Ҡара юрға бында ныҡ ябыға, торған урынын тапап, типкеләп бөтөрә. Егеттең кәләше һәр көн ҡара юрғаны арҡанлы көйө эйәрләп менеп, юрғалатып йөрөгән, ошо мәл ҡара юрғаны маҡтап, көй сығарып һамаҡлар булған. Йәйге матур көндә иң яҡшы кейемдәрен кейеп ала, Ҡара юрғаны көмөш эйәр менән эйәрләтә. Уны аҡ ҡаҙыҡлы урындан ысҡындырып, тирмә араһында юрғалатып йөрөй башлай. Шул саҡ ҡара юрға ярһып китеп, өҫтөндәге киленсәкте үҙ иленә, бөрйән ырыуына алып ҡаса. Киленсәк ҡара юрғаға үтенеп һамаҡлай:
Ҡара оҙон ялдарыңды һис тә өҙмәм, юрғам,
Йомро йомшаҡ билкәйеңде ҡамсыламам, юрғам,
Аҡ ҡаҙыҡҡа бәйләмәм, ҡабырғаңды һанамам,
Өҫтөңдәге киленсәкте алып ҡайтма, юрғам.
Иртә таңға ҡара юрға киленсәкте туған йортона килтереп ҡуя һәм кешнәп ебәрә. Уға яуап итеп бындағы йылҡылар ҙа кешнәшә башлай.
Йомро-йомро тояғыңды дағалармын, юрғам,
Ҡырыҫ ҡына ялдарыңды уҡалармын, юрғам.
Ҡара ҡарпый үңлегеңде нағышлармын, юрғам,
Өҫтөңдәге һылыуыңды төшөр инде, юрғам.
Һайт, ҡара юрғам, тайт, ҡара юрғам...