Ул йыш ҡына төрлө йәрминкәләрҙә, мәҙәниәт бүлектәре тарафынан үткәрелгән сараларҙа ҡатнаша, уны күрше райондарға, яҡындағы ҡалаларға ла саҡыралар. Уҙған йыл ул Салауат ҡалаһында ойошторолған «Салауат – оҫталар иле» биҙәү-ғәмәли сәнғәт буйынса фестивалдә ҡатнашып икенсе урынға һәм дипломға лайыҡ була. Айрат Миҙхәт улы ағастан семәрле тәҙрә яңаҡтары, тәҙрә рамдары, ишектәр, аш-һыу өсөн һауыт-һаба, балалар өсөн уйынсыҡтар эшләй. «Тамаша» журналы уҡыусыларын да уның менән таныштырырға булдыҡ.
Айраттың тыуған яғы – Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылы. Атаһы Миҙхәт Әлмөхәмәт улы колхозда балта оҫтаһы булып эшләй. Бала сағынан уға ярҙам итеп үҫә. «Үҙемде иҫләгәндән алып, бөтөнөбөҙ ҙә шулай эшләп үҫтек бит инде», – ти ул. Ә әсәһе Фәүзилә Ғәли ҡыҙы мәктәптә башланғыс класс балаларын уҡыта.
Кеше бала сағынан нимәгә әүәҫ, шул уның киләсәгенә йоғонто яһай. Бары тик күңелде «ишетергә, аңларға» ғына кәрәк. Юғиһә, икенсе юлды һайлап, тормошта үҙ юлын тапмай, аҙашып йөрөүселәр бихисаптыр.
Ағас менән эш итеү ҡанына һеңгән, бар булмышын биләп алған Айрат әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтҡас, Сибай педагогия училищеһына, хеҙмәт уҡытыусыһы буйынса белем алырға уҡырға инә. Шул осорҙа ул буласаҡ хәләл ефете Людмила Геннадий ҡыҙы менән осраша. Ғаилә ҡорған йәштәргә әле йәшәгән Федоровка районының Гончаровка ауылына йүнәлтмә бирәләр. Бер ҡыҙ һәм ул үҫтерә улар. Айрат Миҙхәт улы утыҙ ике йыл ғүмерен мәктәптә уҡыусыларҙы хеҙмәткә өйрәтә. Ҙур һәм матур, уңайлы йорт төҙөргә ҡарар иткәс, уның был ниәтен яҡындары ла хуплай. Йорт хужаһы барлыҡ кәрәк-яраҡты, хатта мебелде лә үҙ ҡулдары менән эшләй.
Заманалар үҙгәреп, хеҙмәт дәрестәрендә ир балалаларҙы ла, ҡыҙ балаларҙы ла бергә уҡыта башлайҙар. «Был бик насар хәл, әлбиттә, киләсәктә элеккесә булырға тейеш, шунһыҙ дәрестәрҙә тейешле белем бирелмәҫ. Ҡыҙ бала аш-һыуға, теген машинкаһында тегергә, бәйләм бәйләргә күберәк өйрәнһен, буласаҡ ир-егеттәрҙең эше балта, станок тирәһендә булырға тейеш инде», – ти өс тиҫтәнән ашыу балалар уҡытҡан уҙаман. Һәм ул мәктәптән китергә мәжбүр була. Ҙур булмаған оҫтаханаһында ижад итә. Ҡыҙыҡһынып, нимәлер өйрәнергә теләп килеүселәр булғанда, белгәне менән уртаҡлаша. Ә алты йәшлек ейәне Тимур ауылға ҡайтҡан һайын ҡартатаһының янында урала, төрлө һорауҙар бирә, ярҙамлаша.
«Тағы ла ниндәй шөғөлдәрегеҙ бар?» – тигән һорауға Айрат Миҙхәт улы ғаиләһе менән саңғыла, велосипедта йөрөргә әүәҫ булыуҙарын бәйән итте. Шәхсән үҙе баҡса үҫтерергә, ағастарға прививкалар яһау менән мауығыуын да һөйләне. «Ағасты күңелем менән тоям, улар ҙа кешеләр кеүек, тәбиғәттең гүзәл, затлы, бик тә кәрәкле өлөшө. Юҡҡа ғына урманды ерҙең үпкәһе, тимәйҙәр бит. Урмандарҙы һаҡларға кәрәк. Мин кәсеп өсөн эш итмәйем ағастар менән, бары тик күңелемә ял алам. Ике ҡулға – бер эш, ә күпме кеше ҡыуана!» – ти ул.
Һүҙ аҙағында әңгәмәсемдең әйткәндәренә тағы ла бер ҡеүәт итеп шуны өҫтәге килә: ысынлап та, хеҙмәт, бары тик хеҙмәт кешене кеше иткән. Ни тиклем генә заман технологиялары алға китмәһен, улар менән барыһы ла эш итмәй, был мөмкин дә түгел. Ә ике ҡулына бер эш булғандарҙың арабыҙҙа баһаһы ла, ашы ла булыр.
Сәриә Ишемғолова