+25 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
3 Мая 2023, 06:00

Хәйбулла далаһында ҡайтауаз моңо

Йылдар өйгән йөктән арынып, «Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта» тип, күңелдәрҙе елкендереп дәртле гармун көйҙәре һуҙып ебәргән, шул көйҙәргә өҙҙөрә баҫып бейеп киткән, төртмә таҡмаҡтарын ҡушып йырлап көлдөргән, алыҫ йәшлектә ҡалған моңло йырҙарҙы, көйҙәрҙе уйнап күҙҙәргә йәш эркелдергән, сал сәсле, дәртле йөрәкле кемдәр һуң ул? Улар – Хәйбулла районының «Ҡайтауаз» гармунсылары. Һылыу, уңған, һәләтле, дала офоғолай киң даирәле ҡыҙ – Гөлфиә Хәләфетдинова бер төркөмгә туплаған был моңло уҙамандарҙы. Гөлфиә үҙе лә ҡумыҙҙа, думбырала, дөңгөрҙә, ҡурайҙа, гармунда, баянда уйнай. Берсә үҙәктәрҙе өҙөп, берсә йөрәктәрҙе елкендереп ретро, эстрада, халыҡ йырҙарын башҡара. Ҡобайыр, мөнәжәттәр йырлай һәм көйҙәр ижад итә. Нескә генә булмышы менән, билде биштән быуып, район үҙәге мәҙәниәт йортоноң ижад донъяһында ҙур-ҙур эштәр башҡара ул. Моңо, дәрт-дарманы ташып торған Хәйбулла һандуғасы Гөлфиә Хәләфетдинованан үҙе һәм ул ойошторған ижади төркөмдәр хаҡында һөйләүен үтендек.

 

Мин киң офоҡло, йәйрәп ятҡан аҡ ҡылғанлы дала ҡыҙы. Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылында тыуып үҫтем. Сәнғәткә һөйөүөм сәңгелдәктә ятҡанда уҡ, бәлки, хатта әсә ҡарынында уҡ тыуғандыр. Әсәйем – Сафия Мәхмүтйән ҡыҙы халыҡ йырҙарын, ретро йырҙарҙы, ауылдаштар әйтмешләй, сылтырап аҡҡан шишмә кеүек йырлай. Әлеге көндә үҙе лә йырҙар ижад итә, шиғырҙарын мөнәжәт итеп көйгә һалып йырлай. Йыр-моңға һөйөүөн сайпылтмай ғына миңә лә тапшырған ул. Башланғыс класта уҡыған саҡта уҡ гармунда һәм ҡумыҙҙа уйнай башланым. 9-сы класты тамамлағас, Өфө педагогия колледжының әҙерлек курсында бер йыл уҡыным да, икенсе йүнәлеш буйынса  китергә кәрәк икәнен аңлап, кире ауылға ҡайттым, Иҫәнгилде ауылында 11-се класты тамамланым. Унан инде ижад һәм сәхнә ылыҡтырыуын еңә алмайынса, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһының баян класына уҡырға индем. Белемемде тағы ла нығыраҡ камиллаштырыу теләге менән Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында, баян класында ситтән тороп уҡып алғас, Иҫәнгилде мәктәбендә музыка уҡытыусыһы булып эшләй башланым. Балалар, кешеләр менән эшләү шул тиклем оҡшай миңә, сөнки күңелем тулы хазинаны кем менәндер бүлешеү, өйрәтеү, уларҙың да матурлыҡҡа, моң иленә ынтылыштарын күтәрмәләү әйтеп аңлатҡыһыҙ шатлыҡ килтерә ине.

Эш урынында Гөлфиә ике ансамбль ойоштороп ебәрә. Сылтырап ҡына ағып ятҡан Ҡыуандыҡ йылғаһының исемен ҡушып «Ҡыуандыҡ» тип исемләнгән ҡумыҙсылар һәм «Буранбай» уҡыусылар вокал ансамблдәрен төҙөй. Был төркөмдәр менән районда уҙған йыр-моң конкурстарында һәр саҡ призлы урындар яулап, Иҫәнгилде мәктәбенә дан алып ҡайта улар. Һәләтле, дәртле ҡыҙҙы тиҙҙән Хәйбулла районы үҙәгенә, Акъяр ауыл мәҙәниәт йортона саҡыралар. Ҡолас ташлап халыҡ ынйыларын йыйыу, уларҙы балҡытып республика кимәленә сығарыу эшенә тотона ул. Илһамлы хеҙмәт тиҙ арала үҙенең емештәре менән ҡыуандыра башлай. 2007 йылда Мәсетле районында уҙған беренсе асыҡ республика конкурсында ҡумыҙсылар, өзләүселәр араһында 1-се дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ була Хәйбулла ҡумыҙсылары.

Йәштәрҙе һәм урта быуын кешеләрен берләштереүсе «Аҡтамыр» этно-төркөмө ойоштора Гөлфиә. Төркөмдөң исемен Әхмәт-Зәки Вәлиди әйткән «Башҡорттарым Аҡтамыр кеүек тыуып торор», – тигән ҡанатлы һүҙҙәрҙән ала улар. Республика бәйгеләрендә призлы урындар алып, дәртләнеп эшләй был ижади төркөм. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан ғына торған яңы ҡумыҙсылар ансамбле ойоштороу теләге менән янып, яңы-яңы идеялар туплай. Гөлфиәнең туғандары ла йыр-моңға ғашиҡ. Ул бер туған ағаһының улдары Айгиз һәм Насип менән  дә бергә этно-төркөм төҙөй. Уны «Елбаш тауы» тип исемләйҙәр.

Был тау әсәйемдең тыуған ауылы Иҫәнгилде менән атайымдың тыуған ауылы Әбделнасир уртаһында урынлашҡан. Унда менһәң баштан, сикәнән иркәләп һәр саҡ талғын ел – илһам еле иҫә. Бик матур тарихи ерҙә урынлашҡан, еләк-емешкә һәм артышҡа бай тау үренән Баймаҡ, Хәйбулла райондарының егерменән ашыу ауылы күренә. Ҡустыларымдың өләсәй-ҡартатай төйәгенә ихтирамы итеп, Елбаш тауының исемен ансамблгә алдыҡ, – ти Хәләфетдиновтар нәҫеленең талантлы ҡыҙы. Төбәк-ара ҡурайсылар бәйгеһендә ҡустыһы Хәләфетдинов Насип 2-се урын яулай. «Елбаш» триоһындағы туғандар ҡумыҙ, думбыра кеүек халыҡ инструменттарында уйнап халыҡты ҡыуандыра.

Гөлфиә Ҡыяметдин ҡыҙының иң матур эштәренең береһе – ғүмер буйы гармунды юлдаш итеүсе, хәҙер инде хаҡлы ялдағы оло йәштәге гармунсыларҙы туплап, район мәҙәниәт йортонда «Ҡайтауаз» ансамбле ойоштороуы. Бала саҡтан гармун моңдарына уралып үҫкән ҡыҙға Аллаһы Тәғәлә ошо миссияны иңдәренә һалыуы бер ҙә юҡҡа түгелдер. Хәйбулла гармунсылары, аралар алыҫлығына ҡарамай, халыҡ һөйөүөн яулап яңынан-яңы үрҙәргә ынтыла. Күптән түгел «Байыҡ» телевизион бейеү конкурсында уңышлы сығыш яһап ҡайтты улар.

Төрлө һөнәр эйәләре булып, райондың төрлө алыҫ ауылдарында йәшәүгә ҡарамаҫтан, дәрт-дармандары ташып торған Хәйбулла уҙамандары мөмкинселек табып, илһамланып шөғөлләнә был ансамблдә. Төркөмдөң әүҙем ағзаһы Рәсих Әхмәтов әйтеүенсә: «Йәшлекте ҡайтарып булмаһа ла, йәшлектә йырлаған моңло йырҙарҙы, дәртле көйҙәрҙе тергеҙеү, киләсәк быуынға ишеттереү беҙҙең маҡсатыбыҙ». Йәшнәп йәшәгән йәшлек аһәңе булған гармунсылар ансамбленең исемен Сафия Мәхмүтйән ҡыҙы (Гөлфиәнең әсәһе) тәҡдиме буйынса «Ҡайтауаз» тип атайҙар. «Ҡайтауаз»дар һәр ҙур һәм бәләкәй сараның йөҙөк ҡашы. Уларҙы тамашасылар ҙур ҡыуаныс менән  ҡаршы ала, олоһо ла, йәше лә ихлас ҡушылып бейеп-йырлап, алҡыштарға күмеп оҙатып ҡалалар. Йылдар өйгән йөктән арынып, «Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта» тип күңелдәрҙе елкендереп дәртле гармун көйҙәре һуҙып ебәргән, шул көйҙәргә өҙҙөрә баҫып бейеп киткән, төртмә таҡмаҡтарын ҡушып йырлап көлдөргән дә, алыҫ йәшлектә ҡалған моңло йырҙарҙы, көйҙәрҙе уйнап күҙҙәргә йәш эркелдергән дә – улар, «Ҡайтауаз»дың ҡарағайҙай уҙамандары. Район халҡына ғына түгел, бөтә Башҡортостанда гармун моңон һағынып йәшәүсе кешеләрҙең күңеленә шифалы моң илтеүенә һөйөнә улар.

Һәр гармунсыһы тураһында илһамланып сәғәттәр буйы һөйләргә лә риза «Ҡайтауаз»дың етәксеһе Гөлфиә Ҡыяметдин ҡыҙы. Халыҡсанлығы менән үҙенсәлекле булған төркөм ағзалары менән ҡыҫҡаса ғына таныштырып китәйек.

 

«Ҡайтауаз» гармунсылары араһында иң олоһо Нәзиф Ишемғолов, уға 72 йәш. 4-се кластан гармунда уйнай башлаған. Ғәлиәхмәт ауылында йәшәгән сағында ул бейеү түңәрәктәрендә гармунға бейеткән. Сәйфулла Дилмөхәмәтов ойошторған ҡурайсылар ансамбленә 1985 йылдан алып йөрөй. Шуға ул кешеләр, тарих хаҡында яҡшы хабәрҙәр, шәхестәрҙең тормошон өйрәнә һәм матур итеп һөйләй. Бик күп боронғо башҡорт халыҡ көйҙәрҙен белә һәм гармунда еренә еткереп уйнай. Үҙенән йәшерәк гармунсыларға өйрәтеп тә ебәрә. Әлеге көндә Садовый ауылында йәшәй. Репетицияларға һуңламай килә, бик тырыш һәм үҙ эшенә яуаплы кеше.

Ишбирҙе Азаматов Атингән ауылында йәшәй. Әлеге көндә хаҡлы ялда. Быйыл уға 70 йәш тула. Ғүмер буйы тракторист булып эшләй. Бик әүҙем һәм яуаплы кеше. Матур итеп аңлатып һөйләй, ир һүҙен әйтә, әйткән һүҙендә тора белеүе менән ихтирам яулаған ул төркөмдәштәре араһында. Үҙешмәкәр артистар сығышында әүҙем ҡатнаша. Көйгә тура килтереп кенә матур баҫып бейей, гармунда үҙе уйнап йырлай, пьесалар сәхнәләштергән саҡта ла ауыл мәҙәниәт йортоноң йөҙөк ҡашы ул.

46 йәшлек гармунсы Ғәлиән Билалов «Ҡайтауаз» ансамбленең солисы, Йылайыр районының Ҡаҙырша ауылында тыуып үҫкән. Әлеге ваҡытта Аҡъярҙа йәшәй. Баянда, гармунда һәм тальян гармунда өҙҙөрөп уйнаған көслө гармунсы. Төрлө халыҡ көйҙәрен уйнай. Бәләкәй саҡтан һөнәри баянсы булғыһы килә уның. Әммә Сибай институтына ингән саҡта, музыка мәктәбен тамамланы тигән таныҡлығы булмау сәбәпле, конкурстан үтә алмай. 5-се кластан гармунда уйнай башлай. Атаһы Орск ҡалаһынан гармун алып ҡайтып бирә. Һәр яҡтан талантлы булып, мәҙәниәт өлкәһен үҙ итһә лә, был өлкәлә эшләргә насип булмай. Көйөргәҙе районында бәйгелә ҡатнашып, «Тылсымлы гармун» номинацияһында еңеүсе булды.

«Ҡайтауаз»дың шәп бейеүсеһе лә булған Рәсих Әхмәтовҡа 65 йәш. Ул йәмле Йәнтеш ауылынан. Кластарында 10 малай уҡыһа, шуларҙың һигеҙе гармунда уйнаған. Ҡырҡ йыл мәктәптә эшләй ул, директор, директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Ул гармундан тыш ҡумыҙҙа, ҡурайҙа уйнай. Шулай уҡ бик шәп балта оҫтаһы булараҡ та дан алған. «Үҙенән алда Рәсих ағайҙың дәрте йөрөй, ойоштороу һәләте бик көслө», – тип ҡыуана төркөмдәштәре.

Әлеге көндә район үҙәге Аҡъярҙа йәшәгән шәп гармунсы Даян Иҙелбаев Йылайыр районының Һабыр ауылында тыуып үҫкән. Ул 5-се кластан гармунда уйнаған. Сәйфулла Дилмөхәмәтовтың ҡурайсыларҙы туплап, ансамбль төҙөп даими һәм емешле шөғөлләнеүен күреп, гармунсыларҙы ла ошолай туплай алыусы бер етәксе табылһа ине, тигән хыял менән йәшәй. Гармунсылар ансамбле төҙөлөүен ишетеп, ул бик ҡыуана һәм ҙур теләк менән йөрөй.

Фәрит Әхтәмов Әбеш ауылында тыуып үҫә. Ауыл клубында, музыка һәм мәктәптә рәсем уҡытыусыһы булып эшләй. Мәктәптә ул ойошторған ҡалаҡсылар ансамблен әле һаман һағынып һөйләй әбештәр. Ә инде Атингән ауылында ойошторған ҡалаҡсылары һәр сараның йөҙөк ҡашы. Гармунсылар сығышына ла үҙенең ҡалаҡтары менән ҡушылып китһә, иҫ киткес аһәңле моң яңғырашы барлыҡҡа килә. Ул бик оҫта бейей ҙә. Үҙе әйтеүенсә, яратҡан бейеүе «Байыҡ»ты башҡарған саҡта  егерме йәшкә йәшәреп киткәндәй тоя.

Ғәдим Ҡәйепов Сәғит ауылы уҙаманы. 35 йыл уҡытыусы булып эшләй. Үҙе уйнай, үҙе йырлай, үҙе бейей. «Ул Хәйбуллаларса баҫып бейей», – тиҙәр уның хаҡында. Тынғыһыҙ уҙаман хаҡлы ялда булһа ла, төҙөүсе эшен ташламай.

Мәмбәт ауылынан булған гармунсы Сәйфуллин Мәжит 26 йыл шофер булып руль артында йөрөй. Моңға һөйөүөн тапшыра алып, улы ла гармунда уйнағанға бик шатлана ул.

Сәфәрғәлин Кәрим Баймаҡ районы Ҡарамалы ауылында тыуған. Башланғыс кластан гармун ене ҡағыла. Үҫмер сағында Сибай ҡалаһына уҡырға килгәс, Юлай Моратовтан гармун серҙәрен ныҡлап өйрәнә. Һөнәре буйынса физкультура уҡытыусыһы булһа ла, төрлө урындарҙа эшләй, төрлө музыка ҡоралдарында уйнай ул, әммә музыкант булараҡ үҙ урынын таба алмағанына бер аҙ үкенә.

Маннапов Хәбир Йылайыр районының Башҡорт Матрайында йәшәй. Ҡырҡ йылдан ашыу руль артында саҡрымдар һанаған тәжрибәле шофер әлеге көндә мәҙәниәт йортонда оператор булып эшләй. Бала сағында уйнап өйрәнһә лә, утыҙ йыл инде, гармунды ҡулына алмаған була. «Ҡайтауаз» гармунсылар ансамбле төҙөлөүен ишеткәс тә, ошонда йөрөргә хыяллана. Саҡырыу алғас, бик матур уйнауы менән барыһын да һоҡландырып, дәртләнеп шөғөлләнә башлай.

Был ансамблде төҙөү ниәте менән оҙаҡ яндым, күптән хыялландым,- ти Гөлфиә Ҡыяметдин ҡыҙы. Райондың ҙурлығы, ауылдарҙың бер-береһенән алыҫлығы ла өркөттө. Төркөмдө булдырырға ныҡлап тотонғас та әле, кемдеңдер тормош иптәше ҡаршы төшә, кемдер һаулығы, мөмкинлеге сикле булыуҙы һылтау итеп йөрөгөһө килмәй. Әлеге мәлдә гармунды ысын күңелдән яратып, халҡыбыҙҙың ынйы бөртөгөндәй ҡиммәтле көйҙәрен оноторға ирек бирмәй, халыҡҡа ишеттереү, йәш быуын күңелендә ужымлы шытым итеп ҡалдырыуҙы оло маҡсат итеп алған 12 гармунсы шөғөлләнә. Гармундың киләсәге баян һәм башҡа музыка ҡоралдары менән сағыштырғанда, ярҙамға мохтаж. Ул уҡыу йорттарында айырым дәрес итеп уҡытылмай. Шуға күрә лә, нәҡ ошо, күптәрҙең йәшлек ауазы булған гармунды тергеҙеү, һаҡлау төп маҡсатымдың береһенә әүерелде.

 

Һәр саҡ кешеләр, йәштәр һәм ололар менән эшләүсе, тотонған эшен аҙағына тиклем атҡарып сығыу өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй тырышыусы, район мәҙәниәт йортоноң төрлө йүнәлештәге түңәрәктәре менән етәкселек итеүсе Гөлфиәнең шәхси еңеүҙәре лә күп. 2013 йылда Өфөлә үткәрелгән ДАРМАН конкурсында Алтын миҙал яулай. Яңауыл ҡалаһында уҙғарылған гармун бәйгеһендә ҡатнашып Дипломант исеменә лайыҡ була. Мәләүез ҡалаһында композиторҙар бәйгеһендә һәүәҫкәр композитор Азат Исҡужиндың йырҙарын йырлап 3-сө урын ала.

 – Район, республика кимәлендәге һәр төрлө бәйгеләрҙә призлы урындар алып торам, тәүгеләре бик тә ҡиммәтле ине, хәҙер инде иҫәбе-һанын да юғалттым, барыһын да ҡапылда хәтергә төшөрөп тә булмай. Район мәҙәниәт йортонда 3 тапҡыр үҙемдең шәхсән концертымды үткәрҙем, - ти ул.

 

Фестиваль, һабантуй, һәр төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып сит илдәргә, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә, Мәскәү,Санкт-Петербург, Екатеринбург, Свердловск өлкәһенә, коллектив менән Чебоксарға бара ул. Күп ҡырлы талантын үҫтереп һәр төрлө музыка ҡоралдарында – ҡумыҙҙа, думбырала, дөңгөрҙә, ҡурайҙа, гармун һәм баянда уйнау серҙәрен камиллаштыра. Ҡобайыр, мөнәжәт, ретро һәм эстрада йырҙарын да йырлай Гөлфиә. Күптән түгел, дәртләнеп китеп, үҙе лә йырҙар ижад итә башлаған. Гөлфиәнең халыҡсан ижады менән хатта Венгрия фольклорсылары ла ҡыҙыҡһына. Әсәһе Сафия апайҙың мөнәжәттәр әйткәнен, Гөлфиәнең гармунда, ҡумыҙҙа уйнағанын, өзләгәнен яҙҙырып алыр өсөн улар алыҫ ерҙе яҡын итеп төпкөл Хәйбуллаға килеп етә. Көнсығыш халыҡтарын өйрәнеүсе венгр этнографы Давид Шофман Кара саф башҡортса һөйләшеүе, әҙәби телде һәйбәт белеүе менән Гөлфиәне таң ҡалдыра. Хеҙмәттәше антрополог Иштван Санта башҡорт халҡының генетик килеп сығышы йәһәтенән эҙләнеүҙәрҙе маҡсат итеп килә. Хәйбуллаға килгәс тә улар үҙҙәрен Давид – Дауыт тип, Иштван – Иштуған тип таныштыра. Уңған хужабикәләрҙең һыйлы табынында улар милли аш-һыу төрҙәре тураһында бай мәғлүмәт туплап, ҡәнәғәт булып ҡайталар.

Халыҡ йырҙарын, халыҡ уйын ҡоралдарын йәшәтергә, килер быуындарға хазина итеп һаҡларға тигән аныҡ маҡсаттар ҡуйып, арымай-талмай ижад итә Хәйбулла ҡыҙы Гөлфиә Хәләфетдинова. Йөрәгендә ҙур һөйөү йөрөткән ошондай ҡыҙҙар, егеттәр барҙа, тынмаҫ, юғалмаҫ, ағылыр әле ул халҡыбыҙ моңдары.

 

Миләүшә ҠЫҘРАСОВА

 

 

Хәйбулла далаһында ҡайтауаз моңо
Хәйбулла далаһында ҡайтауаз моңо
Хәйбулла далаһында ҡайтауаз моңо
Автор:
Читайте нас