Тик нисек башларға ғына белмəне.
...Килешле йəйге күлдəген кейгəн ҡатыны ирен шундай шатланып ҡаршы алды. Ҡиəфəте үҙгəргəн – сəсен ҡырҡтырып, һарыға буятҡан. Аҡ йөҙлө ҡатынға һары төҫ килешеп тора. Ярайһы уҡ ябығып, кəүҙəһе лə ыҡсымланып ҡалған. Өйөн бөхтə итеп йыйыштырған, бар донъяһы йəмле, ҡараулы. Тəмле аш еҫтəре таралған, бəлештəр бешергəн. Мунса ла яғып ҡуйған. Айрат тамағын туйҙырып алғас, мунсаға китте. Танһығы ҡанғансы сабынды, рəхəтлəнеп оҙаҡлап йыуынды ир. Мунсанан сыҡҡас, йөрəгенең ҡапыл тулап китеүе хəлен алды. Арманһыҙ итте. "Их, йөрəгем, бик йыш үҙеңде һиҙҙертə башланың түгелме? Ə миңə йəшəргə лə йəшəргə бит. Бар ғүмерем алда əле", – тип уйланы Айрат. Тəмəкене бигерəк йыш тарта шул, ташларға уйлай ҙа бит, ихтыяры етеңкерəмəй. Эҫе мунсала сабынмаҫҡа булған да бит... бигерəк һағынып ҡайтҡайны шул. Өйөнə ҡайтып ятып алһа, хəл инер...Таҫтамалға уранып, өйөнə саҡ ҡайтып йығылды. Хəлдəн тайғансы сабынырға кем ҡушты инде уға... Оҙаҡ ятты ул диванда, һөйлəшерлек тə хəле юҡ ине. Фаягөл килтергəн мəтрүшкəле сəйҙе бер аҙ йотто. Ята торғас, йоҡлап киткəн...
Икенсе көндө ул һуңлап уянды. Хəл ингəн һымаҡ. Йөрəге лə күкрəгенəн атылып сығырҙай булып туламай. Саҡ ҡына тынысланған кеүек. Айрат аҡрын ғына аяғына баҫты. Сəй эсеп алды ла ихатаға сыҡты. Машинаһына инеп ултырҙы, кеҫə телефонын алды. Һөйгәненəн смс хəбəр килгəн икəн. "Любимый мой, как по тебе скучаю! Поскорее приезжай". Шылтыратырға, Лизаның танһыҡ иркə тауышын ишетергə телəне. Өлгөрмəне, йөрəген ҡот осҡос ауыртыу матҡып алды, хəлһеҙ ҡулы һалынып төштө. Фаягөл уны юғалтып, борсолоп эҙлəп тапҡанда, иренең тəне һыуына башлағайны инде...Мəрхүмде һуңғы юлға оҙатырға байтаҡ кеше йыйылды. Барыһы ла уның балаларын, ҡатынын йəллəне. Укол ярҙамында ғына йөрөгəн Фаягөлдөң ерлəү мəшəҡəттəрен еңелəйтергə тырыштылар. Ваҡытты, иң яҡшы табип, тиҙəр. Ҡайғынан хəлһеҙлəнгəн ҡатын саҡ атланы, бəүелеп-сайҡалып йөрөп ҡолаған сағы ла булды. тик нисектер еңел генə йығыла, күҙгə күренмəгəн берəү тоторға ярҙам иткəн һымаҡ, тиҙ генə аяғына баҫа һала ине. Бер ере лə сыйылманы, имгəнмəне уның. Кемме, нимəме шулай һаҡлай, ҡурсалай ине... Əллə һөйгəненең рухы шулай ярҙамға килде инде...
Нисек кенə ауыр булмаһын, йəшəргə кəрəк. Фаягөл бирешмəҫкə тырышты. Тəүге көндəрҙə аяғында саҡ баҫып торһа ла, укол ярҙамында ғына йөрөһə лə, эшен ҡалдырманы. Йорт мəшəҡəттəре менəн йөрəк əрнеүҙəрен баҫты.
...Сəскəлəй нəфис, наҙлыларҙан-наҙлы ҡыҙ ине Фаягөл. Ата-əсəһенең иркə кинйəкəйе ...Йыл артынан йыл үтеп, сағыу матурлығы тоноҡлана төштө. Ҡайғыларҙы етерлек кисерергə тура килде. Эй, ҡатын-ҡыҙ! Нескə күңелле, көслө рухлы ҡатын-ҡыҙ! Имəндəй ирҙəр ауырлыҡтан һығылып төшкəндə, шартлап һынғанда, "көсһөҙ" зат барыһын да күтəрə... Тормоштоң ҡаты дауылдары бары сыныҡтыра ғына, бөгөлһə лə һынмай улар. Йəшəүгə көс алып йəшəүен дауам итə "көсһөҙ" зат!
...Телевизорҙан Литва актрисаһы тураһында тапшырыу бара ине. Иғтибар менəн ҡараны уны Фаягөл... Спектаклдең премьераһына бер көн ҡалғас, төп ролде башҡарыусы актрисаның ире үлə. Ролгə тағы бер актриса тəғəйенлəнгəн була. Тик ул аяғын һындыра. Алыштырырға башҡа кеше юҡ. Бар ихтыяр көсөн туплап, үҙен ҡулға ала ул. Таныш медсестраһын саҡырып, үҙенə укол һалдыра. Ире мәйетханала ятҡан сағында ла актриса Англия королеваһы Елизавета Беренсе ролен иҫ киткес матур уйнай. Грим һалынған һылыу йөҙө шундай тыныс, актриса ысын батшаларса ғорур, текə була. Зал уны алҡыштарға, сəскəлəргə күмə. Иртəгəһен гəзит- журналдар спектакль премьераһы хаҡында яҙып сыға. Сəнғəт күгендə яңы сағыу «йондоҙ» ҡабына, ул билдəле булып китə... Актрисаның дарыуҙар, укол ярҙамында ғына йөрөгəнен, йөрəгендə ниндəй дауыл ҡупҡанын, аяҡ өҫтө ниндəй ҡайғы кисереүен бер кем дə һиҙмəй. Икенсе көнөндə ул отпускыға китергə ғариза яҙып индерə, коллегаларына ирен юғалтыуы хаҡында белдерə. Ниндəй көслө рухлы ҡатын була! "Бына кемдəн үрнəк ал, бирешмə. Ауыр булһа ла, бирешмəҫкə тырыш, Фаягөл! Ебеп төшһəң, иреңə оҡшамаҫ ине", – тип үҙ-үҙен дəртлəндерҙе тол ҡатын. Түгелеп илап ала ла тағы йылмая, күҙ йəштəре аша көлөргə тырышҡан була ул. Ҡойма ямғырҙан һуң ҡояш сығамы ни, саҡ ҡына булһа ла күңеле күтəрелеп китə... Бөтөнлəй үк уңалмаһа ла, саҡ ҡына йəн əрнеүҙəре баҫылғандай булды. Үҙенең икмəкханаһын асып ебəрҙе ҡатын, үҙ-үҙен йəллəмəй эшлəне.
...Ҡайһы берҙə сəйер ҙə, матур ҙа төш күрə ул. Шау сəскəлəрҙəн туҡылған хəтфə болонда йөрөй, имеш. Тирə-яҡ һоҡланып туймаҫлыҡ матур. Төрлө төҫтəге күбəлəктəр оса. Күк йөҙө салт аяҙ. Ҡаршыһына ҡупшы күлдəк кейгəн ҡыҙсыҡ килə. Фаягөл уны күтəреп алып күкрəгенə ҡыҫа... Бала йомшаҡ ҡына бармаҡтары менəн уның сəсенəн һыйпай. Ни эшлəптер ҡатын илай башлай...
– Илама, əсəйҙəр иламай бит...– тип йыуата, имеш, ҡыҙыҡай. – Иламайым, ҡыҙым, иламайым... – ти ҙə уянып китə. Төшөндə илайсы... Хəйер, төштə илаһаң, өнөңдə шатланаһың, тиҙəр бит. Ə төшө, төшөндəге сабыйы шундай матур, шундай танһыҡ, яҡындарҙан-яҡын ине... Күңеленə шундай еңел, шундай рəхəт ... Бер килке хислəнеп, торорға ашыҡмай хыялланып ятты ул. Шундай ҡыҙың, шундай балаҡайың булһа, ниндəй яҡшы булыр ине...
Иренең вафатына ике йыл тигəндə Сорғот яҡтарынан заказлы хат килеп төштө. Уны уҡығас, ҡатын саҡ һуштан яҙманы. Хатта Панина Елизаветаның Айраттан ҡыҙ бала табыуы, аварияға осрап вафат булыуы, кескенə Лиданың етем ҡалыуы тураһында яҙылғайны. Бер аҙна тирəһе аңҡы-тиңке йөрөнө. Айраты менəн егерме йыл йəшəп, иренең хыянатҡа һəлəтле булыуы тураһындағы уй бер тапҡыр ҙа башына килмəне. Башҡа ҡатындарҙың иренə нисек ҡарағанын белгəн хəлдə лə, имеш-мимештəр ишетелһə лə, иғтибар итмəҫкə тырышты. Уны үҙе кеүек тоғро тип уйланы. Ирен камил зат тип белде. Бигерəк яратты шул үҙен. Кəмселеге булһа булғандыр, һөйөү тулы күҙҙəре күп нəмəне шәйләмәне. Хаталанған ире, яңылышҡан... Хəҙер барыһы ла тик Аллаһ Тəғəлə хөкөмөндə... Мəрхүмдəрҙе кире ҡайтарып булмай. Тормош, ниндəй ауыр булмаһын, дауам итə... Балаҡай йəл, ата-əсəһеҙ ҡалған сабый уғата йəл.
Балалар йортонда уны нимə көтə? Кемгə үпкəлəргə хəҙер, иренəме, үҙе бер тапҡыр күрмəгəн, уның донъяла барлығын да белмəгəн көндəше, утыҙ йыл ғына йəшəп, теге донъяға күскəн Лизағамы? Фаягөл ҡыҙ бала тураһында хыялланды. Тик ир балалар ғына тапты. Ə бында – иренең ҡаны, уның ҡыҙы, уның төҫө. Айратты ул һаман ярата ине, сабыйҙы үҙенə алырға ҡарар итте. Кəрəкле ҡағыҙҙарҙы юллай башланы. Лиданы алып ҡайтҡас, балалар йортонан, үкһеҙ етем, тип таныштырҙы. Яратҡан иренең серен яҡындарҙан-яҡын əхирəте лə белмəне. Иренең ҡылығын ҡырҡ төрлөгə əйлəндереп һөйлəүҙəрен, ғəйбəт итеп сəйнəүҙəрен телəмəне ҡатын. Барыһын да үҙе генə
белде, барыһын да тик йөрəгендə генə һаҡланы. Ҡатынды иренең көтөлмəгəн һуңғы бүлəге – Лида ҡыҙы шулай килеп тапты. Ағайҙары ла йəшел күҙле ҡыҙсыҡты яҡшы ҡабул итте.
Һөйкөмлө алсаҡ балала туғандарына ла оҡшаны. Бер ни тиклем ваҡыттан ул башҡортса өйрəнə башланы. Күңелле тəтелдəп, барыһының ҡыуанысы булып үҫеп килə ҡыҙыҡай. Барыһын да хайран иткəне шул булды: Лида үҫкəн һайын икенсе əсəһенə оҡшай барҙы. Йөҙө, килешкилбəте тап Фаягөлдөкө, тик сəсе генə һары. Ҡатынының йəш сағын хəтерлəткəн Лизаға ғашиҡ булған ир һөйəркəне ҡатынына оҡшатып һайлағаған ахыры.
Римма Әхмәтйәнова.