Шул саҡ бер ваҡиға иҫенə төштө Илдарҙың. Уйлағайным бит, ниндəйҙер бер ғəйебе бар кеүек ине, тип...
Былай булды. 8 Мартты билдəлəгəн көнө эштəге егеттəр тиҙ генə үҙ-ара аҡса йыйҙылар ҙа Илдар менəн ошо Фəрҙисте (эйе, нəҡ шулай, Фəрҙис) магазинға ебəрҙелəр. Сəскəлəр алдылар, торт, өс шешə шампан шарабы, һут, уныһын-быныһын... Артып ҡалған аҡсаны икегə бүлде лə Фəрҙис, 100-шəр һумдан, егеткə һондо:
– Мə, быныһы һинең өлөш...
– Кит əле, алйып бараһыңмы əллə?
– Ал ал! Ишəк һымаҡ күтəренеп, һин дурак менəн мин дурактан башҡа берəү ҙə йөрөмəй магазин буйлап.
– Китəле, һин сəпсим што ли?!
– Сəскə һатҡан түтəй чек бирмəне. Бер рауза 180 һум тора тиһəк, беҙҙе кем килеп тикшереп тора? Байрам алды ла баһа! Ҡиммəт!
Талашып киттелəр. Унан Фəрҙис “артыҡ” аҡсаны бысраҡ асфальтҡа һалып тапаны ла (“дур-рак!”) ҡыҙарынып-бүртенеп китеп барҙы.
Бер ни тиклем һаулыҡ һорашмай йөрөнөлəр, аҙаҡ Фəрҙис үҙе ҡул биреп сəлəмлəшə башланы, был теге ҡылығы өсөн ғəфү үтенеү һымаҡ та булды. Уның үҙ иптəштəренең аҡсаһын үҙлəштерергə маташыуы тураһында Илдар бер кемгə лə əйтмəне, тора-бара был хаҡта онотто ла. Тик аҡса ҡолоноң алама ғəҙəте ҡалған икəн. Иҫəп ҡағыҙы килтергəн ҡыҙ менəн бəхəслəшеп алды. Уныңса, сəйҙең хаҡын арттырып һатҡан икəн:
– Белəм мин үзбəктəрҙе. Һемəйтергə генə торалар. Армияла бер мəл...
Тик армияла бер мəл нимə булғанын һөйлəп өлгөрмəй ҡалды. Сығып баралар ине. Кафе ишеген асыуға, күтəрмə янына килеп ҡунаҡлаған асарбаҡ тауыш бирҙе:
– Блин, ҡайҙа ҡарама, ошолар, достали!
– Ниңə улай бик... – Илдар тейешле һүҙ таба алмай, тотлоғоп ҡалды. Фəрҙистең нəфрəт менəн əйтелгəн “достали”һына хайран булды. Тəбиғəте шул уның – көтөлмəгəн тупаҫлыҡтан баҙап ҡала, унан асыуынан сəсрəп китə. Кем ҡул аҫтына шул ҡыҙыу мəлдə элəгə, уға көнлəшəһе түгел.
– Туғанҡайҙар, мин кисəнəн бирле ашамаған... – Ашамаһаң ни! Ашама! Һимермəҫһең! Достали, блин. Əйтмəксе, тағы бер анекдот. Ике класташ осраша. Береһе бай, икенсеһе фəҡир. Һүҙ артынан һүҙ сыға, былар тормош хəленə күсеп китə. “Бына мин лангуст, колбаса, ҡара ыуылдырыҡ ҡына ашайым... Икмəк ашаған юҡ!” – ти икəн бай. “Ə мин икмəк кенə ашай алам... – ти ярлы класташы. Бай əйтə: “Мин һине аңлайым! Бүккəнһең! Əммə, туған, улай ярамай. Ыуылдырыҡ бит ул бик файҙалы! Көслəп булһа ла ашарға кəрəк! Фəрҙис йəнə хихылдап алды. Тəмəкеһен сүп һауытына ташланы. Унан телəнсегə һүҙ ҡатты.
– Ике көн ашаманым, тиһеңме?
Фəрҙис кеҫəһенəн “орбит” һағыҙын сығарҙы:
– Был һиңə ике генə түгел... нисə тип һора?
– Нисə? – меҫкен ул-был этлекте көтмəй ине, тəртипле уҡыусы һымаҡ ҡарһаланып ҡабатлай һалды.
Фəрҙис һуҡ бармағын өҫкə сөйҙө:
– ...ə өс көн сəйнəргə етə! Мə, тот!
Фəрҙис һағыҙҙы асарбаҡҡа ҡарай осорҙо. Тегеһенең йонсоу йөҙөндə йəллəүес йылмайыу ғəлəмəте сыҡты. Ул мыҫҡыллауҙарға өйрəнеп бөткəйне. Һағыҙҙы кеҫəһенə һалып ҡуйҙы.
– Уй, дурак! Йəшереп ҡуйҙы, иртəгə ашай! – бармағын Фəрҙис сикə тирəһендə өйрөлттө. Үҙенең тапҡырлығынан күңеле булып кеткелдəп көлөп алды. Илдарға өндəште:
– Киттек! Илдар буҙарынып баҫып тора ине. Фəрҙистең ҡылығы өсөн ошо бахыр əҙəм алдында сикһеҙ оят ине уға. Кеҫəһенəн ваҡ аҡса эҙлəне.
– Мин бит, туғанҡай, элекке уҡытыусы. Заслуженный... – Телəнсенең күҙендə сикһеҙ һағыш сағылды, хатта йəш тамсыһы бəреп сыҡҡандай тойолдо.
– Ə мин космонавт! Əй, юҡ, балерун! Мин дə заслуженный! – Фəрҙис тауыш бирҙе. – Тик һинең кеүек телəнселəп ултырмайым! Юлдашына өндəште:
– Алдай улар! Ниһайəт, Илдар кеҫəһенəн йөҙлөк аҡса сығарып асарбаҡҡа тотторҙо.
– Һин үҙең достал, хайуан! – Илдарҙың рəнйегəн булмышынан ене атылып сыҡты. Сыҡты ла Фəрҙистең ҡолаҡ төбөнə бер генə тондорҙо. Тондорҙо ла боролоп китеп барҙы. Ҡыҙған саҡта холҡо алама шул уның. Тегеһе ерҙəн тороп маташа, əллə нəмəлəр ҡысҡырып тороп ҡалды.
Йəнə ике йыл үтте. Илдар Үҙəк баҙарҙан сығып килə ине. Теткелəнеп бөткəн һаҫыҡ куртка, ялбыр кəпəс кейгəн, көҙгө һалҡын тротуарға ҡатырға түшəп ултырған һаҡалтай телəнсе йəллəүес тауыш менəн өндəште.
Илдар бумажнигын сығарҙы. Тауышы таныш һымаҡ
– Хоҙай хаҡына, братан... Күпме бирə алаһың...
Барсеткаһынан бер ус тимер аҡса ҡармап алып меҫкендең бысраҡ усына һалды.
– Хоҙай һаҡлаһын үҙегеҙҙе!
Фəрҙис янында бер ҡупшы ҡатын туҡтаны, илле һумлыҡ ырғытты. Иреме-кемеһелер, һəр хəлдə, ялан башлы бик текə əфəнде, ханымды еңенəн һөйрəп алып китте:
– Айгөл, иҫəрлəнмə! Улар бит бында аҙым һайын! Достали!
Көҙгө ҡояш зəғиф нурҙарын битараф оло ҡалаға һирпə ине.