+9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Март 2023, 12:00

Әмир Үтәбаев (Салауат башҡорт драма театры актеры)

Был даирәгә килеп эләккәс ғалим булыу теләге менән хушлаштым. Әммә һөнәр алып, күпмелер эшләгәндән һуң, театрҙы ваҡытлыса ҡалдырып тороп, үҙемде башҡа йүнәлештәрҙә лә эҙләп ҡараным. Тик барыбер театрға ҡабат әйләнеп ҡайттым. Бөгөн үҙемде ошо һөнәрҙә таптым, тип ышаныслы рәүештә әйтә алам.

Әмир Үтәбаев (Салауат башҡорт драма театры актеры):

«Тормошто аҡҡа-ҡараға, яҡшыға-яманға ғына бүлеп ҡарамайым...»

Өфө дәүләт сәнғәт институтын (ул саҡта академия ) тамамлап, әрме хеҙмәтендә булып ҡайтҡандан һуң Салауат башҡорт дәүләт драма театрында эш башланым. Бында килеүемә ун йыл самаһы ваҡыт үтте инде. Курсыбыҙҙың художество етәксеһе Әхтәм Әхәт улы Абушахманов булды. Театрға килгән йәштәрҙең эше, ғәҙәттә, әкиәттәрҙән башланып китә. Минең дә тәүге ролдәрем балалар өсөн спектаклдәрҙән ине. Шул йылдарҙа театрыбыҙҙың ул саҡтағы художество етәксһе Олег Закир улы Хановтың ярҙамы ҙур булды, ул беҙҙең өсөн махсус дәрестәр ҙә үткәрҙе. Уның менән эшләү миңә актер һөнәрен тағы ла тәрәнерәк аңларға, үҙемде нығыраҡ асырға ярҙам итте.

Бала саҡтан уҡ актер һөнәре оҡшай, ҡыҙыҡтыра ине. Бәлки, режиссура йүнәлешен дә һайлармын, тип ниәтләнем. Әйткәндәй, теүәл фәндәрҙе лә, айырыуса химияны яраттым. Күңелемдә шул йүнәлеште лә һайлап, фән кешеһе булып китеүем дә ихтимал тигән уй ҙа йәшәне. Шулай ҙа ижадҡа, театр донъяһына һөйөүем көслөрәк булып сыҡҡан, күрәһең. Был даирәгә килеп эләккәс ғалим булыу теләге менән хушлаштым. Әммә һөнәр алып, күпмелер эшләгәндән һуң, театрҙы ваҡытлыса ҡалдырып тороп, үҙемде башҡа йүнәлештәрҙә лә эҙләп ҡараным. Тик барыбер театрға ҡабат әйләнеп ҡайттым. Бөгөн үҙемде ошо һөнәрҙә таптым, тип ышаныслы рәүештә әйтә алам.

Ролдәремдең барыһы ла күңелемә яҡын. Беҙгә уҡыған саҡта, роль һинең үҙеңдең һәм башҡарасаҡ образыңдың кисерештәре бергә ҡушылып, шул симбиоздан барлыҡҡа килә, тип өйрәтәләр ине. Шуға һәр бер образда минең үҙемдең эске донъям бар, тип әйтә алам. Актер – бик үҙенсәлекле һөнәр. Беҙ үҙ ғүмеребеҙ эсендә әллә нисә ғүмер кисерәбеҙ һымаҡ. Әллә нисә образға инеп ҡарайбыҙ. Үҙебеҙҙе һындырып, үҙебегә хас булмаған халәткә лә инә алабыҙ. Ролдәр һине үҙгәртә лә, үҫтерә лә, рухи йәһәттән байыта ла. Еңел ролдәр булмай. Театрҙан ҡайтҡас та шул роль, шул тема хаҡында уйланаһың. Ул һинең йөрәгеңдең бер мөйөшөндә үҙ урынын ала.

Уйлай китһәң, ябай тормошта ла кеше ролдәр башҡара инде: атай, әсәй, хеҙмәткәр һ.б. Шуға ла Шекспирҙың: «Тормош – ул театр, ә кешеләр – актерҙар» тигән һүҙҙәре ниндәйҙер кимәлдә дөрөҫ тә һымаҡ. Мин, ғөмүмән, тормошто аҡҡа-ҡараға, яҡшыға-яманға ғына бүлеп ҡарамайым. Донъяла ниндәйҙер хәлдәр тыуа икән, тимәк, бының өсөн сәбәп тә бар. Кеше үҙ тормошонда ниндәйҙер дөрөҫ булмаған юлды һайлап, йәки берәй ғәмәл ҡылып, хата яһаным тип уйлауы бар, әммә икенсе яҡтан ҡараһаң, бәлки, ул был тормошонда нәҡ шул юлды үтеп, ниндәйҙер башҡаса һығымталар яһап, рухи йәһәттән юғарыраҡ күтәрелер өсөн килгәндер. Ваҡыты-ваҡыты менән шундай уйҙарға, фәлсәфәгә лә бирелеп алам мин. Уйҙарымды яҙғылап та ҡуям.

Ә инде театрға килгәндә, бында бик татыу, берҙәм коллектив тупланған. Хеҙмәттәштәремдең барыһын да фекерҙәштәрем, дуҫтарым, тип әйтә алам.

Әмир Үтәбаев (Салауат башҡорт драма театры актеры)
Әмир Үтәбаев (Салауат башҡорт драма театры актеры)
Автор:
Читайте нас: