+12 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
27 Апреля 2023, 10:00

УЛАР ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘ

СЦЕНАРИЙ (Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә арнала)

Сәхнәлә яртылаш ҡараңғы. Проекторҙа һуғыш яу яланы, атыш тауыштары.

 

Сәхнә артында диктор тауышы.

Йәшен булып осто был хәбәр:

Дошман беҙгә ҡаршы ут асҡан!..

Гитлер бандалары илгә ингән,

Яна ауыл, яна ҡала... түгелә ҡан.

Бер кемгә лә бирмәҫ минең халҡым

Заводтарын, шахта, тау-ерен...

Үлемен һиҙеп ҡоторонған дошман

Ошо ерҙә табыр ҡәберен.

әниф Кәрим)

 

Гитлер һуғыш башлағас, илебеҙ халҡы дәррәү күтәрелде. Күбеһе ҡорал тотоп, ғәзиз еребеҙ һағына баҫты. Бөтә совет халҡы менән бер үк сәғәттә шағирҙар, яҙыусылар ҙа көрәшкә күтәрелде. Һуғыштың тәүге көнөнән үк яҙыусы һүҙе, шағир йыры илде дошмандан һаҡларға өндәгән көслө оран булып яңғыраны. «Кәрәк булһа, пероны штыкка алыштырырға ла әҙербеҙ!». Ошо булды уларҙың девизы. «Бөгөн илгә йөрәгемде бирҙем, кәрәк булһа, ғүмеремде бирермен», тип ант бирҙеләр.

 

Ҡурай моңо ишетелә. Ут яҡтырғанда сәхнәлә биш һалдат баҫып тора. Мостай Кәрим, Динис Исламов, Рәхим Саттар, Муса Ғәли, Ғабдулла Байбуриндарҙың һалдат-образдары.

 

Һалдат-Мостай Кәрим. Яҡташтарым! Һуғыш бөткәнгә 75 йыл. Күптән инде күрешкән дә юҡ. Бер осрашыу – ул үҙе бер ғүмер, тиҙәр. Һөйләшәйек. Хәл-әхүәлдәрҙе һорашайыҡ. Донъялар нисек, имен-аманмы икән, шуны беләйек.

Бына барыбыҙ ҙа бергә йыйылдыҡ. Үткәндәребеҙҙе иҫкә алып, бөгөнгөһө тураһында һөйләшәйек. Күреп тораһығыҙ, халыҡ беҙҙе онотмай. Иҫкә ала. Йылдар йырағайған һайын, хәтирәләр ҙә йырағая. Тик үткәндәрҙе бер генә лә онотаһы килмәй шул…

Һалдат-Муса Ғәли. Бәй,онотмайыҡ һуң! Хәтерҙә мәңге һаҡланһын! Мостай ағай, һуғыш йылдары әллә онотолор тиһеңме?!

Һалдат-Мостай Кәрим. Юҡ инде. Гел иҫтә. Ғүмеремдең иң ауыр хәтирәләре ул минең. Иҫемдә, 41-се йылдың яҙында икенсе китабым сыҡты. Мин ул ваҡытта пединститутты тамамлағайным. Ошо китабымды һөйгәнем Раузаға туй бүләге итеп ҡулына тотторҙом. Бәхетле минуттар… Кейемебеҙ – өҫтөбөҙҙә, сынаяҡ менән ҡалаҡ ҡына ла юҡ. Ә бәхет ташып тора!..

Һалдат-Ғабдулла Байбурин. Эйе, ҙур өмөттәр, пландар ҡорҙоҡ. Мин һуғыш башланғанда, яңы мәктәпте тамамлаған инем генә. Хатта теркәлеү ҡағыҙы ла юҡ ине. Мәктәптә урынлашҡан саҡырыу пунктына бөтә класс менән килдек. Беҙгә нибары ун һигеҙ генә йәш ине...

Һалдат-Мостай Кәрим. Ә мин үҙебеҙҙең Дим буйына Әмир Чаныш менән балыҡ ҡармаҡларға төшкән инем. Һуғыш башланыуын шунда ишеттек. Ҡармаҡтарыбыҙҙы ташланыҡ та, Өфөгә ашыҡтыҡ. Хәрби комитетта ғариза ҡалдырып киттем. Минең өсөн һуғыш бына шулай башланып китте.

 

Мостай Кәримдең «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!» шиғыры уҡыла.

 

Уҡыусы.

Эйәрләне атай, ялын үреп,

Аҡбуҙаттың ярһыу, ап-ағын,

Әсәм һуҙа дәһшәт ҡылысының

Ҙур яуҙарҙа еңеп ҡайтҡанын.

Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!

 

Ышан, атай, һин эйәрләп биргән

Аҡбуҙатым минең абынмаҫ,

Йәшең тамған был ҡылысты, әсәй,

Һуғарырмын дошман ҡанында.

 

Йыуырмын мин фашист ҡаны менән

Илем күкрәгенең яраһын,

Ҡайырылмаҫ ҡаты дауылдарҙа

Үс һәм нәфрәт биргән ҡанатым.

 

Сал ҡартлығын һаҡлап ҡарттарымдың,

Һылыуҙарын һаҡлап илемдең,

Бөйөклөгөн һаҡлап Уралымдың,

Гүзәллеген һаҡлап Иҙелдең.

 

Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн,

Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,

Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн,

Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн –

Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!

Һалдат-Динис Исламов. Мин Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылында тарих фәненән уҡыттым. Һуғыш сығыр алдынан армия сафына алдылар. Архангельск ҡалаһында ишеттем мин был яман хәбәрҙе… Рәхим, ә һин ниңә шым ғына тораһың?

Һалдат-Рәхим Саттар. Радионан был насар хәбәрҙе ишетеү менән мин дә хәрби комиссариатҡа барҙым. «Көтөгөҙ!» тип ҡайтарып ебәрҙеләр. Көттөм, түҙемлегем етмәне – тағы барҙым. «Аҡ финдар менән һуғыштым. Пуля һәм штыктан ҡурҡмайым. Тылда ултырырға тейешменме ни?» – тинем. Ниһайәт, Октябрь айында саҡырыу ҡағыҙы килде. Улым Ил менән әсәйем вокзалға оҙата килде.

Һалдат-Муса Ғәли. Мин Дәүләкән педучилищеһында уҡыным. Шунан инде 1942 йылдан 1946 йылға тиклем Ҡыҙыл Армия сафында булдым. Ут эсенә ун һигеҙ йәшем тулыр-тулмаҫ барып керҙем.

Һалдат-Ғабдулла Байбурин. Муса! Ҡарап торам-торам да, ике ҡул башың ике төрлө икән.

Һалдат-Муса Ғәли (көлөп). Танкка ҡаршы мылтыҡ бирҙеләр бит! Ябыҡ ҡына ауыл егетемен. Егерме килограмдан саҡ ҡына артыҡ ауырлығым. Гел мылтыҡ күтәреп йөрөгәнгә күрә, шулай булды инде. Һул ҡулбашым уң ҡул башыма ҡарағанда түбән. Әллә бик һиҙеләме? Төндәрен һыҙлаштырғалай инде.

Һалдат-Динис Исламов. Днепр аша йөҙөп сыҡҡанда, танкка ҡаршы мылтығыңды ташламағанһың. Контужен да булғанһың, яра ла алған көйөнә йылғаны кисеп сыҡҡанһың әле! Афарин егет тә булғанһың икән үҙең?!

Һалдат-Муса Ғәли (көлөп). Эй, ул мылтыҡты ҡосаҡлап тигәндәй йоҡлай инем. Айырылғыһыҙ дуҫ булды ул. Яуҙа һалдат ҡоралын юғалтырға хаҡы ла юҡ! Шул Днепрҙы кисеүҙән һуң, Украинаны, Днепрҙы яраттым да инде мин!

 

Муса Ғәлиҙең «Ҡыҙыл үләндәр» поэмаһынан өҙөк тыңлау.

 

Уҡыусы.

Төнгө Днепр... Ярҙан ярына

Сират күперен кисте һалдаттар.

Янып торҙо ҡулда байраҡтар,

Тураҡланды дошман аръяҡта.

Томан бөтөп, туғай йәйрәгәс,

Ялды белмәй, белмәй ҡурҡыуҙы,

Уҡсы частар тағы ынтылды,

Гүйә, туфан ҡалҡып, тулҡынды.

Ер әйләндеме әллә кирегә,

Үткәндәрҙе кире саҡырып?

 

Баҫтымы әллә унан, ҡалҡынып,

Меңәр янар тауҙар, атылып?

Көн оҙоно Днепр ҡайнаны,

Табан көйҙө янған тупраҡтан.

Һәр аҙымда тамды тир һәм ҡан,

Ғүмер яуҙы ергә, япраҡтай.

Һуғыштың да була илһамы,

Ярала ул дошман сүккәндә,

«Катюшалар» ялҡын һипкәндә,

Азат ерен һалдат үпкәндә.

 

Бер йыр бирергә.

 

Һалдат-Ғабдулла Байбурин (моңһоуланып). Ә мин һәр ваҡыт ауылымды һағынып ҡайта инем:

Тыуған ауылым, йылы ҡосағыңдан

Һис кенә килмәй китәһем.

Ләкин китәм. Алда юлдар көтә,

Оҙон юлдар бар шул үтәһем!

Эйе, ауылыма әйләнеп ҡайтҡансы, күп юлдар, оҙон юлдар үтергә тура килде... Башта пехота училищеһында, һуңынан һауа-десант бригадаһында парашютсы-автоматсы булып хеҙмәт иттем. Венгрия ерен немец-фашистарынан азат итеү өсөн барған ҡаты һуғышта ауыр яраландым. Венгрияның Балатон күле буйында иҫ киткес ҡаты алышта йәһәннәм уттары ҡубарылды, ун көнлөк алышта 45 мең кеше ҡорбан булды. Фронттың алғы һыҙығында йөрөп, шундай мәхшәрҙән иҫән ҡалдым. Бел һин шуны: Балатон, һин шаһит, һинең тулҡындарыңда минең дә ҡан тамсылары сайҡала!

Һалдат-Мостай Кәрим. Ғабдулла, бер тирәлә йөрөгәнбеҙ бит, ә.? Балатон мәхшәрендә беҙ ҙә булдыҡ бит! Балатон ҡыҙына арналған шиғырым да бар:

«...Мин һинең илдеке түгел,

Мин башҡа илдән килдем.

Бөркөтлө сал тауҙа үҫтем,

Һин – ҡошо тыныс күлдең.

Мин башҡа илдән килдем.

Һалдат-Рәхим Саттар. Ә минең баштан үткәндәрҙе һөйләһәң… Көндәр түгел, йылдар етмәҫ! Десантсы булдым, бик күп ҡатмарлы операцияларҙа ҡатнашһам да, үлем менән бер генә тапҡыр ҙа осрашманым. Пулялар мине йәлләне, күрәһең... Иртәрәк шатланғанмын. 42-нең 27 июнендә Вязьма районында пленға, тотҡонлоҡҡа, эләктем. Смоленск, Борисов, Польша, Германия концлагерҙары буйлап оҙаҡ йөрөттөләр. Вустрауҙа Абдулла Алишты осраттым.

Лагерҙа йәшерен антифашистик ойошма төҙөлдө. Был ойошманың етәксеһе Муса Йәлил ине. Бында ингән бер кеше ант бирҙе: «Мин командир ҡушҡан һәр эште үтәйәсәкмен; бөтә йөрәгем менән илемә ярҙам итәсәкмен. Әгәр Тыуған илем өсөн ғүмерем кәрәк булһа, бер һүҙһеҙ бирәсәкмен. Әгәр хәрби эште үтәгәндә дошман ҡулына тотолһам, ниндәй генә ҡурҡыныс ғазаптар, ауырлыҡтар булмаһын, йәшерен ойошма, дуҫтарым тураһында бер һүҙ ҙә әйтмәйәсәкмен тип ант итәм! Әгәр ошо антымды боҙһам, мине Тыуған илемдең дошманы, фашистар хеҙмәтсеһе тип иҫәпләгеҙ!» Бына шулай булды минең хәлдәр…

 

Уҡыусы Рәхим Саттарҙың «Изге ер» шиғырын уҡый.

Уҡыусы.

Бөйөк Ватанымдың һәр атламы

Штык менән үлсәп алынған,

Иҙел буйҙарында сәскә атҡан

Ата-бабаларҙың ҡанынан.

Был Ер нәфис, уның һәр мыҫҡалын

Күҙ-йәш менән йыуған әсәләр.

Байрағымда йәшәй тик үҙ ҡаным,

Изге миңә ҡырҙар, далалар.

Ҡаты ҡорос менән ҡайып ҡуйған

Батыр халыҡ уның сиктәрен.

Штык тулҡындары араһында

Башын юйыр фашист эттәре!

Һалдат-Мостай Кәрим. Эйе, һуғышта алдағы минутта нимә булырын белмәйһең шул. 42-се йылдың авгусында Мценск эргәһендәге алышта күкрәгемде һәм комсомол билетымды фашист минаһының ярсығы тишеп үтте. Кем белә, әгәр ҙә йәшәү дәрте шул ҡәҙәре көслө һәм Раузам гел күҙ алдымда булмаһа, ҡыл өҫтөндә торған ғүмеремде хәрби хирург ҡына һаҡлап ҡала алмаҫ ине. Госпиталдә өс-дүрт ай яттым. Байтаҡ йылдар әрнене ул яра…

Һалдат-Рәхим Саттар (уйланып). Тән яраһы ҡасан да булһа төҙәлер, ә бына йән яраһы…

 

Йыр. М.Кәрим шиғырына «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа…»

 

Һалдат-Динис Исламов. Мостай ағай, әрнегән яраларыңды оноторға Раузаң ярҙам иткәндер инде, ә? Ысынлап та, әгәр әсәйҙәребеҙ, ҡатындарыбыҙ, һөйгән йәрҙәребеҙ булмаһа, һуғыш юлын үтеү үтә лә ауыр булыр ине. Өмөт йәшәтә кешене, өмөт… һәм мөхәббәт! Һине һағынып көтөүсе кешеләрең булғанда, һин көслө. Һин ҡанатлы! Уларҙың һағыныу көсө бит ҡанат ҡуя, көс бирә. Рәхмәтлемен мин шуға уларға!

 

Динис Исламовтың «Мәскәү юлы» романынан өҙөк сәхнәләштерелә.

 

Күренеш

Һалдаттар бер ситкә китеп, шым ғына баҫып торалар. Проекторҙа: поезд килеп туҡтаған видео. Сәхнәгә шаулашып, бер нисә ҡатын ҡыҙ килеп инә. Ҡулдарында төйөнсөктәр.

 

Гөләндәм. Бына килеп тә еттек, әйкәйҙәрем! Тиҙҙән күрешербеҙ инде. Ҡарағыҙ әле, бик йәмһеҙ ҡиәфәттә түгелме ул мин? Күрһәләр, ҡурҡып ҡасырлыҡ булмаһын инде!

 

Ҡатын-ҡыҙҙар өҫ-баштарын ипкә килтерә. Гөләндәм хатта боролоп ҡына иренен дә буяп ала.

 

Гөләндәм. Әйкәйҙәрем, минең Суфияным бик өшөмәнеме икән? Ярай килеп еттек инде. Шул тиклем михнәт сигеп бер килгәс, кәмендә бер өсәр көн ҡунаҡ булырбыҙ инде!..

Нәғимә апай. Бынауы Гөләндәмде, эс бошороп һөйләй ҙә инде! Ә балалар? Тағы колхоз? Бер көнө тәтеһә лә бик шөкөр булыр инек әле!

Фатима. Һалдат яҙмышы беҙҙең йәнкиҫәктәрҙе бына ҡайҙа килтереп олаҡтырған икән? Ана ҡарағыҙ әле. Бер хәрби киләме ул?

 

Ҡатындар янына беләгенә ҡыҙыл таҫма таҡҡан командир килә.

 

Ҡатындар (бергәләп). Һаумыһығыҙ, иптәш командир! Ирҙәребеҙ янына килгән инек!

Фатима (конверт һуҙып). Бынауы адрес буйынса…

 

Ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа кеҫәләренән конверт алып һуҙалар. Командир конверттарҙы алып, ҡатындарҙың әле береһенә, әле икенсеһенә ҡарай. Нимә әйтергә белмәй тора.

 

Нәғимә апай. Нимә, әллә яңылыш килгәнбеҙме?

Командир. Дөрөҫлөгөн дөрөҫ килгәнһегеҙ. Ти-и-ик…(ул тынып ҡала).

Нәғимә апай. Һуң?

Командир. Тик ике-өс көнгә генә ашыҡҡан булһағыҙ ҙа…

Ҡатындар (бергәләп). Ниңә? Нимә эшләп? (Шаулашалар.)

Командир. Әле яңыраҡ ҡына һуңғы эшелонды оҙаттыҡ.

Фатима (күҙ йәштәренә төйөлөп). Ысынмы, иптәш командир?

Командир (ғорурланып): Эйе, дивизия көнбайыш фронтҡа китте!

 

Гөләндәм ҡысҡырып илап ебәрә. Уға башҡалары ла ҡушыла.

 

Фатима (күҙ йәштәрен һөртөп). Әй, бисәләр!.. Хәҙер үк шыңшыуҙы туҡтатығыҙ әле!.. Унан ни файҙа? Йәш бисә алырға түгел, ә фронтҡа киткәндәр бит!.. (Тоҡсайын ҡулына алып.) Ярар, бисәләр, быныһын булдырҙыҡ. Хәҙер ҡайтып етәһе генә ҡалды!… Унда беҙҙе юғалтып бөткәндәрҙер инде!.

 

Ҡатындар «Эйе, шул! Ҡайтайыҡ!» тип шаулашып сығып китәләр.

Һалдаттар аҡрын ғына сәхнә алдына киләләр.

 

Һалдат-Муса Ғәли. Киттеләр… Көслө рухлы ла инде беҙҙең әсәләр, ҡатындар, һөйгән йәрҙәребеҙ!

Һалдат-Динис Исламов. Көслө лә, ғорур ҙа улар!

 

Сәхнәлә проекторҙа Р.Сафиндың «Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар» шиғыры буйынса видео күрһәтелә.

 

Һалдат-Рәхим Саттар. Эйе, кемдер аяҡһыҙ, кемдер ҡулһыҙ булһа ла, иленә ҡайтты. Тик мин генә… хәбәрһеҙ юғалдым… шиғырҙарым да…

Һалдат-Мостай Кәрим. Юҡ, һин белергә тейеш! Хәҙер булһа ла, ишет! Һинең шиғырҙарың Тыуған илеңә әйләнеп ҡайттылар бит! Барыһы ла түгел. Шулай ҙа һинең еңеү рухы менән һуғарылған ҡуйын дәфтәрең ҡайтты! Беләһеңме, кем алып сыҡҡан? Улың Ил әйтеүе буйынса, уны Ҡазанға лагерҙың элекке әсире, Донбасс ҡалаһынан татар ҡыҙы Рәүилә Агеева алып ҡайтҡан. Дәфтәр тышына үҙ ҡулың менән ошондай һүҙҙәр яҙғанһың: «Рәхим Саттаров, тотҡонлоҡта яҙылған шиғырҙар, Смоленск–Борисово–Вустрау–Радом–Берлин.1942–1943 йылдар. Дәфтәрҙә – 24 шиғыр» Ә дәфтәреңдәге яҙыу ашығыс рәүештә өҙөлгән: «Барыһын да күсереп өлгөрмәнем.Тыуған илемә тоғро булып ҡалам. Һин дә шулай бул. Алда бер юл. Бүтән юл юҡ. Әсәй, Ил, Алһыу, туғандар».

Һалдат-Рәхим Саттар (тулҡынланып). Их, яҡташтарым! Белһәгеҙ ине, мине нисек шатландырғанығыҙҙы! Тынысланды йәнем, йөрәгем… Шиғырым ҡалһын һеҙгә иҫтәлеккә…

Тәбиғәт тын ине, ул бай ине,

Ята ине тыңлап ал таңды.

Ишетә инем, йырлап, үҙ тауышымдың

Киң урманды урап ҡайтҡанын.

Йәшәү түгел ине, йыр ине ул

Шат күңелле дуҫтар янында.

Өҙөлөп ҡалды ул йыр, бүленеп ҡалды

Тауышы күтәрелгән сағында. (Уҡып бөткәндә, томан артына инеп юғала.)

Һалдат-Муса Ғәли. Бүленмәһен әле йырҙар. Йырлайыҡсы, дуҫтар!.. Бирешмәйек! Беҙ бит әле Еңеү һалдаттары!

Һалдат-Мостай Кәрим. Әйҙә, башла, Муса! Һин бик тә матур йырлай торғайның бит!

Батырҙар йыры. (Н.Нәжми һүҙҙәре, З.Исмәғилев көйө).

«Эйәрле ат беҙ менгәндәр,

Һау булығыҙ, йән һөйгәндәр,

Ил саҡыра изге яуға,

Ҡылыс – билдәрҙә.

Бәйге түгел яу ҡырҙары,

Мөмкин булмаҫ ҡайтыуҙары

Бөтәбеҙгә, бәлки, кире тыуған илдәргә,

Алдыҡ яра, йә үлдек беҙ,

Үлем бар тип белмәнек беҙ,

Үттек илдәр, үттек юлдар

Изге яуҙарҙа.

Булманы башҡорт ҡайҙарҙа,

Ат эсерҙек яҙғы айҙа

Висла, Одер, Дунай тигән

Алыҫ ярҙарҙа!

Һаумы, тыуып үҫкән ерҙәр!

Бар икән дә күрер көндәр.

Шатлыҡтары ҡанат йәйә

Беҙҙең йырҙарҙың.

Һағындырған тыуған яҡтар,

Тып-тып баҫып килә аттар,

Дан бөркөлә, саң бөркөлә

Беҙҙең юлдарҙан!

Һай, юлдарҙан!»

Йырлап бөткәс, тын ҡалалар.

Сәхнә артынан диктор тауышы (ул һөйләгәндә сәхнә әкренләп ҡараңғылана).

Ваҡыт ағышы мәңгелек хәрәкәттә. Ваҡыт үткән һайын һуғыш хәтирәләре йырағая, әммә һәр беребеҙҙең яҡты киләсәге өсөн яуҙа ҡатнашҡан, үҙ ғүмерен биргән яугирҙарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ! Уларҙың батырлығы мәңгелек. Кешелеккә йәшәү яулап алыу өсөн ғүмерҙәрен йәлләмәгән был батыр шәхестәр бөгөн «мәңге тереләр» рәтендә иҫкә алына. Уларҙың йырҙары һаман да сафта. Беҙ улар арҡаһында бәхетле, ә улар:

«Һуңғы һулышҡаса бәхетлеләр –

Үлеүселәр көрәш утында.

Улар йәшәр үҙҙәренән һуң да

Ерҙә тыуған яңы быуында». (М.Хәй.)

Был текст Марат Саҙриевтың скрипкала «Зөлхизә» көйө аҫтында уҡыла. Сәхнә аҡрынлап ябыла. Һалдаттар сәхнәлә баҫҡан килеш ҡала.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

  1. «Писатели, поэты-фронтовики Чишминской земли» (библиографический указатель). Сост. Р.Ф.Гареева. – Чишмы: Чишминская районная библиотека, 2014.
  2. Алар сафта. Казань, Татарское книжное издательство.
  3. Мустафин Р.А. По следам оборванной песни. – Москва, Издательство

«Известия», 1974.

  1. Мустафин Р.А. По следам поэта-героя. –- Казань, Татарское книжное издательство, 1973.
  2. Интернет-ресурс.

 

Лилиә Сәлихова,

Шишмә ҡасабаһы,

Шишмә районы.

("Тамаша" журналы 2-2023 йыл)

УЛАР ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘ
УЛАР ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘ
УЛАР ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘ
УЛАР ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘ
УЛАР ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ ХӘТЕРҘӘ
Автор:
Читайте нас