+5 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Май 2023, 17:19

Ирәүән (ревень) һәм ҡуҙғалаҡлы бәлеш рецебы

-

Ирәүән (ревень) бәлешенең рецебы:

Ирәүән(ревень) - 750 г
Ҡаймаҡ - 200 г
Маргарин - 200 г
Он - 2 стакан
Шәкәр - 350 г
Манный ярмаһы - 2 аш ҡалағы
Сәй содаһы - 1 сәй ҡалағы һеркәлә һүндереп
Йомортҡа - 2 шт.

Ирәүәнде йыуып, таҙартып турайбыҙ.
Маргарин, ҡаймаҡ, 200 г шәкәр ҡомо, 1 йомортҡа, сода, он һалып ҡамыр баҫабыҙ.
Ҡамырҙың яртыһын табаға йәйеп һалабыҙ.
Манный ярмаһы һибеп, өҫтөнә туралған ирәүәнде һалып, ҡалған шәкәр ҡомон һибәбеҙ ҙә өҫтөнә ҡамырҙың икенсе яртыһын ҡаплап, бөгәбеҙ. Әҙер бәлештең өҫтөнә бер йомортҡаны һытып буяйбыҙ ҙа 45-50 минутҡа духовкаға оҙатабыҙ.

 

Ҡуҙғалаҡлы бәлеш:

Ҡамыр өсөн ике стакан он, ярты стакан шәкәр, 100 грамм аҡ май, бер стакан ҡаймаҡ, бер балғалаҡ йомшартҡыс алабыҙ. Эслеккә иһә 250 грамм ҡуҙғалаҡ, ярты стакан шәкәр, 2-3 ботаҡ бөтнөк, ике балғалаҡ крахмал кәрәк.

Тәүҙә шәкәрҙе май менән бергә ыуабыҙ. Ҡаймаҡ, йомшартҡыс ҡушып ҡамыр баҫабыҙ ҙа 20 минутҡа ҡалдырабыҙ.

Эслеккә тотонабыҙ. Ҡуҙғалаҡты ваҡлап турайбыҙ. Бөтнөк, шәкәр, крахмал ҡушып бергә болғатабыҙ. Шунан ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, йәймәләр йәйәбеҙ. Ҙурыраҡ өлөшөнә эслек һалабыҙ. Бәләкәсерәге менән ҡаплайбыҙ ҙа эргә-тирәһен йәбештерәбеҙ. Бәлештең өҫтөнә һөт менән йомортҡаны бергә бутап һөртәбеҙ. Духовканы 200 градусҡа тиклем йылытып, 40 минут тирәһе бешерәбеҙ.

Ирәүән (ревень) һәм ҡуҙғалаҡлы бәлеш рецебы
Ирәүән (ревень) һәм ҡуҙғалаҡлы бәлеш рецебы
Ирәүән (ревень) һәм ҡуҙғалаҡлы бәлеш рецебы
Автор:
Читайте нас: