Бер ни өндәшмәй генә Иглин яғына юлланыусы автобусҡа билет алып ултырҙыҡ. Һуңғы көнгә тиклем мине төрлө шикле уйҙар борсоно. Хәүеф тойғоһо ла бар. Иглин янында оло юлда төшөп ҡалдыҡ та, юлдағы машиналарға ҡул күтәрә башланыҡ. 15 минут үттеме, юҡмы, бер водитель ултыртып алды. Беҙ уға ниндәй маҡсат менән юлға сығыуыбыҙҙы һөйләп бирҙек. Төндә Һарытау өлкәһенең Сызрань ҡалаһы ситенә килеп еттек тә, яланда палаткабыҙҙы ҡороп, усаҡ яғып, дөгө бешереп, сәй ҡайнатып эстек. Таң менән тағы юлға сығып баҫтыҡ. Был юлы ла уңыш йылмайҙы - Сочиҙың үҙенә юлланыусы ағай ултыртып алды, уның иркен машинаһында ике көн эсендә рәхәтләнеп барып та еттек. Сочиға килеп төшкәндә, таңғы сәғәт 4 ине. "Ҡайҙа диңгеҙ?" тип, Салауат менән тирә-яҡҡа ҡарашабыҙ. Бер ваҡыт талғын ғына шау ҡолаҡҡа салынды. Беҙ тот та шул яҡҡа табан йүгер! Диңгеҙгә етеү менән сисенеп ташлап, таң менән һыу инә башланыҡ. Эх, ул мәлдәге ҡыуанысты һүҙҙәр менән генә лә аңлатырлыҡ түгел! Ҡара диңгеҙ ярында бер аҙна ял иттек, ҡояшта ҡыҙынып, ҡарайышып бөттөк. Сочиға ял итергә килеүсе турист халҡы Абхазия тәбиғәтен үлтереп маҡтағас, ҡайтабыҙмы, әллә Абхазияға барабыҙмы, тип, бер аҙ икеләнгәндән һуң, ҡыҙыҡһыныуыбыҙ еңде. Ысынлап та, был илдә шарлауыҡтар күп һәм матур икәнлегенә инандыҡ. Тауҙары тураһында әйтеп тә тормайым.
Ат ҡайтыу яғына еңелерәк тартһа, беҙ ҡайтыр юлды килгәндәге һымаҡ тиҙ үтмәнек. Юлға сыҡҡанда кеҫәбеҙҙә дүртәр мең аҡсабыҙ бар ине, нисек кенә ҡыҫып тоторға тырышһаҡ та, уныһы ла бөттө, ярай әле, водителдәр ярҙам итте - кем 100 һум, кем 50 һум аҡса биреп китте. Әйткәндәй, ошо сәйәхәттән һуң миндә водитель һөнәренә ҡарата яңы мөнәсәбәт барлыҡҡа килде. Оло юлда йөрөүселәр ҡалалағы һөмһөҙ водителдәрҙән ҡырҡа айырыла икән: улар шул тиклем кешелеклеләр. Бәлки, оҙон юл хәүефе әҙәми затты кешелеклерәк итәлер?
Был сәйәхәттән һуң ике йыл үткәс, бер үҙем Санкт-Петербург ҡалаһына юлландым. Ҡулыма диплом алған, эшләп тә йөрөгән саҡ ине. Аҙмы-күпме аҡса тупланым да, тағы сығып киттем. Түбәнге Новгород аша үткән саҡта Ока йылғаһы аша һалынған күпер уртаһында (мәҡәлә башында һүҙ барған) йәшенле ямғырға эләктем. Алға йүгерергәме? Артҡамы? Күперҙең урта тирәһендә торам икән. "Әһә! Алда бер ҡоролма күренә, шунда ышыҡланайым", - тип, алға киттем. Ел мине тегеләй ҙә, былай ҙа бәүелтә. Сиркәү эсенә килеп инеп, поптан ҡоро кейемдәремде кейеп алырға рөхсәт һораным. Ул рөхсәт итте, мин кейенеп алдым. Сиркәүгә тәү тапҡыр ингәнгә күрә, мәсеттән нимәһе менән айырыла икән, тип, уны ҡарап йөрөй башланым. Арғы яҡта йырлап торалар, кешеләр суҡына, тәреләр ҡуйылған, майшәмдәр яна... Ахырҙа, бер әбей: "Улым, ә һин ниңә доға уҡымайһың? Әйҙә әле, мин һине суҡындырайым", - тип яҡынлашҡас, "Юҡ, рәхмәт, кәрәкмәй", - тип, сығып китергә тура килде. Өфө-Санкт-Петербург юлында Татарстандағы бер икмәк заводы биләмәһендә ҡарауылсынан рөхсәт һорап, йоҡлап сыҡтым. Бара-бара Мәскәүҙе үттем, Санкт-Петербург ҡалаһына ла еттем. Унда бер дуҫымда ҡундым да, ҡала менән танышҡас, поезд менән ҡайтырға сыҡтым. Бер үҙем булғас, күңелһеҙ ине, шуға "тимер ат"ҡа ултырҙым. "Автостоп" менән бер "ауырығас", туҡтауы, ай-һай, еңел түгел икән! Яңынан-яңы ерҙәрҙе барып күрге килә. Әле бына яҡын киләсәктә Байкал күленә сәфәр сығырға хыялланам. Беҙҙең йәштәргә, айырыуса 18 йәштән үткән йәштәргә, йыш ҡына "алйотланып" алыу етмәй. Улар бөгөн шул тиклем "дөрөҫ"тәр, уларҙың тормоштары ла төҫһөҙ, уҡыуҙары ла, эштәре лә яйһыҙ. Балаларса ихласлап ҡыуанырға, балалар һымаҡ шыршыға эленгән тәтәй артынан үрмәләргә онотоп барабыҙ түгелме? Ә тормошта үтә етди булырға ла ярамай - донъяның ауырлығы билеңде һындырыуы бар.
2014 й.