+4 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

ТЕГЕ БАБАЙ МЕНӘН ОСРАШЫУ

-

- Ну, ҡыҙыҡ иттең тегеләрҙе. Күптән былай рәхәтләнеп көлгәнем юҡ ине. Рәхмәт инде һиңә. Тегеләргә, яҡтылыҡ етмәһә, әйтегеҙ, икенсе күҙемде лә тоҡандырырмын, тип ебәргән булаһыңмы, әй!
Мин ни эшләргә белмәй, ҡатып ҡалам. Теге бабай битен усы менән ҡаплай төшөп, миңә өндәшә.
- Күҙгә яҡтыртма әле!
Мин, аптырап, фонарымды ергә йүнәлтәм. Ә унда... эсен тырнай-тырнай сыйылдығы сығып бер сысҡан көлөп ята. Шунан ошо сысҡан күҙ менән ҡаш араһында теге бабайға әйләнә. Өҫтөн ҡаҡҡылап ала ла миңә әйтә.
- Әйҙә, баҫтырыш уйнайыҡ. Һин ҡасаһың, ә мин һине тотам!
Әлбиттә, бындай ҡурҡыныс күренеш минең баштан ғына үтеп китә. Һәм мин йән-фарманға ауыл яғына ҡарай сабам. Билләһи, тиҙлек буйынса теге матайҙан бер ҙә ҡалышмағанмындыр ул.
Был хәл күптән булды. Ә шулай ҙа, әгәр теге бабай осрай ҡалһа, мине ҡыуып етә алманың бит әле, тип әйтергә уйлап йөрөйөм әле.

Һөйләүсене Әғләм ШӘРИПОВ тыңлап торҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №44, 2022 йыл

ТЕГЕ БАБАЙ МЕНӘН ОСРАШЫУ
ТЕГЕ БАБАЙ МЕНӘН ОСРАШЫУ
Автор:
Читайте нас в