+19 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
24 Апреля 2023, 08:00

ҠУРАЙ ДАНЫ – 2023

23 апрелдә ҡаланың "Башҡортостан" дәүләт концерт залында “Ҡурай даны” милли телевизион премияһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Был премия “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының “Ҡурай ТВ” музыкаль-куңел асыу телеканалы башланғысы менән ойошторолған. Тапшырыуҙарҙың геройҙары йәнтөйәгенә хеҙмәттәре менән файҙа килтереп йәшәгән, һәләттәре менән айырылып торған төрлө һөнәр кешеләре. Быйыл “Ҡурай даны” өсөнсө милли премияһының “Ҡул оҫтаһы” номинацияһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында Архангел районынан Вәсилә Камалетдинова лайыҡ булды.

Халҡым ынйылары

 

Тулы һыулы ташҡын йылғалай ғүмер юлы

 

– Йәмле Инйәр буйында урынлашҡан Архангел районының Көмәрле ауылында, ҡартатайымдың алты мөйөшлө йортонда, атай-инәйемдең өсөнсө ҡыҙы булып, ваҡытынан алда, дүрт ҡаҙыҡ ҡына көйө, донъяға ауаз һалғанмын. Ауазымды иң тәүҙә йылға буйындағы ҡарт тирәктәр ишеткәндер, моғайын. Ишеткәндәрҙер ҙә, Шәйхетдин менән Фәриҙә малай көтә ине бит, тип, япраҡтарын ҡоя-ҡоя шаулашып ҡуйғандарҙыр. Ә мин алтын көҙҙөң хозурлығын күреп ҡалырға ашыҡҡанмын инде!

Бына ошондай хисле күңеленең илһам тулҡындарында тирбәлеп һүҙ башланы Вәсилә апай Камалетдинова. Тимәк, орсоҡтай тиктормаҫлығына ла, матур, изге эштәр башҡарып ҡалырға ашыҡҡандай бөтә ергә өлгөрөп йөрөүе лә тиктән түгел

икән.

– Шул көҙ көнө беҙҙең ғаилә яңы ҙур өйгә башҡа сыға. Бала саҡ хәтирәләремдә һәр саҡ йылы, йыр-моңға, яҡтыға-яҡшыға бай кисерештәр һаҡланып ҡалған.

Ғүмерем буйына оҙатып килгән бер матур күренеш ошолай иҫемдә ҡалған:

«Йортобоҙҙа мәжлес бара. Туғандар йыйылған. Яҡуп олатайым – инәйемдең (әсәйемдең) атаһы, тальянда уйнай, ике туған ағаһы «Илсе Ғайса» йырын һуҙа. Ә мин, мейес артында һап-һары ғына ҡаҙ бәпкәләрен күҙ алдына килтереп, тыңлап ултырам. Олатайым бейеү көйҙәрен уйнай башлағас, Мөғлифә өләсәйем бер яҡ битен яулыҡ менән ҡаплап, һалмаҡ ҡына бейергә төшөп китә. Апаһы Ғәмилә әбей таҡмаҡ әйтә. Ғүмере буйы таяҡ менән йөрөгән атайымдың ике туған ағаһы – Сынтимер бабай – көйгә таяғын туҡылдатып ултыра, аяҡтарым һау булһа, көйҙө әрәм итеп торор инемме, тип осҡонлана уның күҙҙәре. Нисек кенә мейесартында сыҙап ултырмаҡ кәрәк?! Мин дә түҙмәй ололар яғына сығам, үҙ күҙҙәрем менән ошо тамашаны күргем килә. Шул мәл Сынтимер олатайым мине бейергә төшөрә лә, ҡыйыуыраҡ булһын, типтер инде, дәртләндерергә теләп, биш тин аҡса бирә. Бейеп алғас, ул минең өсөн шундай ҙур, шундай ҡәҙерле аҡса булды.

Олатайым тальянда уйнап арығас, уны атайым алыштыра. Улар икеһе лә бик моңло итеп, еренә еткереп уйнай торғайнылар. Тальянды атайыма тапшырып, олатайым бейей башлаһа инде, үҙе бер ирмәк тамаша! Бейеп йөрөгән еренән йәһәт кенә тәкмәс атып, йә сальто әйләнеп ала ла, тағы ла бейеүен дауам итә торғайны. Шул тиклем еңел һөйәкле, дәрте ташып торған, ҡыйыу, алсаҡ бер кеше булды. Ул 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһында хеҙмәт итеп, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры булып тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Мин беренсе класты уҡып бөтөр саҡта, йәмле май айында, олатайым яҡты донъяны ташлап, баҡыйлыҡҡа күскәс, өләсәйемде яңғыҙлатмайым тип, дүртенсе класты бөткәнсе, уның янына ҡунырға йөрөнөм. Өләсәйемдең бай күңел хазинаһын үҙемә һеңдереп, мин уның һөйләгән әкиәттәрен, аят-доғаларын, мөнәжәттәрен тыңлап үҫтем. Уның менән бергә ураҙа тотоу ҡанундарын өйрәнеп, бергәләп сәхәр эсергә тороуҙарҙы ҡыҙыҡ һәм мотлаҡ күреп ҙурайҙым.Улар барыһы ла бала саҡтың йылы хәтирәләре булып, хәтерҙә мәңге уйылып ҡалды.

Тимәк, Вәсилә апайҙың тыҡылдата баҫып, таҡмаҡ әйтеп бейеп китеүенә лә, күңелдәрҙе тибрәтеп йырлап ебәреүенә лә аптырарға түгел – уның йыр-моңға мөхәббәте бик тәрәндән, һутлы тамырҙарынан килә икән. Ә ҡул эштәренә маһирлығы ҡайҙан һуң? Иҫ киткес матур итеп сигеүҙәр сиккән, милли кейемдәр теккән, хәситә, һаҡал, селтәр кеүек ҡатын-ҡыҙҙарҙың милли биҙәүестәрен эшләгән оҫтабикәнең был серенә лә төшөнгө килә.

– Атайым да, әсәйем дә ҡул эштәренә оҫта булды. Атайым – алыштырғыһыҙ балта оҫтаһы. Үҙ ауылыбыҙҙа уның ҡулдары менән һырлап биҙәлмәгән йорт бик һирәк булғандыр. Балта оҫтаһының эшен яратып, хатта күрше райондарҙан да килеп, сиратта торорҙар ине. Үҙ кәртә-ҡураһын ҡурсаҡ өйөләй итеп эшләне. Өйҙәге бар йыһаз, хатта семәрле көйәнтәгә тиклем уның оҫта ҡулдары менән эшләнде. Ә инәйем (әсәйем) уңғанлығы яғынан атайымдан бер ҙә ҡалышманы. Аҫалы балаҫтар һуҡты. Һарыҡ йөнөн тетеп, иләп, сиратып, буяп, балаҫ өсөн епте үҙе әҙерләй торғайны. Туйҙарҙа бирнәлек итеп бик ҙур һорау менән алына ине ул балаҫтар.

Һәр эшкә лә маһир булды инәйем: бәйләне, текте, тәмле итеп аш-һыу әҙерләне.

Атайым өйҙөң бәләкәй яғында, урта ишекте ябып ҡуйыр ине лә, тәҙрә рамдары, өҫтәл-ултырғыстар эшләр, әсәйем оло яҡта аҫалы балаҫ һуғыр ине. Икеһе лә эште ҡыуыҡлы кәрәсин лампаһы яҡтыһында башҡара. Яратҡан уйыным – атайым бысып төшөргән ағас шаҡмаҡтарҙы теҙеп, инәйем киҫеп ташлаған еп остары менән биҙәп, иҙәндең бер мөйөшөндә йорт һалыу. Мин, 4–5 йәшлек кенә ҡыҙ бала, күңелемдәге хыялымды ысынбарлыҡҡа әйләндереү өсөн төрлө һөнәр белергә, матур итеп ҡул эштәренә өйрәнергә кәрәклеген аңлайым. Теремеклегем шул тиклем булғандыр инде, башҡа балалары йоҡлаған ваҡытта ла, өйҙә лә, урамда ла бер эштән ҡалмай, бик иртә ҡул араһына индем. Ғөмүмән, хеҙмәт яраттым, бөтә күңелемде һалып, еренә еткереп башҡара торғайным.

Дүртенсе класты гел «5»-легә генә тамамлап, Өфөгә, 1-се һанлы мәктәп-интернатҡа уҡырға килдем. Унда Вилә Ғилметдин ҡыҙы һәм Ким Сәлимйән улы алып барған бейеү түңәрәгенә йөрөй башланым. Мәктәп-интернаттың бейеүселәре бик көслө төркөм булды, байрам һайын сығыш яһай инек. Әленән-әле телевидениеға саҡыралар, йә үҙҙәре беҙгә килеп төшөрәләр ине.

Һуңыраҡ беҙҙең мәктәпкә физкультура уҡытыусыһы – Кәримов Рәүф Ғәзиз улы килде. Өфөләге спорт һарайының яңы ғына асылған сағы. Ул мине шул һарайҙа эшләй башлаған спорт клубына йөрөүсе балалар араһына индергән булған икән. Бейеү түңәрәге менән спорт клубында шөғөлләнеү ваҡыты тура килгәнлектән, икеһенең береһен һайларға тура килде. Мин бейеү түңәрәген һайланым. Рәүф Ғәзиз улы: «Спорт менән шөғөлләнергә тейешһең, һинән чемпионка сығасаҡ», – тип, әрләп тә, өгөтләп тә ҡараны, бейергә яратыуым еңеп, спортты икенсе планға күсереп торҙом. Мәктәпте тамамлағас, Күмертау педагогия училищеһына уҡырға индем. Ул ваҡытта был училищела физкультура уҡытыусылары ғына әҙерләйҙәр ине. Урта махсус белем биреү уҡыу йорттары араһында үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашып, бик күп призлы урындар яулай торғайным. 800 метрға, 1500 метрға йүгереп Башҡортостан чемпионы булдым. Ульяновск ҡалаһында беренсе урын алып ҡайттым.

Училищены тамамлағас, мәктәптә оҙаҡ эшләргә тура килмәне. Кростарҙа бергә һынауҙар үтеп, бер үк тренер күрһәтмәләре аҫтында шөғөлләнеп, әллә күпме саҡрымдарҙы бергә йүгереп үткән Вилүр исемле аҡыллы, тырыш егеткә кейәүгә сыҡтым. Ул Өфө нефть-техник институтын тамамлап, юллама алыуға, ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Өсәүләшеп, өс кенә йылға тип, сит яҡтарға – Себер тарафтарына юлландыҡ. Ә тормош үҙенекен итте – Алыҫ Себерҙә өс бала тәрбиәләп үҫтереп, хаҡлы ялға сыҡҡансы йәшәргә тура килде. Балаларым минең йәш саҡта тормошҡа ашмай ҡалған, шуға ла күңелемде китеп торған бушлыҡты тултырып, төрлө шөғөлдәрҙе үҙ иттеләр. Мин йәш сағымда ныҡ итеп хыялланып та, ваҡыт етмәү, йәнә буйым бәләкәй булыу сәбәпле, парашютта һикерә алманым. Ҡыҙым Айгөл 15 йәшенән парашют спорты менән шөғөлләнеп, вертолеттан һикереп, 3 мәртәбә спорт разряды алды. Өлкән улым Инйәр ҙә, әле мәктәпте лә тамамламаҫ элек, самолеттан парашют менән һикереп, спортсы разрядына эйә булды.

Тағы бер шундай осраҡ: мин ғүмер буйына тәбиғәттең матурлығына сикһеҙ һоҡлана инем дә, һүрәт төшөрә белмәгәнемә, ошо матурлыҡты үҙ ҡулдарым менән тапшыра алмағаныма үкенә инем. Был бушлыҡты ла ҡыҙым тултырҙы. 10 йәшлек кенә сағында бер иғлан уҡып ҡайтҡан: художество мәктәбендә шөғөлләнергә балалар төркөмө йыялар икән. Алып барҙым, һүрәт төшөрөп, конкурстан үтте һәм ижадтың ошо төрө менән ихлас күңелдән мауығып китте. Минең тормошҡа ашмаған хыялымды ул үтәп ҡуйҙы. Үҙем иһә күңел бушлығымды тултырыр өсөн туҡымала төрлө пейзаждар, картиналар сигә башланым. Сиккән сигеүҙәрем менән төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаштым, рәссамдар менән аралаштым. Кесе улым Артур ҡартатаһына оҡшап, ағастан һырлап эшләү серҙәренә өйрәнде. Ағастан семәрләп эшләү – халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлдәренең береһе. Улым яратҡан шөғөлөнән кинәнес табып, мәктәп исеменән үҙенең эштәре менән төрлө күргәҙмәләрҙә лә ҡатнашып йөрөнө.

Балаларҙы үҫтергән саҡта кейем-һалым табыуы ҙур мәсьәлә булды, «дефицит» тигән һүҙ телдән төшмәне, йүнле кейем алыр өсөн йә һыу оҙоно сиратта тороп, йә таныш-тоношоң аша ғына алып кейендерер осорға тап килде. Шул ваҡыттарҙа ҡул эштәренә маһирлығым бик ныҡ ярҙам итте. Балаларға ойоҡбаш, бейәләйҙәрҙән башлап, свитер, юбка, ыштан, колготкиларға тиклем бәйләп кейҙерә инем. Свитер-кофталарына биҙәктәр сигеп матурлап ебәрһәм, барыһы ла аһ итерлек, сәнғәт әҫәренә торошло кейемдәр килеп сыға торғайны.

– Балалар үҫтергән саҡта спортты ситкәрәк ҡуйып торҙоғоҙмо?

– Ситтә йөрөгәндә лә ярыштарҙа әүҙем ҡатнашып торһаҡ та, хаҡлы ялға сығып, тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтҡас, иптәшем спорт менән яңынан ныҡлап шөғөлләнә башланы. 21 саҡрым – ярыммарафонда, 42 саҡрым тулы марафонда даими ҡатнашып торғас, мин ашарына әҙерләп, дистанцияла һыу эсереп, рухи көс-дәрт биреп эргәһендә йөрөйөм. Йәш саҡта бергә йүгергән таныштар ҙа осрап тора. Улар мине дәртләндереп тә, сәмләндереп тә ебәрҙеләр, һәм, мин дә ҡабат йүгерә башланым. Әлегә иң оҙон дистанция – 21 саҡрымды йүгереп үтәм. Ярыштарҙа бергәләп йүгерә-йүгерә Башҡортостан, Татарстанды ғына түгел, бөтә донъяны урап сығып киләбеҙ инде. Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларын ғына түгел, Финляндия, Эстония, Италия, Төркиә, Белоруссия урамдарын марафонда йүгереп кенә уҙып киттек.

– Вәсилә апай, һаҡал, селтәр, ҡашмау, хәситә кеүек башҡорт милли кейем һәм биҙәүестәрен еренә еткереп, боронғо өлгөләрҙән ҡарап, дөрөҫ итеп эшләү менән дә дан тотаһығыҙ. Был ҡыҙыҡһыныу һеҙҙә күптән уяндымы?

– Утыҙ йылға яҡын ғүмер алыҫ Ноябрьский ҡалаһында уҙғас, тыуған яҡтарға бик һағынып ҡайттым. Тыуған ер генә түгел, тыуған моңдар, башҡорт теле, халҡыбыҙҙың матур йолалары, шөғөлдәре һағындырҙы. Ҡайтҡас та, район, республика кимәлендәге милли-мәҙәни сараларҙа ҡайнап йәшәй башланым. «Өфө хәтирәләре» исемле фольклор төркөмөндә шөғөлләнеп, сәхнәләрҙә сығыш яһаныҡ. Унан Альбина Хашим ҡыҙы Исхаҡованың әйҙәүе менән башҡорт милли кейемдәре һәм биҙәүестәре әҙерләүсе «Селтәр» студияһына йөрөй башланым. Республика халыҡ ижады үҙәге мәҙәниәт йортонда ойошторолған «Ауаз» башҡорт фольклор төркөмөндә шөғөлләнәм. Үҙебеҙҙең тыуған ауыл – Көмәрлелә «Ҡайнауыҡ» төркөмө асып ебәрҙек. Оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, белгәндәремде милләттәштәремә өйрәтәм.

Күңеле тулы хазина йөрөткән Вәсилә Шәйхетдин ҡыҙы Камалетдинованы ҡиммәтле һандыҡҡа тиңләп була. Унда ниндәй генә ниғмәттәр юҡ! Халыҡ күңелен байытыр ынйылар менән туп-тулы һандығың бер ҙә бушамаһын, килер быуындарға матур өлгө булырлыҡ эштәрең, йәшәйешең менән ҡыуандырып, тулы һыулы ташҡын йылғалай ғүмер юлың менән һоҡландырып йәшәргә лә йәшәргә насип булһын.

Миләүшә ҠЫҘРАСОВА

("Тамаша" журналы 5-2020 йыл )

ҠУРАЙ ДАНЫ – 2023
ҠУРАЙ ДАНЫ – 2023
ҠУРАЙ ДАНЫ – 2023
ҠУРАЙ ДАНЫ – 2023
ҠУРАЙ ДАНЫ – 2023
ҠУРАЙ ДАНЫ – 2023
Автор:
Читайте нас