+18 °С
Дождь
Дөйөм мәҡәләләр
23 Апреля 2023, 08:46

Донъя

-

Ғәрәп теленән алынған "донъя" һүҙенең әллә күпме мәғәнәһе бар. Әйтәйек, ошо донъяла (мир) йәшәйем; теге донъя, был донъя; ул донъяһын (ҡаралты, йорт, һауыт-һаба һ.б.) ҡалдырып сығып китте, донъя көтөү (ғаиләне ҡарау) һ.б.
Беҙҙең яҡта, мәҫәлән, донъяның "самаһыҙ күп" тигән мәғәнәһе лә бар. Әйтәйек, йыл һәйбәт килгәс, донъя итеп бесән әҙерләп алдыҡ. Атайым бер саҡ бесәндә: "Төштән һуң һыу буйындағы үҙәкте сабырһың, унда бесән доноп ултыра", — тигәйне. "Доноп" тигәне, моғайын, "донъя" нан, "самаһыҙ күп" тигәндән барлыҡҡа килгән һүҙ формаһылыр.

"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан -
866-сы күҙәтеү.

Әхмәр Үтәбай.

Донъя
Донъя
Автор:
Читайте нас