+17 °С
Ясно
Дөйөм мәҡәләләр
27 Марта 2023, 12:00

Рәмзиә Мәҡсүтова: «Эҙләнәһең, ғазапланаһың һәм шунан ләззәт табаһың...»

-

Рәмзиә Мәҡсүтова (актриса):

«Эҙләнәһең, ғазапланаһың һәм шунан ләззәт табаһың...»

Өфө сәнғәт академияһын тамамлағас, хеҙмәт юлым Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында башланды. Унда ике йыл эшләгәндән һуң яҙмыш мине Салауат театрына алып килде. Тормош иптәшем Рафаэль Ғәйнуллин менән студент йылдарында уҡ дуҫлашып киттек. Беҙҙе Дим Мәннәндең ижады таныштырҙы тип әйтергә мөмкиндер. Мин, ғөмүмән, «Дәрүишхан» төркөмөнөң йырҙарына ғашиҡ инем. Һәм бер мәлде институтта тәнәфес мәлендә кемдеңдер гитарала уйнап, Дим ағайҙың тауышы менән генә йырлауын ишеттем дә шул яҡҡа йүнәлдем. Килһәм, төҫкә лә Дим Мәннәнгә оҡшаған егетте күрҙем. Ул – Рафаэль ине. Танышыуыбыҙ шунан башланды ла. Ул минән түбәнерәк курста Салауат театры өсөн махсус төркөмдә уҡыны. Һәм ошо театрҙа эш башланы. Рафаэль менән өйләнешкәс мин дә, театрҙың ул саҡтағы директоры Наилә Абдулхай ҡыҙы саҡырыуы буйынса, бында эшкә күстем һәм ошонда төпләндек.

 

Салауат театры шундай бай тарихлы театр булып күңелемә инде. Мин килгәндә оло быуын актерҙары күберәк ине әле. Һәм был театрға үҙенә күрә бер дәрәжә лә өҫтәгәндер. Сөнки улар һис ниндәй ығы-зығыһыҙ, ғорур ғына баҫып сәхнәгә сығалар, театрға булған ихтирамдары, мөхәббәттәре йөҙҙәренә үк яҙылған. Мине килгәс тә «Ай тотолған төндә» трагедияһына малай роленә индерҙеләр. Ошондай тәжрибәле актерҙар алдында дәфтәр тотоп сығыуы уңайһыҙ ине, шуға ролемде төндәр буйы ултырып ятлағаным хәтерҙә. Остаздарым тураһында һүҙ йөрөткәндә, иң тәүҙә Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичева менән Азат Әхмәҙулла улы Нәҙерғоловты билдәләп үтер инем. Бер ҡасан да тауыш күтәрмәй, тыныс ҡына, еңел генә итеп аңлатып бирә ине улар барыһын да. Бында килгәс иһә төрлө режиссерҙар менән эшләргә насип булды. Айрат Абушахманов, Антон Федоровтар менән эшләү бәхете лә йылмайҙы. Айрат Абушахманов та актриса булараҡ нығыраҡ асылыуымда йоғонто яһаны. Ә Антон Федоров ниндәйҙер яңы мәктәп асты беҙгә. Хәйер, ул мәктәп миндә бар ине, тик ҡайҙалыр төпкәрәк йәшеренгәйне. Ә ул ана шуны матур итеп асып, балҡытып ебәрҙе. Антон Федоров менән эшләгәндән һуң үҙемде бер нисә баҫҡысҡа юғарыраҡ күтәрелгәндәй тойҙом. Был минең генә тойғом түгел ине. Бөтөн коллектив өсөн шулай булды.

Мин үҙем Йылайыр районы Сәлим ауылынан. Ябай колхозсылар ғаиләһенәнмен. Әсәйем – һауынсы, атайым тракторсы булды. Әсәйем йәйгеһен таңғы биштә һыйыр һауырға китә лә, киске ундарҙа, ун берҙәрҙә генә ҡайта ине. Уларҙы колхоз автобусы йөрөттө. Кис еттеме, уның ниндәй матур кейемдәре бар, шуларҙы кейәм дә, күлдәкте билбау бәйләп ҡыҫҡартып, аяғыма ҡупшы туфли эләктереп, ҡулсатыр тотоп магазин ҡаршыһына килеп, йырлап-бейеп әсәйемдәрҙең эштән ҡайтҡанын көтә торғайным. «Ана, әртис ҡыҙың ҡаршылап та тора», – тиерҙәр ине һауынсы апайҙар. Бәләкәйҙән йырлап-бейеп үҫһәм дә атай-әсәйем минең театр йүнәлешен һайлауыма ҡаршы ине. 11-се класты тамамлаған саҡ. Бер мәлде беҙҙең ауылға Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумынан ҡабул итеү комиссияһы килеүен ишетеп ҡалдым. Ул мәлдә әсәйемдәр туйға киткәйне. Улар юҡлыҡтан файҙаланып, барып имтихандар тапшырып ҡараным. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң мине уҡырға саҡырып хат яҙҙылар. Атай-әсәйем был хәлгә аптырап ҡалды, әммә теләгемә ҡаршы килмәнеләр. Стәрлетамаҡта бер йыл уҡығандан һуң уҡытыусыларым Өфө дәүләт сәнғәт институтына барып, имтихандар тапшырып ҡарарға кәңәш итте. Һәм мин, ысынлап та, үҙ бәхетемде һынап ҡарарға теләнем. Ул ваҡытта театр факультетына конкурс бик ҙур ине. Бер урынға утыҙҙан ашыу кеше булғандыр. Шулар араһынан алтауыбыҙ ғына үттек, әммә мине, буйың бәләкәй тип, һуңғы турҙан төшөрөп ҡалдырҙылар. «Көҙгөһөн тағы ла актерҙар йыясаҡбыҙ, шунда ла килеп ҡарарһың, бәлки», – тине үҙҙәре. Ярты юлда туҡталып ҡала торған кеше түгелмен, көҙгөһөн йәнә килдем. «Ярай инде, буйыңа ла ҡарап тормайбыҙ, теләгең ҙур булғас, алабыҙ», – тинеләр. Шул тиклем матур, көслө курс булдыҡ беҙ. Илнур Лоҡманов, Фирғәт Ғарипов, Гөлсөм Бикбулатова, Илгизә Ғилманова һ.б. менән бергә уҡыныҡ.

Аллаға шөкөр, ошо ун алты йыл Салауат театрында эшләгән осорҙа мин өс тапҡыр ғына «ввод»ҡа ингәнмен. Ҡалған ролдәремдең барыһын да үҙем тыуҙырғанмын. Бала һымаҡ улар миңә. Ниндәй генә ролгә индерһәләр ҙә, уны нисек кенә яҡшы башҡарма, барыбер уға, кешенең роленә, үгәй әсәй һин. Мин шулай тип иҫәпләйем. Эйе, «ввод»тарҙы ла яратаһың, тик уларҙы һин тыуҙырмаған кеүекһең. Ә былай һәр бер ролем ҡәҙерле.

Мин, ғөмүмән, репетиция мәлен яратам. Роль ижад итеү процесы оҡшай. Һин үҙеңдән нимәләрҙер тәҡдим итәһең, режиссер үҙенең был ролде нисек күреүен белдерә. Эҙләнәһең, ғазапланаһың һәм шунан ләззәт табаһың. Шундай күңелеңде тетрәндергән, тәрәндән уйландырған ролдәр ҙә була. Әйтәйек, «Глумов»та (Александр Островский) төп геройҙан башҡалар барыбыҙ ҙа йөҙөбөҙҙө аҡ гримм менән ҡаплағанбыҙ – битлектәбеҙ, ялғанбыҙ, ялағайбыҙ. Уйлап ҡараһаң, тормошта ла шулай бит ул. Беҙгә барыбер йыш ҡына битлек кейергә тура килә. Шул спектакль бик ныҡ тәьҫир итте. Сөнки фекере көслө ине. Ошо спектаклдән һуң йәмғиәттә, йәшәйештә кейергә мәжбүр булған бөтөн битлектәрҙе сисеп ташлағы, башҡаса йәшәге килде...

Салауат театры күптән инде минең күңелемдә урын тапҡан. Ул – минең өсөн ижад майҙаны. Мин, ғөмүмән, эмоциональ, экспрессив актриса. Шул хис-тойғоларымды, фекерҙәремде тамашасыға еткереү урыны тип әйтәм. «Башҡа театрға күсеү хаҡында уйлағаның юҡмы?» – тип һорайһығыҙ. Алдамайым. Булғандыр ул. Әммә был театрҙы мин үҙем һайлап алдым. Үҙең теләмәгән кешегә кейәүгә сығып булмай бит. Бында ла шулай. Йөрәккә бойороу мөмкин түгел. Ә үҙең һайлаған кешене лә, коллективты ла яманламайҙар, фашламайҙар.

Салауат театры үҙенең бай тарихы, һынауҙарға ҡаршы тора белеүе, ғорур театр булыуы менән башҡаларҙан айырылып тора. Репертуар ҙа бай, жанрҙар төрлө, коллективтағы актерҙар ҙа бер-береһен ҡабатламай, бер-береһенә оҡшамаған. Һәр ҡайһыбыҙ үҙ урынында кеүек. Әлбиттә, етешһеҙ яҡтары ла барҙыр, унһыҙ булмай. Бер ерҙә лә... Әммә коллективтың тырышлығы, ихласлығы, фиҙаҡәрлеге менән улар һыпырылып, йыуылып, аҡланып бара.

Беҙҙе ғаилә театры, тиҙәр. Ысынлап та, парлылар күп театрҙа. Ғаиләләр ишле. Беҙҙең дә өс балабыҙ ошо сәхнә артында үҫте. Өлкәнебеҙ Тимерханға – 15, уртансыбыҙ Хазинаға – 10, кинйәкәйебеҙ Хәҙисәгә 6 йәш. Шөкөр, татыубыҙ. Ғаиләбеҙ менән төрлө республика, хатта Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып еңеүҙәр яулап торабыҙ. Балаларыбыҙҙың беҙҙең юлды дауам итергә теләктәре булһа, һис ҡаршы түгелмен. Сөнки үҙеңдең яратҡан һөнәреңде табыу – ҙур бәхет ул. Ә актер булыуҙы яратмау мөмкин түгел. Һәр хәлдә лә мин һөнәремде, эшемде яратмайым тигән бер актерҙы ла осратҡаным юҡ.

Рәмзиә Мәҡсүтова: «Эҙләнәһең, ғазапланаһың һәм шунан ләззәт табаһың...»
Рәмзиә Мәҡсүтова: «Эҙләнәһең, ғазапланаһың һәм шунан ләззәт табаһың...»
Рәмзиә Мәҡсүтова: «Эҙләнәһең, ғазапланаһың һәм шунан ләззәт табаһың...»
Рәмзиә Мәҡсүтова: «Эҙләнәһең, ғазапланаһың һәм шунан ләззәт табаһың...»
Автор:
Читайте нас