+19 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
19 Марта 2023, 10:00

Мөғжизәле сәнғәт илендә ҡурсаҡтар менән серләшеп

Ҡурсаҡ театры үҙенә башҡа бер донъя. Сабый күңелен тирбәлдерерҙәй тамашалар әҙерләү ҙур яуаплылыҡ талап итә. Сөнки эскерһеҙ йәш тамашасының күҙе үткер, зиһене зирәк, илке-һалҡы уйнағанды тойоп алыусы һиҙгер күңелле була улар. Бындай мөхиттә бары бөтә күңеле менән үҙ эшен һәм балалар донъяһын яратыусы кешеләр генә эшләй ала. Ҡырҡ биш йыл ғүмерен ошо мөғжизәле сәнғәт иленә – ҡурсаҡ театрына бағышлаған Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәмилә Сөләймән ҡыҙы Ҡобағошова нәҡ шундай кешеләрҙең береһе.

Рәмилә Ҡобағошова Күмертау ҡалаһы ҡыҙы. Иң оло ағалары, һәм бер-бер артлы алты ҡыҙ булған ҙур ғаиләлә үҫә ул. Ғүмер буйы шахтер булып эшләгән атаһы Имаков Сөләймән Аллабирҙе улы һәм әсәһе – Айһылыу Әхмәтғәли ҡыҙы – шахтерҙар ҡалаһы Күмертауға нигеҙ һалыусы тәүге эшселәр һәм тәүге ғаиләләрҙең береһе. Атаһының ағаһы Таһир Имаков Зәки Вәлиди Туғандың яҡын көрәштәше була. «Рәмилә ҡаһарман олатаһына йөҙ-торошо менән дә, холоҡ-фиғеле менән дә ныҡ оҡшаған», – тиҙәр был нәҫелде яҡшы белгән кешеләр. Кинйә батыр менән бер ауылдан сыҡҡан әсәһе лә бик һәләтле, тырыш кеше була, гармунда уйнай, матур итеп йырлай. Береһенән-береһе һылыу ҡыҙҙарында ла ул йыр-моңға һөйөү тәрбиәләй. Кискеһен өйҙә башҡорт халыҡ йырҙарын, таҡмаҡтар йырлап, балалар ҙур тамаша ҡора, концерт ҡуя. Мәктәптә уҡый башлағас та ҡыҙыҡай һөнәр арттырыуҙан туҡтамай, бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә, шиғырҙарҙы тасуири һөйләргә өйрәнә. Юғары класта уҡығанда инде һәләтле ҡыҙ Күмерселәр мәҙәниәт һарайы хорында йырларға йөрөй, һәм ошо мәҙәниәт йортоноң театр студияһын тамамлай. Сәнғәт донъяһына ғашиҡ булған Рәмилә иптәш ҡыҙы Альбина (Бикмәтова) менән Стәрлетемаҡтағы мәҙәни-ағартыу училищеһына юллана. Ҡыҙҙар имтихандарҙы уңышлы тапшырып, театр бүлегенә уҡырға инә. Уны тамамлағас, бергәләп, Өфөләге Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына эшкә киләләр. Һәм ғүмер буйы улар бер-береһенә ижадта ла, тормошта ла ярҙам итеп, әлеге көндә лә туған театрҙарына хеҙмәт итәләр.

Рәмилә Сөләймән ҡыҙы үҙ эшен яратып башҡарыусы актриса. «Аҡ пароход» һәм «Божественная комедия» спектаклдәрен ҡарарға килеп, ҡурсаҡтар донъяһына ғашиҡ булған ҡыҙ яҙмышын нәҡ ошо һөнәр менән бәйләргә ҡарар итә.

Ысынлап та, Рәмилә Ҡобағошованың яҙмышы ҡурсаҡ театры тарихы менән үрелеп бара. Бергә эшләгән коллегалары менән бәхетле булыуы хаҡында ҡанатланып һөйләй ул. Ҡулына йүнәлтмә тотоп эшкә килгән ҡыҙҙы баш режиссер – күп ҡырлы талант эйәһе Владимир Михайлович Штейн ҡаршы ала, һәм башҡорт труппаһында эшләргә кәңәш итә. Ә Рәмиләгә, мәктәптә рус телендә уҡығас, башҡортса һөйләшеүе ауырыраҡ була. Ауылда өләсәһе өйрәткән тормош дәрестәрен иҫенә төшөрөп, артист ҡыҙ, бик тырышып, телде тәрән өйрәнә башлай. Матур итеп һөйләшер өсөн күп әҙәби китаптар уҡый. Иң беренсе роле «Бөркөт ҡанат йәйә» спектаклендә Зөләйха була. Тулҡынланып, бөтә күңелен, тырышлығын һалып әҙерләнә ул.

– 1978 йылда ҡурсаҡ театрында эш башлаған мәлдәрем – театрҙың сәскә атҡан, данға күмелеп, бөтә республика һәм ил кимәлендә танылған осоро булды. Кешеләр спектаклдәргә билет таба алмай торғайны, улар һә тигәнсе һатылып бөтә, ә тамашалар аншлаг менән уҙыр ине. Был театрҙа эшләү ҙур ғорурлыҡ һаналды. Директор – бик оҫта етәксе Нәджит Миңлеғәле улы Айыуханов театр коллективының эшен оҫта ойоштора белде. Илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүгә гастролгә барып, триумф менән сығыш яһап ҡайтырға өлгәште улар. Үҙ һөнәренең оҫтаһы булған бик күп режиссерҙар менән эшләргә тура килде. Эш дәүеремдә бер нисә тиҫтә спекталдә, йөҙҙән ашыу роль уйналған. Санкт-Петербург ҡалаһында, Төмән, Һамар, Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә, Татарстанда һәм Ҡалмыҡстанда беҙ йәш тамашасыларҙы һәм ололарҙы ҡыуандырып, ҡурсаҡтар менән һоҡландырып спектаклдәр ҡуйып йөрөнөк. Башҡортостан, Рәсәй буйлап гастролдәрҙән тыш, сит илдәргә лә сығып тамашалар ҡуйҙыҡ. «Әсәйемә бүләк», «Батыр әтәс», «Әминбәк» спектаклдәре менән Төркиәлә өс тапҡыр сығыш яһаныҡ. Монголия тамашасыларына «Салауат саҡырыуы», «Тере һыу» спектаклдәрен күрһәттек. Бик күп халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаштыҡ, – тип ғорурланып һөйләй ул үҙ театры хаҡында.

Төрлө төргә ҡараған ҡурсаҡтарын йәнле кешеләр кеүек ярата, һәр береһенең үҙ йөҙө, үҙ холҡо, үҙ яҙмышы бар, ти Рәмилә Сөләймән ҡыҙы.

Балалар күңелен арбап, тәрбиәләй алырлыҡ фәһемле спектаклдәр тыуҙырыр өсөн ҡурсаҡ театры коллективы берҙәм булып ижад итә, ҡурсаҡтарҙы үҙҙәре эшләй, үҙҙәре кейендерә, декорацияны үҙҙәре әҙерләй.

Ролдәре араһында актрисаның күңеленә ятмаған бер генә образ да булмай. Рәмилә Сөләймән ҡыҙына йыш ҡына төп ролдәрҙе ышанып тапшыралар. Коллегалары уның һәләтен, хеҙмәтен юғары баһалап: «Рәмилә Ҡобағошова – театрыбыҙҙың даны, йондоҙо ул», – тиҙәр.

1989 йылдың 2 мартында «Тамыр» студияһы эшләй башлаған осорҙа ла Рәмилә Ҡобағошованың өлөшө ҙур. Студияның «Иләү» радиотапшырыуына нигеҙ һалыусы, тәүге образдарҙы тыуҙырыусы актерҙарҙың береһе лә ул. Баш ҡала мөхитендә башҡортса һөйләшә белеүсе балалар эҙләп тапҡансы, улар бер нисә коллегаһы менән бергәләп, спектаклдәр араһында ваҡыт табып килеп, балалар булып һөйләп, ҡыҙыҡлы радиотапшырыуҙың уңышлы эшләп китеүен тәьмин итәләр.

Рәмилә Сөләймән ҡыҙының бала кеүек һөйләгән үҙенсәлекле тауышы – үҙе бер хазина ул. Уны һәр кем булдыра алмай. Ул спектаклдәрҙә төрлө йәнлектәр булып һөйләшеп тә тамашасыны хайран итә. Балалар ауыҙҙарын асып, ҡурсаҡтың ысын икәненә ышанып тыңлайҙар һәм ихлас ҡабул итәләр.

Былтыр Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының 90 йыллыҡ юбилейы уңайынан, Театр эшмәкәрҙәре союзы Рәмилә Ҡобағошованың балалар ҙа, ололар ҙа яратҡан ижадын, фиҙаҡәр хеҙмәтен баһалап, театр донъяһының иң юғары наградаһы – Станиславскийҙың көмөш миҙалы менән бүләкләне. Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы иһә талантлы актрисаға «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалын тапшырҙы.

Ғүмер юлында һәр саҡ матур кешеләр осрап, бай, ҡыҙыҡлы, фәһемле тормошта йәшәүенә рәхмәтле Рәмилә Сөләймән ҡыҙы.

Нәҫел тамырҙары Кинйә ауылынан булған ҡыҙ, ҡасандыр уның тормош иптәше – данлыҡлы башҡорт скульпторы Өлфәт Ҡобағошов булыр, һәм ул арҙаҡлы батырыбыҙ Кинйә Арыҫлановҡа Көйөргәҙе районының Ермолаево ҡасабаһында һәйкәл ҡуйыр тип күҙалланымы икән? Ҡобағошовтарҙың бәхетле ғаиләһендә ике бала – Шәүрә исемле ҡыҙ һәм Шамил исемле ул үҫеп буй етә. Иңгә-иң терәп йәшәгән тормош иптәше хаҡында Рәмилә Сөләймән ҡыҙы ғорурланып һөйләй:

– «Мин халҡым өсөн йәшәйем», – ти торғайны Өлфәт. Уның әйткәндәре буш һүҙ генә түгел ине. Әле билдәле эштәренән тыш, донъя күрмәгән күпме скульптуралары ҡалды. Һанай башлаһаң, 200-ҙән ашыуҙыр. «Төньяҡ амурҙары»н һынландырған композицияһын ижад итеү өсөн уға күпме тарихи материалдарҙы өйрәнергә кәрәк булды. Башҡорт тоҡомло атты, яугирҙарҙың ҡоралдарын, яу кейемдәрен, походҡа алған шул замандағы көнкүреш әйберҙәрен белмәй тороп, нисек ижад итмәк кәрәк?! Бының өсөн тарихсы ғына түгел, этнограф та булыу мөһим. Халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәре Әхмәтзәки Вәлидигә, Аҡмуллаға, Зәйнәб Биишеваға арналған скульптураларҙың әллә нисә варианты бар. Күҙ алдына килтерегеҙ – Аҡмулланың 14 вариантын, Зәйнәб Биишеваның 5–6 һынын эшләгән. Әхмәтзәки Вәлидигә арналған композицияһын кәүҙәләндергәненә 30 йылдан ашыу ваҡыт үтте, ә һәйкәл әле булһа Өфөлә ҡуйылманы.

Уның иң билдәле эштәренән түбәндәгеләрҙе һанап китер инем: ғалим –

микробиолог И.И.Мечниковтың бюсы, «Зөһрә ҡыҙ» декоратив-һынлы композицияһы, мәрмәр барельефлы һәйкәл, башҡорт халыҡ мәғрифәтсеһе М.Исҡужинға арналған һәйкәл, яугир медицина хеҙмәткәрҙәренә арналған һәйкәл, башҡорт героик эпосының «Урал батыр» монументаль проекты, Кинйә Арыҫлановҡа (Көйөргәҙе районында), башҡорт халыҡ мәғрифәтселәре – М.Аҡмулла менән М.Өмөтбаевҡа, мәғдән белгесе И.Тасимовҡа, башҡорт дәүләтселегенә нигеҙ һалыусы арҙаҡлы шәсхесебеҙ З.Вәлидигә, күренекле башҡорт шағирҙары Б.Бикбай һәм Ш.Бабичҡа, яҙыусы Һ.Дәүләтшинаға, педагог Ф.Мостафинаға һәм башҡаларға бағышланған ижад емештәре менән данлы ул. Күпме тарихи, күренекле шәхестәребеҙҙе һынландырған! Уларға Өлфәттең күңел нуры ҡушылған, шуға ла һәр ҡайһыһынан йылылыҡ бөркөлә. Халыҡ батырҙарын һынландырып, үҙе лә халыҡ күңелендә ҡалды.

Тормош ҡуйған һынауҙарға бирешмәй, Рәмилә Сөләймән ҡыҙы балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән йыуанып, кескәй генә шатлыҡтарҙы оло бәхет итеп ҡабул итеп йәшәй белә. Яратҡан коллективы менән дә арымай-талмай ижад толпарында елә әле ул.

«Ҡурсаҡ театрында хеҙмәт иткән һәр кем сабый булып ҡалырға тейеш», – ти Рәмилә Сөләймән ҡыҙы. Күңелендәге сафлыҡты

балаларға таратып, ҡурсаҡтарға ҡот өрөп йәшәүе менән бәхетле ул.

 

Миләүшә Ҡыҙрасова

Мөғжизәле сәнғәт илендә ҡурсаҡтар менән серләшеп
Мөғжизәле сәнғәт илендә ҡурсаҡтар менән серләшеп
Мөғжизәле сәнғәт илендә ҡурсаҡтар менән серләшеп
Мөғжизәле сәнғәт илендә ҡурсаҡтар менән серләшеп
Мөғжизәле сәнғәт илендә ҡурсаҡтар менән серләшеп
Мөғжизәле сәнғәт илендә ҡурсаҡтар менән серләшеп
Автор:
Читайте нас