Моратша тыуырына шиге лә юҡ ине был икәүҙең. Зәкирә үҙе бер-бер артлы дүрт ир бала табып, йәшләй генә тол ҡалып, бармаҡ баштарындай ғына көйө шуларын утынға лә, бесәнгә лә ҡуша алып йөрөп үҫтергән шәпте, әле һаман һелкетә баҫып йөрөгән әбей, ул табыуҙы ғәҙәти, ғәҙәти генә лә түгел тейешле һанай. Заһир иһә ҡыҙ баланың ни икәнен дә белмәй, тигәндәй.
Тик Моратша тыуманы. Уның урынына тәзелдәп ятҡан Зәлифәһе тыуҙы. Кендек инәйе ҡулынан баланы ҡабул итеп, йүргәген асып ҡараған Зәкирәнең, ауыҙынан ысҡынған һүҙе, ирекһеҙҙән, тыны менән ҡуша сыҡты:
— Әстәғәфирулла!
Әсәле-уллы бер нисә көн шаңҡый биреп йөрөһәләр ҙә, яйлап кире ыҙанға төштөләр, йәш әсәнең күңелен ҡырмаҫҡа тырыштылар.
— Орлоғо Бохараламы ней, малайҙарығыҙ бер ғәскәр булыр әле, тамаҡтарына өлгөртәлмай торороғоҙ, - тигән булды оло ҡатын улын йыуатып. Ә килене артыҡ бошонмай, ҡурсағы менән мәшғүл булып, донъяһын онотҡан.
Икенсе баланы көткәндә Заһир ҡолон һатып алды. Ғүмер буйы атлы булырға, улы булһа атта йөрөргә өйрәтергә хыялланыуын ҡат-ҡат һөйләп ҡатынының да башына һеңдереп бөттө. Хәҙер ул да ҡорһағындағының малай булыуын теләп ялбарҙы. Әммә... уларҙың был хыялын да, һорауын да ишетмәнеме, әллә үҙе шулай тейеш, тип, таптымы күктәге... тағы ҡыҙ тыуҙы.
Итәгендә үҫеп килгән туп шикелле ейәнсәр тәмен аңлай башлаған Зәкирә был юлы артыҡ аптыраманы, шулай ҙа, ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә булып, бәпәй күрә килгән ҡатындар сәйендә әйтеп тә ҡуйҙы:
— Һәҙерге бисәләр бала таба беләме. Эстәрендә йомортҡа йөрөткән шикелле генә йөрөп, ярты көн ауырып, сай-сой килеп ҡыҙ табалар. Беҙ әүәл, әллә, ирҙәр эше башҡарып йөрөп малай таптыҡмы...
— Уңған ҡатын ул тапҡан, ҡупшы ҡатын ҡыҙ тапҡан, ти бит, ҡайынбикә, ҡыҙын да кемдер табалыр шулай.
— Әллә... ҡупшылыҡты белмәгәс.
Һауалы ҡырыҫ ҡәйнәһенең холҡон белгән килен үпкәһен эскә йотһа, башҡалар күҙ ҡырыйы менән генә ҡарашып, йылмайыуҙарын йәшереп ҡалыуҙы хуп күрҙе.
Бишенсе ауырын ыҙалы күтәргән килененең түрбашта һыҙланып йөрөгәнен күҙәтеп, аяғындағы мендәрҙә бәләкәйен бәүетеп, урындыҡта ултыра Зәкирә. Олораҡтары эргәһендә аунап йоҡлай. Һыңар ҡулы менән буйы еткәндәренең арҡаһынан бәпләй. Үҙе килененең ыңғырашҡанына эстән һыҡрап, мейес плитәһендә тимер-томорон ҡайнатҡан фельдшерға (уларса кендек инәһе) сабырһыҙ ҡарашын ташлап-ташлап ала. Ахырҙа түҙмәй:
— Сабира килен, нимуйҙап утыраңдыр?!
Мейес тәңгәлендәге ултырғысҡа ҡунаҡлаған фельдшер ҡатын артыҡ ыжламай:
— Ваҡыты етмәгән әле, Зәкирә апай. Игеҙ балларға алдан көсәндереп хәлен алмайыҡ, тейем.
— Игеҙ малай булып, мынау бисураларҙың сәстәренә йәбешеп үҫһен ине лә...
... Көҙгө һалҡын таң яҡынлашыуға ғына тыуҙы игеҙәктәр. Ҡыҙ игеҙәктәр. Береһе көр тауышлы, кәүҙәле генә булһа, икенсеһе сибек булып, тауышы ла саҡ сыҡты. Ғүмер буйы ауылда бала ҡабул иткән тәжрибәле фельдшер, бәләкәйен урап һалғанда, оло ҡатынға мәғәнәле итеп ҡарап алды. “Быныһының терелеүе икеле” булды был ҡараш.
Солан аша ҡаршы торған мал өйөндә һөйөнсө көтөп ултырған Заһир, шунда, ысҡынып китте. Башындағы кәпәсен алып иҙәнгә һуҡты ла, ишекте шартлатып ябып тышҡа атылды. Саҡ торған ҡәйнә лә тоҡанды:
— Йә инде! Эсе тулы ҡыҙ әллә бының! Былай буһа ней, затты ҡорота ла һаң! Ҡорой бит, ҡорой! Кеше баллары үҫтерә атыу был малай! Ҡартайғанда кем ҡулында үлергә уйҙайҙар икән, һе.
Барын ишетеп ятҡан килен, күҙен дә асып ҡараманы. Хәле лә булманымы, яуаплар һүҙе лә табылманымы. Ҡәйнәһе килеп балаларҙы асҡылап-асҡылап ҡараны ла, ҡыбырларға ла эшкимәгән бәләкәйен айырып алып, ҙурын әсәһе эргәһенә һалды:
— Мыныһы күгәргән инде, мал бумаҫ. Мә, ошоһон имеҙ.
Тауыш-тынһыҙ теге төйөнсөктө үҙе ҡаршы яҡтағы мал өйөнә алып сығып, түшәккә төрөп һалды. Шулай итеп яҙмышы хәл ителде етлекмәгәндең.
Тик Аллаһ ҡөҙрәте ул шундай нәмә икән. Кемде йәшәтергә, кемде үлтерергә икәнде үҙе генә белә, үҙе хәл итә. Һәм был юлы ла шулай булды.
Иртәнсәккә әсә ҡосағындағы бала үлгән булып сыҡты. Төнө буйы йөрөп, иртәнсәккә кенә ятҡан Зәкирә, килененең тауышына һиҫкәнеп торҙо:
— Ҡәйнәм! Ҡәйнә-әм!!!
— Әү!? Әү! Ней булды? – ейәнсәрҙәре араһында ҡырын ятып ойоған ағын һөйрәй-һөйрәй оло яҡҡа ашыҡты. – Нимә булды тағы?
Килене ҡатҡан сабыйына ҡарап үҙе шаҡ ҡатҡан. Бер ҡарашта хәлде аңлаған әбей артыҡ ҡаушап төшмәне. Йәһәт кенә баланы алып ауыҙына яҡын килтереп тынын тыңлап ҡараны ла, түрбаш яҡҡа алып сығып тағатып, һәрмәштергәс, ауыҙ эсенән уҡына-уҡына кире төрөп алып, тегеһенең эргәһенә, бәләкәй өйгә алып сыҡты. Быныһын да йәнәшенә һалып: “Э-эй, балаҡайҙарым! Тарһынып әрәм иттем сабыйҙарымды-ы...”, - тип иңрәп һамаҡлап ебәргәйне, алдын сығарып һалған бәләкәйе мыҡырлап тауыш бирмәһенме! “Аһ!” итеп артына ҡолап китә яҙҙы шул саҡ. Унан йәһәт кенә тегеһен тағатып ебәреп ҡараһа – тере! Йылы ҡулдарҙы тойоп, морон ғынаһын салшайтып имсәк эҙләгәндәй итте хатта. Ҡайғы менән шатлыҡҡа бер юлы быуылған ҡарсыҡ, баланы түшәге менән ҡуша ҡармап алып оло өйгә йүгерҙе:
— Килен! Килен! Я, Хоҙай! Имеҙ... йылыта һал...
Үҙе, һаман илап ебәрә алмай ултырған киленен, йығып тигәндәй һалып, түшен асып, һөт менән тулышҡан ҡайнар убалар араһына һыуынып барған бәләкәс кенә башты ҡыҫтырҙы. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сабыйын юғалтып һәм табып өлгөргән йәш ҡатын да, әле генә ғазраил ҡулында булып та, ҡапыл йәннәткә килеп ингән бәпес тә, гонаһ менән сауап араһындағы ҡарсыҡ та, ҡапыл бер арауыҡта ҡайһы яҡты һайларға белмәй сәбәләнделәр ҙә, береһе балаһын түшенә ҡыҫып, икенсеһе ауыҙына тулған йылы һөткә сәсәп, өсөнсөһө ҡылғандарын аңлап, илап ебәрҙе. Был тауышҡа уянып сыҡҡан ҡыҙҙар ҙа, ни хәлдәр барын аңламаһа ла, ололар ҡылығынан ҡурҡып, ике яҡтан өләсәйҙәренең итәгенә ҡапланып, буҙлауға ҡушылды. Тап ошо мәлдә ишекте кирә асып, иҫерек ир ҡайтып инде. Барыһы ла шып туҡтап, берҙәй уның яғына боролдо.
— Бы ниткән баҙар?! Бисә-сәсә-мал-тыуар! – Ир бәүелә-бәүелә карауат башына килеп торҙо ла, ҡолап китмәҫ өсөн тимеренә тотондо. – К-кәр-рәкмәй! Кәррә-рәкмәй миңә ҡыҙҙар! Б-бир... икеһендә... бөтәһендә... һыуға һалам! Бо-борон... шулайтҡандар... Һалам!... Һы-һыуға..
Уның был хәбәренән бер мәлгә телһеҙ ҡалған ҡатындар, бәлшәйеп төшкән хәлдәренән, күҙ асып йомған арала әллә нигә әйләнде лә ҡуйҙылар. Ҡатыны, бығаса бер ҡаршылыҡ күрһәтә белмәгән Рабиғаһы, юрғанын һирпеп ебәреп, эскүлдәктә көйө тороп баҫты. Төнө буйы ауырығандан, илағандан һыуланып бит-муйынына йәбешкән сәстәрен баш хәрәкәте менән генә артҡа ташланы. Бер беләгенә яҡшылап уралмаған да сабыйын ҡыҫҡан, уныһы сей ҡыҙыл булып тыпырсынып маташа. Әсәһе, бығаса гел уның яғын ҡайырған әсәһе, баҫҡан тауыҡ шикелле, киң итәген ике яҡтан тотоп, эргәһендәге себештәрен ҡаплап ҡабарып баҫты ла... ҡапыл янъял ҡупты:
— Һыуға һалыр өсөн баллар тапҡанмынмы һиңә?! Ҡыҙҙарыма бармағыңды тигеҙәһе булма!!! Былар минең баллар!
— Бирермен мин һиңә “һыуға һалам”ды! Йүнһеҙ малай! Телеңде ҡорт саҡҡыр!
— Кәрәкмәй миңә һинең атың да, этең дә! Ҡыҙҙарым артыҡ булһа хәҙер сығып китәм!
— Нимә яһағаның, шуны тапҡан килен! Ишшыу мында, бала һайҙап! Бар, ят, йоҡла! Айыҡһаң йәнеңде алырым мин һинең!
Өйҙән сығып ҡасыуҙан башҡа сара ҡалманы иҫереккә. Мал өйөндә ятып айнығып, унан игеҙәгенең һыңарын алып барып ерләп, икенсе һыңарын ай тигәндә саҡ күрә алды. “Һыуға һалам”ды тиҙ генә онотманы ҡатыны. Улай тиһәң, ғүмер буйы онотманы инде. Улай тиһәң, төшөрөп алғанда үҙе лә хәтерен яңыртып ебәргеләне. Уның “һыуға һалам”ы ауылда лаҡап булып китте хатта. Ҡыҙҙар үрсеп киткән йортта ирҙәр уйынлы-ысынлы итеп “һыуға һалам”ды ысҡындырғыланы, халыҡ көлөп һөйләне, телдән-телгә көләмәс итеп йөрөттө. Шуға ҡатыны ла уңайы сыҡҡан һайын семетеп алды. Ҡыҙҙары үҫеп, кейәүгә китеп бөтөп, икеһе генә ултырып ҡалғас, тегеләр оҙағыраҡ шылтыратмай йә килмәй торғанда, Заһир беренсе бошона башлай:
— Нимәһен өндәшмәй шул ҡыҙҙарың?
Әбейе шуны ғына көткән:
— Ағып китеп бөткәндәрҙер.
Ысынлап, ағып китеп бөттө лә ҡуйҙы ҡыҙҙары. Ун дүрт-ун биш йәштән өйҙән сығып китә торҙолар, шул киткәндәренән яҙмыштары ла, юлдары ла башҡаланды. Ул һалмаһа ла, тормош үҙ йылғаһында ағыҙып алып китеп бөттө...
... Зәкирә әбей, үлем түшәгендә лә, һаташып йырлап ятты:
— Ҡыҙы-ым... ҡыҙы-ым... ҡыҙ ге-ше-е...
Ҡыҙ-ҙыма киле-ер... йөҙ геше-е...
Был уның ейәнсәрҙәрен үҫтергән сәңгелдәк йыры ине.
— Атай, йә, бирешмә инде... Ҡап! Тағы бер генә ҡалаҡты йот әле.
Быныһы Зәлифәһе түгел бит, тауышы башҡа, Зөлфиәһеме... Зә.. Зө... тағы кемдәре бар әле... Барҙыр... ҡыҙҙары күп бит уның... ҡарайҙар...
Миәүшә ҠАҺАРМАНОВА.