+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Март 2023, 21:00

Айырма

 
 
***
Беҙҙең ғаилә тап ошо шырлыҡ арҡаһында Уртағолдан күсенеп китеүен иҫәпкә алмағанда, үҙемде белә-белгәндән ауылда унан зыян күреүселәр булманы шикелле. Әммә барыбер бөтәһе лә шырлыҡтан нисектер ҡурҡты, мал-тыуарын да ул тирәнән йырағыраҡ йөрөттө, юл төшкәндә лә уны мөмкин тиклем урабыраҡ үтте.
Атайымдар Билдәшкә күсенгәндә лә шулай итте. Аттарын шырлыҡ буйынан үткән таҡыр юлға түгел, ә Кәкретауҙың ташлы юлына төшөрҙөләр.
Китеп барғаныбыҙҙа Көнтөшмәҫкә нисә әйләнеп ҡарағанмындыр, йәннәттең үҙендәй күргән урманыма кире йүгереп китергә әллә нисә уҡталып-уҡталып ҡуйһам да, донъялағы иң яҡын кешеләремде өҙөлөп яратыуым көслөрәк ине, уларға өнһөҙ-тынһыҙ эйәреп бара бирҙем. Арбала яурындарын терәшеп ултырған Йәнбикә менән Айһылыу үҙ-ара ниҙер һөйләшәләр, ә мин һөйләшә лә, хатта илай ҙа алмайым. Атайым менән әсәйем Көнтөшмәҫ урманынан йырағыраҡ китергә тырыша, ә миңә шунан да ауыры юҡ. Уларҙың, шырлыҡтан мөмкин тиклем алыҫҡараҡ китеп, тынысыраҡ йәшәгеһе килә, ә минең тыныслығым шунда тороп ҡалды ла шикелле...
Шул күсенеүҙән һуң туғандарым менән һөйләшеүҙән тамам туҡтаным, һөйләшә алманым, «телһеҙ ҡалдым». Ә бит шуға тиклем мин, әҙ генә булһа ла, шул һәләткә эйә инем. Шулай булмаһа, әсәйем бер-нисә тапҡыр: «Мин Сөмбөлдө ишетәм, Сөмбөлдөң тауышын тағы ишеткәндәй булдым», тип атайыма әйтмәҫ ине.
Бына күтәрмәгә атайым менән әсәйем сығып ултырҙы. Уларҙың араһында буш ҡалған урынға тығылып өлгөрәм, сөнки беләм, үҙеңде бер юлы донъялағы иң яҡын ике кеше ҡуйынында тойоуҙан да юғарыраҡ бәхет юҡ.
−Аҫылйәр, Сөмбөлөбөҙҙөң тауышын тағы ишеттем бит бөгөн...
Атайым әсәйемә моңһоу ғына ҡарап алһа ла, ҡыуанысым сиктән аша–әсәйем ысынлап та ишетә икән, тимәк улар менән һөйләшә алам, тип уйлайым. Тик шатлығымды атайым һыпырып юҡҡа сығара:
--Гөлсибәр, һинең ҡолағыңа ғына ишетеләлер ул, элеккеләрҙе онотмағандан...
Уның менән килешкем килмәй үрһәләнәм, сәбәләнәм. Әсәйем дә күнергә теләмәй:
− Ысынлап та ишетәм, Аҫылйәр, Сөмбөл ысынлап та минең менән һөйләшә...
Башын баҫып ултырған атайым минән аша әсәйемә тағы күҙ һирпә. Быныһында ҡаршы өндәшмәй.
Әсәйемдән башҡа берәү ҙә мине ишетмәгәс, унан шикләнә башланылар. Ишеткәнгә ҡарағанда, ишетмәүҙе хәйерлерәк һананылар.
Үҙем дә быны төшөнә башлағайным. Шуға ла бөтөнләй өндәшмәҫ булдым.
Тик әсәй– әсәй бит ул.
Нисек итеп әсәй менән һөйләшмәйһең?
Иң ҡәҙерле кешемә, ҡайғырып киткән саҡтарында, өндәшмәй ҡала алмай инем. Бигерәк тә түгелеп илаған мәлдәрендә эргәһенә йүгереп бара ла етәм. Сәстәренән һыйпап, күңелемдәге иң матур һүҙҙәрҙе теҙеп әйтә лә ташлай торғайным. Ә ул миңә текләп ала ла, яуап бирергә ҡурҡамы, мөлдөрәп кенә ҡарап ҡатып ҡала. Шунан минең һүҙҙәремдән уға тағы ла ҡыйыныраҡ икәнен аңлап, өндәшмәҫ булам да ул, тик әйтер һүҙҙәр әйтелгән була шул...
Шундай саҡтар йыш ҡабатланғайны Уртағолда. Билдәшкә килгәс, һөйләшә ҡалһам, атайым тағы ла күсенергә булып китер тип, бөтөнләй һөйләшмәҫкә хәл иттем.
Ни тиһәң дә, донъялағы иң ҡәҙерле кешеләремдән башҡа ла, шырлыҡһыҙ ҙа булдыра алмайым.
Билдәш Уртағолдан бик үк йыраҡ та түгел, тура тартһаң, ун саҡрым самаһы ара... Мин бит һаман да, бер кемгә лә белгертмәй генә Көнтөшмәҫкә барып килә торғайным.
Хәйер, хәҙер үҙемде күҙәтеп-ҡарап та тормайҙар, ҡайҙа теләйем, ҡасан теләйем, шунда барам. Күпме кәрәк, шунса йөрөйөм...
***
 
Бер тапҡыр ошо шырлыҡта йәшенгә эләккәйнем.
Шырт-шырт иткән тауыштың аяҡ аҫтымданмы, әллә икенсе ерҙәнме килгәнен асыҡларға самалап байтаҡ йөрөгәйнем ул көн. Нисектер бер нәмәгә лә күңелем ятманы. Башта күп күренгән бөрлөгән, эйелеп бер-ике өҙһәм, юҡҡа сыға ла ҡуя. Күҙемә салынған күбәләктәрҙе ҡыуа башлаһам, урман уларын да йәшерә. Быға тиклем бер тынмай һайраған ҡоштары ла ул көн өндәшмәҫ булғайны.
Шырлыҡтың шул сәйерлеге күңелемә шом һалды. Хәҙер аңлайым: шулай итеп ул мине үҙенән ҡыуып ҡайтармаҡ булған.
Их, шул саҡта шырлығымды аңлаған булһамсы...
Үкенәмме? Үкенәмдер...
Дауыл ул көндө ҡапыл ҡупты. Ҡояш та ҡайҙалыр ҡасты. Донъя бер мәлгә дөм ҡараға әйләнделә күк күкрәп, йәшен уттары ян-яҡты хәтәр сыйып үтте...Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатланғас, ҡойоп ямғыр яуа башланы. Асыулы башланды ул, бик тиҙ арала уйһыуыраҡ урындарҙа бер кемде лә аямаҫтай ҡырып-һепереп, бәреп-йығыр тулҡын менән йәһәннәмгә ағыҙып алып китерҙәй ташҡын барлыҡҡа килтерҙе... Биҙрәләп ҡойғандай ҡоторонған ямғыр баш күтәрер, күҙ асыр әмәл ҡалдырманы. Ҡурҡышымдан, йөҙйәшәр ағастарҙың ҡайһыһына һыйынырға белмәгәндәй, улай йүгерҙем, былай саптым. Ҡуйы үлән араһында күренмәгән күләүектәрҙе сәпелдәтеп кисеп үттем. Шул арала өҫтөм лысма һыу булып, тағатылып өлгөргән толомдарымдағы сәстәрем ҡыуаҡ ботаҡтарына эләгеп йолҡолоп-өҙөлөп ҡалды.
Эйелеберәк үҫеп ултырған бер ҡайын төбөнә боҫтом да, күҙҙәремде сырт йомдом. Йәшен йәшнәп, күк дөһөрләгән һайын бөршәйеберәк ултырып, тешем тешкә теймәй дер ҡалтырауымды тыя алмай, ағасҡа нығыраҡ һыйына барҙым, һәм береһендә, ялағай ҡойроғо йән асыуы менән ергәһуҡҡан саҡта ике ҡулым менән ҡайын олонон ҡосаҡлап алғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Шунда уның да дер ҡалтырағанын ап-асыҡ тойҙом. Юҡ, беҙ генә түгел, тотош донъя һелкенә ине...
Күпме яуғандыр ямғыр, миңә бик оҙаҡ тойолдо. Ололарҙың ошо урман тураһында һөйләгәндәре ҡабат иҫемә төшөп, тағы ла нығыраҡ ҡурҡыуға һалды.
--Шырлыҡ–беҙҙең яҡта иң насар урман. Шундағы ағастарҙы нисәмә тапҡыр йәшен һуҡты? Был бушҡа түгел, сөнки унда ете башлы, оҙон ҡойроҡло дейеү йәшенеп йәшәп ята. Йәшен шул дейеүҙе һуғам ти ҙә, яңылыш ағастарҙы ата ла ҡуя,−тип бала-сағаны ҡурҡытыр өсөн генә һөйләйҙәрҙер тип уйлай торғайным, ул көн шул һүҙҙәргә ышана ҡуйҙым. Ҡоторонған йәшен шырлыҡты һуңғы ағасына тиклем һуғып бөтөрһә-бөтөрөр, дейеүҙе тапмайынса тынысланмаҫ кеүек тойолдо.
Унда ҡала алмай инем. Шәп-шәп атлап урман ситенә тиклем килдем.
Урман менән беҙҙең өйҙө иген баҫыуы ғына айыра. Әлбиттә, баҫыу юлы арыраҡ... Әммә туп-тура, баҫыу аша ла ҡайтырға ярай ҙа баһаң...
Ана, беҙҙең өйҙөң ҡыйығы башҡаларҙан бер башҡа бейегерәк булып әллә ҡайҙан күренеп ултыра. Шулай булмайса, беҙҙең йорт урамда иң яңыһы, иң күркәме бит. Нигеҙе лә тәпәш түгел, ҡыйығында шифер буйҙары ла башҡаларҙан бер буйға күберәк. Ҡапҡабыҙ ҙа ҡалҡыуыраҡ, тик был яҡтан уны күреп булмай, йортобоҙ баҫыуға арты менән тора. Уның ҡарауы, ихатабыҙ эсе бынан ус төбөндәге кеүек асыҡ күренә. Йыш ҡына ошонан тороп өйҙәгеләрҙе күҙәткәнем дә булғыланы. Ишек алдында Айһылыу менән Йәнбикәнең эйәртенешеп улай-былай үтеүе ифрат мәҙәк. Алыҫтан уларҙы бик үк танып та булмай, кейгән кейемдәренә генә ҡарап төҫмөрләргә мөмкин. Тауыштарын ишетмәһәм дә, нимә һөйләшкәндәрен яҡынса тоҫмаллай ҙа алам. Йәнбикә «әйҙә шулай итәйек», «әйҙә былай итәйек» тип бер туҡтауһыҙ һеңлеһенә инәләлер. Тегеһе, ыҡҡа килмәй, үҙенекен эшләп маташалыр.
Ә мин–урман ҡыҙы, ысын урман ҡыҙы. Урман мине һәр ваҡыт үҙенә тартты. Ошонда килһәм, күңелгә нисектер рәхәт, теләгәнсә ҡысҡырып йырларға, былай ғына һөрәнләргә мөмкин. Бер кем дә тыймай. Хәйер, өйҙә лә бик үк тыйып бармайҙар ине...
Ниндәйҙер мәлгә туҡтап, күңелемә яҡын урмандан сығырға баҙнат итмәй, Уртағолға ҡарап торҙом. Атайымдың тир түгеп һөргән баҫыуын да тапауы әллә нисек.
Шул саҡ баяғы ялағай, әйләнеп килеп, ҡойроғон яман һелтәне. Шырлыҡ эсе яҡтырып, бер-нисә урында осҡондар сәсрәгәне күренеп ҡалды хатта.
Ҡурҡышымдан игенгә бер-ике аҙым баҫҡайным да, урман эскә тарттымы, әллә үҙем кире ырғыныммы, бер-нисә секундтан тағы элекке урынымда тора инем. Ни эшләргә? Урманда ла ҡала алмайым. Бынауындай йәшендә баҫыу аша йүгерергә лә ҡурҡам...
Ни булһа ла булыр тинем дә, тәүәкәлләнем...
Быныһында урмандан ҡапыл сыҡманым, мөмкин тиклем ипләберәк ҡуҙғалырға тырыштым. Тәүге аҙымым барыбер яйһыҙыраҡ килеп сыҡты, абына яҙҙым. Икенсеһе, өсөнсөһө ышаныслыраҡ киттеме, ҡурҡыуымды еңдемме, йән көсөмә йүгерҙем. Баяғы хәтәр ялағай урап килгәнсе, өйгә ҡайтып етергә тейеш икәнемде генә белдем. Бөрлөгәнле сирпәгемде күкрәгемә ҡыҫтым да, елдерҙем генә... Тик йүгергән һайын хәрәкәттәр ауырая, еүеш тупраҡ ҡаталарға ҡатланыбыраҡ йәбешеп, табандарымды көс еткеһеҙгә әүерелдерә, әле бешеп етмәгән иген башаҡтары «туҡта!» тигәндәй, тубыҡтарыма һуғыла, тышарға самалағандай аяҡтарыма урала.
Алдан күҙаллауымса, әллә ҡасан өйҙә ултырырға тейеш инем... Ямғыр яуғандан һуң баҫыу аша йүгереү ҡырҡа ауыраясағын иҫәпкә алмағанмын.
Бер-ике генә ынтылырлыҡ ара ҡалғайны, баш осомда хәтәр ҡурҡыныс йәшен йәшнәне. Баяғы ҡойроҡ тап эргәмдә генә һелтәнгән кеүек булды. Мине ергә һеңдерә һуҡҡандай тойолдо. Ҡулымдағы сирпәгемде әллә ҡайҙа осорҙо. Ундағы бөрлөгәндәр бая, урман эсендә, ялағайҙан һуң сәсрәп киткән осҡондар кеүек, күҙ алдымды аллы-ҡыҙыллы төҫкә мансып, сәсрәп һибелде. Тәнем аша ниндәйҙер тулҡын үтте. Уның көслө, бик көслө икәнен генә һиҙеп өлгөрҙөм...
Йәшен әллә мине һуҡтымы? Тәүҙә шуны төшөнөргә тырыштым. Ипләп кенә урынымдан ҡалҡынып ҡараным. Ҡалҡына алдым... Тимәк...
Тороп баҫтым. Еңел генә. Сирпәгемде эҙләп торманым. Быға тиклем бер ҙә таныш булмаған ниндәйҙер ғәйәт ҙур көс менән артабан йүгерҙем, хатта мәте йәбешкән аяҡтарымдың ауырлығын да, быға тиклем тубыҡтарыма туҡтауһыҙ һуғылған башаҡтарҙы ла тойманым.
Баҫыу ҙа тиҙ генә артта ҡалды, кәртә аша ла йәһәт кенә үттем, күтәрмәләргә менгәндә үҙемде бөтөнләй иҫләмәйем, өйгә лә шәп килеп индем, хатта ишекте асып-япҡанымды ла хәтерләмәйем... Тиҙ, бик тиҙ икәнен генә белдем...
Өйгә килеп ингәс, бер аҙ иҫемде йыйҙым.
«Ҡайтып еттем бит! Ҡайтып еттем бит!» тигән ҡыуаныс күңелемде биләне...
Унан әсәйемде, уға һыйынған туғандарымды күргәс, ғәләмәт ҡыуандым. «Улар ҙа ҡайтып өлгөргән икән! Бөтәбеҙ ҙә өйҙә!» тигән уй ниндәйҙер мәлгә ишек төбөндә тотто. Шунан ике туғаным араһынан үтеп әсәйемдең ҡуйынына тығылдым. Ниндәй рәхәт! Бәләкәй саҡтағы кеүек... Әйтерһең дә бөтөнләй үҫмәгәнмен.
Тағы бер-ике тапҡыр ныҡ ҡына йәшен йәшнәп, күк дөһөрләне лә туҡтаны. Донъя тынып ҡалды. Быға тиклем әсәйемдең шашыр сиккә етеп ниҙер шыбырлағанына иғтибар итмәй ултырғанмын. «Сөмбөлөм генә имен булһын! Сөмбөлөм генә имен булһын!»−ти ине ул...
Ни ҙә булһа төшөнөп өлгөргәнсе, әсәйем ҡапыл урынынан ҡупты:
−Сөмбөл апайығыҙҙы ҡарап киләм,−тип сығырға ынтылды.
Ныҡ аптыраным шунда. Тәүҙә ни әйтергә лә белмәй шаңҡып ҡалдым, шунан иҫемде йыйып:
−Әсәй, мин ҡайттым да инде,− тип әйтеп ҡараным. Тауышым сыҡманы. Улай ҙа түгел, әсәйем артынан ишек ҡаҡлығып өлгөрҙө. Ул нығыраҡ ҡаҡлыҡтымы, өй дер һелкенгән кеүек булды ла, йәшен ваҡытына тип, күрәһең, ҡапланған япма көҙгөнән иҙәнгә һыпырылып төштө.
Бер нәмә шунда шаҡ ҡатырҙы: ике туғаным, көҙгөнөң ҡаршыһында бәтә әйберҙәр ҙә унда сағыла, ә бына мин көҙгөлә юҡ инем, юҡ инем...
Шөбһәләнеп, туғандарым араһынан киҫкен һурылып сыҡтым да, көҙгөгә инерҙәй булып бик-бик яҡын килдем. Үҙемдең сағылышымды барыбер күрмәнем. Бер ни ҙә аңламаным. Әйләнеп, Йәнбикә менән Айһылыуға: «Һеҙ мине күрәһегеҙме? Һеҙ мине күрәһәгеҙме?»--тип өҙгөләнеп ҡысҡырҙым. Тегеләр «Эйе, күрәбеҙ» тип әйтеү түгел, әйләнеп тә ҡараманылар. Дөрөҫөрәге, ҡаранылар, тик нисектер үтә ҡаранылар...
Ғауғаланып, үҙ-үҙемде ҡапшаным. Битемде, башымды, ҡулдарымды тотоп ҡарамаҡ булдым. Тота алманым. Шунда ғына көҙгөлә генә түгел, бында ла юҡ икәнемде төшөндөм. Мин юҡ... Мин юҡ инем... Минең кәүҙәм юҡ ине...
Бая ҡолаған еремә бар көсөмә йүгерҙемме, остоммо, киренән шунда барҙым...
Кәүҙәм ысынлап та шунда ине. Тик һулаҡай яҡтан ҡап-ҡара булып көйгән тән минеке лә, минеке түгел дә һымаҡ...
Кискә ҡарай таптылар мине... Ундағы кешеләр араһында, ҡаңғырып, үҙем дә оҙаҡ йөрөнөм, тик берәү ҙә мине аңғарманы.
Аңғарырға, башҡаларҙан ныҡ айырылам бит хәҙер: бүтәндәрҙең тәне бар, минеке−юҡ. Бар айырма шунда.
РӘМИЛӘ ТОРОМТАЕВА
Айырма
Айырма
Автор:
Читайте нас: