберәк эләгер инде былай булғас. Әҙерәк кенә беҙҙә уйна ла, унан атайың күтәреп алып ҡайтыр, төндә әсәй тип мыжыһаң мин ҡалайтам.

Әбейҙең һөйләнеүенә Гөлсирә әүрәп, ыңғай ғына апаһына эйәрҙе.

Балалар теҙелешеп сығып киткәс, әллә ишектән ингән һыуыҡтан, әллә нервылар көсөргәнешлегенән Сәмиғә тештәре-тешкә теймәй ҡалтырай, өшөй башланы. Быны күргән кендек әбейе уны яурынынан ҡосаҡлап әҙерләнгән урынына һалды.

- Әйҙә ҡарайым әле үҙеңде, әҙерәк билеңде ыуалаштырайым. Тыныслан, тыныслан. Тәрән итеп, күкрәгең менән тын ал, ҡурҡма, тәүгә түгел бит.

Йылы мейестә иретелгән һары май менән оҙаҡлап билен ыуҙы, эсен ыуаланы. Сәмиғә бер аҙ тынысланып, ҡалтыраныуы үтте.

- Быныһына әллә ниңә ауыр йөрөнөң, эсем һәр ваҡыт ҡатып тик тора тип тә әйтештерҙең, әҙерәк еңеләйҙеме?

Ауыртыныуын белә-күрһә лә йәлләүенән, албырғатырға тырышыуынан һөйләнә.

- Әле байтаҡ ҡына ял иттең дә, бәләкәсеңә, Гөлсирәгә тим, дүрте тула инде.

- Гөлсирәнән һуң берәүһе төштө шул, кешегә атаһы менән өндәшмәнек, бәләкәй ине. Көләләр былай ҙа ҡуян кеүек көсөкләй тип. Оялдым ғына, әллә береһе лә артыҡ түгелсе, уныһы ла үҙ ризығы менән тыуыр ине лә. Быныһы ла артыҡ ыҙалатмай алты ағзаһы теүәл булып, һау-сәләмәт кенә тыуһын инде.

Сәмиғә тағы ауыртыныуҙан ирендәрен тешләне.

- Үҙегеҙ генә һау булығыҙ. Ваҡытында ярыр сәскәгеҙҙе ярып ҡалығыҙ. Иншалла, бөтәһе лә һәйбәт булыр - тине ҡулындағы сеүәтәгә һалынған йәш ҡоротто иҙә-иҙә. Самауырҙан эҫе һыу бороп, тағы һары май өҫтәп Сәмиғәгә һуҙҙы.

- Ниңә врачҡа өндәшмәнегеҙ, уҡыған кеше уҡыған булыр ине. Уның булышыуы минеке һымаҡ ҡына булмаҫ ине.

Үрге, Түбәнге Әмәндәктә эшләүсе, ике ауылды хеҙмәтләндереүсе фельдшерҙы күҙ уңында тотоуы.

- Атаһы барып килде, тыңламаны. Ана, Бикештәге бала табыу йортона алып бар тигән. Килеп ураһа ла булыр ине, үсеккәндер. Гөлсирә свинка менән ауырығанда килмәгәс һуҡыранғайным шул. Бөтәһе лә өйҙә теҙелеп ятып ауырынылар бит, өлкәндәре бирешмәнеләр ҙә, Гөлсирәм үлер тип ҡурҡтым. Бер килеп ҡараманы шуларҙы, ярай Рауза апай өс бөртөк “нарсулфазол” дарыуы төймәһен бирҙе. Гөлсирәмә берәүһен ашатҡас та шешкән тамаҡ аҫты шеше ярылып еңеләйҙе. Тоҙло һыу менән йыуып саҡ шәбәйтеп алдым, эҙе һаман да тора. - Кендек инәһе биргән эҫе ҡоротто майлап эскәс, маңлайынан бәреп сыҡҡан тирен һөртә-һөртә шулай һөйләнде Сәмиғә.

- Ошо башым бит, башым ебәрһә күҙем асылып ҡалыр ине лә.

- Йәшең дә ырай бит, әйҙә килен Бикешкә бала табыу йортона алып барайыҡ. Һиңә ҡарап бөгөн бер ҙә һыным теймәй тора ла. Урыҫ булһа ла врачын арыу ғына тейҙәр - тине кендек әбейе. - Минең хәҙер рәтем юҡ ул, өйҙә һинән нисәүҙе ҡабул итеп алһам да әлегерәк. Олоғаямдыр ҙа, әйҙә шулайтайыҡ әле, әле ваҡыт бар, өлгөрәбеҙ. Ат егеп сығыуға, туранан Бикешкә барғансы сәғәтләп ваҡыт үтер, барғас улай-былай итеүгә лә ваҡыт ҡалыр. Бала әле тыуымға килмәгән, аҫҡа төшһә лә. Ризалаш килен.

- Ҡуй, йөрөмәйем, Ғәлимнур ҙа көнө буйы өгөтләп ҡаҡшатты. Үҙең генә риза булып ҡабул итеп ал баланы, аҙаҡтан ризалармын һау булһам. Бер ҙә барғым килмәй, ике һарығым елен еткергән, мин юҡта әрәм булып ҡуйыр бәрәстәре. Ваҡытында айырмаһаң бүтәндәре тапай ҙа ҡуя торған. Балаларға көн дә бер мейес икмәк һалыр кәрәк. Унда бер эләкһәң ун көн һалыр ҙа ҡуйырҙар. Балаларым минһеҙ йонсорҙар...

- Тыңла килен, нығытып әйтәм. Аталары эргәһендә бит, балалар бирешмәҫ. Хатта сөс күренәләр, бөтә эшеңде һыпырып эшләп ташлайҙар, әйтеүең генә бурыс. Ғәлимнур ней, колхоздан көн һорар, персиҙәтел белә, ҡотороп эштән ҡалмай.

- Ҡалдырып киткем килмәй балаларҙы... - тағы ауыртыныуҙан һүҙҙәре өҙөлөп ҡалды Сәмиғәнең.

Уның хәлен еңеләйтергә тырышып эсен һыйпаштырған кендек әбейе, тулғаҡ мөҙҙәте үткәс тә йәһәтләп тора һалды.

- Мин ҡайтып киләйем әле килен, эргәңә Ғәлимнурҙы саҡырып индерермен, тышта өшөп йөрөйҙөр. Тартынма унан, әле ваҡыт бар, килеп өлгөрөрмөн. Ҡайтып ҡайынеҙнәңә йоҡларға урын һалырмын, балаларҙы ла урынлаштырып килермен. Юғиһә ҡайнайҙарҙыр өйҙә минекеләр менән бергәләшеп. Мәтрүшкә лә алып килермен, һин әгәр башланһа эргәңә һыуыҡ сәй ҡуям, тамағыңды сылата торорһоң.

- Мәтрүшкә өйҙә бар ҙа ул... - тине Сәмиғә хәлһеҙ тауыш менән - Еңгә, мейес эсендә ҡабыҡлай бешереп, әрсеп киптерергә ҡуйылған картуф бар, балаларға алып барып ашат инде, асығып йоҡламаһындар. Ашаһындар йылылай, яраталар шулай ашарға кетерләтеп.

- Атаҡ, әллә беҙҙә ашарға юҡ тейеңме әллә. Әле генә бер ҡаҙан һыу ашы бешереп киттемсе, туң май ҡыҙҙырып турап ебәреп. Һуғымдарҙы һуйып алһаҡ һин дә күтәрелеп китерһең әле, ҡоротло һурпа эсеп. Ярай ҡайтып киләйем.

Ишектән сығыуға ҡаршыһына килгән Ғәлимнурға яҡын ғына килеп шипкерт кенә өндәште:

- Уй, ҡустым, килендең хәле хөртөрәк әле. Әллә Бикештәге бала табыу йортона алып барайыҡмы? Әллә Түбәнге Әмәндәктән врачты алып киләһеңме, ат әҙер тора тигәйнең дә. Бар инеп киленде үҙең өгөтләп ҡара әле, бармайым тип ҡырталаша, балаларын ташлап киткеһе килмәй, ҡул тамыры ныҡ тулай, ҡурҡытмайым, дөрөҫөн әйтәм.

Үҙе өтә баҫып ҡуйынына тыҡҡан, кипкән ыуаҡ картуфты һыуытмаҫҡа тырышып өйөнә ыңғайланы.

Балаларҙы тынысландырып самауырын өҫтәлгә ултыртты ла, бабайына таңға ғына ҡайтырын иҫкәртеп, кире Сәмиғә килененә китте.

Өйгә инеүенә ҡарайып, бөгөлөп төшкән Ғәлимнур Сәмиғә яғына ымлап ҡулдарын йәйҙе. Килененең больницаға барырға ризалашмағанын аңлап, бүтәнсә һүҙ ҡуйыртып торманы, тик сығырға ыңғайлаған Ғәлимнурҙың артынан сыҡты. Соланда тыныс, әммә ҡаты итеп Түбәнге Әмәндәктән фельдшерҙы килтерергә ҡушты.

Үҙе Сәмиғә эргәһенә килеп, һыуыҡ ҡулдарын йылытырға була ыуғылап, үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә үҙенсә әүрәтергә тырышты.

 - Сәмиғә тим, һиңә әйтәм дә, ҡайынеҙнәңә әйтеп киттем, Ғәлимнурға ятыр ерен күрһәтерһең тип. Эй, йөрөмәһен был тирәлә, ирҙәр бигерәк бушаҡ була шул, ҡалай һине күргәс бөтөнләй бәлтерәп төштө, йәлләйҙер үҙенсә. Бирешмәбеҙ, Аллам бойорһа, тулғағыңа ҡарағанда малай булыр. Бына тигән баһадир табырһың. Бынан һуң әҙерәк һаҡланыңҡыра, күмәк бала менән ауырыраҡ бит. Һыуғанды турап, эҫе һыу менән бешекләп эсергә тигәйнем, онотманыңмы ҡайһы көндәрҙә эсергә икәнлеген?

Сәмиғәнең хәленә инергә, ауырыуы менән яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа теләүенән генә был ләпелдәүе. Йүнле хәбәре иҫкә төшәме лә, телгә киләме бындай ваҡытта.

- Әлдә Йыһан әбейгә төшөртөргә йөрөмәйһең. Үҙе маҡтанһа ла күпме кешенең башына етте, гөнаһынан ҡурҡмай һаман булыша. Үткәнендә күрҙем әле Әҡлимә килендә бала төшөрткөс нәмәһен. Йә, ирҙәрҙең кирза итеге ҡунысын ҡырҡып, йыуан еп таҡҡан да шуны биреп ебәргән киленгә, имеш өс көн ҡуллан. Алып барып үҙенең битенә бәреп киттем, сапҡылап ташларға булған. Эйй... Сапҡылаһаң да әҙме инде ҡыйлыҡта кирза итек ҡунысы, тағы булышыр. Эттең буҡ ашамаһа башы ауыртыр тейҙәр, киҫәмәгәс киҫәмәҫ тә кеше.

Әле Сәмиғәнең янына килеп булышып, әле ҡорғанды асып Ғәлимнурҙы көтәүелләп, йылы һыуын әҙерләп йөрөгән кендек әбейе тыңғыһыҙланды.

Көткән сәғәте һуғып, әбей ярҙамы менән, ир бала донъяға тәүге ауазын һалды. Үҙенсә уҡынып, Сәмиғәне рәтләп һалып, өҫтөнә юрғанын япҡас, бәләкәсте йыуындырып, майлап, алдан әҙерләгән йылы юргәгенә төрҙө, ауыҙына май ҡаптырҙы.

Кендек әбейенең һынамсыл күҙҙәре сабыйҙың шешенеп, тиреһе тулышҡанын абайланы.

- Ярай, имен-аман тәүге юлын ярҙы, артабан да тормош юлында тернәкләнеп, кеше булырға яҙһын, - Теләктәрен теләп әсәһенең янынараҡ һалды. - Берәй аҙнанан шешенеүе кәмер, иншалла. Ауырлығы шул саҡта кәмеһә лә бирешмәҫ был бала.

Күҙҙәрен йомоп хәлһеҙләнгән Сәмиғә янына килеп йылы мәтрүшкә сәйен йотторҙо.

- Әйҙә килен, тағы бер ынтылһаң һуңғыһынан ҡотолорһоң. Башыңдан башҡаландың, хәҙер үҙеңде уйла. Беләм арының, саҡ ҡына йоҡлама инде, түҙ инде әҙ генә. Ҡана эсеңде һылаштырайым, хәҙер йомшарыр. Улыҡайыңа йүргәк исемен кем тип ҡушабыҙ, атаһы аҙаҡ үҙе теләгәнсә ҡушыр.

- Йоҡом килә... Морат булһын... - бөтөнләй былҡылдаған Сәмиғә күҙен дә асырға теләмәне. Тик кендек әбейе генә уны тыныслыҡта ҡалдырманы, оҙон сәс толомо осо менән танауының эсен ҡытыҡланы. Тик Сәмиғә сөскөрөргә тейеш булһа ла сөскөрмәне, һиҙмәне лә күрәһең. Аптыранған кендек әбейе Сәмиғәнең ауыҙын астырып тамағын сәс толомо осо менән ҡытыҡларға кереште. Шунан ғына килене бер нисә тапҡыр уҡшыны, тик һуңғыһы сығыр тип өмөтләнгән кендек әбейе, оло малдың бауыры хәтле ҡан төйөрө сыҡҡанын күреп ҡаушап ҡалды. Ошо мәлдә ҡапҡа төбөндә ат бышҡырыуын ишетеп күлдәксән тышҡа йүгереп сыҡты.

- Килмәне врач, төндә йөрөмәйем тине, ныҡышып тороп оҙаҡлап киттем. Көндөҙ нимә ҡаранығыҙ, йөрөмәгеҙ маҙаһыҙлап тип, ишеген бикләне лә ҡуйҙы.

- Улайһа бор атыңды, киленде әҙерләйем дә, күтәреп алып сығып һалырбыҙ. Бикешкә барабыҙ.

Өшөгәнен һиҙмәй өтәләнһә лә, өйгә ингәс үҙен тиҙ генә ҡулына алды. Оло бауырҙай ҡанды биҙрәгә һалғас, ҡанлы түшәге менән бергә киленен юрғанға төргәс кенә, килененә өндәште

- Килен, килен... Күҙеңде генә ас әле. Бына улыңды имеҙәйем, бала имеҙгәндә эс тартыла торған. Хоҙайымдан булып һуңғыһынан арынһаң еңеләйеп китерһең. Әллә балнисҡа барабыҙмы, баланы үҙем тотошоп барам. Килен, килен...

Ғәлимнур ҡатынын юрғанға төрөп санаға сығарып һалды, тышынан толобон япты. Баланы әсәһенең түшен ҡаптырып, кендек әбейе эргәһенә һалды, бәлки эсе тартылыр тип өмөтләнде.

- Апай һин өйҙә ҡал, йөрөмә, ҡыйын булһа ла йыйыштырыңҡыра инде, иртәнсәк балалар күрһә ҡоттары осор.

Атын шәп юрттырып тура юлдан Бикешкә, бала табыу йортона юлланған Ғәлимнурҙың артынан оҙаҡ ҡарап ҡалған әбей, ауыр атлап өйгә инде. Өйҙө йыйыштырып, йыуып һыуҙарын сығарып түгеп ергә күмгәс кенә ныҡ арығанлығын тойҙо.

Бикеш балалар тыуҙырыу йортона еткәс тә фельдшер югереп сығып баланы ҡулына алды. Тик ҡулына күтәреп индергәс тә Сәмиғә бәбәген көскә күтәреп кенә ҡараны ла, ирендәре ишетелер-ишетелмәҫ кенә  “Балаҡайҙарым”  тип шыбырланы ла тынып ҡалды. Фельдшер баланы ҡалдырып әйләнеп килгәнсе уның Сәмиғәгә ярҙамы кәрәкмәй ҙә ине.

Көтөлмәгән ҡайғынан, хәйер уны кем көтөп тора инде, шаңҡып ҡалған Ғәлимнур ни эшләргә лә белмәне. Бөтә тормошо, ошоғаса йәшәүе туҡтап ҡалғандай тойолдо, һене ҡатты. Үҙенең тирә-яғындағы йүгергеләгән аҡ халатлыларға әйләнеп тә ҡараманы. Баланы, ҡатынын ҡайҙалыр алып киттеләр, кире килтерҙеләр. Төрлө ҡағыҙҙар тултырҙылар, нимәлер һоранылар. Этеп тигәндәй сығарып атына ултыртып, дилбегәһен тоттороп юлға төшөрҙөләр.

Ат ҡайтып ҡапҡаһына төртөлгәс тә, сананан төшөргә ынтылманы. Ни эшләр ете бала менән ҡатынһыҙ, ниҙәр генә ҡылып ҡарар? Бергә үткән тормош йылдары күҙ алдынан үтте. Юҡ йәшәй алмаҫ ул үҙенең Сәмиғәһенән башҡа, унһыҙ тормош нисек ағыр? Балаларына нимә тиеп әйтер? Яңы тыуған баланы кем имеҙер? Көтә алырмы бәләкәсте?

Оло малайы ҡаршы сығып атын етәкләп урамға индергәс тә уйҙарынан айный алманы әле. Шулай ҙа үҙен ҡулға алырға тырышты, саналағы ҡанлы юрғанды төрөп һарай ҡыйығы аҫтына йәшерҙе. Өйөнә инмәй кендек әбейе булған апаһы йортона китте. Улар уның хәлен әйтмәһә лә һүҙһеҙ аңланылар. Балаларҙың ололары ҡайтып киткәндәр, тик бәләкәй дүртәүһе әле йоҡлайҙар. Уларға белдермәй, әлегә ҡайтармай торорға килештеләр. Кейемдәрен апаһы йәшереп, йыйыштырып торҙо.

Мәйетте бирһәләр ҙә баланы больницала ҡалдырҙылар. Уның һаулығын тикшереү, кәрәкле прививка яһау мөһим икән.

Әсәләре үлгәнгә ҡайғырған балалар яңы тыуған ҡустыларын иҫтәренә лә төшөрмәнеләр. Әллә бер тапҡыр ҙа күрмәгәнгә, әллә уны ғәйеплегә сығарҙылар, береһе лә уны хәтерләргә тырышманы. Әсәһе лә тыуасаҡ бала хаҡында әйтеүҙе артыҡ һанағайны шул, был хаҡта береһе менән дә һөйләшмәне.

Ғәлимнур үҙе бер нисә тапҡыр барып ҡараны улын, ҡулына тоттормаһалар ҙа күрһәттеләр. Больницала бала тапҡан ҡатындар алмашынып торалар, улар баланы имеҙәләр икән, ҡырҡы тулып утыҡҡансы табибтар күҙәтеүе аҫтында булһа яҡшы буласаҡ. Ризалашмай ҡайҙа барһын Ғәлимнур, ете балаға ашарҙарына ла хәстәрләргә кәрәк. Өй эштәрендә олораҡ балалары ярҙамға килә ярай.

Балаларына әкренләп бәләкәс тураһында аңғарта, әҙерләй башланы. Тик улар бала менән уйнарға ғына теләйҙәр, ә нисек көтәсәктәрен белмәйҙәр ине. Һуңғы барыуында баланы күрһәтмәнеләр, киҙеү осоронда рөхсәт ителмәй икән. Унан һуңғы барыуында ла күрә алманы, Баймаҡҡа ҙур табибтарға тикшереүгә ебәргәндәр.

Үҙенә яңғыҙ балаларҙы ҡарау ауырға төшкәнлен белгән апаһы яҡындағы Таулы ауылынан үҙенән күпкә йәш ҡатынды димләне. Ауырлыҡ менән күнде яҙмышына Ғәлимнур, ете бала өҫтөнә кем ризалығын бирер, оятҡа ғына ҡалмаҫмы? Килгән көндә лә балаларҙы үҙ итерме?

Ауылдаштары ярҙамында мәрхүмәне ерләгәс тә, күп тә үтмәй Сәхибъямал исемле ҡатын балаларына әсәй булып килергә ризалашты. Баҫҡан ерендә ут сығарып йөрөгән, сая ҡатын булып даны сыҡҡанлыҡтан ауыл халҡы уға шикләнеп ҡараны. Баҫалҡы, ихтыярһыҙ Ғәлимнурҙы тиҙ генә үҙ яғына ауҙарып алды Сәхибъямал. Тиҙҙән үк уртаҡ балалары булырға тейешлеген белделәр. Уның алдында йылмайып, сөсөкәйләнеп торһа ла үгәй балаларына үтә ныҡ ҡаты булды Сәхибъямал. Хөкүмәттән балаларға тәғәйенләнгән ярҙам аҡсаһының һәр тинен йыйып барҙы. Ә балалар кешеләр биргән иҫке кейемде кейеп үҫтеләр, икмәк күрмәгәнлектән оло ҡаҙан ыумас менән генә туҡландылар. Вәзимә инәйҙәре генә йәлләп ара-тирә икмәген тотторҙо, инһәләр ҡайнар ашын бүлеште. Тик үҙенең балалары ла күмәклектән артыҡ ярҙам да итә алмай ине. Осраған һайын Ғәлимнурҙы тирмәндән он тарттырырға, балаларҙы икмәктән өҙмәҫкә өгөтләне. Тик он тултырылған ларҙың йоҙаҡ асҡысы үгәй әсәһендә генә ине. Ғәлимнур эштән ҡайтыуға бешерелгән икмәк ул киткәс тә һандыҡ эсенә һалып бикләнде.

- Мәңге туймаҫһығыҙ оңҡоттар, ас ҡарғалар. Етем быҙау аҫыраһаң ауыҙ мороноң май булыр, етем бала аҫыраһаң ауыҙ мороноң ҡан булыр. Һеҙҙән изгелек күрермен тейһеңме - тип ҡабатланы һәр ваҡыт.

Мал-тыуарҙы ҡарау бөтөнләйе менән балалар яуаплылығында булһа ла, балаларҙың береһе лә ҡаймаҡ-майҙы күрмәнеләр. Сепарат өйрөлткәндә, май бешкәндә үгәй әсә балаларҙан бөтөнләй күҙ яҙлыҡтырманы. Кәметеүҙәренән, бармаҡ менән ялап ашарҙар тип ҡурҡты. Тик Баймаҡ СПТУ-һында уҡыған Ғәлимә ҡайтһа ғына ныҡышып икмәк бешереп туғандарын ашатты, һыйырҙы һауғас та һөт эсерә ине. Үҙенән кесерәк ҡустыһынан үҙе юҡта һеңлеләрен туҡматмаҫҡа, яҡлашыуын үтенә ине. Йонсоған балаларҙың беттәрен тарап, кейемдәрен йыуып кейҙерергә тырышты. Тик бының өсөн үгәй әсә үҙенең мәкерле уйын тормошҡа ашырҙы. Үҫмер малайҙы өйҙән аҡсаны урлаған тип атаһына ошаҡланы. Улынан булмаған аҡсаны таптырып атаһы улын ҡаты ғына туҡманы. Тәндәре күм-күк булған малайға Сәхибъямал зәһәрле йылмайып, өҫтөнлөклө ҡараны.

Аҡсаны урлаған һылтау менән балалар ул ҡышҡа йылы кейемһеҙ инделәр. Ойоҡ - бейәләйһеҙ, туҙған, бәләкәсәйеп ҡыҫҡарған кейемдәрҙә уҡырға йөрөгәнлектән улар ныҡ кәмһенделәр. Һыуыҡ тейҙереп йыш ауырынылар. Бигерәк тә Баймаҡта СПТУла уҡыған Ғәлимәгә ауырға төштө, ҡышты тишек резина итектә сыҡҡанлыҡтан бөтә тәнен сиҡан ҡаплап алды, һыҙланыуҙары үҙәгенә үтте. Ара алыҫ булыуға ҡарамаҫтан юлайҡан машиналарға эләгергә тырышып аҙна һайын ялында ауылға ҡайтырға тырыша. Өшөүҙән сәңкеп һыҙлаған аяҡтарының әрнеүҙәрен үлгәнсә лә оноторлоҡ түгелдер.

Сәхибъямал үҙ улын ҡәҙерләп, үгәй балаларын әрһеҙләп бер-нисә йыл йәшәне лә, үҙенә өй һатып алып балаларҙан башҡа йәшәргә ҡарар итте. Бәләкәй өйөн ҡалдырып, ҙур өй күтәргән ауылдашынан өй һатып алғас, бөтә ауыл ғәжәпләнде. Аҡса ҡайҙан? Ғәлимнур ҙа аҡса таптырып улын туҡмауын хәтерләп ныҡ әсенде. Ә бәләкәс улын һағынып барған Ғәлимнурға ҡаты шарт ҡуйҙы, үҙең генә бында килеп йәшә, тик балаларың минең өйөмә килеп йөрөмәйәсәк.

Етем илаһа ер-һыу илар, етемде рәнйетһәң икеләтә үҙеңә төшөр. Күп йылдар элек әйтелгән әйтем йылдар һынауы аша үткәндер. Йәлсемәне Сәхибъямал яңы өйөндә. Ғәлимнурҙан килтергән дебет кәзәһен тарап, шәл бәйләп көн итһә лә, һаулығы юҡ ине. Улын бик иркәләп, һәпестүкләп кенә үҫтерһә лә, ул үҙһүҙле, ялҡау булып үҫте.

Алғараҡ китеп әйткәндә Сәхибъямал үлгәс улын Өфөлә йәшәүсе туғаны алып үҫтерҙе, һөнәрселек училищеһендә уҡытты. Армияға барып хеҙмәт итеп ҡайтҡас, атаһы, туғандары эргәһендә йәшәргә теләп үҙҙәренең өйөндә йәшәргә ҡалды. Тик уның янында өҙөлөп торған әсәһе хәҙер юҡ. Етем туғандары ла ҙурайып һәр береһе үҙ тормошо менән йәшәй, үҙенсә ғүмер итәләр. Әсәһенең етем балалар өлөшөнә инеп һатып алған нигеҙҙә толҡа тапманы Ғәлим, үҙ ғүмерен үҙе ҡыйҙы.

Балаларын яҙмыш ҡосағына ташламаған Ғәлимнур Таулы ауылынан ултырған ҡарт ҡыҙҙы, Шәрифәне, ҡыйыуһыҙ ғына өйөнә йәшәргә саҡырҙы.

Ризалығын алғас та туйһыҙ -ниһеҙ никах уҡытып йәшәй башланылар. Ҡаршыһына ете бала теҙелеп баҫып, һынаулы ҡарап ҡаршылағанда ниҙәр уйлағандыр ҡыҙ бала, уныһын бер Аллаһы тәғәлә генә белгәндер, әммә һәйбәт әсәй булырға тырышты балаларға Шәрифә. Һәр баланың холҡона, ҡылыҡтарына тәүҙә үҙе яраҡлашты, унан ғына ҡыйыуһыҙланып үҙе һүҙен башланы. Йыуҙы, йышты, тегенде, өлгөрөргә тырышты. ҡулынан йөн, бәйләм төшмәне, булмағанын булдырҙы, юғын белдермәҫкә тырышты.

Үгәй балаларының әсе-әсе әйткәндәрен дә күңеленә һеңдерҙе, сығарып кешегә һөйләп йөрөмәне, үҙенә ылыҡтырырға тырышты. Һәммәһен аяҡҡа баҫтырырға ярҙамлашты, туйҙарын ихластан әҙерләнеп үткәрҙе. Уртаҡ тыуған ҡыҙҙары ла апайлы-ағайлы булып үҫте. Әсе, сөсөһөн күп күрһә лә тырышлығы, яҡшылығы менән еңергә тырышты.

Бикештәге балаға өс ай тулғас, үҙ тормоштары бер аҙ яйға һалынғас, икәүләп баланы алырға киттеләр. Тик уларҙы насар яңылыҡ көтә ине, баланы кемдер уллыҡҡа алған, ә кем алғанлығын әйтергә ярамай. Аптыранды Ғәлимнур, үҙен ғәйепле һанап өҙгөләнде, таптырҙы. Һорашыуҙар ҙа бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәне, оҙаҡламай Бикеш бала табыу йортон бөтөнләй яптылар, документтар таралып бөтөүгә һылтандылар. Баланың эҙе бөтөнләйгә юғалды.
Тик Ғәлимнурҙың ғына йөрәген ғүмер буйы һыҙлатты шул бала. Ғүмере буйы эҙләне үҙенең Моратын, хәҙер исеме лә икенселер инде, әсәһе ҡушҡан исемен кендек әбейенән башҡа берәү ҙә ишетмәне.

Ғәлимнур ҡарт үҙ әжәлен ҡаршылағанда ла иҫе теүәл булып һәр балаһының матур йәшәүенә шөкарана ҡылды, тик зиһенен яҡтыртҡан аңы ғына юғалған улы өсөн зарығып “Ҡайҙа һин, Моратым?" тип ҡабатланы.

Сараһыҙлыҡтан үҙ балаһынан ваҡытлыса баш тартып яҙған ғариза буйынса, Бикеш бала табыу йортонан сабыйҙы кемдер уллыҡҡа ала. Хәҙер ҙә 1971 йылдың 1 ноябрендә тыуған ир баланы, туғандарын табыуға апалары, ағаһы өмөттәрен өҙмәйҙәр.

Гөлдәр КӘЛИМУЛЛИНА.

https://ejansura.ru/articles/hikaya/2023-04-09/mer-ept-rene-t-y-n-3212640

 

Ғүмер ептәренең төйөнө
Ғүмер ептәренең төйөнө
Автор:
Читайте нас: