+2 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Март 2023, 13:00

Бер йыр эҙенән

Шулай итеп, Ғилмиязаның атаһы Исмәғил беҙҙең олатайыбыҙ булып сыға. Һәр бер башҡорт - үҙенең ырыу тарихын, ете быуынын белергә тейеш. Электән эшләнгән шәжәрәбеҙ ҙә бар. Мин үҙем 8 быуынымды беләм.

Барыбыҙ ҙа белгән, бик күптәр яратып башҡарған башҡорт халыҡ йыры "Ғилмияза" ла бер ҡыҙ баланың аяныслы яҙмышы бәйән ителә.

Һаҡмар һыуы аға ҡибла табан,
Урал тауы буйлап, көн битләп.
Илкәйемә лә шул ҡайтыр инем,
Аяҡтарым талһа, имгәкләп.

Алыҫ ерҙән балҡып, ай, күренгән
Урал микән, әллә көн микән?
Сит илдәрҙә уҙған ғүмеремдең
Бер көндәре әллә йыл микән?

Легенданың бер вариантында был ваҡиға Баймаҡ районы Таһир ауылында булған тип яҙыла. Был факт дөрөҫлөккә тап килә. Сөнки йырҙа ошондай һүҙҙәр бар: "Атҡарағай тигән тау башында, ҡалды минең уйнаған таштарым". Атҡарағай тауы Баймаҡ районы Үрге Таһир ауылынан 0,5 км алыҫлыҡта ғына ята. Ауыл янынан ғына Һаҡмар йылғаһы ҡиблаға табан, йәғни, көньяҡҡа табан, "Урал тауы буйлап, көн битләп" аға.
Легендаға ярашлы, Ғилмиязаны еләк йыйырға сыҡҡан ваҡытта ауылдашы аҡһаҡ Ҡыҙрас урлап, ялан яғына, ҡаҙаҡтарға, һатып ебәрә. Күпмелер ваҡыттан һуң Таһир ауылынан Садиҡ тигән кеше, эше буйынса ҡаҙаҡтар яғына барып сыға. Шунда бер моңло йыр ишетә. Йырлаусыны күреп, ҡыҙҙың яҙмышын белеп ҡайта Садиҡ. Ҡайтҡас ҡыҙҙың атаһы Исмәғилдән һөйөнсө ала, Ғилмиязаның иҫәнлеген, ҡайҙа йәшәгәнен әйтә.
Был легенда ла дөрөҫлөккә тап килә тип әйтергә була. VI - VII ревизия мәғлүмәттәре буйынса Таһир ауылында ундай кешеләр йәшәгән.
Ҡыҙрас Аблаев йорт старшинаһы була. Ошо ауылда Мөхәмәтсадиҡ Алтынбаев, Мөхәмәтсадиҡ Теләүҡабулов, Исмәғил Ҡалмаҡов (1787 йыл) йәшәгән. Был турала "Ҡыпсаҡ" исемле башҡорт ырыуҙары китабында (34- се том, 3-сө өлөш, 203-сө, 403- сө биттәр) мәғлүмәт бар.

Исмәғил Ҡалмаҡов 1812 йылғы Ватан һуғышында француздарға ҡаршы һуғышып, 1814 йылда 15 - се полк составында Парижды алыуҙа ҡатнаша. 1838 йылғы 6- сы башҡорт кантонынының хәрбиҙәр исемлегендә был турала мәғлүмәт бар. Исмәғил 51 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, улдары Ғайса (21 йәш), Кинйәбулат (19 йәш) менән бергәләп ил сиген һаҡлауҙа ҡатнаша.
Исемлектән күренеүенсә, Исмәғил дүрт хәрби походта ҡатнашҡан. Исмәғил Ҡалмаҡовтың вариҫтары Кинйәбулатовтар, Булатовтар, Сабанбаевтар, Йәмилевтар әлеге ваҡытта Һәмән, Билал ауылдарында һәм башҡа яҡтарҙа йәшәй.
Ғалим Ә. З. Әсфәндийәровтың "Башҡортостандың ауылдары тарихы" китабынан күренеүенсә Һәмән, Билал ауылдары Таһир ауылынан айырылып, күсеп сыҡҡан.

Шулай итеп, Ғилмиязаның атаһы Исмәғил беҙҙең олатайыбыҙ булып сыға.
Һәр бер башҡорт - үҙенең ырыу тарихын, ете быуынын белергә тейеш. Электән эшләнгән шәжәрәбеҙ ҙә бар. Мин үҙем 8 быуынымды беләм. Шәжәрә буйынса ҡараһаҡ, иң оло олатайыбыҙ Ҡолдобай, уның улы Ҡалмаҡ - Ҡалмаҡтың улы Исмәғил Ҡалмаҡов (1787 йыл) - Кинйәбулат (1819 йыл) - Ямалитдин (1850 йыл) - Ялалитдин (1874 йыл) - Хөснитдин Кинйәбулатов (1903 йыл) - атайым Рәфҡәт Кинйәбулатов (1942 йыл).

Быйыл үтәсәк халыҡ иҫәбен алыуҙа милләттәштәрем әүҙем ҡатнашып, тарихҡа инеп ҡалыр тип уйлайым. Үткәнһеҙ бөгөнгө, бөгөнгөһөҙ киләсәк юҡ. Был тормоштоң үҫеш ҡануны.
Радмир Булатов,
Баймаҡ районы,
Билал ауылы.

https://hakmar.ru/articles/m-ni-t/2021-06-09/ber-yyr-e-en-n-2364267

 

 

Бер йыр эҙенән
Бер йыр эҙенән
Автор:
Читайте нас: