+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Март 2023, 13:00

"Бала ауыҙландырыу" йолаһы

Милли ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы киләсәк быуынға тапшырыу - беҙҙең мөҡәддәс бурысыбыҙ!

Әсәйем һәр ваҡытта ла милли рух менән янып йәшәне. Милли кейем моданан сыҡҡан замандарҙа ла үҙе теккән башҡортса күлмәк, еләндәрен, түшелдерек - яғаларын кейеп, көмөш һырға, йөҙөк, беләҙектәрен тағып, бер байрамды ла, бер һабантуйҙы ла ҡалдырманы. Бейене лә, ҡумыҙҙа ла уйнаны.

Милли кейемдәребеҙҙе яратып, төрлөләндереп кейеп, байрамдарҙы йәмләп йөрөү минең дә ғәҙәткә инеп китте.

Уның һымаҡ мин дә милли ризыҡтарыбыҙға өҫтөнлөк бирәм.

Кейеҙ балаҫтары, ҡорама юрғандары түбә таҡтаһына тиклем өйөүле булды. Шуныһы үкенесле: ҡәҙерен белмәгәнбеҙ, бөтәһен дә һаҡламағанбыҙ!

Ҡәҙерлемдән отоп алған бер йола менән милләттәштәремде күптән таныштыра башланым. "Бала ауыҙландырыу" йолаһы менән сәхнәгә сыҡҡанда ла, "Башҡортостан" киностудияһы Бөтә донъя фольклориадаһына видеооткрытка төшөргәндә лә күрһәттем.

Был онотолған боронғо йола ата-бабаларҙан ҡалған.

Элек йәш бала тыуғас та, күрше-күлән, туғандар йыйылышып танышырға килгәндәр, ауыҙландырғандар, исем ҡуштырғандар. Имсәк балаға һоҡланып ҡарағанда күҙ теймәһен, ен-зәхмәт, сарпыу ҡағылмаһын, тип ҡаҙ үңәсен өрөп тултырып сәңгелдәккә элгәндәр, эргәһенә тәңкәле таҫмалар таҡҡандар.

Беҙ, бәләкәй саҡтарҙа, ҙурайышып бөтһәк тә, әсәйем ҡаҙҙарын 🦢 йолҡоп,эшкәртеп, таҙалап урынлаштырып, өйҙө йыйыштырып ҡуя ла, йоҡонан уяныуыбыҙға беҙҙең карауат баштарына матур итеп төрлө төҫкә буялған ҡаҙ үңәстәрен ҡыуыҡ итеп элеп ҡуя торғайны. Их кенә, шул мәлдәге ләззәтле хистәр күңелдә мәңге һаҡланыр!

Ошо матур милли йолабыҙ онотолмаһын ине. Хәҙер үҙем дә туғандарым менән ҡаҙ өмәһе үткәргән һайын шул йоланы үтәп, ҡаҙ үңәстәрен өрөп тултырып эләбеҙ.🥳 Әлегә ғаилә йолаһы булып һаҡланып килһә лә, яйы сыҡҡан һайын халыҡҡа таратыу - ниәтемдә.

Милли ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы киләсәк быуынға тапшырыу - беҙҙең мөҡәддәс бурысыбыҙ!

 

Гүзәл ҮТӘБАЕВА

"Бала ауыҙландырыу" йолаһы
"Бала ауыҙландырыу" йолаһы
Автор:
Читайте нас: