+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Март 2023, 15:00

Йондоҙҙар ҡабыҙған мәктәп

80 йыллыҡ тарихы булған был белем усағын мәктәп тип кенә атау дөрөҫ тә түгел һымаҡ. Ата-әсәләре Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған етем малайҙарҙы һыйындырған йорт ул. Меңәрләгән ауыл балаһының баш ҡалала белем алыу хыялын тормошҡа ашырған ҡәҙерле интернат. Башҡортостандың, Рәсәйҙең аҫыл ул һәм ҡыҙҙарының ижади тормош юлы нәҡ ошонда башланған.

Белем усағының барлыҡҡа килеү тарихы

 1943 йыл... Ике йыл инде Бөйөк Ватан һуғышы бара. Етемдәр һаны артҡандан-арта. Урамда аслы-туҡлы йөрөгән балалар араһында енәйәт ҡылыу осраҡтары ла күбәйә. Совет Армияһына музыканттар әҙерләү маҡсатында СССР Юғары Баш командующий Иосиф Сталин бойороғо буйынса илебеҙҙең 17-гә яҡын ҡалаһында етем малайҙар өсөн музыка мәктәптәре асыла. (Шул 17 мәктәптең әлеге көндә икәүһе генә үҙ бурысына тоғро ҡалып һаман да эшләй. Береһе Иркутск ҡалаһында, икенсеһе – Өфөлә. Заманында Мәғариф министры Ф.Х.Мостафина һәм Президентыбыҙ М.Ғ.Рәхимов ауыл балалары өсөн был мәктәптең әһәмиәтен яҡшы аңлай һәм һаҡлап ҡалыу бурысын ҡуя). Бойороҡҡа ярашлы, 1943 йылдың 12 мартында БАССР Халыҡ комиссарҙары Советының Ҡыҙыл Армияның музыка мәктәбен ойоштороу тураһында ҡарары ғәмәлгә инә. Ленинград, Смоленск ҡалаларынан эвакуацияланған йылы ашҡа, йылы мөнәсәбәткә мохтаж 17 малайҙы үҙ ҡанаты аҫтына алған мәктәп Өфөнөң Октябрь Революцияһы менән Цюрупа урамдары киҫелешендәге бер ҡатлы йортта асыла. Артабан Октябрь Революцияһы 7, Индустриаль Шоссе урамдарына күсерелә. Хәрби мәктәп булараҡ 1956 йылға тиклем йәшәй. Старшина, сержант, офицерҙар яына уҡытыусылар эшкә алына. 1954 йылда ғына мәктәп ҡыҙҙар өсөн дә үҙ ишектәрен аса. Бөтә Башҡортостан буйлап йөрөп йыр-моңға һәләтле балаларҙы һайлап уҡырға алыу эше йәйелдерелә.

1991 йылда мәктәпкә гимназия статусы, ә 1994 йылда БАССР-ҙың тәүге халыҡ артисы, башҡорт, татар профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусы күренекле композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтов исеме бирелә.

Ағиҙел ярынан алыҫ түгел, алмағас, муйыл, саған, миләш ағастары араһында, йыл әйләнәһенә ҡоштар һайрауы тынмаҫ ерҙә урынлашҡан белем усағының бөгөнгө бинаһы. Әллә ҡоштар музыканттарға ҡушылып йырлай, әллә балалар ҡоштарҙан моң серҙәренә өйрәнәме икән?..

Был белем усағы ысынлап та уникаль. Унда килеп эләккән бала ваҡыт ҡәҙерен аңлай. Сөнки иртән тороп дөйөм фәндәр өйрәнергә барһа, төшкө аштан һуң музыка серҙәренә төшөнә. Киске ашҡа тиклем дәрес әҙерләй, унан һуң ул киске түңәрәктәргә ашыға. Төрлө конкурс, саралар шауҡымында ҡайнап йәшәй. Тәүге йылдарҙа тынлы һәм һуҡма музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтһәләр, хәҙер Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында, ҡыллы музыка ҡоралдары (скрипка, виолончель, домра), башҡорт милли музыка ҡоралдарында ла, мотлаҡ рәүештә фортепиано уйнау оҫталығына эйә булырға мөмкин. Фортепиано – һәр музыкант үҙләштерә торған музыка ҡоралы. Тәнзилә Закир ҡыҙы Мусаварова, Гөлнара Рәми ҡыҙы Ғарипова (Рәми Ғариповтың ҡыҙы), Гүзәл Шәймәрҙән ҡыҙы Ҡотлова, Людмила Ивановна Трофимова, Наталья Юрьевна Гордеева, Наталья Алексеевна Федяева дүрт тиҫтәгә яҡын тоғро хеҙмәт итә, балаларҙы фортепиано серҙәренә төшөндөрә. Гимназияның «Гармония» өлгөлө хоры (етәксеһе М.А.Юхина), «Ялҡын» башҡорт өлөгөлө театры (етәксеһе Мостай Кәрим исемендәге йәштәр театры актеры И.Ф.Лоҡманов), «Арман» этно-фольклор төркөмөнөң (етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Н.С.Байрамғолов) еңеүҙәре мәктәптең бәҫен арттыра. Унан бигерәк гимназияның һомғол буйлы барабан һуҡҡан гусар ҡыҙҙары, «Өфө фанфарҙары» өлгөлө тынлы оркестры тиҫтәләгән йылдар дауамында Өфөләге рәсми сараларҙың биҙәге, гимназияның визит карточкаһы.

 Дирижерҙар бында тыуа

Өфөләге хәрби парадтар, демонстрацияларҙы әйҙәү музыканттар тәрбиәләү мәктәбе оркестрынан тыш үтмәй. 1956 йылда Хәрби мәктәп атамаһы алынһа ла, хәрби дирижерҙар династияһын тәрбиләүен әле һаман да дауам итә улар. Тәүге башҡорт дирижеры БАССР-ҙың, РСФСР-ҙың мәҙәниәт хеҙмәткәре, БАССР-ҙың халыҡ артисы Ғәйнетдин Моталов тыуған мәктәбенә ҡайтып, бер нисә быуын музыканттар үҫтерә. Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены лауреаты Фәрит Иҙрисов 6-сы кластан уҡ мәктәптең оркестр составында Советтар Союзы гимнын республиканың мөһим сәйәси сараларында уйнай башлай. «1986 йылда 150 музыканттан торған Өфөләге тәүге парадта ҡатнашыу бәхете тейҙе», – тип хәтерләй Фәрит Иҙрисов. Нәҡ оркестрҙың күп тауышлы партиялары йылдар үтә килә Башҡортостан Республикаһы гимнын яҙыуҙа мөһим роль уйнай. Башҡортостан Республикаһы гимнын хәрби кейемгә, оркестрға ғашиҡ дирижерҙан да яҡышыраҡ яҙыусы композитор булмаҫ ине, моғайын. Әйткәндәй, Башҡортостанда, Рәсәйҙә генә түгел бөтә донъяға билдәле дирижерҙар нәҡ бында тәрбиәләнгән: Голландияның милли йәштәр оркестрының төп дирежеры Александр Вакульский, Ҡубан казактары тынлы оркестрының төп дирижеры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Валентин Спиридонов, СССР-ҙың Ҡораллы көстәренең төп хәрби дирижеры, генерал-майор Николай Михайлов, РСФСР-ҙың халыҡ артисы Рәсәйҙең балалар һәм йәштәр хорҙары федерацияһы Президенты, дирижер Георгий Александрович Струве, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәскәү консерваторияһы ҡарамағындағы хәрби дирижерлыҡ факультеты уҡытыусыһы Рәмил Мәғәлимов, Рәсәйҙең Милли гвардия ғәскәрҙәренең өлгөлө-үрнәк оркестры етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, подполковник Азат Шаһмөхәмәтов, Римский-Корсаков исемендәге Хәрби-диңгеҙ флотының үҙәк өлгөлө-үрнәк концерт оркестры дирижеры, майор Марат Ғаянов – шулай уҡ гимназияның оло ғорурлығы.

Гимназияның өлкән оркестр етәксеһе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре Фәнзир Фәйзрахман улы Ниғмәтйәнов үҙе лә ошо мәктәп һурпаһын эсеп үҫкән. Был мәктәпкә килеү тарихын әле булһа ла яратып һөйләй ул. 1966 йыл. Тыуған ере Яңы Муса ауылында кокардалы фуражка кейгән, ялтырап торған төймәле хәрби кейемле малайҙы күреп иҫе китә. 16 йәшлек егет музыканттар тәрбиәләгән мәктәп уҡыусыһы була. Осрашыуҙан һуң бәләкәй Фәнзир ата-әсәһенән шул мәктәпкә ебәреүҙәрен үтенә һәм кокардалы фуражка менән алтын төҫөндәге төймәле хәрби форма уның көндәлек, ә һуңынан ғүмерлек кейеменә әйләнә. Мәскәү консерваторияһының хәрби дирижер дипломын алғас, Ашхабад, Ташкент, Будапешт, Киев, Ысыҡкүл ҡалаларын гиҙеп, подполковник дәрәжәһенә етә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, тормош һуҡмағы уны йәнә туған мәктәбенә алып килә. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатының ул етәкләгән «Өфө фанфарҙары» тынлы оркестры өлгөлө исемен ала. «Нәҡ ошо белем усағына уҡырға килеүем менән бәхетлемен. Яратам мәктәбемде», – ти ул. Фәнзир Файзрахман улының гиназияға булған һөйөүе сикһеҙ – сөнки улы Аяз да ошо гимназияны тамамлап, һуңынан бында эшкә ҡайта.

Фәнзир Файзрахман улы өлгөһөндә хәрби дирижер һөнәрен һайлап юғары күрһәткестәргә өлгәшеүсе егеттәр ҙә айырым баһаға лайыҡ. Рәсәй Федерацияһы милли гвардия ғәскәрҙәренең үҙәк округы штабындағы оркестр етәксеһе Арыҫлан Ырыҫҡолов яҙмышын оркестр менән бәйләүендә Фәнзир Ниғмәтйәновтың өлөшө ҙур. Гимназияны тамамлағанда ата-әсәһе башҡа профилде һайларға өгөтләһәләр ҙә, Арыҫлан хыялана тоғро ҡала. Мәскәү ҡалаһындағы Хәрби дирижерҙар институтында белемен камиллаштыра. «Унда ла беҙҙең мәктәпте тамамлаусы уҡытыусы-профессорҙар хеҙмәт итә», – тип ғорурлана егет. «Шуларҙың береһе – Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, профессор Олег Иванович Потапов. Йыл һайын беҙҙең мәктәпте тамамалаған егеттәр менән Ҡыҙыл майҙанда Бөйөк еңеү парадында ҡатнашабыҙ. Гимназия йылдары ғүмеремдең мөһим һәм ҙур өлөшөн алып тора. Музыкант булараҡ та, шәхес булараҡ та үҫтергән мәктәбемә оло рәхмәтлемен», – ти йәш етәксе Арыҫлан Ырыҫҡолов.

Быуындар бәйләнеше бар

 1991 йылда уҡ мәктәп гимназия статусын алһа ла, был уҡыу йортон тамамлаусылар барыһы ла бер-береһен йылы хис-тойғолар менән «Беҙҙекеләр! ШМВ-лар» (Школа музыкантских воспитанников) тип йөрөтә. Төрлө йылдарҙа, төрлө биналарҙа уҡыуҙарына ҡарамаҫтан, туғанлыҡ ептәре көслө уларҙа. Йылдар үтә, әммә мәктәп йолаларын, булмышын һаҡлап килә. Сөнки, үҙ ояларына ҡайтҡан ҡошсоҡ кеүек, мәктәпте тамамлаусылар шул йолаларҙы һаҡларға, хеҙмәт юлын дауам итергә ҡайта. Шундайҙарҙың береһе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артисы Фларис Венарис улы Хисаметдинов гимназия уҡыусыларына волторна буйынса музыкаль белем биреп кенә ҡалмай, малайҙар өсөн икенсе атай ҙа ул. Бик күп уҡыусылары: Сафа Сөләймәнов, Рөстәм Фәйзрахманов, Артур Вәлитов, Виктор Бережной, Айҙар Әхмәткирәйев илдең төрлө төбәктәрендә театр-филармонияларында, уҡыу йорттарында уңышлы хеҙмәт юлын дауам итә. Фларис Хисаметдиновтың улы Арыҫландың да тап ошо гимназияла белем алыуы күпте һөйләй.

Үҙе легендар дирижер, уҡытыусы Леонид Маркович Ивановты айырым ҙур хөрмәт менән иҫкә ала. «Заманында Рәсәйҙең иң билдәле дирижеры Александр Вакульский, Фәрит Иҙрисов, Нур Даутов, фагот музыка ҡоралы оҫтаһы Эдуард Ғәйфуллин, профессор, уҡытыусы Зөфәр Хәмәтдинов һәм башҡаларға музыкаға һөйөү уятҡан олуғ шәхестең дәрестәрен алыуым менән бәхетлемен», – ти ул. Ғөмүмән, Леонид Ивановҡа һәр уҡыусыһы, һәр коллегаһы мәдхиә уҡый.

Республикабыҙҙың иң шәп виртуоз һуҡма ҡоралдары оҫталарын Алексей Алексеевич Медведев үҫтергән. Ҡайһы ғына оркестрға әйләнеп ҡарама – уның уҡыусылары. Ул да тыуған мәктәбенә ҡайтып, ғүмеренең аҙағына тиклем малайҙарға барабан, литавры, ксилофон, тәрилкә, кастаньеты һәм башҡа ҡоралдарҙың нескәлектәренә өйрәтә.

Әбүсәғүт Әхтәм улы Ғилманов гимназия ҡыҙҙарының яратҡан уҡытыусыһы. Тантаналы сараларҙа барыһы ла һоҡланып ҡараған һомғол буйлы барабансы гусар ҡыҙҙарының, фанфар егеттәренең етәксеһе. Ҙур хөрмәт менән уны «Батя» тип кенә йөрөтә ине балалар. Кивер, китель, ҡыҙыл итектәр, ап-аҡ итәктәр кейеп һәр мөһим тантаналарҙың беҙ, гусар ҡыҙҙар, биҙәге булдыҡ. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған парадты ла беҙ, барабансы-ҡыҙҙар, әйҙәп алып киттек. Әбүсәғүт Әхтәм улының үтә талапсанлығы күпкә өйрәтте.

Мәктәптең сығарылыш уҡыусылары – үҙе лә, ҡыҙы Эльвира Ибраһимова ла ярты ғүмерен яңы быуын музыканттарын тәрбиәләү өсөн тир түккән оло хөрмәткә лайыҡ уҡытыусылар.

Ябай тәрбиәсенән – директорға

 Риф Малик улы Хәлиуллин 42 йыл ғүмерен музыканттар тәрбиәләү мәктәбенә биргән. Яҙмыш, ахырыһы. Атай-әсәйһеҙ ҡалған бәләкәй Рифте 1946 йылда музыкаль һәләтен тикшергәндән һуң, мәктәпкә уҡырға алалар. Яу яланында булып, хәрби мөхиткә ғашиҡ булған малай хәрби мәктәпкә эләгеү ҡыуанысынан кларнетында көслө итеп уйнап ебәрә. Шул мәл ҡолаҡтарының түҙгеһеҙ ауыртыуын һиҙә. Ҡолаҡ бороусы – йәш офицер, кларнет буйынса уҡытуысыһы, булып сыға. Был ваҡиғанан һуң Риф Хәлиуллиндан елдәр иҫә. Әммә 1956 йылда уҡытыусы һөнәрен үҙләштергән егетте мәктәп йәнә үҙенә тарта – тәрбиәсе булып эшкә урынлаша. Оҙаҡ йылдар директор урынбаҫары булып хеҙмәт иткән дәүерҙә Мәғариф министры Фатима Мостафинаның шәхси маҡтауын ишетеү – иң ҙур награда тип иҫәпләй. «Һеҙҙең эшегеҙ менән мин ҡәнәғәтмен һәм рәхмәтлемен», – тип уның ҡулын ҡыҫа министр. Был һүҙҙәр тик музыкаль һәләтен генә тикшереп алынған балаларға дөйөм фәндәрҙән ҡала уҡыусылары кимәлендә белем биреү бурысын яҡшы атҡарған өсөн булғандыр. Ун йыл директор вазифаһын биләгән осорҙа ла мәктәптең мәнфәғәте, яҡты киләсәге өсөн күп тир түгергә тура килә. Шуныһы мәртәбәле: ул хыялланған һәм башлағыс һалған пландар тормошҡа ашҡан. Фортепиано, ҡыллы-һыҙма, халыҡ уйын ҡоралдары бүлеген асыу, республиканың юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итеү, яңы музыка ҡоралдарын табыу, уҡыусыларҙың йәшәү шарттарын

яҡшыртыу. Шуға ла һәр уҡытыусы, уҡыусы уны оло хөрмәт менән иҫкә ала. Өфөнөң башҡа мәктәптәренә юғары вазифаларға өгөтләһәләр ҙә, Риф Малик улы яратҡан белем усағын ҡалдырғыһы килмәй. «Ҡаныма ныҡ һеңгән ине», – тип хәтерләй ул аҙаҡ. Ҡатыны Асия – мәктәп табибы, ҡыҙы Гөлнара оҙаҡ йылдар музыка уҡытыусыһы булып хеҙмәт итә.

 Белем усағы үҙ асылына ҡайта

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназияның директоры Ринат Риф улы ең һыҙғанып эш башлаған. Белеме буйынса музыкант-ҡурайсы һәм дирижер ҙа булғас, гимназияның төп йүнәлешен дә яҡшы аңлай, артабанғы үҫеше өсөн маҡсаттарҙы ла дөрөҫ ҡуя. Быға тиклем йәшәп килгән йолаларҙы һаҡлап, унан бигерәк, тарихҡа әйләнеп ҡайтып, мәктәптең тынлы бүлектәренән музыкаль кадет бүлеген төҙөү тураһында хыяллана ул. «Быға үҙебеҙҙең уҡыусыларыбыҙ этәрҙе. Беҙҙең оркестрға хәрби кейемдәрҙә йыш сығыш яһарға тура килә. Күҙәткәнем булды: хәрби кейем кейҙеме – шунда уҡ уларҙың һын-ҡиәфәте үҙгәреп китә. Кәүҙәләрен дөрөҫ тотоп, тура ғына атлап йөрөүҙәренә һоҡланып ҡарайым. Киләсәктә, ниәттәр тормошҡа ашһа, мәктәптең ҡайһы бер класс уҡыусылары өсөн кокардалы фуражка, ҡайыш менән быуылған гимнастерка йәнә көндәлек кейемгә әйләнәсәк. Был ил президенты В.В.Путиндың балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләү бурысына ла тура килә», – тип маҡсаттары менән бүлеште Ринат Риф улы Халиҡов.

Әлеге ваҡытта гимназия Башҡортостандың Эске эштәр министрлығының юғары уҡыу йорто һәм Мәскәүҙәге хәрби музыкаль училищеһы, Александр Достовалов исемендәге башҡорт кадет корпусы менән килешеүҙәр төҙөлгән. Сәнғәт юлын һайлаусы малай-ҡыҙҙар күпләп ошо уҡыу йорттарында белемен камиллаштыра. Ринат Риф улы республика халҡына: «Музыкаға һәләтле балаларығыҙҙы бәләкәй тип ҡурҡмай, йәлләмәй беҙҙең интернатҡа уҡырға алып килегеҙ. Киләсәктә һынмаҫ рухлы, аҡыллы, тәрбиәле шәхес булып үҫһен өсөн бар көсөбөҙҙө һалып эшләйбеҙ», – тип мөрәжәғәт итә.

Гимназияның ғорурлығы улар

«Уҡыусыларҙы ошо мәктәпте тамамлаған тере шәхестәр өлгөһөндә тәрбиәләргә, ҡыҙыҡһындырырға, дәрләндерергә тырышабыҙ», – ти гимназия директоры.

Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ артисы, композитор Нур Даутов был мәктәпкә имтихандарһыҙ барып инә. Бәләбәйҙең Пахарь ауылында тыуып үҫкән малай музыканттар тәрбиәләү мәктәбе тупһаһы аша үткәс, фортепиано тигән музыка ҡоралын тәүгә күрә. Әммә шунда уҡ телдәренә баҫып көйҙәр уйнап та ебәрә. Уның абсолют ишетеү һәм абсолют ритм тойоу һәләтенә эйә булғанын аңлайҙар һәм имтихан тапшыртып тороуҙы кәрәкһеҙ тип таныйҙар. Бәләкәй Нур 5–6-сы класта уҡ йырҙар яҙа башлай. 8-се класта уҡ ижад иткән «Красная шапочка» маршы оҙаҡ йылдар оркестр репертуарынан төшмәй. Туба тынлы музыка ҡоралын үҙләштереп, ул үҙе лә оркестр составына инә. «Ижадыма тыуған мәктәбем, айырыуса оркестр бик ҙур йоғонто яһаны», – ти тиҫтәләгән йырҙар, әҫәрҙәр авторы Нур Әсғәт улы. Яратҡан мәктәбенә рәхмәт йөҙөнән уның күңелендә хатта гимн тыуа.

Сәнғәт донъяһының ҡайһы ғына өлкәһен алма, ҙур уңыштарға өлгәшкән сығарылыш уҡыусыларын һанап бөткөһөҙ. Республикабыҙҙың иң популяр артистарының береһе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зәйнетдин да тәүге аҙымдарын Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназияла яһай. «Гимназия һәр бала алдында әйтеп бөткөһөҙ ҙур мөмкинселектәр аса. Мин 2010 йылда интернатты тамамлағанда ҡайһы юлды һайларға белмәй аҙапландым. Ни өсөн тигәндә, гимназияға уҡырға ингәс, барлыҡ музыка ҡоралдары ла ҡыҙыҡһындырҙы. Төп уйын ҡоралым тромбон булһа, унан тыш фортепиано, ҡурай, думбыра, вокал, оркестр дәрестәренә йөрөнөм, башҡорт бейеүе алиһәһе Рәшиҙә Туйсина етәкләгән бейеү түңәрәгендә лә, театр түңәрәгендә лә теләп шөғөлләндем, шул уҡ ваҡытта спорт та үҙенә тарта ине. Көрәш буйынса спорт мастеры исемен дә алып өлгөрҙөм. Дөйөм фәндәр буйынса уҡытыусылар дәрестәрҙе ҡалдырғаным өсөн шелтәләр күп эләкте. Сөнки төрлө конкурстарҙа, байрамдарҙа бик йыш ҡатнашырға тура килде. Шуға ла сәхнәлә үҙемде иркен тоям», – тип хәтирәләре менән бүлешә мультиинструменталист Заһир Зәйнетдинов.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йырсы Радик Динәхмәтов, Татарстан Республикаһының халыҡ артисы, йырсы Айрат Халиҡов, Салауат Мөхәмәтйәров, Тимур Рамазанов, Айгөл Әсәҙуллина, Фәриҙә Ғаззалова, йәш композитор, Назар Нәжми премияһы лауреаты Урал Мөхәмәтйәров, йырсы, композитор, мультиинструменталь артист Ришат Рәхимов, билдәле диджей Фәтих Мулләхмәтов, йәш йырсы Мәрйәм Хәлимова, Татарстан Республикаһының популяр артисы Илнур Ҡулахмәтов та Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназияның һандуғастары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры Ринат Ғайсин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Нефтекама дәүләт филармонияһы ҡуйыусы-режиссеры Илгиз Миниәхмәтов, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры артистары Ирада Фазлаева, Линар Бәйетов («Шағир көндәлектәре» фильмында төп ролде башҡарыусы), Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе актеры Гөлйемеш Ибраһимова, Салауат башҡорт дәүләт драма театры актеры Нәзифә Ыласынова үҙ һәләттәрен гимназияның театр түңәрәгендә аса. Уларҙың һәр береһе интернатта үткән йылдарын һағынып иҫкә ала. Салауат Мөхәмәтйәров та: «Ошо

гимназияла сәнғәт донъяһына етәкләп индергән бөйөк шәхестәрҙә белем алыуым менән бәхетлемен. Минең булмышыма нигеҙ һалған, үҫтергән ҡәҙерле гимназияма мең рәхмәт», – тип яратып телгә ала.

Интернатта алған һабаҡтар тормош юлында юғалып ҡалмаҫҡа, өлгөр, бер-береңә иғтибарлы, ярҙамсыл булырға өйрәтте. Атай-әсәйҙе алыштырған тәрбиәселәргә айырым рәхмәт еткереү фарыз. Күңел йылыһын йәлләмәй, һәр баланы яҡын күреп улар өсөн борсолған, гимназияла оҙаҡ йылдар эшләгән тәрбиәселәр бихисап: Хариса Әмин ҡыҙы Усманова, Әлфиә Рәүеф ҡыҙы Фәйзуллина, Мәҙинә Муса ҡыҙы Ноғоманова, Рима Шәрәфетдин ҡыҙы Моратова, Инна Александровна Пурлова, Гөлсинә Сәғит ҡыҙы Үзбәкова, Татьяна Васильевна Әбделмәнова, Зәкиә Вәхит ҡыҙы Ҡыуатова, Эльвира Азат ҡыҙы Ҡашҡарова. Альбина Фәүзетдин ҡыҙы, ошо мәктәпте тамамлап, хәҙер гимназияла тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһында, ата-әсәләренән алыҫта булғас, балаларҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу, төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеү тап уларҙың иңенә төшә. Шуға ла был уҡыу йотонда белем алған һәр уҡыусы тәрбиәсеһенә ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәттә.

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия-интернатының 80 йыллыҡ олпат юбилейы айҡанлы ҙур программа төҙөлгән:

 Ғәҙәттәгесә февралдең тәүге шәмбеһендә сығарылыш уҡыусылары менән осрашыу;

– «Наследие» конкурс-фестивален Рәсәй кимәленә сығарып ойоштороу;

Республика музыка мәктәптәре уҡытыусылары өсөн квалификация арттырыу курстарын форум рәүешендә уҙғарыу;

Мәктәп уҡыусылары өсөн республика кимәлендә фәнни-ғәмәли конференция үткәреү;

15 март «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ҙур концерт менән билдәләү планлаштырылған.

 

Бай тарихлы, үҙенсәлекле белем усағы хаҡында тулҡынланмайынса яҙыу мөмкин түгел. Материал туплағанда уның тарихын күҙҙән уҙғарып, мәктәп йылдары хәтирәләренә сумып, йөрәгемде әйтеп бөтөргөһөҙ ғорурлыҡ хисе сорнап алды. Тотош ғүмерен мәктәпкә бағышлаған тиҫтәләгән уҡытыусылар хаҡында айырым китап яҙырлыҡ. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия-интернатты тамамлаған һәр бала йөҙөнән остаздарыбыҙға, тәрбиәселәребеҙгә, ашнаҡсыларыбыҙға рәхмәт еткергем килде. Һынауҙар тулы тормошҡа, үҙҙаллыҡҡа әҙерләгән, ауырлыҡтарға бирешмәйсә хыялға табан ҡыйыу атларға өйрәткән туған мәктәбен һәр кем һағынып, тулҡынланып иҫкә ала торғандыр.

Айгөл Вәлиева (Ҡужәхмәтова),

2008 йыл сығарылыш уҡыусыһы

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Динәхмәтов

(1982 йыл сығарылыш уҡыусыһы) материалдары ҡулланылды

 

 2008 йыл сығарылыш кисәһе өсөн яҙылған йыр һүҙҙәре.

Гимназиям

Үҙ аллы тормошомдо

Күҙ алдыма килтерһәм,

Күҙҙәремә йәш төйөлә,

Ауыр булыр мин һиҙәм

 

Күпме белем тәрбиә,

Бирҙең һин, гимназиям.

Онотмамын, мәңгегә

Тоғро булып мин ҡалам.

 

Үтте айҙар, үтте йылдар,

Үтте бәхетле көндәр.

Булды инде ауырлыҡтар

Илап ятҡан ваҡыттар.

 

Ғүмерлеккә дуҫлаштыҡ,

Туғанлаштыҡ беҙ инде.

Нисек кенә айырылышып

Таралышырбыҙ инде?

 

Ошо күңелһеҙ йырым,

Ҡайнар әсе күҙ йәшем.

Ирекһеҙҙән түгелә,

Йөрәгемде әрнетә.

Йондоҙҙар ҡабыҙған мәктәп
Йондоҙҙар ҡабыҙған мәктәп
Автор:
Читайте нас: