+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Март 2023, 11:00

Һөнәрселәр күп, ә ысын ижадсылар һирәк

Жәлил Әхмәт улы Сөләймәнов – 1968 йылда Бөрйән районының Нәби ауылында тыуған. 1995 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультетында белем ала, 1999 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институты эргәһендәге Рәсәй рәссамдар академияһы аспирантураһын тамамлай. Рәсәй Федерацияһы рәссамы, БР атҡаҙанған рәссамы (2011), РФ Рәссамдар союзы (1996), «Артыш» ижади берекмәһе (1995) ағзаһы. 1998 йылда Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ була. Картиналары М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт рәссамдар музейында, Магнитогорск һәм Яр Саллы ҡалаларының картиналар галереяһында, «Урал» халыҡ ижады һәм БР НП галереяһында һаҡлана. Республика, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.

Кемдер берәү әйтеүенсә, сәнғәттең бурысы – йөрәктәрҙе тулҡынландырыу. Тауҙар араһында, тирә-яғы артыш менән уратып алынған Аҡъюл ауылында ‒ әсәһе, мәғрүр ҡаялар, мөһабәт тауҙар, йәмле Ағиҙел буйында урынлашҡан Нәби ауылында атаһы тыуып үҫкән Жәлилдең. Мөғжизәле тәбиғәт, яҡты күңелле, ихлас ауылдаштары булмышына бәрәкәтле орлоҡ һалғандыр, уның рәссамдан башҡа һөнәр үҙләштереүен күҙ алдына ла килтереп булмай. Атаһы Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов та ҡасандыр, арҡаһына биштәрен аҫып, Өфө ҡалаһына килеп, ҡылҡәләм оҫталығы серҙәрен үҙләштерергә теләп, сәнғәт училищеһының һынлы сәнғәт бүлегенә уҡырға килә. Әммә ул йылда был төркөм өсөн абитуриенттар ҡабул ителмәй... «Урал батыр» эпосы тыуған ер, һоҡланғыс тәбиғәт, йәмле Ағиҙел, Һаҡмар буйҙары Йәлил Әхмәт улының тулҡынландырғыс картиналар тыуҙырыуына үҙҙәре фатиха биргәндер.

– Жәлил Әхмәт улы, кешенең тыуған ере, мөхит, уның киләсәгенә, тормошта үҙ урынын табыуға йоғонто яһаймы?

– Әлбиттә! Мин үҙемде, был йәһәттән бәхетле кеше тип һанайым. Сөнки атайым да, әсәйем дә филологтар, уҡытыусылар. Атайым – билдәле шәхес, ғалим, фольклорсы Әхмәт Сөләймәнов. Мин бәләкәй саҡтан алып Хәйбуллаға, Бөрйән районына йөрөнөм. Пионерҙар лагерында булғаным юҡ. Йәйҙең өс айын да хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ауылдарҙа үткәрҙем. Шунда, өлкән инәйҙәрем, олатайҙарым, апалар (бөрйәндә өлкән бабайҙарҙы шулай тиҙәр) араһында, уларҙы тыңлап, тәрбиә, күп кенә фәһем алып үҫтем. Әйтәйек, Бөрйән районының Нәби ауылында Юныс тигән олатай бар ине, ҡулы зәғиф булды, беренсе империалистик һуғышта ҡатнашҡан, шунда йәрәхәтләнгән. Ул таяғына таянып, тау биттәре буйлап йөрөй торғайны. Әле лә күҙ алдымда. Мулла булды. Матур итеп кейенә ине. Ғөмүмән, ҡарттар йәтеш кенә, ипле генә ине, көрәк һаҡал, һырлап тегелгән камзул, аяҡтарына ситек менән ҡата кейәләр, шулай уңайлы булған бит инде – өйгә ингәндә ҡатаны ишек төбөндә сисеп ҡалдыралар. Юныс олатай миңә исем ҡушҡан. Исем ҡушыу ҙа ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡҡан. Атайым миңә, «Аҡбуҙат» эпосындағы геройға бағышлап, Һәүбән тип ататырға ниәтләгән. Шул мәлдә почта килә, гәзиттә, мәрхүм булыу сәбәпле, тел белгесе, ғалим Жәлил Кейекбаевҡа бағышланған некролог баҫылып сыҡҡан булған. Атайым Юныс олатайҙан, Жәлил тип ҡушһаҡ нисек булыр икән, тип һораған. Олатай, дөрөҫ-дөрөҫ, әйҙә шулай итәйек, ғәрәп исеме, Пәйғәмбәр исеме, тигән. Бала саҡтан өлкәндәр менән аралашып үҫтем. Хәйбулла районының Аҡъюл ауылында Барый олатай, Ғәлиәхмәттә Ғайса ағайымдар йәшәне. Ауыл халҡы бик татыу, дуҫ ине. Ауылға ҡайтһам, мине ярҙамсы итеп күреп, көтөү көтөргә тип көтөп торалар ине. Малды күп тоттолар ул саҡта. Барый олатай «Салауат» колхозында ат ҡараусы булып эшләне, аттар байтаҡ ине, шуға ла мин аттан төшмәнем, тиһәм дә була. Бөрйәндә Мөхәмәтйән тигән апам да леспромхозда ат ҡараусы булды. Шуныһы ҡыҙыҡ, мине әрме хеҙмәтенәТөркмәнстанға алып киттеләр, сик буйын һаҡланым. Ат менән һаҡта торғанда атҡа йәһәт кенә атланып, сабып сығып киткәйнем, аҙаҡтан миңә, нисек инде һин, ҡала балаһы, атта йөрөй беләһең, тип һорауҙар яуҙыра башланылар. Бәләкәй саҡтан атта күп йөрөргә тура килеүе тураһында әйттем. Ат образын артабан ижадымда йыш ҡулландым. Ат – кешенең яҡын дуҫы, иптәше. «Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй, ир-егеткәй менән ат башы» тип юҡҡа ғына йырламағандар бит. Тик йәл, хәҙер, элекке кеүек, ат егеп, арба менән йөрөгән ҡарттарҙы күрмәҫһең... Юныс олатайҙың, Нуриәхмәт ҡарттың, оләсәйҙәрҙең ‒ һәммәһенең дә образдарын картиналарымда сағылдырҙым. Тыуған яҡ тәрән эҙҙәр ҡалдырған. Хәҙер мин күберәк пейзаж, тәбиғәтте һүрәтләү менән мауығам. «Урал батыр» эпосын, башҡа эпостарыбыҙҙы, риүәйәттәрҙе уҡып, ундағы мәңгелек төшөнсәһен, тәбиғәтте картиналар аша тасуирлап бирергә тырышам. Урал тауҙарын, Ирәмәлде, Бөрйән, Хәйбулла районындағы тауҙарҙы һүрәтләргә тип уйлап ҡуйғанмын. Бына, Хәйбулла районындағы Йәнтеш ауылы тауҙар ҡосағында урынлашҡан. Күп  йөрөнөм мин унда, ә бер көндө, машина менән бер тау һыртына үрләп, туҡтаным да, ундағы матурлыҡҡа хайран ҡалдым, ошо мәлдә был тауҙарҙы, уларҙың мәңгелек һәм бөйөк булыуын үҙем өсөн яңынан астым. Хыялдарым, идеяларым күп. Йыл һайын Йәнтеш тирәһенә барырға тырышам, күп итеп фото төшөрәм. Әсә һөтө менән ингән миңә тәбиғәткә һоҡланыу. Бәләкәй саҡтан китаптар уҡырға яраттым. Атайым йыйған китапхананы ун һигеҙ йәшемә тиклем уҡып бөттөм. Был да көслө тәьҫир иткәндер. Мин атай-әсәйемә бик рәхмәтлемен, үҙҙәре уҡыуға ынтылыусан, илһөйәр булғанға беҙгә лә шуны һеңдергәндәр. Ижад иткәндә шуны тоя торғайным – нисектер барыһы ла еңел генә, үҙенән-үҙе килеп сыға ла ҡуя. Ә уҡытыусым Әхмәт Лотфуллин ысын ижад еңел генә килеп сығырға тейеш түгел, тип өйрәтә торғайны. «Темаларҙы күңел, йөрәк төбөнән, аҡыл менән уйлап сағылдырырға тейешһегеҙ», – ти ине гелән. Русса әйткәндә «выстрадать»... Бөтә булмышым, йәшәгән еремдең һутын алып, рухи көс алып үҫкәс, башҡорт халыҡ ижады, әкиәттәр, риүәйәттәр, легендалар, йыр-моң миндә тәрән эҙ ҡалдырған, ысын-ысынында уларҙың йоғонтоһо ныҡлы булды. Минең өсөн тыуған халҡым, тәбиғәтебеҙ темаһы – төп тема. Хәҙер күп йылдар ижад менән булышам, тәжрибә туплағанмын. Нимә генә эшләһәм дә, башҡорт булмышына, башҡорт халҡына бәйле темалар килә лә сыға. Мәҫәлән, «Оран» картинаһы, халҡыбыҙҙың төрлө-хәл ваҡиғаларҙағы берҙәмлеге, кәрәк саҡта тиҙ-тиҙ генә йыйыла һалып, ойошҡанлыҡ күрһәтеүе тураһында ул. Бына Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла берҙәмлек күрһәткәндәр бит. Миҫал өсөн, Шайморатов генералды алайыҡ, уның кавалерияһын туплағанда ла егеттәр дәррәү ҡуҙғалған.

– Әхмәт Лотфуллин уҡытыусығыҙ булған. Ғәҙәттә, остаздар менән аралашыу йылдар һуҙымында дауам итә. Уның менән дәрестәрҙән тыш ваҡыттарҙа ла яҡындан аралашып йәшәнегеҙме? Бөйөк рәссамдың тормошҡа, ижадҡа ҡарашын ниндәйҙер кимәлдә үҙләштереү ҙә булғандыр?

– Ул беҙҙең институтҡа килгәндә өсөнсө курста инек. Артабан аспирантурлала уҡытты. Михаил Алекссевич Назаров һәм Эрнст Миңлеәхмәт улы Сәитовтар белем бирҙе. Әхмәт ағайҙы беҙ бөйөк кеше итеп ҡабул иттек. һәм был ысынлап та шулай ине. Ул ябайлығы менән бөйөк булды. Әмир Мәжитов менән бергә уҡыныҡ, әле лә дуҫбыҙ. Әхмәт Фәтҡулла улы беҙҙе яҡын күрә торғайны. Оҫтаханаһына килгәндә, картиналарын күрһәтә, фекеребеҙҙе һораша. Бер килеүебеҙгә ул ҙур картина ижад иткән: ауыл тормошон һүрәтләгән, Белорет яҡтары, ауыл советы эргәһендә күп кенә кеше йыйылған... Йәшлек йоғонтоһолор инде, беҙ тоттоҡ та: «Был картина композиция буйынса нисектер бер яҡҡа ауыш һымаҡ күренә, уңғараҡ тартҡан бит», – тинек. Икенсе килеүебеҙгә ул картинаһын тулыһынса яңынан эшләгән. Шул тиклем талапсан була торғайны ул: үҙенә лә, беҙгә лә. «Портретыңды яҙам әле мин һинең, Сөләймәнов», – ти торғайны. Ул ни тиклем генә билдәле, оҫта рәссам булыуына ҡарамаҫтан, үҙен беҙҙең менән тиң күреп, ябай тотто. Һуңғы йылдарында нимә генә эшләһә лә беҙҙең менән кәңәшләшә торғайны. Уҡыусылары менән беҙ уны һуңғы юлға ла оҙатып ҡуйҙыҡ. Остазыбыҙ тураһында күп һөйләргә булыр ине...

Ул үҙенә йыш саҡырҙы. Фекерҙәребеҙҙе тыңлай, беҙ картиналар эшләгәндә кәңәштәр бирә, хатта пыран-зыран килтереп әрләп тә алғылай ине. Беҙҙең, ни өсөн улай ныҡ ҡына әрләшә икән, тип юғалып та ҡалғаныбыҙ булды. Әйтәйек, армиянан хеҙмәт итеп ҡайтҡас, оҙаҡлап, көнө-төнө тиерлек оҫтаханала эшләй торғайным. Ҡатыным Гөлнара (беҙ уның менән училищела бергә уҡыныҡ) мине бик яҡшы аңлай ине. Ике йыл армияла булдым, ә минең менән бергә уҡығандар ижад иткән, оҫталыҡтарын арттырғандар, шуға миңә ныҡ тырышырға тура килде. Шундай остаздарыбыҙ, Ә.Ф.Лотфуллин, Э.М.Сәитов алдында үҙемдә ҙур яуаплылыҡ, бурыслы булыуыбыҙҙы тойоп, үҙемде аямай  эшләргә тейешлегемде аңлап ижад иттем. Уларҙың кәңәштәрен, күңел йылыһын һаман да тоям һәм рәхмәтлемен. «Эшебеҙ халыҡҡа кәрәк, шуны белегеҙ!» – ти торғайны улар. Илдә үҙгәрештәр башланғас, күбеһе коммерцияға китте, уларға, әлбиттә, еңел түгел ине. Суверенитет яулағанда, беҙ, буласаҡ рәссамдар ҙа, ситтә ҡалмай, башҡа студенттар кеүек, аслыҡ иғлан итеүгә ҡушылдыҡ. Шулай ҙа күп ваҡыт оҫтаханала булып, күп эшләргә тырыштыҡ, ижадыбыҙҙы уҡытыусыларыбыҙ кимәленә еткерергә, тигән маҡсат менән яндыҡ. Һәм ысынлап та бөтә ижадым халыҡҡа бағышланған. Үҙемә оҫтахана төҙөп алдым. Һупайлы биҫтәһендә оҫтаханам бар ине. Оҙаҡ йылдар шунда ижад иттем.

– Халҡыңа кәрәк булыу тигән төшөнсәне хәҙерге буласаҡ рәссамдар нисек аңлай? Әллә улар ижад итергә теләктәре булғанға ғына киләме? Улар менән эшләгәндә уҡытыусыларығыҙҙың традицияларын дауам итәһегеҙҙер?

– Дүртенсе курстан һуң студенттарыбыҙҙы үҙ аллы тормошҡа оҙатабыҙ. Яңы төркөм килә, килгән һайын күрәбеҙ, үҙгәрештәр бар. Яңылары нисектер, практик яҡтан көслөрәк, тормошҡа әҙерҙәр, тип әйтергәме? Беҙ, совет осоро балалары бит, киләсәккә ышаныс булды, һәр ваҡыт кемдәндер ярҙам күрҙек, тойҙоҡ . Ә хәҙерге йәштәрҙең ҡарашы бөтөнләй икенсе. Уҡыған саҡта уҡ үҙҙәрен үҙҙәре ҡарай, тәртип булырға тейешлекте лә аңлайҙар. Үҙем дә уларға: «Тормошта нимәгәлер өлгәшергә теләһәң, күберәк эшлә», – тип әйтәм. Улар аңлай. Тик хәҙер күберәк ҡыҙҙар килә. Бына быйыл бер курсты сығарҙыҡ, алты егет уҡыны, ә быйыл, ҡыҙҙар араһында бер генә егет. Егеттәр дизайнер һөнәрен үҙләштерергә килә. Әлбиттә, ҡыҙҙар араһында ла дизайнер булырға теләүселәр байтаҡ. Һөнәрҙе яратҡанда ғына эшләргә була, яҡын кешең дә һине аңларға тейеш, «сәнғәт өсөн сәнғәт» тип кенә йәшәп булмай бит инде. Элек, совет осоронда, квартал һайын картиналарға заказдар бирелде, улар өсөн ғына хаҡтар түләнә, ҡайһы бер ижад емештрәбеҙҙе музейҙар ҙа һатып ала ине. Ижад итеп тә арыу ғына йәшәргә мөмкин булған. Әхмәт Фәтхулла улының ҡатыны, Луиза Мозафар ҡыҙы: «Әхмәт ағайығыҙ оҫтахана биргәндән һуң ғына күтәрелеп китте. Мәскәүҙәр ныҡ ярҙам итте. Ә һеҙ, Жәлил, бер ҡайҙа ла йөрөмәйһегеҙ, тик дәрестәр генә алып бараһығыҙ, нисек ижад итергә лә өлгөрәһегеҙ ул? Ағайығыҙ бит берәр ай йә Мәскәүгә, йә Питерға юллана торған ине, ҡайтҡас, әйҙә, тыуған яҡҡа ҡайтып киләйек, тип, этюдтар яһарға ауылға ҡайта торғайныҡ», – тип йыш әйткәне булды. Ысынлап та, ул осорҙа рәссамдар ижады кәрәкле булған, картиналарға ихтыяж булғас, шарттар ҙа тыуҙырылған. Хәҙер еңел түгел. Матди яҡтан бигерәк тә. Әлеге ваҡытта ижадҡа, шул уҡ китап-гәзит-журналдар уҡыуға иғтибар кәмене. Минең хәлдәр зарланырлыҡ түгел, онлайн-галереялар аша ла эшләйем. Ҡыҙҙарым үҫеп килә, Камилә – дизайнер, Мәликә – констурктор, БДУ-ның физика факультетының аспирантураһында уҡый. Дизайнерҙар өсөн заказдар донъяның  төрлө тарафтарынан килә. Ҡыҙҙарым, замана йәштәре, заман меннә бергә атлайҙар, миңә картиналарымды төрлө ысулдар менән һатыу буйынса кәңәштәр бирәләр.

Рәссам булараҡ үҫеш яғын да, картиналарҙы заказсыларға ебәреү хаҡында уйларға тейешмен. Шуға ла, тәбиғәтте тасуирлауға күберәк иғтибар бирәм. Магазиндарҙа тәбиғәтте һүрәтләгән матур ғына, төрлө форматтағы, күп осраҡта бәләкәй генә картиналар һатыла. Әммә минең пейзаждар эпик йөкмәткеле. Унда рух хөкөм һөрөргә тейеш.

Ата-бабаларым миңә рухи яҡтан күп көс биргән, уҡытыусыларым да, уларҙың традицияларын уҡыусыларыма бирергә тырышам. Һәләтле йәштәр бар, әлбиттә, тик улар һирәгәйҙе. Ҡайһы берҙә башҡорттар араһында  бай кешеләр күберәк булһын ине, тигән теләк тыуа. Минең аралашҡан кешеләрем барыһы ла сәнғәт, мәҙәниәт кешеләре. Улар эштәремде ҡарайҙар, юғары баһалайҙар. Әлеге ваҡытта үҙем йәшәгән Карпово ауылында изостудия асырға тигән хыялым бар. Ҡалалағы «Акварелька» исемле студияма бер нисә бала йөрөй, пандемия бер ни тиклем бәкәлгә һуға. Ҡатыным Гөлнара архитектор, уның үҙ проект фирмаһы бар, ҡыҙҙарым да шунда бергә эшләйҙәр, әсәйҙәренән өйрәнәләр. Минең студия һәм уларҙың фирмаһы бер үк офиста, хатта дүрт йәшлек ейәнем Дауыттың балалар баҡсаһы ла эргәлә генә.

– Үҙегеҙҙең шәхси оҫтаханағыҙ бар, офисығыҙ бар, балалар үҫтереп, ейәнегеҙҙе ҡарашаһығыҙ, йортло булып ағастар ултыртҡанһығыҙ. Ә нимәнелер тормошҡа ашырмағанмын тигән үкенес бармы?

– Ошо йәшемә етеп үҙем өсөн билдәле бер принциптарға таянып эш итергә тырышам. Сөнки ижадсы ул – ирекле булырға тейеш. Заманында биш-алты йыл һынлы сәнғәт бүлеге мөдире булып эшләнем, карьера яһарға ла булыр ине. Тик мин бары ижадсы булып ҡалырға ҡарар иттем. Сөнки атайымдың оҙаҡ йылдар Ҡоролтайҙа эшләүен күҙ уңында тотоп, ғилми хеҙмәттәрем менән ултырған булһамсы, тип үкенгәне иҫемдә. Ижадсы булып, ижадсылар менән, үҙ яйың менән йәшәргә, төрлө проекттарҙа ҡатнашырға кәрәктер, тип уйлайым. Сөнки ваҡыт шул тиклем тиҙ үтә. Ә бит күпме эштәрҙе башҡараһы бар. Ижад күп көстө ала, ваҡыт талап ителә. Ғаиләм, дуҫтарым бар, мине аңлап торалар, уларға рәхмәт. Яңы идеялар өсөн төрлө ерҙәргә йөрөп, яңынан-яңы картиналар төшөрөргә кәрәк. Беҙ иһә уҡытабыҙ, унан һуң оҫтаханаларҙа оҙаҡҡа ҡалып  эшләйбеҙ, ижад итәбеҙ. Элек беҙҙең уҡытыусыларыбыҙ аҙнаһына ике тапҡыр килеп эш биреп китә торғайнылар, ә хәҙер белем биреү системаһы ла ярайһы үҙгәрҙе, төрлө ҡағыҙҙар тултырыу ваҡытты күп ала. Бәлки, шулай кәрәктер ҙә... Әммә рәссамға ижад өсөн иркен, ирекле йәшәү бик мөһим. Шуны ғына иҫәпкә алмағанда, үкенесле тип әйтерлек мәлдәр юҡ.

– Һөнәрегеҙ – картиналар ижад итеү. Яратҡан шөғөлдәрегеҙ ҙә барҙыр бит?

– Эйе, минең һөнәрем ҡылҡәләм менән бәйле. Һәм был шөғөл дә. Һөнәрселәр күп, ә ысын ижадсылар, рәссамдар һирәк. Элек-электән шулай булған һәм шулай буласаҡ. Яңыраҡ ҡына интернеттан Италия рәссамдары Франческо Мельци, Маззачо, Паоло Уччело һәм башҡалар тураһында мәғлүмәттәр табып, уларҙың картиналарын ҡарап ултырҙым. Бер яҡтан был интернеттың да файҙаһы бар. Элек бит уҡыу өсөн төрлө әсбаптар етмәй ине. Ә миңә дәрестәр алып барыу өсөн кәрәк – йәһәт кенә эҙләп таптым. Һынлы сәнғәттең төрлө осорҙары бар, бөгөн, әйтәйек, традицион формала эшләү иҫкергән төшөнсә. Хәҙерге заманда һынлы сәнғәттә йөкмәтке түгел, форма беренсе урында тора. Кешене аптыратырлыҡ булһын, әммә, ҡыҙғанысҡа күрә, шаштырып ебәреүҙәр ҙә булғылай. Мин үҙем традицион формала эшләргә тырышам. Көнбайышта концептуаль сәнғәт (латинса conceptus – фекер, күҙ алдына килтереү тигәнде аңлата) үҫешкән, йәғни уның маҡсаты – идеяларҙы күрһәтеү, тапшырыу, рәссам үҙе генә түгел, картинаны аңлауҙа тамашасы ла ҡатнашырға тейеш. Сәнғәт, заманса сәнғәт, донъяла барған хәл-ваҡиғалар менән бергә үҫешә. Тирә-яҡ мөхит тыуҙыра ла инде сәнғәтте. Рәссам абсолют рәүештә ирекле, әммә ул картиналар аша тамашасыһы менән «диалогҡа инә». Беҙҙә бер ни тиклем һуңлап, көнбайыш илдәренең уҙған быуаттағы алтмышынсы йылдарындағы ижад ысулдарын ҡабатлау бар. Уларҙа донъяны танып белеү, мәҙәни мөхит бөтөнләй икенсе. Рәссамдың картиналарында һәр авторҙың үҙенә генә хас, үҙенсәлекле сифаттары булырға тейеш. Мәҫәлән, Репинды, Шишкинды ҡабатлау бөтөнләй урынһыҙ. Әлбиттә, ҡыҙғанысҡа күрә, глобалләштереү бара, шуға ла мин шәхсән үҙем халыҡсанлыҡ, милли мәҙәни мираҫты, традицияларҙы һаҡлау яғындамын. Хәҙерге заманда милли кейемдәрҙе әҙерләгәндә лә үтә стилләштереү менән артыҡ мауығыуҙар күҙәтелә. Тәрәнерәк «ҡаҙынырға» тәҡдим итер инем. Шул уҡ боронғо туҡыманан тегелгән кейемдәге кешене һүрәтләгәндә лә, башҡортлоҡ, башҡорт образы ярылып ятырға тейеш. Эйе, һәләтле рәссамдар ҙа байтаҡ, улар барыһы ла эҙләнеүҙә, идеяларын тормошҡа ашырып ҡалыу бер, картиналарға хужаһын да табырға кәрәк бит әле.

Ваҡыт бик тиҙ үтә, шуға мин үҙем өсөн бәләкәй генә студия асып, үҙемде милли сәнғәтебеҙ рәссамы булараҡ һаҡларға тырышам. Ҡаланан күсенеп, ауылдағы оҫтаханамда эшемде дауам итергә теләйем. Изостудияны ла ошонда күсерәсәкмен, унда ошо Карпово ауылы, яҡын тирәләге Жилино, Зинино, Шамонин, Нуғай, Федоровка ауылдарынан да балалар йөрөр ине. Исемен дә уйлап ҡуйҙым: «Йәйғорло һаҙан» булыр тип күҙаллайым. Тәбиғәтте һүрәтләү минең өсөн төп бер фон булып тора, үҙемдең символдарым да бар, ағас – ырыуҙы, халыҡты сағылдыра, тауҙар – ҡаҡшамаҫ рух, һауа – тәңре, ер – кеше тыуғанда йәиһә уны һаҡлағанда ҡан тамған урын, ризыҡ биреүсе, тирмә – тыуған йорт, усаҡ, ҡатын-ҡыҙ, йөклө ҡатын – тормошто дауам итеүсе, сәңгелдәк – киләсәк тормош. Хәйбулла районында, бөтөп барған ауылда, ситкә китеүселәр ҡайтып өй һала башлағандар, йыйылышып доға ҡылғандар, тип ишетеп ҡалғайным, мине был хәл бик ныҡ тетрәндерҙе. Бәләкәй генә бер эш барлыҡҡа килде, унда сәңгелдәк, уның эсендә ҡарттарҙың һындары, доға ҡылып торалар – беҙҙең киләсәк өсөн һуғышта баш һалған ата-бабалар, таш һындар, нигеҙ өсөн таштар – рух көсө, йылға – ваҡыт, йылғала хәтер бар. Йылға фоны ла минең өсөн күп мәғәнәле. Шуға ла «Йылға» тип исемләнгән картиналар серияһын эшләнем, шулай уҡ «Тау һәм Кеше» серияһы бар. Тауға менеп, йыйындар үткәрелгән. «Күккә сәйәхәт» тип тә һүрәтләргә мөмкин. Ауылдағы Юныс олатай гелән таяҡҡа таянып урман-тауҙар артылып йөрөй торғайны, тип һөйләгәйнем бит әле, бына уның таяғы образында күккә сәйәхәтте һүрәтләнем. «Юл» серияһы, һуҡмаҡ. Теге таяҡ – юлдаш образы. Шуның аша мин ислам темаһына килдем, һәм мин суфыйҙар тураһында күберәк өйрәнә башланым. Суфыйҙар – төрки донъяһында исламды таратыусылар. Жәләлетдин Руми тураһында йәш саҡта ла ҡыҙыҡһынып уҡығайным. Эштәремде байҡап ултырҙым да, фәлсәфәүи темаға ла күп кенә яҙылған икән, шуға идеяларымдың барыһын да тупланым, төрлө сериялар барлыҡҡа килде. Һуҡмаҡтан килеп, оло бер юлға сыҡтым. Мәңгелеккә юл тотоу була инде. Ижадты бак аңлап та. Һанлап та бармайҙар. Фәлсәфәүи ҡарашлы, картиналарҙы алырлыҡ кешеләр юҡ кимәлендә. Әммә эште туҡтатырға ярамай. Ни тиһәң дә, барыһын да иртәрәк башларға кәрәк булған. Үҙ галереяң булыу бик яҡшы бит. Рус, йәһүд, татар милләтенән ижадташ дуҫтарым менән, етди рәссамдар булараҡ, картиналарға анализдар яһайбыҙ, уларҙы таратыу юлдарын ҡарайбыҙ. Музейҙар ҙа картиналарымды ала, Нестеров исемендәге музейҙа ҡырҡлап картинам бар. Улар бер ҡасан да юғалмаясаҡ тигән һүҙ, һәм уларҙың һынлы сәнғәт тарихында үҙ урындары бар. Бына шул минең һөнәрем – үҙе бер яратҡан шөғөлөм. Шөғөл тигән һүҙгә килгәндә, ҡылҡәләм менән эшләүҙән тыш ағастан скульптуралар, арт-объекттар яһайым. Шуның өсөн ауылға күстем дә инде. Ул скульптураларҙың барыһын да тараттым, бүләк иттем. Тағы ла эшләрмен. Графика менән дә булышам. Балыҡҡа йөрөргә, автомобилдә сәйәхәт итергә яратам. Минең атайым Бөрйәндән, әсәйем Хәйбулла районынан, ҡатыным Тәтешле районынан. Шулай булғас, беҙҙең сәйәхәтте күҙ алдына килтерәһегеҙҙер инде – көньяҡ, көнсығыш, төньяҡ райондарында, республикабыҙҙың бар тарафтарында ла тиерлек булабыҙ. Балаларыбыҙҙы ла ҡайҙа ғына йөрөтмәнек. Улар ҙа тыуған еребеҙ тәбиғәтен күреп, белеп, яратып үҫте.

– Рәссам һөнәре күңелде байыта, уйландыра. Был һөнәрҙе һайларға теләүселәргә нимәләр тураһында еткерер инегеҙ? Ҡайҙа уҡырға мөмкин?

– Өфө сәнғәт училищеһы-колледжда белем алырға мөмкин. Һуңғы йылдарҙа училищела музыканттар уҡыған факультеттарға конкурс ҙур түгел, ә һынлы сәнғәт факультетына быйыл бер урынға туғыҙ кеше булды. Дизайнерға уҡырға тип күп киләләр, түләүле бүлек тә бар. Быйыл анимация буйынса ла бүлек барлыҡҡа килде. Ул рәссам-аниматор Айгөл Азамат ҡыҙы Байрамғолова башланғысы менән асылды. Дүрт йылға бер тапҡыр ғына төркөм ҡабул ителәсәк. Илгиз Фазылйән улы Фәйзуллин скульптура буйынса белем бирә. Быйылғы уҡыу йылын тамамлаусыларҙы оҙата ла, йәйгә табан яңы төркөм йыясаҡ. Сайтта барыһы ла яҙылған.

Ә сәнғәт институтында графика кафедраһы быйыл бер төркөм студенттар ҡабул итте, улар биш йыл уҡыясаҡ, тимәк, киләһе төркөм тағы ла биш йылдан һуң ғына буласаҡ. Скульптура буйынса ла төркөм бар, унда бик көслө уҡытыусы Владимир Викторович Лобанов уҡыта. Декан Әмир Миңневәли улы Мәжитов әйтеүенсә, быйыл һынлы сәнғәткә бер нисә өҫтәмә урын бирелгән. Дизайн буйынса уҡыу түләүле. Шулай уҡ сайтта барлыҡ мәғлүмәт бар.

– «Тамаша» журналы уҡыусыларына ниндәй теләктәрегеҙ бар?

– Күберәк сәнғәт менән ҡыҙыҡһынһындар, театрҙарға йөрөһөндәр. Хәҙер бик сифатлы фильмдар төшөрөлә, уларҙы ла ҡарап барһындар ине. Күргәҙмәләргә йөрөргә саҡырам. Залдар буш тора. Элек, махсус рәүештә ойоштороп, балаларҙы мәктәптәрҙән йөрөтә торғайнылар. Революцион урамында, Ленин урамында, Нестеров музейында бик матур күргәҙмәләр асылып тора. Пандемия арҡаһында күп кенә ҡыйынлыҡтар килеп сыҡты, шулай ҙа, музейҙар, күргәҙмә залдары асыҡ. Сәнғәтебеҙ менән ҡыҙыҡһынған тамашасыларыбыҙ күп булһа, ижадсылар ҙа илһамланыр. Редакция коллективы ла ижад эше менән яныусы коллектив бит. Һеҙҙең барығыҙға ла сәләмәтлек, уңыштар теләйем!

– Ихлас әңгәмәгеҙ һәм теләктәрегеҙ өсөн рәхмәт!

Сәриә Ишемғолова

Һөнәрселәр күп, ә ысын ижадсылар һирәк
Һөнәрселәр күп, ә ысын ижадсылар һирәк
Һөнәрселәр күп, ә ысын ижадсылар һирәк
Һөнәрселәр күп, ә ысын ижадсылар һирәк
Һөнәрселәр күп, ә ысын ижадсылар һирәк
Автор:
Читайте нас: