Үҙ даирәһендә балыҡ кеүек иркен йөҙгән, һөнәренең нескәлектәрен, коллегаларынан нимә талап иткәнен яҡшы төшөнгән, кәрәк саҡта тәнҡитләп тә алған, дөрөҫ йүнәлеш күрһәткән, шул уҡ ваҡытта, уңышыңды күреп, баһалай ҙа, үҫтерә лә белгән етәкселәр менән эшләү – үҙе бер бәхет, үҙе бер мәктәп ул. Аңлаған кешегә... «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты Тәнзилә Абдулла ҡыҙы Үлмәҫбаева коллегалары араһында ихтирам ҡаҙанған тап шундай абруйлы етәкселәрҙең береһе, радиожурналистарҙың остазы ул. Уның ише үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан шәхестәр менән әңгәмәләшеү журналист өсөн имтихан тотоуға тиң. Һәм бындай аралашыуҙар эҙһеҙ үтмәй, һине рухи һәм һөнәри йәһәттән дә үҫтермәй ҡалмай...
Тәнзилә Абдулла ҡыҙы менән осрашыу көнөн билдәләгәндә: «Был миҙгелдә эшем дә, сәфәрҙәрем дә күп, унан һуң, алтынсы февралдә – Әхәт ағайығыҙҙың тыуған көнө, етеһендә – Мортаза бабайҙыҡы – зыяратҡа ла барып ҡайтмаҡсы инек», – тигәйне ул. Осрашыу, шулай ҙа, Мортаза Ғөйбәйҙулла улының тыуған көнөнә тура килде:
– Тәнзилә Абдулла ҡыҙы, «Мортаза бабай» тиһегеҙ, һеҙгә затыраҡмы әллә ул? Белеүемсә, үҙегеҙ ҙә Күгәрсен районы ҡыҙы...
– Туғанлығы юҡ. Бөтөнләй ҙә зат түгел. Әллә ни аралашманыҡ та. Халыҡ «бабай» тигәс, мин дә, яҡын күреп, «Мортаза бабай» тим. Мортаза Ғөбәйҙулла улы – XX быуатта донъяға килгән оло шәхестәребеҙҙең береһе. Ундайҙар быуатҡа бер генә тыуа. Быны инҡар итеп булмай. Уның, әлбиттә, уңыштары ғына түгел, бәлки, хаталары ла булғандыр. Әммә бөйөклөгө бөгөн дә раҫланған, киләһе быуындар ҙа был хаҡта мотлаҡ һөйләйәсәк әле.
– Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән шәхсән аралашырға, хәбәрсе булараҡ, сәфәрҙәрендә оҙатып йөрөргә тура килдеме?
– Эйе. 1988 йылда, Мәскәүҙә юғары уҡыу йорто тамамлап, «Башҡортостан» радиоһында эш башлағас, ул, 22-се нефть заводында директор вазифаһын атҡарған мәлендә, мине, репортаж эшләргә килгән йәш кенә журналисты, шәхсән оҙатып йөрөнө. Ауыр осор ине ул ваҡыт. Үҙгәрештәр заманы. Завод нефть ҡорамалдары ғына түгел, халыҡ көнкүрешенә кәрәкле әйберҙәр ҙә етештерә ине. Ул мине предприятиеның яңы цехтары менән таныштырҙы. Һуңынан кабинетында икәүләп ултырып, аралаша-аралаша ҡуйы, һөтлө сәй эстек. Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән тәүге осрашыуым шулайырыҡ булды. Артабан бер нисә тапҡыр уны, хәбәрсе булараҡ, сәфәрҙәрендә оҙатып йөрөргә лә яҙҙы. Президент менән сәфәр сығыу – журналист өсөн оло яуаплылыҡ икәнлеген һәм был эште барыһына ла йөкмәтмәүҙәрен аңлай инем...
– Һеҙҙең хеҙмәт кенәгәгеҙҙә, моғайын, бер генә эш урыны теркәлгәндер?..
– Икәү... Мәктәпте тамамлағас, йылдан ашыу Күгәрсен районының «Хеҙмәткә дан» гәзитендә тәржемәсе булып эшләнем. Был минең өсөн ҙур мәктәп ине. Һәйбәт коллективҡа эләктем. Журналистика, ғөмүмән, һүҙ ҡәҙере, һүҙ бәҫе хаҡында аңлатма алыуым ошо гәзиттә булды. Мине эшкә өйрәткән апай-ағайҙарҙың барыһын да иҫләйем. Уларға рәхмәтем сикһеҙ. Мин хатта, эшкә мөкиббән бирелеп, уҡырға инеү кәрәклеге хаҡында ла артыҡ уйлап бирмәй инем. Баш мөхәрриребеҙ, ике аҙналыҡ отпускы биреп, ҡыуып тигәндәй имтиханға ебәрҙе. Мәктәпте «бишле»гә генә тамамлаған, гәзиттә эшләп тәжрибә туплаған кеше булараҡ, БДУ-ның филология факультетына һынау тотоп, һис ниндәй ауырлыҡһыҙ инеп киттем. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып ҡайтҡандан һуң да район гәзитендә эшемде дауам иттем әле, 30 августа, саҡырыу килгәс кенә, йыйынып, Өфөгә сығып киттем. 1985 йылда, өсөнсө курста уҡып йөрөгәндә, Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетына күстем. 1988 йылда «Башҡортостан» радиоһында эш башланым. Быйыл, Аллаһы бирһә, бында килеүемә 35 йыл тула.
– Журналист булыу теләге бала саҡта уҡ яралдымы? Әллә ижадҡа тартылыу ғына инеме ул?
– Бала саҡта уҡ... Һәр хәлдә, бишенсе класта уҡығанда, рус теле дәресендә, уҡытыусыбыҙ Нәфисә Ғата ҡыҙы таҡта алдына сығарып, кем булырға теләүебеҙ хаҡында һөйләргә ҡушҡанда, «журналист буласаҡмын» тип әйткәнемде асыҡ хәтерләйем. Әммә шунан башҡа бер ҡасан да ул хаҡта һөйләмәнем. Ни өсөн икәнен аңлатып әйтәм – ошо ниәтемде етди ҡабул итмәнеләрме – көлдөләр. Һуңынан инде, һөнәргә бәйле иншаларҙа, һатыусы, һауынсы һ.б. булам тип яҙһам яҙҙым, әммә журналистика хаҡында телгә алманым. Юҡ, хыялымды етдигә алмай көлөп ҡарауҙарына хәтерем ҡалманы, был маҡсаттан баш та тартманым. Әммә үҙеңдең күңелеңдә йөрөткән уйыңды барыһына ла асып һалырға ярамай икәнлеген аңланым. Шул ғына. Мин, ғөмүмән, иншалар яҙырға әүәҫ булдым. Яҙа-яҙа дәфтәр тулып китә ине. Класташтарым өсөн дә, уларҙың образына инеп, инша яҙыуы минең өсөн ғәҙәти хәл булды һәм бер ниндәй ауырлыҡ тыуҙырманы.
– Бала сағығыҙҙан тағы ла нимәләр хәтерегеҙҙә ҡалған?
– Бала саҡта төрлө тойғолар кисергәнмендер. Әммә болоҡһоу мәлдәремде бер ҙә хәтерләмәйем. Ул осорҙо тик сағыу төҫтәр менән генә һүрәтләй алам. Беҙ ғаиләлә алты бала үҫтек. Мин башҡаларҙан айырылып торҙом. Күбеһенсә китап уҡыным. Йорт, кәртә тирәһендәге эштәргә мине бөтөнләй йәлеп итмәнеләр. Шуға ла ауыл ҡыҙҙары башҡарған эштәрҙең күбеһен, әйтәйек, һыйыр һауа ла, бесән саба ла белмәйем. Ә бала сағымда йомоҡ, өлкәндәрсә етди, үҙ-үҙенә бикләнгән ҡыҙыҡай булдым. Мин бөгөн дә кешегә асылып бармайым. Сөнки күңел кисерештәрең, уйҙарың, инаныуҙарың – ул һинеке генә. Уны башҡаларҙың аңламауы ла ихтимал. Шуға ла һирәк кешегә генә асылам. Элегерәк бөтөнләй йомоҡ булдым, күңелемдә ете йоҙаҡ ине. Хәҙер иһә сама белеп кенә асылыуҙы ҡыҙыҡ күрәм...
– Үҫкән саҡта атай-әсәйегеҙҙән һеҙгә ҡарата айырым мөнәсәбәт булған инде? Туғандарығыҙ быны нисек ҡабул итте? Улар һеҙҙе аңланымы?
– Атайымдың яратҡан ҡыҙы инем. Әммә туғандарым бының өсөн мине ситләтмәне, нисектер һәр саҡ эске донъямды аңлап ҡараны. Улар ҙа төрлө даирәлә үҙҙәрен тапҡан кешеләр. Минең менән ғорурланалар, әммә сит-яттарға был хаҡта маһайып һөйләмәйҙәр. Мин үҙем дә, етәксе вазифаларҙа эшләй башлағас та, ауылға ҡайтһам, хәбәрсемен, тип кенә әйтә инем. Сөнки күп осраҡта, бигерәк тә ауыл халҡына, һинең биләгән вазифаң мөһим түгел. Иң мөһиме – кеше булып ҡалыу. Ауылда беҙ барыбыҙ ҙа типә-тиң...
– БДУ-ла уҡып йөрөгән сағығыҙҙа Мәскәү дәүләт университетына күскәнһегеҙ. Ниндәй юлдар, ниндәй шарттар һеҙҙе Мәскәүгә алып китте?
– Мин яҙмышыма ныҡ рәхмәтле кеше. Ошо йәшкә тиклем барыһы ла еңел бирелде. Бер нәмәне лә, ихтыярымдан тыш, көсәнеп башҡармайым. Барыһы ла үҙенән-үҙе килеп сыға. Яңы вазифаларға тәғәйенләнеүемде мин хатта аңғармай ҙа ҡалам. Мәскәүгә уҡырға китеүем дә ярты көндә хәл ителгән мәсьәлә булды. Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетына милли төркөм йыйыла, унда эләгергә ниәт итеүселәр бармы тигәстәр, мин дә теләгемде белдереп, документтарымды әҙерләп бирҙем һәм ун биш минуттан һуң ыңғай яуап ишеттем. Һайлап алынған студенттар иҫәбендә башҡорт төркөмөнән Рәшиҙә Мәһәҙиева, рус һәм татар төркөмөнән вәкилдәр бар ине. Рәшиҙә менән беҙ, университетты тамамлғандан һуң, Өфөгә ҡайттыҡ, башҡалар Мәскәүҙә ҡалды.
– Ул йылдарҙа Мәскәү баҫмаларында практика үтергә лә тура килгәндер, моғайын? Курсташтарығыҙ менән үҙ-ара бәйләнеш бармы бөгөн?
– Студент йылдарында Мәскәү баҫмаларында ла, йәйге каникул мәлендә иһә үҙебеҙҙең республика матбуғатында ла практика үттек. Шәхсән үҙем «Башҡортостан», «Республика Башкортостан» гәзиттәрендә тәжрибә тупланым. Мәскәүҙән ҙур белем багажы менән ҡайттыҡ. Был һис тә арттырыу түгел. Сөнки беҙҙе башлыса практик журналистар уҡытты. Курсташтарыма килгәндә, милли төркөм булдыҡ. Барлыҡ Союздан йыйылған студенттар тупланғайны. Бер-беребеҙ менән бәйләнеш бөгөн дә бар. Төркөмдәштәрем – журналистикала үҙ урынын тапҡан, ошо өлкәлә абруй яулаған кешеләр.
– Радиола тәүге аҙымдарығыҙ? Ғөмүмән, һеҙҙә, радиола, быуындар бәйләнеше, улар араһында күсәгилешлек бармы?
– 1988 йылда Өфөгә ҡайтҡас, Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Ғилманова менән танышыу бәхете тейҙе. Ул мине бында эшкә алды, тәүге тапшырыуҙарҙы әҙерләргә ярҙам итте, ғөмүмән, күп әйберҙәргә өйрәтте. Кеше булараҡ та, журналист булараҡ та төп һабаҡтарҙы эш башлаған мәлдә мин унан алдым. Әлбиттә, башҡа остаздарым да булды. Сөнки тап 80-се йылдарҙа Башҡортостан радиоһының үҫешкән мәле ине. Бик көслө журналистар эшләне: Тамара Ғәниева, Ринат Камал, Тамара Искәндәрова, Римма Сәрүәрова, Лира Фәйзуллина һ.б. Шул мәктәптән һуң беҙгә эшләп китеүе күпкә еңелерәк булғандыр тип уйлайым мин. «Башҡоротостан» радиоһынының үҙенең традициялары бар, улар әле лә һаҡлана. Өлкән быуынға иғтибар һәм ихтирам төшөнсәһе көслө беҙҙә. Йәштәрҙе лә күреп, үҙ мәлендә үҫтерергә, үҙебеҙгә алмаш кадрҙар әҙерләргә тырышабыҙ. Был бурыс минең иңдә генә түгел. Радио өлкәһендә, ғөмүмән, тәжрибәле журналистар етерлек. Һәм улар бөгөн үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлаша. Йәштәр ҙә күп килә. Үҙҙәренең радиола, журналистикала кәрәк икәнлеген аңлаған, заманса фекерләгән егет-ҡыҙҙар байтаҡ. Улар еңел аҡса ғына эҙләмәй. Телдең һутын тоялар, нескәлектәрен яҡшы беләләр, ошо даирәне мөмкин тиклем үҙләштерергә, үҙ йүнәлештәрен табырға, ниндәйҙер яңылыҡ индерергә тырышалар, тыңлаусыға тәҡдим итер темалары, әйтер һүҙҙәре бар. Заманса технологияларҙы тиҙ үк үҙ итәләр, зауыҡлылар, үҙ баһаһын беләләр. Һәм шул уҡ ваҡытта мәҙәни кимәлдәре лә юғары. Атай-әсәйҙәре уларға матур тәрбиә биргән. Беҙҙең быуынға ундай тәрбиә эләкмәгән, өлкәндәр башлыса эш менән булып, ғаиләгә иғтибар дөрөҫ бүленмәүгә бәйлелер был. Беҙ эшкә икеләнеберәк, ҡурҡыбыраҡ тотонһаҡ, бөгөнгө йәштәр шул тиклем тәүәккәл. Уларға афарин тиергә генә ҡала. Ҡыҫҡаһы, йәштәр өсөн ишектәребеҙ һәр саҡ асыҡ.
– Һеҙ төрлө осорҙа эшләгән, радио менән бергә үҫешкән, заман талаптарына, заман технологияларына яраҡлашҡан кеше. Башҡорт дәүләт университетында радиожурналистика буйынса дәрестәр ҙә алып барҙығыҙ. Ошо йүнәлештә берәй әсбап яҙырға теләгегеҙ юҡмы?
– Башҡорт телендәге радиожурналистика буйынса уҡыу әсбабы булараҡ бер ҡулланма ла юҡ. Заманында «Өфө һөйләй» тип исемләнгән бер китап сығарҙыҡ. Әммә ул – энциклопедик әйбер, уны тарихи мәғлүмәт булараҡ ҡына файҙаланырға мөмкин. Ә башҡорт радиожурналистикаһы рус телендәге радиожурналистиканан айырыла. Радионың стилистикаһы менән башҡорт әҙәби теленең стилистикаһы араһында ла айырма бар. Быны танырға кәрәк. Был йәһәттән үҙенсәлектәр күп. Беҙ ул нескәлектәрҙе эш барышында йәштәргә аңлатабыҙ, әммә ниндәйҙер махсус ҡулланма юҡ. Ошо эшкә тотонорға теләүселәр булһа, бик мәслихәт. Етди, фәнни йәһәтән яҡлау талап иткән яуаплы эш ул. Әммә шәхсән үҙемдең быға тотонорға ваҡытым юҡ.
– Бөгөн мәғлүмәт сығанаҡтары күп: шәхси мәғлүмәт саралары, социаль селтәрҙәр, һәр төрлө мессенджерҙар... Шул уҡ ваҡытта һәр дәүләт мәғлүмәт сараһының үҙенең социаль селтәрҙәре бар. Уларҙың эшмәкәрлеген нисек баһалайһығыҙ? Һәм ошондай шарттарҙа журналистарға ҡуйылған талаптар?
– Бындай шарттар, әлбиттә, журналисҡа етди бурыстар ҡуя. Сөнки социаль селтәрҙәр беҙҙе һәр саҡ уяу булырға мәжбүр итә. Улар һәр ваҡыт әүҙем. Хәбәрҙең дөрөҫмө-юҡмы, мәғлүмәттең раҫланғанмы-түгелме икәнлеген тикшереп тә тормайынса, халыҡҡа еткерә һалырға ашығалар. Был мәғлүмәттең кешегә нисек тәьҫир итеүе уларҙы бөтөнләй борсомай. Ә беҙгә, журналистарға, һәр яҡлап камил булырға кәрәк. Тикшерелмәгән, раҫланмаған мәғлүмәтте бирергә һис хаҡыбыҙ юҡ. Һәм иң тәүҙә кешенең күңелен уйларға, аярға тейешбеҙ. Журналист, әгәр ҙә ул үҙ һөнәренең оҫтаһы икән, бер ваҡытта ла шаҡ ҡатырыуҙар менән шөғөлләнмәй. Социаль селтәрҙәр дәүләт матбуғат сараларына конкуренция тыуҙыра тип иҫәпләүселәр барҙыр, бәлки, әммә уҡыусы, тыңлаусы ла бит аңра түгел. Аҡыллы, күңел яраһын баҫҡан, фекерле, нигеҙле мәғлүмәт уларға барыбер ҙә нығыраҡ кәрәк. Шуға ла мин был фекерҙе ҡеүәтләмәйем. Кешене шаҡ ҡатырыр өсөн тәҡдим ителгән мәғлүмәт ысын журналстиканы алмаштыра алмай. Улар үҙҙәренең тауарын сығара, беҙ – үҙебеҙҙекен. Һәм беҙҙең тауар сифат яғынан күпкә өҫтөнөрәк.
Ә инде дәүләт киң мәғлүмәт сараларының социаль селтәрҙәренә, сайттарына килгәндә, эйе, унда башлыса профессиналь журналист башҡарған хеҙмәттән күпкә ҡайтыш, киң ҡулланыусыға тәғәйенләнгән «эконом тауар» өҫтөнлөк итә. Статистика күрһәтеүенсә, халыҡта шундай тауарға – шундай мәғлүмәткә лә талап бар. Киң мәғлүмәт сараларының социаль селтәрҙәренә иғтибар итһәң, башлыса кешегә күңел йылыһы бүләк итеү өсөн әҙерләнгән әйберҙәр урын ала. Был насар түгел, минеңсә. Айырыуса бына ошондай ауыр ваҡыттарҙа һәр кемдең күңеленә барып етерлек йылы һүҙ, матур, файҙалы мәғлүмәт кәрәктер.
– Һеҙҙең менән аралашҡанда яратҡан дикторыбыҙ Әхәт ағай Мортазин хаҡында телгә алмау мөмкин түгел. Әхәт ағай һеҙҙең кеүек шундай етди, талапсан ҡыҙҙың күңелен нисек, ниндәй сифаты менән арбай алды?
– Ихласлығы, тәрән күңелле булыуы менән, әлбиттә. Кешене арбай белә ине ул... Һылыулығы менән дә ҡыҙҙарҙың һушын ала торғайны. Баштараҡ мин уны бөтөнләй ҡабул итә алманым. Кеше булараҡ ҡабул итә инем. Әммә ғүмеремде бәйләйәсәк ир-уҙаман, үҙемдең икенсе яртым сифатында түгел. Мин һайлаясаҡ кешенең тормошҡа етди ҡарашлы, аяғында ныҡлы баҫып торған булыуы шарт ине. Тик тора-бара уның ҡайһы саҡта еңел-елпе хәбәр һөйләүенең, артыҡ шуҡлығының битлек кенә булуын, шул битлек аҫтында уның күңел байлығы, күңел тәрәнлеге йәшеренгәнлеген, ә был һыҙаты – актер булараҡ тормошҡа ашырылмаған һәләтен сағылдырыу ихтыяжы ғына икәнлеген аңланым. Шөкөр, бер-беребеҙҙе тулыландырып, аңлашып йәшәнек. Бер-беребеҙгә насип йәрҙәр инек. Шулай булмаһа, 30 йыл бер коллективта эшләп, бер йортта йәшәй алмаҫ та инек. Әгәр ҙә ике кеше шул сама ғүмерҙе бергә үткәреп, балалар үҫереп, татыу ғүмер итә алған икән, яҙмыштыр был. Уның менән үткән бәхетле тормошом, матур балаларым, ейәнсәрҙәрем өсөн Әхәткә рәхмәтле мин.
– Аңлауымса, Әхәт ағайҙың вафатынан һуң да уның тыуған көнөн билдәләйһегеҙ?
– Эйе, Әхәт, ғөмүмән, үҙенең тыуған көнөн яратты. Бер көн алда кискеһен уның менән аш-һыу бүлмәһендә тәмле-татлы ризыҡтар әҙерләйбеҙ ҙә, Әхәт иртәгеһен төш мәлендә коллегаларын ихласлап һыйлай ине. Үҙе лә аш-һыуға оҫта булды. Шуға ла был көн беҙҙең ғаилә өсөн мөһим дә, ҡәҙерле лә. Ул яратҡан ризыҡтарҙы әҙерләп, ҡоймаҡ ҡойоп, балалар менән йыйылып сәйҙәр эсеп, атайҙарын иҫкә алабыҙ.
– Ә үҙегеҙҙең тыуған көндө билдәләйһегеҙме?
– Ауыр һорау был... Ни өсөн икәнен аңланығыҙмы икән?.. Әхәт ағайығыҙ киткәне бирле тыуған көнөм юҡ минең. Бына быйыл, миңә алтмыш йәш тулғанда, уның вафатына биш йыл була. Тыуған көнөмдә китеп барҙы шул... Ул көндө күсерә лә, яҙмышҡа үпкәләй ҙә алмайым хәҙер...
– Ғәфү итегеҙ, был хаҡта белмәй инем... Һеҙҙең кеүек матур парҙар тағы ла бармы бында – радиола?
– Барҙар. Элек күберәк ине. Хәҙер һирәгәйҙеләр инде...
– Күңелемдәгеһен кешегә асып бармайым, тинегеҙ. Ә Һеҙгә, етәксе булараҡ, коллегаларығыҙ күңелдәрен бушата аламы?
– Эйе, була ундай хәлдәр. Йыш ҡына... Шулай тейеш тә. Сөнки беҙҙең үҙебеҙҙең һөнәри психологыбыҙ юҡ. Ә ижад эшендәге кешеләрҙең барыһының да күңеле нескә, тормоштарында төрлө хәлдәр була. Һәм уларға барып шаҡырға бер ишек, күңелдәрен бушатырға бер кеше кәрәк. Күп осраҡта кешене ваҡытында тыңлай белеү мөһим. Юғиһә, йә сире барлыҡҡа килеүе, йә үҙе менән берәй хәл ҡылыуы бар. Кешенең ҡыуанысын да, күңел ғазаптарын да уртаҡлаша белергә кәрәк.
– Әммә тормош булғас, етәксе булғас, кешене эштән бушатырға ла тура киләлер?..
– Тура килә... Элегерәк, хатта һөйләшеп тә тормайынса, 15 минутта эштән ҡыуған саҡтарым булды. Тәжрибәһеҙлектән был. Хәҙер улай итмәҫ инем. Башта һөйләшеп, аңлашып ҡарар инем. Эйе, мин эштән ҡыуған кешеләрҙең хаталары бар ине. Тота килеп буштан-бушҡа сығарып ебәрмәнем. Шуға ла үҙемдең бындай аҙымға барыуымды аҡлай алам. Әммә барыбер шул Тәнзиләне яратмайым мин. Дөрөҫ эшләмәгән ул...
– Бөгөнгө тәжрибәгеҙҙән сығып, әлеге заманды күҙ уңында тотоп, журнал уҡыусыларға ниндәй һүҙҙәр еткерергә теләйһегеҙ?
– Үҙеңде ятҡанда ла, торғанда ла бәхетле итеп тойоу өсөн күңел таҙалығы кәрәктер. Кешегә йәшәгән йылдары, үткән юлы өсөн оят булырға тейеш түгел ул. Ҡаты бәғерлелек, көнсөллөк кеүек сифаттарҙы бөтөнләй күңелегә яҡынлатмау яҡшы. Тирә-йүндәгеләргә йылылыҡ өләшеп, көндәлек ғәмәлдәрҙән дә ҡыуаныс татып йәшәй белһәң, тормош та, кешеләр ҙә һиңә йөҙө менән бороласаҡ тигән фекерҙәмен.
– Тәнзилә Абдулла ҡыҙы, ихлас әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Үҙ һөнәренең оҫтаһы, оло йөрәкле етәксе һеҙ! Бөгөн «Башҡортсостан», «Юлдаш», «Ашаҡаҙар» радиолары халыҡтың моңдашына, рухташына әүерелгән, тыңлаусылар араһында абруй ҡаҙанған икән, унда һеҙҙең өлөшөгөҙ ҙур. Сөнки һәр тапшырыуға, һәр сценарийға йөрәк хисегеҙ, күҙ нурығыҙ һалынған. Һәр алып барыусыға, хәбәрсегә, мөхәрриргә күңел йылығыҙ еткән. Эшегеҙҙә лә, тормошоғоҙҙа ла уңыштар юлдаш булһын!
Гөлшат Ҡаһарманова