Бөгөн бәйән итәсәк геройыбыҙ хаҡында бәғзеләрҙең, бәлки, ишеткәне лә булмағандыр. Сөнки был мөләйем ханым актер үҙе күҙгә күренеп бармаған театрҙа хеҙмәт итә. Ябай ғына түгел уның эше. Ҡурсаҡ һынлы ҡурсаҡтарға йән өрөүсе ул... Шулай итеп, ярты быуатҡа яҡын ғүмерен Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына бағышлап, әле лә арымай-талмай илһамланып ролдәр ижад итергә көсө, дарманы ташып торған Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғаян Сафина менән яҡынданыраҡ танышайыҡ әле, дуҫтар...
– Үҙе миңле, үҙе Ғаян... Исемегеҙ ҡайһылай матур... Ҡараштарығыҙ ҙа шундай нурлы, уйсан...
– Эйе... Әсәйем һайлаған исем... Рәхмәт, туғаным.
– Ҡурсаҡ театрына тормош нисек алып килде һеҙҙе, Миңлеғаян апай?
– Ҡыйғы райоынының Абзай ауылында тыуып үҫеп, шунда мәктәп тамамланым. Әйткәндәй, беҙҙең мәктәптән күренекле шәхестәр күп сыҡты. Гүзәл Сәғитова (хәҙер мәрхүмә инде) менән Рәмзиә Хисамова Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә уйнап танылыу яуланы. Икеһе лә Башҡортостандың халыҡ артистары. Мин дә бала саҡтан сәхнәне үҙ иттем. Акробатик күнекмәләр яһау оҡшай ине. Бейеүгә лә, йырға ла маһирлығым булды, хисләнеп шиғырҙар ҙа уҡыным. Атайым менән әсәйемде ҡалдырып ауылдан сығып киткем килмәйерәк тә йөрөнөм әле башта. Тик белемһеҙ ҡалыу килешкән эш түгеллеген дә аңлай инем. Ситтән тороп Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһының режиссура бүлегенә уҡырға индем. Унда бер курс тамамланым, шул арала үҙебеҙҙең клубта ла эшләп алдым, һуңынан район халыҡ театрына күсерҙеләр. Шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, миндәге ижади потенциалды тойоп ҡалыптыр инде, бер имтихандар тапшырырға тип килгән мәлемдә остазым Мәхмүт ағай Хәбибуллин: «Миңлеғаян, Өфөләргә барып ҡайт әле һин, сәнғәт училищеһына инеп китә алырһың, бәлки, үтмәһәң, ҡабат килерһең», – тип кәңәш бирҙе.
Шул йәйҙе Өфө сәнғәт училищеһына юл тоттом. Ул йылды Ҡурсаҡ театры өсөн махсус төркөм йыялар ине. Имтихандарҙы еңел генә тапшырып, мин дә студент булып киттем. Әйткәндәй, ҡурсаҡ театры актерҙары ғәҙәти театр актерҙарынан һис айырылмай. Бер үк остаздарҙа белем алдыҡ. Шул уҡ актер оҫталығы, сәхнә теле, вокал дәрестәре... Айырма шунда ғына: өҫтәмә рәүештә «кукловождение»ны өйрәнәһең.
1974 йылда ҡулға димлом алғас, 14 кеше Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында эш башланыҡ. Ул йылдарҙа театр бинаһы Ленин урамында (әлеге Ҡунаҡһарайҙан алыҫ түгел) ине. Ике йылдан һуң Октябрь проспектына күстек.
– Ҡурсаҡ театры йәштәрҙе нисек ҡаршы алды? Эш башлаған көндәрегеҙ нисек хәтерегеҙҙә ҡалған?
– Шау-гөр килеп эшкә тотоноп киттек. Ул ваҡытта театрҙа Ибраһим Абдуллындың «Гәрәбә күҙ» спектакле бара ине. Беҙҙе шунда йәлеп иттеләр. Бер нисә көн репетиция үткәрҙек тә райондар буйлап гастролдәргә сығып та киттек. Ул осорҙа ике труппа ла гастролдәрҙән бушамай ине. Ҡышҡыһын йылы итеп кейенеп сығып китәбеҙ ҙә, яҙ еткәс, быймаларҙа килеш Өфөгә ҡайтып төшәбеҙ...
– Һеҙҙең курстан башҡа театрға китеүселәр ҙә булдымы?
– Булды. Әйтәйек, Марат Сәйфуллин һәм Роза Шәрәфетдиновалар Стәрлетамаҡ рус драма теарына китте. Фәнисә Батырова исемле ҡыҙыбыҙ филармонияға эшкә урынлашты. Ҡурсаҡ театрында эшләү өсөн мөхәббәт кәрәк. Улар, бәлки, сәнғәттең был төрөн үҙһенеп тә бөтмәгәндер. Унан һуң, театрға барыһын да алмауҙары ла ихтимал ине.
– Ә һеҙ баштан уҡ яраттығымы ҡурсаҡ театрын? Театрҙағы тәүге ролдәрегеҙ хаҡында ла әйтеп үтһәгеҙсе.
– Ҡурсаҡ театры тип өҙөлөп торҙом тип әйтә алмайым. Яратыу бер ни тиклем ваҡыт үткәс килде. Тора-бара бындағы мөхит миңә шул тиклем ҡәҙерле булып китте: ҡурсаҡтар, ролдәр, балалар донъяһы, гастролдәргә сығыу... Нәжип Айыуханов етәкселек иткән саҡ. Театрыбыҙҙың ныҡлы аяҡҡа баҫып, сәскә атҡан ваҡыты ине. «Гәрәбә күҙ»ҙә бәләкәй генә болан балаһын уйнаным. Уны уҡытыусыбыҙ Кәшфи Фәйрүш улы Ғәҙелшин сәхнәгә ҡуйғайны. Артабан Владимир Штейн менән бер нисә спектакль сығарҙыҡ. «Бөркөт ҡанат йәйә» спектаклендә – Салауат Юлаевты, «Алладиндың серле лампаһы»нда батша ҡыҙы Будурҙы уйнаным. Һәр ролде көтөп алабыҙ беҙ. Бәләкәй генә берәй образ бирһәләр ҙә, шул хәтлем риза булабыҙ. Ҡурсаҡ театрында фанаттар ғына эшләйҙер, тип уйлайым. Ә инде ошо мөғжизәле донъяға килеп эләгеп, эштең тәмен татып ҡараһаң, унан китеү хаҡында уйламайһыңдыр. Беҙ барып етә алмаған берәй ауыл ҡалдымы икән Башҡортостанда? Төрлө саҡтар булды. Юлды буран ҡаплаған мәлдәрҙә лә бараһы еребеҙгә барып етмәй ҡайтманыҡ. Ут фәлән һүнә ҡалһа, шәм яҡтыһы аҫтында булһа ла уйнай инек.Ул йылдарҙа гармунға ҡушылып тере тауышҡа йырлай торғайныҡ.
– Роль өҫтөндә эшләү нескәлектәре хаҡында ни әйтерһегеҙ?
– Ролдәр бүленеп бирелгәс, пьеса менән танышаһың, һәр ҡайһыбыҙ уҡып сыға. Аҙаҡ иһә ҡурсаҡтарға иғтибар йүнәлтәбеҙ, уларҙы өйрәнәбеҙ: күҙҙәренә ҡарайбыҙ, ауыҙы асыламы, аяҡ-ҡулдары йөрөймө, бармаҡтары ҡыбырлаймы? Шунан инде яйлап образ өҫтөндә эш башлана. Ҡурсаҡ театры спектаклен тыуҙырыу өсөн берҙәмлек кәрәк. Һин образың өсөн үҙең генә яуап бирмәйһең. Бер ҡурсаҡты 3–4 кеше хәрәкәтләндереүе ихтимал. Шулай бер-береңә ярҙам итеү кәрәк. Бына шундай коллектив эш ул. Икенсенән, физик көс талап иткән хеҙмәт икәнлеген дә оноторға ярамай. Ҡурсаҡтар – улар еңел генә түгел. Тауыштың яңғырашлы булыуы ла талап ителә. Элек бөгөнгө ише микрофондар юҡ ине бит. Әйткәндәрең ширма аша залдың иң артҡы рәтендә ултырған кешеләргә лә ишетелергә тейеш.
– Ҡурсаҡтар менән эшләүе ҡатмарлыраҡ инде?
– Бер өйрәнеп китеп, эште яйға һалып алһаң, рәхәтләнеп уйнайһың. Хатта ҡомар уяна. Иң мөһиме – залда беҙҙе балалар ҡарап ултыра бит! Уларҙың көлгән тауыштарын ишетһәң, ҡеүәтләһәләр, «ул тегендә ҡасты, тот!» тип ҡысҡырып, беҙҙең менән бергә уйнай башлаһалар, о-о-ой, йөрәккә шул тиклем рәхәт булып китә, шаулашһалар иһә, күңел төшә – тимәк, беҙҙең спектаклде улар ҡарамай, аңламай тигән һүҙ.
– Элек Өфөлә спектаклдәр һирәк күрһәтелгән инде? Башлыса ауылдар буйлап йөрөгәнһегеҙ. Ә бөгөн был йәһәттән хәлдәр нисегерәк?
– Элек башҡорт труппаһы Өфөлә премьера үткәрә лә райондарға сығып китә торғайны. Әйтәм бит, бер ауылды ла ҡалдырмай инек. Урыҫ ауылдары аша ла үтергә тура килә, уларҙы ла ошондай мөғжизәнән мәхрүм итке килмәй, шуға ла рус телендә лә уйнаштырғылай торғайныҡ. Бөгөн дә башҡорт труппаһы актерҙары ике телдә лә сығыш яһай. Шулай ҙа башҡорт телендә спектаклдәр һирәк сыға хәҙер. Үкенес, әлбиттә, әммә милли тамашасы йыйыуы еңелдән түгел бөгөн...
– Өлкәндәр спектакле менән балалар спектаклендә уйнауҙың айырмалыҡтары бармы?
– Яратып эшләһәң, айырма юҡ ул. Әммә балалар өсөн уйнағанда айырыуса һаҡ, иғтибарлы булыу талап ителә. Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ бит. Улар шул тиклем саф, алдаша белмәй, яһалмалыҡты ҡабул итмәй. Ғөмүмән, беҙҙең театр коллективы өсөн мөмкин булмаған эш юҡ. Сөнки беҙҙә профессионалдар эшләй. Улар үҙҙәрен аямай, ролдәрен шул тиклем яратып, күңел һалып башҡара. Тағы ла шуны ҡабатлайым: ҡурсаҡ театрында фанаттар ғына эшләй ала. Һәм беҙҙә шундай татыу, матур коллектив тупланған да. Бында иһә етәксебеҙ Альберт Имаметдиновтың хеҙмәте лә баһалап бөткөһөҙ. Өлкән быуын вәкилдәре лә, йәш актерҙар ҙа уртаҡ тел табып, уртаҡ маҡсат өсөн хеҙмәт итәбеҙ. Аллаға шөкөр, йәш көстәр етерлек беҙҙә. Әле бына сәнғәт академияһында ҡурсаҡ театры өсөн йәнә бер махсус төркөм уҡытыла. 2024 йылда, театрҙың яңы бинаһы асылыуға, улар, уҡып бөтөп, сафтарыбыҙҙы тулыландырыр тип көтәбеҙ.
Әйткәндәй, әле репертуарҙа Г.Х.Андерсендың «Гадкий утенок» спектакле бар. Зөһрә Бураҡаева ул әҫәрҙе башҡорт теленә тәржемә итте. Үҙебеҙсә «Ямаҡай» тип атаныҡ. Режиссер Вадим Ғабдуллин ҡуйҙы был спектаклде. Унда өлкән быуын актерҙарынан Рәмилә Ҡобағошова, Ләлә Булатова, Гөлсәсәк Мөхәмәтшина һ.б. менән рәхәтләнеп, бик яратып уйнайбыҙ. Спектакль рус һәм башҡорт телдәрендә бара.
Ғаиләм беренсе өйөм булһа, театр – икенсе өйөм. Аллаға шөкөр, ҡыуана-ҡыуана эшкә йөрөйбөҙ. Театр бөтөн хәсрәтте оноттора бит ул...
– Бер ваҡытта ла эштән китеү хаҡында уйлағанығыҙ булманымы?
– Юҡ. Хатта ғүмеремдең үтә ауыр мәлдәрендә лә ундай уй тыуманы. Киреһенсә, эшем минең йыуанысым булғандыр. Башта әҙерәк эшләйем, фатир юллайым тип йөрөп ғүмер үткәнен дә һиҙмәй ҡалғанмын, утыҙҙы үткәс кенә бик яратып тормошҡа сыҡтым. Иптәшем Ликандров Борис Ликандрович – музыкант, ҡырҡ йылдан ашыу Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблдә эшләне. Башҡортса бик һәйбәт белә. Балаларыбыҙ ҙа башҡорт телендә һөйләшеп үҫте. Ғаиләмдән уңдым мин. Әммә әле шул хаҡта әйтмәксе инем: өлкән улыбыҙ балалар церебраль параличы менән сирле булып тыуҙы. Иптәшем менән шул баланы аяҡҡа баҫтыра алһаҡ ине тип ныҡ тырыштыҡ. Санаторийҙан санаторийға йөрөттөк. Мәскәүгә лә барҙыҡ, төрлө белгестәргә күрһәттек. Әммә, үкенескә күрә, хәле әллә ни яҡшырманы. Шулай ҙа табиптар өс йылдан да артыҡ йәшәмәҫ тиһәләр ҙә, Марс улыбыҙҙы 18 йәшкә тиклем йәшәтә алдыҡ. Ана шул ауыр йылдарҙа ла театрҙы ҡалдырыу хаҡында уйламаным. Иптәшем дә минең эшләүемде теләне. Әсәйем мәрхүмәгә рәхмәт, ул беҙгә шул еңел булмаған осорҙа бик ныҡ ярҙам итте. Уның изгелеген мәңге онотмайбыҙ. Ирем дә терәк-таяныс була белде. Улыбыҙҙы сиратлап ҡараныҡ. Иртән тороуыма бутҡа бешереп баланы ашатып ултырыр ине. Шул йылдарҙа миңә театрҙағы эшмәкәрлегем ҡайғынан бөгөлөп төшмәҫкә, киләсәккә өмөт менән ҡарарға көс бирҙе. Эсемдә ут ҡайнаһа ҡайнаны, әммә эштә бер кемгә лә һытыҡ йөҙөмдө күрһәтмәнем, һәр ваҡыт йылмайып йөрөргә тырыштым.
Марс улыбыҙ сирле булһа ла, шундай аҡыллы бала ине. Бөтә нәмәне лә аңлай торғайны. Бер ваҡытта ла аҫтын бысратып ятманы, сабыр ғына көттө. Мин йырлаһам, ҡушылып көйләй торғайны. Ҡараштары шул тиклем өлкәндәрсә, аҡыллы булды уның. Мине өнһөҙ генә йыуатты. Һәләк ризамын улымдан. Һағынам, әле лә һағынам үҙен...
Шулай итеп, өлкән улыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырабыҙ тип байтаҡ ваҡыт үтте. Ҡырҡ йәшкә яҡынлағанда йәнә бала табып ҡарарға йөрьәт иттем. Ҡыҙым, һуңынан улым донъяға килде. Улар хәҙер үҙ аллылар инде. Икеһе лә юғары белемгә эйә булып эшләп йөрөйҙәр. Хоҙайға шөкөр, Ибраһим исемле ейәнебеҙ ҙә бар...
Тормош тигәндәре шулай кешене төрлөсә һынай, туғаным. Әммә Аллаһы Тәғәлә кешегә үҙе күтәрә алмаған ауырлыҡтарҙы ебәрмәй, тиҙәр. Бер ваҡытта ла өмөтһөҙлөккә бирелергә, үҙеңә ҡул һелтәргә ярамай. Нисек кенә ауыр булһа ла, йылмайып йәшәргә көс табырға тырышырға кәрәк. Ҡайһы берҙә йөрәгеңдәге һағышты хатта яттарға түгел, яҡындарыңа ла күрһәтмәҫкә тура килә...
– Тормош үкенестәрһеҙ булмай... Нимәләрҙер бер аҙ күңелегеҙҙе өйкәп торамы?
– Атайым менән инәйемдең көтмәгәндә китеп барыуҙары. Өлкәнәйгән көндәрендә үҙемә күсереп алып, ҡәҙер итермен тип уйлай инем. Тик ауыл кешеһе үҙ донъям тип ашҡына ла тора шул... Атайым баһадир кәүҙәле ир-уҙаман ине, көрәшсе тигән даны булды. Ике һуғышты үткән кеше. Ғаиләлә беҙ өс бала үҫтек. Йәмғеһе һигеҙ бала булыр инек, һуғышҡа тиклем атайым менән әсәйемдең биш балаһы тыуып торған, үлеп торған...
– Атайығыҙ менән әсәйегеҙ һеҙҙең сәхнәлә уйнағынығыҙҙы күрҙеме?
– Инәйем күрҙе. Өлкәндәр өсөн Туфан Миңнуллиндың «Әлдермештән Әлмәндәр»ен уйнай инек. Инәйем һуңлабыраҡ килгәс, Павел Мельниченко, зал тулы булыуға ҡарамаҫтан, спектаклде башлауҙы кисектереп торҙо. Шуны мәңге онота алмам. Бына бит ул – бәндәләрҙең изгелеге! Ғөмүмән, мин һәйбәт кешеләр менән эшләнем. Режиссерҙарымды ғына алып ҡарайыҡ: Кәшфи Ғәҙелшин, Владимир Штейн, Наил Ғабдуллин, Гөлнара Вәлитова, Илмар Әлмөхәмәтов, Борис Манжиев һ.б. Һоҡланғыс кешеләр!
– Миңлеғаян апай! Һаман да йәш ҡыҙҙар кеүек һомғолһоғоҙ, матурһығыҙ! Бының ниндәйҙер берәй сере бармы?
– Рәхмәт, туғаным... Йәштән үк оҙата килгән ғәҙҙәттәрем, бәлки, үҙемде формала тоторға ярҙам итәлер. Мин элек-электән көнөмдө физик күнекмәләрҙән башланым. Сәләмәт туҡланыу рәүеше алып барҙым, иртән торғас һалҡын һыу менән ҡойондом. Һәм бөгөн дә ошо ғәҙәттәремә тоғромон...
Әйткәндәй, журнал уҡыусыларҙың барыһына ла һаулыҡ, рух ныҡлығы теләйем...
– Ихлас аралышыу өсөн рәхмәт һеҙгә! Хоҙай иҫәнлектән айырмаһын! Һәр ваҡыт шулай матур кеше булып ҡалығыҙ!
Гөлшат Ҡаһарманова