Тап ошо күлдән йылҡылар сыҡҡан тиелә бит эпоста. Дейеүҙәр менән һуғышҡан Урал батырҙың тоғро дуҫы Аҡбуҙат була. «Аҡбуҙат» эпосында Урал батырҙың улы Һәүбән Шүлгән мәмерйәһендә йәшеренгән Шүлгәндең батшалығына барып, дейеүҙәрҙе ҡыйрата, Аҡбуҙатты ҡотҡара һәм атаһының алмас ҡылысын алып ҡайта. Ошо Аҡбуҙаттан башҡорт аттары тоҡомдары таралған, тип бәйән итә ҡобайыр.
Борон башҡорт халҡы күпләп йылҡы көткән булған. Һәр бер башҡорт ғаиләһенең кәмендә 50 баш йылҡыһы булған, ә хәллерәк кешеләр 300–400 баш йылҡы малы тотҡан. Ә инде байҙарҙың йылҡыларының иҫәбе-һаны булмаған. Өйөрҙәрендәге йылҡы һаны меңдән ашҡан. Теүәл һанын бер кем дә белмәгән. Яҡынса иҫәпләгәндәр. Башҡорт аты әрһеҙ, сыҙамлы, егәрле мал. Аҙыҡты йыл әйләнәһенә үҙе табып ашаған. Йәйен – киң болондарҙа, ҡышын тибендә йөрөгән. Ҡышҡы бурандарҙа көтөүселәр аттарҙы билдәле бер ышыҡ урынға ҡыуалап алып барып ҡуйыр булған. Ул урын «ҡурғы» тип аталған, йәғни әсе һыуыҡтан ҡурғып торған. Мәҫәлән, Йылайыр районында Ташҡурғы тигән урын бар.
XVII–XVIII быуаттарҙа башҡорт аттары Рәсәйҙә танылыу яулай. Сыҙамлы булған өсөн уларҙы почта хеҙмәтендә киң ҡулланалар. Егеүле башҡорт аттары алһыҙ-ялһыҙ, ашамай-эсмәй 8 сәғәт эсендә 120–140 саҡрым араны үтә алған. Ә бына башҡа аттарҙа бындай сыҙамлыҡ юҡ, күптәренең тиҙ үк хәле бөтә. Оҙайлы юлда йөрөү өсөн башҡорттар үҙ аттарын махсус алым буйынса өйрәткән, сыныҡтырған. Арҙаҡлы ҡурайсы Сәйфулла Дилмөхәмәтов ата-бабаларынан түңгәүер башҡорттарында ат өйрәтеү серҙәре һәм түңгәүер бәһлеүәне Көтөр батыр тураһында бына ниндәй риүәйәтте ишеткән: «Көтөр батырҙың ике туғай тулы аты булған. Ул аттарының теүәл генә иҫәбе-һанын белмәгән. Тик көтөүселәренең иҫәбенсә, йылҡыһы мең баштан артыҡ булған. Көҙ көнө тубыҡтан ҡар яуһа, илле-алтмышлап ир-егет көн дә ат өйрәткән. Ошо осорҙа улар аттарҙы өс мәртәбә таң ашырған, йәғни тирләгән аттың башын үргә бәйләп, ашатмай, эсермәй тотҡандар. Бына шулай итеп, өс тапҡыр ҡабатлаһаң, ат бер ваҡытта ла янмай, арымай, сыныға. Был аттар һәр бер яуға сабырға әҙер була. Ошо махсус өйрәтелгән йылҡы малын башҡаларынан айырыу өсөн әлеге түңгәүер ырыуы тамғаһы эшләнгән тимерҙе ҡыҙҙырып аттың янбашына баҫҡандар».
Өйрәтелгән яҡшы аттары менән башҡорттар яу сапҡан. Башҡорт аттары ҡыйыу, еңел йөрөгән, хужаһына ярҙамсы булған. Тамғалы башҡорт аты XIX быуаттағы рус рәссамы А.О.Орловскийҙың картинаһында ла сағылыш тапҡан (2-се һүрәт). 1812 йылғы Ватан һуғышында 10 меңдән ашыу башҡорт яугиры ҡатнашҡан. Һәр бер яугир хәрби походҡа ике ат менән сығырға тейеш булған. Береһендә һыбай йөрөһә, икенсеһендә кәрәк-яраҡ әйберҙәре тейәлгән булған. Оҙон юлда атын, алыштырып ял иттергән (3-сө һүрәт).
XIX быуаттың аҙағында Өфөгә тиклем тимер юл һалынғас, Башҡортостанға ҡымыҙ менән дауаланыуға килеүселәр һаны бермә-бер арта. Был эшкә тимер юл буйында урынлашҡан башҡорт ауылдары, Дим буйы башҡорттары (хәҙерге Дәүләкән, Әлшәй районы башҡорттары) әүҙем ҡушылып китә. ХХ быуат башында башҡорт ҡымыҙы Рәсәйҙә киң танылыу яулай. Башҡорттар хәҙер ҡымыҙ етештереп, һатыу кәсебендә ҙур уңыштарға өлгәшә (4-5-се һүрәттәр). Башҡорт аты биргән ҡымыҙҙы улар, шешәләргә тултырып, тимер юлындағы пассажирҙарға һатып, ярайһы уҡ яҡшы килем алалар.
Башҡорт тоҡомло аттар революцияға тиклем үк Парижда бөтә донъя ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнаша, һуңынан 1923 йылда Мәскәүҙә үткән СССР-ҙың 1-се ауыл хужалығы күргәҙмәһендә лә ҡуйыла. Уларҙы Баймаҡ районы Темәс ауылынан Хөсәйен Әбүбәкиров исемле ир-уҙаман алып бара. Мәскәүҙә башҡорт тирмәһе ҡуйыла (6-сы һүрәт).
20-се йылдарҙа Башҡортостанда ҡымыҙ етештереү эше дәүләт кимәлендә башҡарыла. Бының өсөн Өфөлә «Башҡымыҙпром» исемле предприятие ойошторола. 7-се һүрәттә «Башҡымыҙпром» предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренең ҡымыҙ бешеү мәлен күрәбеҙ. Хәҙер инде ҡымыҙ бәләкәй көбөләрҙә түгел, ҙур мискәләрҙә яһала.
Башҡорт аттары легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Ҡанлы яуҙа ла, күңелле ял сәғәттәрендә лә башҡорт аты башҡорт яугирының тоғро дуҫы була (8-9-сы һүрәттәр).
Бөгөнгө көндә башҡорт аттары ҡайтанан тергеҙелә, хәҙер инде, боронғо замандарҙағы кеүек ҡыш көндәрендә башҡорт аттарын тибенлектә күрергә була (10-сы һүрәт). Бөгөн ҡайһы бер халыҡтар башҡорт атын үҙҙәренеке итеп күрһәтергә маташһа ла, башҡорт аты – башҡорт аты булап ҡаласаҡ, сөнки уның башҡорт халҡы менән бәйле меңәр йыллыҡ бай тарихы бар.
Азат ЯРМУЛЛИН