-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Март 2023, 11:00

Хәҙер етеҙ хәрәкәтле бейеүҙәрҙә лә самауырҙы тигеҙлектә тота алам

Балтас районының Көнтүгеш ауылы мәҙәниәт йорто ҡарамағында "Аманат" фольклор ансамбле эшләй. Уның солисы Гөлсибәр Әхмәтғәлиева хаҡында 



Балтас районының Көнтүгеш ауылы мәҙәниәт йорто ҡарамағында "Аманат" фольклор ансамбле эшләй. Уның солисы Гөлсибәр Әхмәтғәлиева хаҡында "Балтас таңдары" гәзите сайтында матур яҙма донъя күргән.

"Балтас районында баш өҫтөнә самауыр ҡуйып бейегән ике бейеүсене беләм. Береһе — ауылдашым Гөлсибәр Әхмәтғәлиева, икенсеһе — Иҫке Балтас ауылы ҡыҙы Сулпан Кашанова.

Гөлсибәр Хәмиҙулла ҡыҙынан сәнғәт юлына баҫыуы, ҡасан баш өҫтөнә самауыр ҡуйып бейей башлауы тураһында ҡыҙыҡһындым.

— Электән, йәш сағымда мин гимнастика менән етди шөғөлләндем, концерт программаларын алып бара инем. Сәхнәгә ныҡлап аяҡ баҫыуым килен булып төшкән ауылым Көнтүгештә, туғандарыбыҙ Ғәлиндар ғаиләһе менән бергә йырлай башлағас булды. Бейеү серҙәренә ауылдашыбыҙ, Борай районында йәшәп, сәнғәт, мәҙәниәт өлкәләрендә арымай-талмай хеҙмәт иткән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә Минәжева төшөндөрҙө, — ти Гөлсибәр ханым.

Бынан биш йыл элек беренсе тапҡыр "Кәкүк сәйе" фольклор бейеүендә баш өҫтөнә самауыр ҡуйып сәхнәгә сыға ул. Тәүҙә уны ҡулдары менән тотоп бейей. Тора-бара тәжрибәһе арта - баш өҫтөндәге самауырҙы тоя башлай. Хәҙер инде бер ниндәй нығытыуһыҙ урынлаштырылһа ла, шул тиклем оҫта итеп йөрөтә, хатта етеҙ хәрәкәттәрҙе лә ҡыйыу рәүештә яһай.

— Бейеүҙә лә оҫталыҡ тәжрибә менән килә. Хәҙер етеҙ хәрәкәтле бейеүҙәрҙә лә самауырҙы тигеҙлектә тота алам. Тормошто, кешеләрҙе яратам. Сәхнәгә ауылдаштарым менән сығып, халыҡҡа рухи ҡәнәғәтлек, күңел күтәренкелеге өләшеүҙән ләззәт табып йәшәйем, — ти Гөлсибәр Әхмәтғәлиева", - тиелә гәзит сайтындағы яҙмала.

(Фото Г. Әхмәтғәлиеваның шәхси архивынан).

https://vk.com/kurultaibashkir

 

Хәҙер етеҙ хәрәкәтле бейеүҙәрҙә лә самауырҙы тигеҙлектә тота алам
Хәҙер етеҙ хәрәкәтле бейеүҙәрҙә лә самауырҙы тигеҙлектә тота алам
Автор:
Читайте нас: