Һеҙ һүрәттә күргән матурлыҡты Ульяновск ҡалаһында йәшәүсе Тәүәкән ауылы уҙаманы
Миңлебулат Миңлехан улы Әбдрәхимов ижад итә.
Төп һөнәре ағас эше менән бөтөнләй бәйле булмаһа ла, күңеле ҡушыуы буйынса ата-бабалары һөнәренә тоғролоҡ һаҡлай. Уның тураһында Хәйбулла районында йәшәүсе ауылдашы Сәлимә Байгилдина яҙа:
"Ағас серҙәренә ныҡлы төшөнгәс, Миңлебулат ағай яйлап күләмле объекттар - парк скульптураларын эшләүгә күсә. Ағас кәсебенең бөтә серенә төшөнөп, еренә еткереп, тәмен тойоп сәмләнеп эшләй.
Был кәсебендә иң төп ярҙамсыһы – хәләл ефете Фәриғә апай. (Әйткәндәй, Фәриғә апайҙың атаһы Ғимаҙитдин Ҡаразбаев та танылған балта оҫтаһы булды). Икәүләп төрлө фестиваль, конкурстарҙа ҡатнаша башлайҙар.
Бөгөнгө көндә Миңлебулат Миңлехан улы ағас, боҙ, ҡар скульптуралары буйынса уҙғарылған бихисап өлкә, Төбәк-ара, Бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара фестивалдәр, конкурстар призеры, еңеүсеһе. Мәскәү, Ульяновск, Екатеринбург, Силәбе ҡалаларында шәхси күргәҙмәләре ойошторола. Шулай уҡ Башҡортостандың Рәсәй составына үҙ ирке менән ҡушылыуының 450 йыллығын билдәләгәндә Өфөлә күргәҙмәлә ҡатнаша.
Миңлебулат ағай ситтә йәшәһә лә, тыуған яғы тураһында уйлана. Күңелендә бик тә матур хыял йөрөтә ул. Тәүге Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың йәнтөйәге – тыуған ауылы Тәүәкәндә “Урал батыр” Халыҡ-ара фестиваль-конкурсын ойошторорға хыяллана.
Ауыл янында Мортаза Рәхимов исемендәге парк булдырып, фестивалдә ҡатнашҡан ағас һындарҙы, композицияларҙы урынлаштырырға һәм паркка ылыҫлы ағастар ултыртыуҙы ойошторорға ниәтләй" - тип яҙа автор ауылдашы хаҡында.
Сығанаҡ: «Мораҙым» гәзите.
https://vk.com/club.murtazarahimov