+4 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Алтынай Заһитова

Көй тыуһын өсөн әллә күпме фактор бергә ҡушылырға тейеш тип уйлайым, көслө хистәр кисергән саҡта илһам килеүе лә шарт, шул хистәр һәм илһам менән уртаҡлашырға теләк булыуы ла, һәм, әлбиттә, көйҙө дауам итке килһен өсөн башыңда матур ғына аккордтар ярала башлауы ла… Көйҙәр күңелемдә бәләкәй саҡта уҡ тыуа ине, бер тапҡыр атайым менән ауылға ҡайтып барғанда тәбиғәткә һоҡланып барып (ә мин шулай оҙон юлда тәҙрәгә ҡарап музыка тыңлап барырға ныҡ яратам), фәрештәләр тураһында йыр сығарғаным иҫтә ҡалған, тик ул беренсеһе булды микән әйтә алмайым. Шунан, тәү тапҡыр ғашиҡ булғас, ул мәлдә миңә 8 йәш булған, хистәремдән ғазапланып тағы бер йыр яҙҙым. Әле тыңлап ҡарап насар йырҙар булмаған тип уйлайым, тик мин уларҙы хәҙер етди ҡабул итә алмайым, ниңәлер. Шуға ла, мин шул тәүге йырҙарымды ла йәш башҡарыусыларға тәҡдим итергә кәрәк, әрәм булып ятмаһындар тигән уйға килдем, сөнки уларҙы үҙемдең инде башҡарғым килмәй икәнлеген аңланым.

ҺӘЛӘТЛЕ ЙӘШТӘР

«Хыялдар ҙур булырға тейеш», – ти Алтынай

Алтынай Заһитова – Өфө ҡыҙы. Баш ҡалабыҙҙың 3-сө гимназияһын тамамлаған, әлеге көндә М.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетында белем ала. Шулай ҙа, шиғыр һәм көйҙәр яҙыу, йырҙар ижад итеү һәм үҙ әҫәрҙәре менән сәхнәлә сығыш яһауҙарын төп, мөһим шөғөлө тип һанай. Ул ижад иткән музыка үҙенсәлеклеге менән айырыла, шуға ла күптәрҙең күңеленә ята. Ә үҙенең тауышы бәллүрҙәй нескә һәм моңло. Йәш кенә булһа ла, ҡыҙҙы ижадҡа яңы баҫҡан тип әйтеп булмай, уның тарихы бик ҡыҙыҡлы.

Алтынай мәктәптә уҡығанында уҡ гитарала уйнап йырлаусы йәш башҡарыусылар өсөн уҙғарылған «Ҡош юлы» телебәйгеһендә ҡатнаша. Әйткәндәй, тап шул бәйгегә әҙерләнә алһын өсөн Фәриха өләсәһе пенсия аҡсаһына профессиональ гитара алып биреп ҡыуандыра уны. Ошо еңеүенән һуң ҡыҙҙы «Дан» рок төркөмөнә вокалист итеп алалар һәм шул төркөм менән ул байтаҡ ҡына бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар ала, республиканың төрлө төбәктәрендә сығыш яһап та өлгөрә. 2019 йылда Ҡаҙағстандың баш ҡалаһында уҙған «Шаттыҡ» халыҡ-ара балалар фестивалендә Мәскәүҙең «Илһам» театры исеменән сығыш яһап, дуҫтары менән Гран-при алып ҡайта. Үҙен тулыһынса йыр-моңға арнарға теләгән ҡыҙ 11-се класта Берҙәм дәүләт имтихандарын яҡшы бирһә лә, үҙе теләгән престижлы юғары уҡыу йортона бюджетҡа инергә балдары етмәй һәм яҡындарының кәйефе ҡырылғанын күреп, бер йылға ижадты ситкә ҡуйып тороп, имтихандарға яңынан әҙерләнә. Шул арала Останкино телевидениеһының Юғары мәктәбендә тауыш режиссеры һөнәрен үҙләштерергә лә ваҡыт таба. Һөҙөмтәлә, быйыл, барыһын да шаҡ ҡатырып, йәмғиәтте өйрәнеү һәм тарих фәндәрен – 100, рус теленән БДИ-ны 98 балға тапшырып илебеҙҙең иң дәрәжәле юғары уҡыу йорттарының береһенә бюджетҡа уҡырға инеп, студент булып китә. Уны хатта Берҙәм дәүләт итихандарына интернет селтәре аша әҙерләгән билдәле бер мәктәп үҙенә эшкә ала. Туғандарының теләген үтәп, күңелдәрен тынысландырғас та кире музыка донъяһына әйләнеп ҡайта һәм уҡыу менән бер рәттән яңы йырҙар ижад итә башлай һылыу. Быйыл Мәскәүҙә башҡорт телендә йырлаусы йәш башҡарыусыларҙың «Йәшлек-шоу» бәйгеһе үтәсәген ишеткәс, һис икеләнеп тормай, шунда юллана һәм Өфөгә финалға саҡырыла, бында ла уға ҙур уңыш йылмая. Бәйгенең баһалама ағзалары етәксеһе, «Йондоҙҙар фабрикаһы» Бөтә Рәсәй телешоуы режиссеры Лина Арифуллина уның тауышына һоҡланып, был ҡыҙ, теләһә, донъя сәхнәләрен дә яулай аласаҡ тип ҙур ышаныс белдерә. Алтынай йырсы ғына түгел, композитор ҙа. Ул яҙған йырҙарҙы әле мәктәптә уҡыған сағында уҡ «Сулпылар», «Ҡош юлы», «Йәшлек-шоу» телевизион конкурстарында ҡатнашыусы йәш йырсылар башҡарған. Бына шундай маҡсатлы һәм моңло ҡыҙ «Тамаша» журналының 2021 йылғы календарен биҙәргә лайыҡлы тип таптыҡ һәм уның менән бәләкәй генә әңгәмә лә ҡорҙоҡ.  

– Алтынай, бала сағыңда нимә тураһында хыяллана торғайның?

– Бәләкәйҙән үк йондоҙ булам тинем. Үҙемде иҫләгәндән бирле гел ҙур-ҙур хыялдар менән йәшәнем. Бер нәмәне лә минең өсөн мөмкин түгел тип уйлап та бирмәйенсә, гел буй етмәҫ нәмәләр тураһында хыялланғаныма үҙем дә аптырайым. Тәүҙә фигуралы шыуыу оҫтаһы – фигуристка булам тип янып йөрөнөм, шунан гимнастка, телевидиениела алып барыусы, актриса, аҙаҡ инде йырсы булам тинем, шул йүнәлешле түңәрәктәргә йөөрөнөм. Уйлап ҡараһаң, мине, барыбер ҙә, һәр ваҡыт ижади ҡараш, ҙур маҡсат ҡуйып шуға яйлап ирешеү талап ителгән өлкәләр ылыҡтырған. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡәҙимге һөнәр тураһында уйлағаным да булмаған. Ә инде хәҙер иң ҙур теләгем музыка тыуҙырыу, көй яҙыу һәм шуларҙы тыңлаусының күңеленә үтеп инерлек итеп башҡарыу. Йән эйәләре һауаһыҙ йәшәй алмаған кеүек, мин дә бала саҡтан йырһыҙ йәшәүҙе күҙ алдыма ла килтермәнем. 4 йәшемдә ата-әсәйем менән Илья Авербухтың «Боҙҙағы бейеүҙәр» («Танцы на льду») шоу-пограммаһын ҡарарға барғайныҡ. Шунда, тамаша бөткәс, мине Авербух янына алып барыуҙарын үтендем һәм быймала булғаныма оялһам да боҙҙан йүгерә-йүгерә Илья Авербух, Илья Авербух тип ҡысҡырып уға ҡаршы йүгергәнемде иҫләйем. Ул матур ғына итеп: «Что, моя хорошая?»– тип эргәмә сүгәләгәс, «А я ведь тоже будущая чемпионка», – тигәнемә, әлбиттә, буласаҡһың, тип ҡосаҡлап алғайны ул. Әгәр шул мәлдәрҙә төрлө сәбәптәр арҡаһында мине түңәрәккә йөрөтөүҙе туҡтатмаһалар, бәлки, йәштәшем Алина Заһитова кеүек мин, Алтынай Заһитова ла, фигуралы шыуыу буйынса чемпион булып китер инем, моғайын. Әммә, яҙмыш миңә музыка олимпын ҡулайыраҡ тип тапҡан, күрәһең.

– Беренсе тапҡыр сәхнәгә ҡасан сыҡтың? Шул саҡта ниндәй тойғолар кисерҙең?

– Бәләкәй генә сағымда әсәйемдең эшенә барғанда өҫтәлгә менеп баҫып «Опустела без тебя земля» тигән йырҙы йырлап торғанымды һаман да көлөп хәтерләйҙәр, ул ваҡытта миңә йәш ярым тирәһе булған. Телем дә ныҡ иртә, йәш тә ике айҙа асылған, тулы һөйләмдәр менән һөйләшкәнмен. Бала саҡта К.Хабенскийҙың театр студияһында шөғөлләндем. Шунда, 12 йәшемдә Константин Хабенскийҙың үҙе менән дә бер сәхнәлә спектаклдә уйнау бәхете тейҙе, унда Сулпан Хаматова ла булды. 2018 йылда 15 йәшемдә туғандарымдың кәңәшен тотоп «Тамыр» каналы гитарала уйнап йырлаусы балалар өсөн ойошторған «Ҡош юлы» телевизион бәйгеһендә ҡатнашып, финалғаса еттем һәм икенсе урын яуланым. Шуға тиклем гитарала уйнарға өйрәнеп алып, 3-4 йыл туҡтауһыҙ үҙемдең бүлмәмдә генә ултырып йырҙар ижад итеү менән булдым тиергә лә мөмкиндер. Ул саҡта мин тыуҙырған йырҙар кемделер ҡыҙыҡһындырыр, кеше алдына сығыр тигән уйҙар башыма ла килмәй ине. Дөрөҫөрәге, автор-башҡарыусы булырға хыялланһам да, уның ни рәүешле тормошҡа ашырын күҙ алдына килтерә алмай инем әле. Йырлаған йырҙарымдың һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙем уйлап сығарам, шулай уҡ билдәле композицияларға каверҙар эшләп башҡарырға ла яратам. Бөтәһе лә беренсе тапҡыр сәхнәгә сығыу онотолмаҫ тойғолар ҡалдыра тиҙәр, был ысынлап та шулай, һинең йырлауың кемдеңдер йөрәк ҡылдарын сиртә икәнен аңлауы бик сәйер ҙә ине башта, һин ниндәйҙер моңло өн сығараһың, тауышты яңғыратаһың һәм шул уҡ минутта кешеләрҙең реакцияһын, уны нисек ҡабул итеүен күрәһең… Был тойғо инде төрлө ғаилә байрамдары мәлендә яҡындарыңдың йырлауыңды һорағаны өсөн гитара алып моңланып ултырыу түгел, туғандарҙың нисек башҡарһаң да шәп булды тип ҡеүәтләп тороуҙары аңлашыла бит инде, ә сәхнәлә инде бары тик сифатлы сығыш менән генә алдырып була. Ысынын әйткәндә, тәү тапҡыр сәхнәгә сығыу бик үк рәхәт тә түгел, ләззәтләнеп йырлар урынға тулҡынланаһың, һиңә төбәлгән күп ҡараштарҙан бер аҙ албырғап ҡалаһың, һәр хәлдә минең бына шулай булды, әле һаман да сәхнәгә тыныс ҡына сыға алмайым, ныҡ тулҡынланам, әммә инде үҙемде ҡулға алырға өйрәндем.

– Ғаиләлә һинән башҡа йырлаған кеше бармы? Моң һиңә кемдән күскән?

– Туғандарым араһында матур йырлаусылар күп, әсәйемдең дә, апайымдың да тауыштары матур, тик апайым йырламай, ә йырлаһа ул да булдырыр ине. Моң беҙгә әсәйемдең әсәһенән – Фәриха өләсәйемдән күскән, бала саҡтан уның халыҡ йырҙарын йырлағанын ишетеп, халыҡсан тауышын, моңон һеңдереп үҫтем.

– Яңылышмаһам, мәктәптә уҡыған йылдарҙа повесть яҙғанһың?

– Эйе, алда әйтеп киткән ҙур-ҙур хыялдарым араһында яҙыусы булырға теләк тә бар ине, 10 йәш тирәһендә үҙемде билдәле яҙыусы итеп күҙ алдына килтереп, шул юҫыҡта ныҡлы ғына эшләп алдым һәм уның һөҙөмтәһе булып шул повесть тыуҙы ла инде. Бәләкәй саҡтан китап уҡырға яраттым һәм башымда гел берәй сюжет өйөрөлөп йөрөй торғайны, төрлө тарихтар уйлап сығарырға ярата инем. Әйткәндәй, атайым да, һөнәре буйынса физик булһа ла, юморесклар яҙыу менән мауыға, ә әсәйем билдәле журналист, ҡәләм оҫтаһы. Был һәләтем хәҙер йырҙар яҙғанда төрлө сюжет ҡорорға ярҙам итә, хәҙер мин үҙемде тетрәндергән тарихтарҙы, хәлдәрҙе, хистәрҙе йырҙарым аша һөйләйем, еткерәм. Әле инде улар уйлап сығарылған тарихтар ҙа түгел, ә үҙем менән булған, мин кисергән нәмәләр, мин үткән кәртәләр һәм һынауҙар тураһында. Кисергән тойғоларымды матур төргәккә төрәм һәм шулай итеп йырҙар тыуа ла инде. Ә повестҡа килгәндә, ул саҡта мин компьютерҙа ла баҫа белмәй инем һәм өс дәфтәрҙе тултырып ҡулдан 64 битлек детектив яҙып ташлағанмын. Уға бер яҙыусы апай яҡшы баһа ла биргән ине, тик башҡа яҙышырға форсат булманы (көлә).

– Музыка мәктәбендә уҡыныңмы?

– Эйе, Нариман Сабитов исемендәге 1-се һанлы музыка мәктәбенең гитара класына йөрөнөм, уҡыуы ҡыйын булманы, мин уны экстерн рәүештә, 5 йыл урынына 4 йыл уҡып, ҡыҙыл дипломға тамамлап ҡуйҙым. Беҙҙе унда шул хәтлем ныҡ итеп, күп мәғлүмәт биреп уҡыттылар, ялҡып, ул мәктәпте бөткәс йыл тирәһе ҡулыма гитара алманым. Аҙаҡ инде бер илһам килгәндә матур ғына йыр тыуҙы ла, шуны яңғыратҡым килгәс, кире алып уйнап киткәнемде аңғармай ҙа ҡалғанмын, шулай итеп гитараға яңынан ғашиҡ булдым.

– Көйҙәр яҙа башлауың нисек килеп сыҡты?

– Көй тыуһын өсөн әллә күпме фактор бергә ҡушылырға тейеш тип уйлайым, көслө хистәр кисергән саҡта илһам килеүе лә шарт, шул хистәр һәм илһам менән уртаҡлашырға теләк булыуы ла, һәм, әлбиттә, көйҙө дауам итке килһен өсөн башыңда матур ғына аккордтар ярала башлауы ла… Көйҙәр күңелемдә бәләкәй саҡта уҡ тыуа ине, бер тапҡыр атайым менән ауылға ҡайтып барғанда тәбиғәткә һоҡланып барып (ә мин шулай оҙон юлда тәҙрәгә ҡарап музыка тыңлап барырға ныҡ яратам), фәрештәләр тураһында йыр сығарғаным иҫтә ҡалған, тик ул беренсеһе булды микән әйтә алмайым. Шунан, тәү тапҡыр ғашиҡ булғас, ул мәлдә миңә 8 йәш булған, хистәремдән ғазапланып тағы бер йыр яҙҙым. Әле тыңлап ҡарап насар йырҙар булмаған тип уйлайым, тик мин уларҙы хәҙер етди ҡабул итә алмайым, ниңәлер. Шуға ла, мин шул тәүге йырҙарымды ла йәш башҡарыусыларға тәҡдим итергә кәрәк, әрәм булып ятмаһындар тигән уйға килдем, сөнки уларҙы үҙемдең инде башҡарғым килмәй икәнлеген аңланым.

«Дан» төркөмөнә нисек барып эләктең?

– Ул төркөмдә йырлап йөрөүем әлеге ҡаҙаныштарыма еткергән мөһим бер артылыш булған тип иҫәпләйем. Сөнки ҡайҙалыр сығыш яһай башлар һәм үҙемдең ижадымды донъяға еткерер өсөн «Ҡош юлы» проектында ҡатнаштым тигәйнем бит инде. Унда тап шул «Дан» төркөмөнөң етәксеһе, фронтмены булған Тимур Йосопов минең остазым булып сығыш яһаны. Беҙ уның менән бик тиҙ уртаҡ тел таптыҡ, Тимур ағай мине күп нәмәгә өйрәтте. Унан, ярыш тамамланғас та беҙ ижади аралашыуҙы дауам иттек. Икебеҙҙең дә музыка кешеләргә нисек тәьҫир итергә һәм донъяға нимә бирергә тейеш тигән мәсьәләләрҙә ҡараштарыбыҙ тап килә ине, шуға ла килешкәнбеҙҙер. 

«Ҡош юлы»нда ҡатнашыу һинең өсөн нимә бирҙе?

– Иң мөһиме үҙемә, үҙ көсөмә ышаныс, сөнки ижад кешеләре нескә күңелле, улар башҡаларҙың үҙҙәрен юғары баһалауына мохтаж һәм яңылыш ҡына әйтелгән һүҙҙәрҙән дә ҡанаттары ҡайырылып, ижадтан бөтөнләй ваз кисеүҙәре лә бар, был проектта мин сыныҡтым. Ә инде юлыңда һин маладис, шул хәтлем шәп яҙаһың, ижад итеүҙән туҡтама тип дәртләндереп тороусыларҙың һүҙҙәре әллә күпмегә етерлек илһам бирә ала. Мин был йәһәттән бәхетлемен, тап «Ҡош юлы»нда нисек инде йырҙарыңды сығармайһың, һиңә сығыш яһарға кәрәк тинеләр. Икенсенән, тап ошо бәйгелә шул йылда ҡатнашыусылар менән эшләгән остаздарыбыҙ, билдәле шәхестәр, йырсылар Тимур Ямалов, Минзәлә Яхина, Альбина Шәмсетдинова, Тимур Йосопов, Артур Кәбиров, Ринат Абдуллиндар менән танышып, яҡындан аралашыу ҙур мәктәп булды. Шулай уҡ, проекттың режиссеры Ләйсән Мәзитова (беҙ уны әсәкәй тип йөрөттөк), оператор Альберт Ҡотошев, һәм башҡа шәп кешеләр менән дуҫлаштыҡ, уларҙың әйткән йылы һүҙҙәре, кәңәштәренән һуң ышаныстарын аҡларға тырышыуҙан башҡа сара ҡалманы.

– Сәхнәлә йырлау нығыраҡ драйв бирәме, әллә көйҙәр ижад итеүме?

– Улай тип һис кенә лә сағыштырып булмай, икеһе бөтөнләй ике төрлө нәмә бит. Көй яҙғанда һин үҙеңдең күңел сөңгөлөнә, тәрәнгә сумаһың, хәтереңдә йәшеренеп ятҡан хистәрҙе, тарихтарҙы ҡаҙып сығараһың, ул үҙ-үҙең менән атҡарған бик өрфөйә генә бер эш, үҙ-үҙең менән диалог. Ә сәхнәлә башҡаларға төбәләһең, хис-тойғолар аша тамашасы менән аралашаһың, уларға йырың арҡылы уй-фекереңде еткерергә тырышаһың. Драйв тигәндә, әлбиттә, ул сәхнәлә кисерелә торған тойғо.

– Ниндәй ижади пландар менән йәшәйһең?

– Ғөмүмән, мин тормошомдо бары ижадҡа арнарға теләйем, шулай булғас, йәшәү һәм ижад итеү минең өсөн бер үк мәғәнәгә эйә, тимәк, янып йәшәргә планлаштырам тип әйтеү дөрөҫтөр! Хит булып китәсәк альбомдар яҙҙырырға, ил һәм донъя буйлап гастролдәрҙә йөрөргә теләйем, бала сағымдағы һымаҡ әле лә ҙур хыялдар менән янам. Ынтылыштар ни тиклем юғарыраҡ булһа, эшләгән эштәрең дә шул тиклем текәрәк килеп сыға ул һөҙөмтәлә (көлә).

– Йырыңа бер клип та төшөргәнһең шикелле, шул турала һөйлә әле, нисек булды?

– Әллә инде, мин ул клипты, профессионал кимәлдә булһа ла, бик уңышлы сыҡты тип иҫәпләмәйем, шуға һаман да тамашасы хөкөмөнә сығармағанмындыр инде. Уны бер аҙ үҙгәртеп, шунан ғына премьераһын ойошторормон, тием. Съемкалар булғанда 11-се класта уҡый инем, үәт, тап әлеге мәл клиптар сығара башларға кәрәк тип уйлағанмындыр инде. Уның ҡарауы, бик ҡыҙыҡ тәжрибә булды ул, унда беҙ бер егет менән ғашиҡтар ролен башҡарабыҙ, массовкала күп кенә таныштарым да ҡатнашты, ярҙамдары өсөн журнал аша барыһына ла рәхмәтемде еткергем килә. Ул съемкаларҙан алған иң ҙур аҡыл: команда йыйыу еңел түгел, бик күп нюанстарҙы иҫәпкә алырға кәрәк. Бәлки, һуңғараҡ уны тамашасыға тәҡдим дә итермен, ә инде ул клипты хатта күрһәтмәгән хәлдә лә, уны төшөргәндә йыйған тәжрибә бит бер ҡайҙа ла юғалмай, ул минең менән ҡала.

– Көй алдан тыуамы, әллә һүҙҙәреме?

– Күп артистар башта һүҙ йәки көй тип яуап бирә, ә минең башыма улар бер юлы килә, бер ыңғайы үҙенсәлекле көйө булған фразалар, һөйләмдәр, шиғыр юлдары тыуа. Шул берәй мине илһамландырған көйлө юл күңелдә яңғыраны икән, онотмай ғына йөрөйөм дә, мөмкинлек тыуыу менән ултырып тотош йырын да яҙып ҡуям.

– Иң ҙур хыялың?

– Был һорауға бер нисек тә оҙон итеп яуап биреп булмаҫ инде, хыялым – музыка, сифатлы, матур, кешеләрҙең күңелен яулаған, ниндәйҙер фәһем биргән музыка.

Алтынай Заһитова сикһеҙ һәләтле һәм ихлас күңелле һылыу ҡыҙ ғына түгел, ул ысын мәғәнәһендә тормошобоҙҙо яҡшыраҡ, яҡтыраҡ итергә ынтылыусы, аңлы, аҡыллы, ғәҙел һәм сәмле йәш быуындың сағыу бер вәкиле лә. Йырҙары ла һыуһынды ҡандырыр саф шишмәләй танһыҡ һәм үҙенсәлекле. Хисле ҡыҙ баланың ижад һандығы йылдан йыл һәлмәкләнеп, йыр-моң донъяһын биҙәһен, байытһын, ә үҙе сәхнәләрҙә йондоҙ булып балҡыһын тип теләргә генә ҡала!   

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.

"Тамаша" журналы

2020 йыл.

 

Алтынай Заһитова
Алтынай Заһитова
Алтынай Заһитова
Автор:
Читайте нас в