«Тамаша» ҡунағы
Сәхнәгә ул урау-урау юлдар аша килә
Көндән-көн популярлыҡ яулай барған Учалы егете Марсель Нәжметдиновтың йырҙарын һәр кем яратып тыңлай. Бәрхәт тауышлы башҡорт йырсыһы Виктор Цойҙың хиттарын башҡортса башҡарып, тамашасыларын һоҡландыра. Ә был йырҙарҙы рус теленән башҡортсаға уның хәләл ефете Дания Арыҫланова ауҙара. Бер-береһе өсөн генә яратылған Дания менән Марсель ғәжәп кешеләр ул: бөтөнләй икенсе өлкәләрҙә хеҙмәт юлын башлап, һуңлап ҡына сәнғәткә килгән эшһөйәр, талантлы пар йырҙар ижад итеп, әллә күпме концерттар ойоштороп, юбилей кисәләре үткәреп танылыу яуланы.
Йөҙөнән нур бөркөлгән Дания Учалы районының Сәфәр ауылында тыуып-үҫкән. Нескә күңелле, донъяға һөйөп баҡҡан ҡыҙҙың хис-тойғолары, уй-фекерҙәре шиғыр юлдары булып урғылған. Бәләкәй сағынан уҡ шиғыр яҙа башлаған Данияның ижад емештәре «Йәншишмә», «Яйыҡ» гәзиттәрендә баҫылған. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмзилә Ҡәләмованың балалар күңелендә әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу уятып, һөйөү тәрбиәләү маҡсатында Мәүлит Ямалетдинов, Фәрит Хәсәнов кеүек яҡташ әҙиптәр менән осрашыуҙар уҙғарыуы ла эҙһеҙ үтмәй – ҡыҙҙың бар булмышын шиғриәт биләп ала. «Белер әле донъя бер саҡ, Дания тигән ҡыҙҙы» тип бишенсе класта уҡығанында уҡ алдына оло маҡсаттар ҡуйған, үҙ тауышы булған ҡыҙ тураһында журналист Рафаэль Айсин, хатта район гәзитендә маҡтап яҙған булған. Ләкин Дания шиғриәттән башҡа бейеү менән дә ихлас шөғөлләнә. 1992 йылда «Учалы йәшмәләре» тигән ансамбль менән республика данын яҡлап Ҡалмыҡстанға фестивалгә барыуҙары уның бейеүсе булырға теләген нығыта. 1994 йылда Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатына уҡырға инеп, өс йыл шунда белем алыу осоронда химия менән математика иң яратҡан дәрестәренә әйләнә. Үҙен төрлө өлкәләрҙә һынап ҡараһа ла, киләсәген яҡшылап төҫмөрләй, үҙ йүнәлешен, урынын таба алмаған Дания Өфө дәүләт авиация университетына документтарын тапшырып, бер йыл шунда белем ала. Артабан Өфө дәүләт сервис институтына химик-экологҡа уҡырға бара. Үҙ һөнәре буйынса баш ҡалала Рәсәй фәндәр академияһында, һуңынан заводта эшләй. Ғаилә хәле буйынса кире тыуған яғына ҡайтырға мәжбүр булғас, Дания хеҙмәт юлын Учалы тегеү фабрикаһында дауам итә, ҡыҫҡартылыуға эләккәс, уға Саңғалыҡ диорит компанияһында эш табыла. Әлеге мәлдә Алексеев тигән шәхси эшҡыуарҙа һатыу буйынса менеджер вазифаһын атҡара. Бик үк еңелдән булмаған тормош өйөрмәһендә өйөрөлөп, гимназияны тамамлағандан һуң шиғыр яҙыуҙы бөтөнләй онотҡан Данияға илһам уйламағанда-көтмәгәндә килә. Ҡала егете Марсель Нәжметдинов йөҙөндә. Танышыуҙары осраҡлы ғына килеп сыға: тегеү фабрикаһында эколог булып эшләгән Данияның өҫтөндә транспорт өсөн дә яуаплылыҡ булғас, шәхси машинаһында предприятие автобусының тәгәрмәсенә барып һуғылған Марсель менән юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса ЮХХДИ-ға, страховка компанияһына бергә йөрөргә тура килә. Танышҡандан һуң байтаҡ ваҡыт аралашмайҙар. Бер нисә ай үткәс кенә ҡабаттан күрешәләр. Һәм шунан бирле улар һәр ваҡыт бергә. Бер-береһен ярты һүҙҙән, бер ҡараштан аңлаған, ир – ҡатындың, ҡатын ирҙең холоҡ-ғәҙәттәрен үҙгәртергә маташмай, нисек бар шулай ҡабул иткән Дания менән Марсель өйләнешеп, бөгөн уларҙың ғаиләһендә Андрей исемле ул һәм Дарина исемле ҡыҙ үҫә.
– Элек берәйһе, геүләтеп кисәләр, концерттар, юбилейҙар үткәреп йөрөйәсәкһең, тип әйтһә, ышанмаҫ инем, – тип көлә Дания. – Ә Марсель менән өйләнешкәс, ундай уй моронлап ҡуйғайны... Барыһы ла Гөлдәмиә тигән апайҙан башланды. Ул беҙгә килгәндә Марселдең йырлағанын ишетте лә: «Ҡәйнәмә 90 йәш тула, юбилейына килеп, йырлап китә алмаҫмы?» – тип һораны. Әйҙә, беҙ икәүләп киләбеҙ ҙә, юбилейҙы башынан аҙағынаса үҙебеҙ алып барабыҙ, тип һөйләшеп килештек. Ул апай яҡын, үҙ кеше булғас, ҡурҡып торманыҡ. Шунан Алина туғаным ҡайныһының 80 йәшлек юбилейын үткәрергә саҡырҙы. Гәзиткә иғлан биргәйнек, беҙгә хатта сират барлыҡҡа килде... Бер көндө эштән арып ҡына ҡайтып бара инем, күңелемдә шиғыр юлдары тыуҙы. Онотмаҫ өсөн ватсап аша Марселгә яҙып ебәрҙем. Ул шиғырҙы күреп, өйгә ҡайтып етеүемә көй яҙғайны – гитарала уйнап, йырлап ишеттерҙе. Студияла аранжировка эшләттек. Шулайтып «Бәхетлемен» йыры тыуҙы. Юбилейҙарҙа, үҙебеҙ яҙған йыр, тип башҡарһаҡ, халыҡ икенсе төрлө – йылыраҡ, хислерәк ҡабул итә. Әлеге ваҡытта ете йыр ижад иткәнбеҙ. Эшләнеп бөтмәгәндәре бихисап. Мин шиғыр яҙыу менән дә, йә көйө юҡ, йә аранжировкаға аҡса етмәй... Микрофон бүләк иткәйнеләр, Марсель йырҙар йырлап, уларҙы социаль селтәрҙәргә һалды. Кешеләр, һиңә сәхнәлә йырларға кәрәк, тигәстәре, дәртләнеп, ҙур колонка һатып алдыҡ. Юбилейҙар үткәреп, аҡса күренгәс, бөтә аппаратураны яңырттыҡ. 2019 йылда Силәбенән Әлфизә Хажиева тигән апай дуҫтарға өҫтәлде. Ғүмер буйы заводта эшләгән апай «Тыуған яҡ» тигән йырыбыҙҙы ишетеп, концерттар менән килегеҙ, тип саҡырҙы. «Беҙҙең ауылдарға билдәле артистар килеп етмәй, ә халыҡ моңға сарсаған», – тип, ул беҙгә ике тапҡыр гастролдәр ойошторорға ярҙам итте. Хима Йәнбирҙинаны, Марат Усмановты алып, дүртәүләп концерттар ҡуйҙыҡ. Былтыр Яңы йыл каникулы осоронда ике-өс көндә биш ауылда сығыш яһаныҡ. Халыҡҡа бик оҡшаны, 8 Мартта тағы ла килегеҙ, тип саҡырҙы. Саҡырған ергә бармай ҡалыу юҡ – өс көндә һигеҙ концерт булды. Һәр ауылда ҡолас йәйеп, ҙур артистар кеүек ҡаршы алдылар. Әлфизә апайҙың ойоштороу һәләтенә таң ҡалдыҡ: ашау, йоҡлау менән проблема булманы, хатта мунса ла ойошторҙо. Яҡын туғандарға ҡунаҡҡа барғандай йөрөнөк. Пандемия арҡаһында ғына был гастролдәрҙе туҡтатырға тура килде. Юбилей алып барыуы – бер, ә сәхнәгә сығыу бөтөнләй икенсе төрлө икән. Уйлап ҡараһаң, шул уҡ халыҡ алдында сығыш яһау кеүек, әммә айырмаһы ҙур: сәхнә үҙе айырым донъяға юл асҡандай, икеләтә яуаплылыҡ өҫтәгән кеүек.
Был ысын шулай, тип ҡатынының һүҙен йөпләгән Марсель әлеге ваҡытта Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында уҡыу менән бер рәттән Учалы филармонияһы солисы булып эшләп йөрөй. Сәнғәткә уның юлдары урау-урау була. Бала саҡтан йырларға яратҡан егет гитарала ла иртә уйнарға өйрәнә. Ата-әсәһе уның йырға ынтылышын күреп, музыка мәктәбенә алып килә. Баланың музыкаль һәләтен тикшереп, уҡытыусылар унан сәпәкәй һуҡтыра ла, уҡырға килһен, ти. Ләкин Марсель музыка мәктәбендә гел сәпәкәй һуҡтыралар икән, тип, унда уҡырға барыуҙан ҡырҡа баш тарта. Ҡалала 1-се һанлы мәктәпте тамамлағас, тау сәнәғәте колледжында эшсе һөнәрен ала. Ике йыл армияла хеҙмәт итеп, ҡағыҙ-рубероид заводында, «Техноплекс»та, 18 йыл эшләй. Һәр ваҡыт йырлап йөрөгән Марселде иптәштәре мәрәкәләп, уға «композитор» ҡушаматын таға. Дания менән сәсте-сәскә бәйләгәс, ике һәләтленең тормошо ҡырҡа ыңғай яҡҡа үҙгәреп, яҡшыра.
– Ҡунаҡҡа саҡырһалар, мотлаҡ үҙебеҙҙең колонканы тейәп барабыҙ, йырламайынса ҡайтмайбыҙ, – тип йылмая Марсель. – Ә сәхнәгә беренсе тапҡыр Сәфәрҙә сыҡтым.
– Ололар көнөнә арналған концертҡа барғайныҡ, – тип һүҙҙе Дания эләктереп ала. – Марселдең йырҙар, көйҙәр яҙылған флешкаһы үҙе менән ине. Сәхнәгә сығырға үҙе теләк белдерҙеме, әллә мин әйттемме, уныһын онотҡанбыҙ, һәр хәлдә, йырларға мөмкинме, тип ойоштороусылар менән барып һөйләштек тә, ул сәхнәгә сыҡты.
– Шунан һуң Илтабан клубы мөдире Луиза Вәлишина беҙҙе концертҡа саҡырҙы, – тип әңгәмәне Марсель дауам итә. – Шулайтып сәхнәгә сығырға өйрәндем. Хәҙер Дания менән Учалыла, Белоретта, Силәбелә дискотекалар ҙа ойошторабыҙ.
– Марсель төрлө телдә йырларға ярата, репертуарында ғәрәп, ҡаҙаҡ, һинд, тажик йырҙары ла бар, – ти Дания. – Цойҙың бер йырын башҡортсаға тәржемә иткәйнем, уны ла кешеләр яратып тыңлап, башҡа йырҙарын да тәржемәләргә илһамландырҙы.
Аллаға шөкөр, юлыбыҙҙа яҡшы кешеләр осрап тора. Беренсе юбилей үткәрергә саҡырған Гөлдәмиә апай Татарстанға күсеп китте һәм, ҡыҙғанысҡа, уның менән бәйләнеш өҙөлдө, телефон номерын алыштырған, ә яңы номерҙан беҙгә шылтыратманы, бәлки, берәй заман күрше республикаға гастролдәр менән барһаҡ, килер беҙҙең концертҡа, тип өмөтләнәбеҙ. Гөлдәмиә апайҙың ҡәйнәһенең 90 йәшен үткәрештек, бөтәһе ике тапҡыр 90 йәшлек юбилейҙы үткәрергә тура килде, икеһе лә Өргөн ауылында. Өргөн ауылы ылыҫлы урман эргәһендә урынлашҡан, яҡында ғына күл, шулай булғас иң оҙон ғүмерле кешеләр шул ауылда йәшәй, тигән һығымтаға килергә була.
Ә бөтәһе ике йыл эсендә йөҙгә яҡын юбилей үткәргәнбеҙ. Туйҙар үткәрергә тура килгәне юҡ әлегә.
Дарина ҡыҙыбыҙ ике йәшенән йырлай. Уға ла ике йыр ижад иткәнбеҙ. Филармониялағы түңәрәктә вокал менән шөғөлләнеп, сәхнәгә сығып йырлап йөрөнө. Әле, пандемияға бәйле, ул түңәрәк эшләмәй. Ошо сикләүҙәрҙең тамамланыуын зарығып көтәбеҙ. Гастролдәргә сығып йөрөгө, халыҡ менән осрашҡы килә. Башҡа өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ алдында сығыш яһап, туған телебеҙҙә тыуған яғыбыҙҙан музыкаль сәләмдәр тапшырыр инек. Арғаяш районында бер клубта концерт ҡуйғандан һуң рус милләтле оло йәштәге ханым сығып, бәләкәй ауылды ҙурлап килгәнһегеҙ, ҙур рәхмәт һеҙгә, тип күҙҙәренә йәш алып тороп рәхмәтен әйткәс, йөрәк әллә нишләп киткәйне. Ул һүҙҙәр әлегәсә ҡолаҡта яңғырап торғандай. Һәр төбәктә сәнғәтте яратҡан кешеләр бик күп! Йөрәгебеҙ тулы һөйөүҙе уларға түкмәй-сәсмәй генә алып барып еткереп, тамсы ла йәлләмәй өләшке килә.
Аралашыуҙа ябайлыҡтары менән әсир иткән Дания, Марсель менән һөйләшеп туйырлыҡ түгел. Бар булмыштарынан яҡтылыҡ һирпелгән был һәләтле пар үҙҙәренә магнит кеүек тарта. Шуға ла уларҙы халыҡ яраталыр ҙа инде. Уратып-уратып булһа ла, әлдә яҙмыш уларҙы бер-береһенә тап иттергән, сәнғәткә килтергән, бәхетлеләр һанын ишәйткән.
Баныу Ҡаһарманова