+9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Март 2023, 13:00

“Фирҙәүес залды шаҡ ҡатыра”

Бөгөн билдәле балерина Фирҙәүес Мөхәмәтвәли ҡыҙы Нафиҡоваға 85 йәш тулыр ине, ул күп йылдар сәхнәлә балҡып, үҙенең исемен мәңгелеккә Рәсәй һәм Башҡорт балеты тарихына яҙып ҡуя. Уның педагогик эшмәкәрлеге лә киң билдәле, күп кенә уҡыусылары билдәле балет оҫталары булып китә.

Ул 1938 йылдың 20 мартында Өфөлә НКВД хеҙмәткәре һәм мәктәп уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуған. 1942 йылда уның атаһы Мөхәмәтвәли Нафиҡов 10 йылға репрессиялана һәм һөргөндә ауырыуҙан вафат була. Биш балаһын ҡалдырып, әсәһе лә борсолоуҙарҙан һәм ҡайғынан бик аҙ ғына йәшәй. Фирҙәүес, балаларҙың кесеһе, балалар йортона эләгә. Атаһын 1956 йылда ғына аҡлайҙар, ул саҡта Фирҙәүес Ленинград хореография училищеһын тамамлай. Училищены тамамлағандан һуң Башҡорт опера һәм балет театры труппаһына ҡабул ителә һәм 1956 йылдан 1987 йылға тиклем театрҙың төп балеринаһы була. Һуңынан 10 йылдан ашыу Рудольф Нуриев исемендәге Өфө хореография училищеһында уҡыта. Фирҙәүес Нафиҡованың башҡарыу сәнғәте лирик-драматик йүнәлешле, актерлыҡ оҫталығы, музыкаль сағыулығы, сағыу темперамент һәм юғары балет техникаһы менән органик рәүештә берләштерелгән хәрәкәттәрҙең ғәжәп пластикаһы һәм гармонияһы менән айырылып тора. Уның сәхнәләге дебюты Б.Асафьевтың «Баҡсаһарай фонтаны»ндағы Зарема партияһы була, ул уның юғары ижади потенциалын күрһәтә. Фирҙәүес П.Чайковскийҙың «Аҡҡош күле»ндә Одетта һәм Одиллия, И.Штраустың «Зәңгәр Дунай»ында – Франциски, А.Адандың «Корсар» һәм «Жизель»ендә Медора һәм Китри, Л.Минкустың «Дон Кихот» балетында Китри, Х.Заимовтың «Ҡара йөҙҙәр»ендә Ғәлимә, М.Әхмәтовтың «Ай тотолған төндә»һендә Тәңкәбикә һәм башҡа төп партияларҙы бик яҡшы башҡара. Балеринаның ижадында иң яҡшыһы булып Ж.Бизе,Р.Щедриндың «Кармен-сюита»һында Кармен роле тора. Фирҙәүес Нафиҡованың бейеүе менән Венгрия, Чехословакия, Гвинея, Гана, Һиндостан, Япония һәм башҡа илдәрҙең балет һөйөүселәре һоҡлана. Ул Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Ульяновскиҙа (1968) һәм Ленинградта (1969) Башҡорт АССР-ы мәҙәниәте көндәрендә сығыш яһай. 1959 йылда Венала бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты була. «Кармен-сюита»ла Кармен һәм «Испан миниатюраларында» Ампара ролдәрен бик яҡшы башҡарғаны өсөн Ф.Нафиҡова 1977 йылда Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһына лайыҡ була. Уға БАССР-ҙың атҡаҙанған (1963), РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1971) һәм Халыҡ артисы (1974) тигән маҡтаулы исемдәр бирелә. 1975 йылда Өфөгә Ҙур театр солисы Леонид Козлов килгәс, спектакль алдынан уның партнеры ауырып китә һәм уны Фирҙәүес алмаштыра. Леонид Козлов яңы партнерына һоҡлана, спектаклдән һуң: "Ул ниндәй еңел!» - тип ҡат-ҡат әйтә. Ә 1981 йылда ул «Почет Билдәһе» ордены кавалеры була. Фирҙәүес Мөхәмәтвәли ҡыҙы һәр ваҡыт, дүрт тиҫтә йыл дауамында ире Салауат Хәбибуллиндың, уның һаҡлаусы фәрештәһенең, мораль ярҙамын тоя. Фирҙәүестең бейеүе һәм уның сағыу шәхесе онотолмаҫлыҡ, ул оҙаҡ ваҡыт театр һөйөүселәр хәтерендә йәшәйәсәк, Ә Башҡортостан мәҙәниәте тарихында уның бите иң сағыу биттәрҙең береһе. “Фирҙәүес залды шаҡ ҡатыра”... Балерина ҡатнашлығындағы спектаклдәргә рецензиялар йыш ҡына шулай тип яҙыла. Һәм был спектаклдең ҡайҙа барыуы мөһим түгел – тыуған театрындамы, гастроль ҡалаһында йәки Кремлдең сьездар һарайы сәхнәһендәме. Был концерт номеры ла булыуы мөмкин, мәҫәлән, башҡорт бейеүе, уны ул үҙенсәлекле зауыҡ, балҡыш һәм тәрәнлек менән башҡара, шулай уҡ үҙенең иҫ киткес йырлауы менән оҙатып бара.

Данлыҡлы балерина 2008 йылдың 26 ғинуарында 70 йәшендә вафат була һәм Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнә. Ул оҙаҡ ваҡыт кешеләрҙең хәтерендә йәшәйәсәк, ә Башҡортостан мәҙәниәте тарихында уның бите мәңгелек.

“Фирҙәүес залды шаҡ ҡатыра”
“Фирҙәүес залды шаҡ ҡатыра”
“Фирҙәүес залды шаҡ ҡатыра”
“Фирҙәүес залды шаҡ ҡатыра”
“Фирҙәүес залды шаҡ ҡатыра”
“Фирҙәүес залды шаҡ ҡатыра”
“Фирҙәүес залды шаҡ ҡатыра”
“Фирҙәүес залды шаҡ ҡатыра”
“Фирҙәүес залды шаҡ ҡатыра”
“Фирҙәүес залды шаҡ ҡатыра”
“Фирҙәүес залды шаҡ ҡатыра”
“Фирҙәүес залды шаҡ ҡатыра”
“Фирҙәүес залды шаҡ ҡатыра”
“Фирҙәүес залды шаҡ ҡатыра”
Автор:
Читайте нас: