+17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Бөрйән ҡашмауы Санкт-Петербург музейында һаҡлана...

Был ҡашмауҙы ғалим Сергей Руденко 1905 йылда Бөрйән районының Үрге Нөгөш ауылында алған.

Ҡашмау Санкт-Перербургта Рәсәй этнография музейында һаҡлана.

Руденко ҡашмауҙың төҙөлөшөн ентекле һүрәтләй. Уның яҙмаларынан XX быуат башында ҡашмауҙы бөтә башҡорттар ҙа кеймәүе асыҡлана: «Бөгөнгө көндә башҡорттар йәшәгән төйәктең көньяғында, башлыса, меңдәр, табындар, юрматылар, инйәр-ҡатайҙар, тамъян-түңгәүерҙәр, бөрйәндәр һәм ҡыпсаҡтар ҡашмау кейә. Бынан яҡынса егерме йылдар элек үҫәргәндәр, тамъяндар, күбәләк-теләүеттәр, ә унан да алдараҡ ҡара табын-барындар, әйлеләр, көҙәйҙәр һәм ҡаңлылар был баш кейемен йөрөткән».

БАШКОРТТАР-БСТ төркөмө мәғлүмәттәре файҙаланылды.

Т. Баһауетдинова әҙерләне.

https://tanburz.ru/articles/tarikh/2023-05-03/b-ry-n-ashmauy-sankt-peterburg-muzeyynda-a-lana-3243511

 

 

 

Бөрйән ҡашмауы Санкт-Петербург музейында һаҡлана...
Бөрйән ҡашмауы Санкт-Петербург музейында һаҡлана...
Бөрйән ҡашмауы Санкт-Петербург музейында һаҡлана...
Бөрйән ҡашмауы Санкт-Петербург музейында һаҡлана...
Бөрйән ҡашмауы Санкт-Петербург музейында һаҡлана...
Автор:
Читайте нас в