Халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙа беҙҙең Бөрйән районынан төрлө ауырлыҡ категорияларында 7 спортсы ярышҡа сыҡҡан: 60 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Әтектән Роберт Баймөхәмәтов, 70 кг-ға тиклем – Әтектән Иҙел Баймөхәмәтов, 80 кг-ға тиклем – Байғаҙынан Ғәҙел Ишҡолов, 90 кг-ға тиклем - Яңы Собханғолдан Фазыл Кинйәбаев, Әтектән Инсур Баймөхәмәтов, 100 кг-ға тиклемге категорияла – Байназарҙан Илнар Салауатов һәм 100 килограмдан юғары категорияла Байназарҙан Айрат Салауатов.
Турнир һөҙөмтәләре буйынса, Илнар Салауатов үҙ категорияһында 2-се урын яулаған, Инсур Баймөхәмәтов үҙ категорияһында – 3-сө.
Район, республика намыҫын яҡлап йөрөгән ир-егеттәргә афариндан башҡа һүҙ юҡ. һеҙҙе алда ла бары тик уңыштар ғына көтөп торһон!