– Айбулат ағай, һеҙҙең сәнғәт юлынан китеүегеҙгә лә аптырайһы түгелдер – атайығыҙ Бөрйән районында ғына түгел, бөтөн Башҡортостанға билдәле шәхес булды...
– Эйе, ул уникаль шәхес ине. Һигеҙ класс белемле ябай колхозсы булһа ла, иҫ киткес таланты менән заманында Бельгия, Франция, Люксембург тамашасыларын таң ҡалдырған кеше.Фатир вәғәҙәләп, Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә саҡырғандар – өләсәйем ҡаршы төшөп, ебәрмәгән. Ғүмере буйы тыуған ауылында йәшәне. Ғаиләлә алты бала үҫтек, әсәйем, атайым, өләсәйем – бер ҡыйыҡ аҫтында йәмғеһе туғыҙ кеше. Әйтеүемсә, атайым бик талантлы булды: ҡумыҙ алһа – сиртә, ҡурай, гармун алһа уйнап ебәрә. Сәхнәгә сығып бейегәне булманы, әммә ҡунаҡтарҙа иҙән дөбөрҙәтеп ихлас итеп бейей торғайны. Унан ҡала, бик йор һүҙле, шаян булды. Бик күп халыҡ йырҙарын белде, бер нисә тапҡыр Республикабыҙҙа үткәрелгән йырсылар һәм ҡурайсылар бәйгеләрендә гран-при яуланы. Ҡурайҙа уйнарға уға күршелә йәшәгән һуғыш ветераны – Нурғәли олатай Ҡарабулатов өйрәткән. 1977 йылда беҙҙең Нәби ауылында Иҫке Собханғол музыка мәктәбенең филиалын асырға ҡарар итәләр. Әммә уҡытыусы юҡ. Атайым ҡурайҙа уйнай ҙа бит, музыкаль белемгә эйә түгел. Һәм ул ҡыҫҡа ғына ваҡыт аралығында нота грамотаһына өйрәнә һәм балаларҙы уҡыта башлай. Мәктәптән бер уҡытыусы үҙенең балаһы ҡурай класында шөғөлләнеүенә ҡарамаҫтан, гел ҡаршы булды. Балалар йүнле уҡымай, тип музыка мәктәбен яптырырға тырышты. Алға китеп шуны әйтәйем – белемгә ынтылыш тәрбиәләй ине. Уның уҡыусылары сәнғәт юлынан китмәһә лә, барыһы ла юғары белем алды. Балаларҙы дәртләндерә лә белде: бәләкәй генә уңышты ла күреп, маҡтай торғайны. Музыка мәктәбенә йөрөргә стимул да булды – тирә-яҡ ауылдарға ғына түгел, райондарға ла концерт ҡуйырға йөрөтә торғайнылар. Үҙебеҙсә талантыбыҙҙы күрһәтеп, гастролдәргә йөрөнөк. Бәләкәй генә булһам да атайым «Ҡолой кантон», «Илсе Ғайса», «Зөлхизә», «Түрәкәй» кеүек йырҙарҙы йырлағанда ҡурайҙа гел мин уйнаным. «Аталы-уллы Рәхмәтуллиндар!» – тип иғлан итһәләр, ғорурлана инем.
– Уның таланты бөтә балаларына ла күскәнме? Әллә барыһын да үҙегеҙгә генә йыйып алғанһығыҙмы?
– Малайҙарының барыһы ла ҡурай уйнаны. Ағайым менән өлкән апайым, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик иртә мәрхүм булдылар. Улар ҙа, ике ҡустым да йырлай. Сынбулат ҡустым Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлап, бейеү театрында эшләне. Мәскәүгә уҡырға ла ингәйне, әммә әсәй мәрхүмә булғас, күсеп ҡайтырға тура килде. Хәҙер ауылда йәшәй, матур итеп донъя көтә. Бер миндә генә йырға барым юҡ. Өйҙә һәр ваҡыт ҡурай булды, әммә ун йәштә генә уйнарға өйрәндем. Музыка мәктәбе асылғас, класташ малайҙар һеперелешеп шунда йөрөй башланы, үҙҙәре менән мине лә саҡыралар. Атай уҡытҡанғамы, минең ниңәлер йөрөгө килмәй ине. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, барырға булдым. Малайҙар тауыш сығара, ә мин өрәм-өрәм, килеп сыҡмай. Минән булмай, тип ҡул һелтәп ҡуйҙым. Шулай ҙа сәм тигән нәмә бар бит күңелдә: йөрөй-йөрөй тағы һыҙғырта башлайым. Бер шулай ҡаҙҙарҙы йылға буйынан алып ҡайтырға сыҡтым. Ҡулда ҡурай көпшәһе. Өрөп китеп бара торғас, сыҡты бит теге моң! Эш ҡайғыһы китте, шатлығымдан өйгә йүгерҙем: «Тауыш сыҡты! Тауыш сыҡты!» Ишеттерәйем тиһәм, сыҡманы ла ҡуйҙы. Шулай тырыша торғас, саҡ уйнарға өйрәндем.
– Атайығыҙ Алла Пугачева менән дә таныш булған, тиҙәр...
– Был бик ҡыҙыҡ тарих ул. Беҙҙең ауылдан Ғилман ағай Сәфәрғәлин (атайымдың дуҫы, сәнғәт училищеһын, аҙаҡ ауыл хужалығы институтын тамамлаған бик талантлы кеше ине) менән атайым бер мәлде икәүләшеп Мәскәүҙең Колонный залында сығыш яһағандар.Ул ваҡытта «Мой адрес Советский Союз» тигән концерттар була торғайны. Концерттан һуң уларҙың гримм бүлмәһенә бер йәш кенә ҡатын-ҡыҙ килеп ингән. «Алла Борисовна Пугачева булам. Һеҙҙең сығышты бик оҡшаттыҡ. Ҡайһы консерваторияны тамамланығыҙ?» – тип һорауына, йор һүҙле атайым: «Нәби консерваторияһын», – тип яуаплаған. «Ундай уҡыу йортон белмәй инем әле. Мөмкинлек булһа, барым сығырмын», – тигән теге ҡатын, адрестарын алған. Күп тә үтмәй, октябрь байрамы менән ҡотлап, өйгә бер открытка килеп төшә. Аҙағында Пугачева Алла, тигән имза ҡуйылған. Әсәй көнләшеп киткәндер инде: «Бөтмәҫ һинең бисәләрең», – тип уны утҡа елләй ҙә ҡуя. Яңы йылға тағы открытка килә, тағы шул уҡ хәл ҡабатлана. Ауылда тәүге аҡлы-ҡаралы телевизорҙы беҙ алғайныҡ. Яңы йыл тапшырыуын ҡарап ултырһаҡ, Алла Пугачева йырлай. Әсәйҙең үкенгәне! «Ул икәнен белһәм, теге открыткаларҙы һаҡлар инем!» – тигәйне.
– Сәнғәт юлынан китеүегеҙгә атайығыҙ шатланғандыр, моғайын?
– Әлбиттә, мине үҙенә алмаш итәм, тип тәрбиәләне бит баштан уҡ. Йорттағы ауыр эштәр минең иңгә лә төштө, әммә уның ҡарашы, мөнәсәбәте икенсерәк булды барыбер. Уңыштарыма ҡыуанды. Әммә бер ваҡытта ла үҙемде маҡтағаны булманы. «Айбулат – минең ғорурлығым», – тип дуҫтарыма ғына әйтер булған. Уның фатихаһы менән тәүҙә сәнғәт училищеһына, аҙаҡ институтҡа уҡырға индем.
– Нәҫелдән килгән талант булғас, һеҙгә ҡурай серҙәрен өйрәнеү еңел булғандыр?
– Үҙемде көслө ҡурайсы булдым, тип әйтә алмайым. Атайымдың бер нәсихәте булды – көн һайын кәм тигәндә бер сәғәт уйнарға. Шуны тоттом һәм көн һайын кәмендә бер сәғәт ҡурай уйнай инем. Институтта уҡығанда ла киске сәғәт 8-ҙә ҡайтам да, ашап алғандан һуң репетиция залына китә инем. Ул саҡта инде профессионал булырға тырышып, 4-5 сәғәт уйнайым. Магнитофонға яҙҙырам да, кире әйләндереп тыңлайым. Ҡайһы ерҙә хаталанам, ҡайһы ерҙе алдыра алмайым – шуны билдәләп, ҡабаттан башлайым. Ваҡыт үткәс, сағыштырып ҡарайһың да, һөҙөмтә барлығын күреп, күңел ҡанатланып китә. Оҫталыҡ тырышлыҡ аша килде. Минең фекерем шундай: кешелә ун процент талант булһа, ҡалғаны хеҙмәт һәм тырышлыҡ аша килә. Һәр кешене йырларға ла, бейергә лә һәм башҡа эшкә лә өйрәтергә була. «Самородок»тар бар, әлбиттә. Шулай ҙа кешенең ынтылышы, теләге булһа, барыбер уңышҡа өлгәшә ала.
– Нисек уйлайһығыҙ, бөгөн ҡурайға дәүләт тарафынан иғтибар етерлек бүленәме?
– Элекке заман менән сағыштырғанда, иғтибар етерлек. Һәр концертта, бигерәк тә дәүләт кимәлендә ойошторолған сараларҙа ҡурай сығышы бар. Һәр районда конкурстар үтә, араларында мәшһүр ҡурайсыларҙың исеменә ойошторолоу ҙа мәртәбә өҫтәй. Өфө сәнғәт училищеһында һәм институтында, Учалы, Сибай, Октябрьский музыка колледждарында махсус кластар бар. Ә беҙ уҡыған ваҡытта, үткән быуыттың 80-се йылдарында, ҡурай бүлеген ябыу ҡурҡынысы сыҡты, ярай һаҡлап ҡала алдылар. Ҡурайҙың киләсәге өсөн борсолоп йәшәнек. Хатта шундай хәлдә ҡалдыҡ – республикала бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡурайсылар ҡалғайны. Әгәр шул мәлдә көрәшкә сығыусылар булмаһа, быуындар сылбыры өҙөлөп, бөгөнгө кеүек йәш, талантлы ҡурайсылар, республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы булған милли уйын ҡоралдары оркестры ла булмаҫ ине. Шуға күрә, бөгөнгө көнөбөҙҙө, Аллаға шөкөр, тим.
– Һеҙ хеҙмәт юлығыҙҙы Учалы сәнғәт училищеһында башлағанһығыҙ. Өфөлә ҡалырға теләк булманымы?
– Мин тәүҙән үк атайым кеүек уҡытыусы булырмын, тип әҙерләндем. Артист булыу, сәхнә даны ҡыҙыҡтырманы. Әмәлгә ҡалғандай, институттың һуңғы курсында, мине ректоратҡа саҡырҙылар һәм: «Учалыға ҡурай уҡытыусыһы кәрәк, бараһыңмы?» – тип һоранылар. «Уҡып йөрөйөм бит», – тиеүемә: «Ирекле уҡыу өсөн приказ әҙерләрбеҙ, айына бер килеп, лекцияларға йөрөһәң, имтихандар тапшырһаң етер. Барһаң фатир бирерҙәр», –тинеләр. Был сентябрь аҙағында булған хәл ине, һөйләштек тә оноттоҡ. Әсәйем ҡаты ауырый ине, октябрҙә бер нисә көн һорап, ауылға ҡайтып киттем. Бер көндө ҡатыным телеграмма һуҡҡан: «Мин Учалыла, тура бында кил». Баҡһаң, училище директоры беҙҙе алып ҡайтырға КАМаз машинаһы ебәргән икән. Уның прицебына ике ултырғыс, карауат менән өҫтәлде тейәгәндәр ҙә, ҡатынымды ултыртып алып ҡайтҡандар.
Хеҙмәт юлым бик матур ҡалала, татыу коллективта башланып китеүенә һаман да ҡыуанам. Ундағы Башҡорт фольклоры бүлегендә уҡыған һәр студент мотлаҡ рәүештә ҡурайға ла, вокалға лә, бейергә лә йөрөй ине. Уҡыусылар күп булды ,эшкә иртәнге сәғәт 8-ҙә сығып китәм дә, кискеһен 10-да ҡайтып инә торғайным. Уның араһында үҙемдең уҡыуымды ла тамамланым. Биш йыл уҡыттым. Ул дәүерҙә беҙгә сәнғәткә ынтылышы булған, сағыу талантлы йәштәр күпләп килә ине. Һайлап-һайлап, иң «һөҙмәһен» йыйып ҡына ала инек. Ул ваҡыттағы студенттарыбыҙ хәҙер Башҡортостан сәнғәтенең төп көсөн тәшкил итә, улай ғына ла түгел, Себер тарафтарында ла мәҙәниәт йорттарында күпләп эшләп йөрөйҙәр. Ә хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәнғәткә килергә теләгән йәштәр юҡ кимәлдә.
– Ә ни өсөн шулай икән, һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
– Беҙҙең халыҡта элек-электән: «Артист та булдымы кеше!» – тигән фекер йәшәй. Хәйерсе артист, тип тә ебәрәләр. Менталитет шулай. Был беҙҙең халыҡтың иң ҙур хатаһы. Һәм шул барьерҙы беҙҙекеләр үтә алмай. Икенсенән, бюджет ойошмаларының ҡайһы берҙәрендә эш хаҡы түбән. Ә йәштәргә фатир алырға кәрәк, машинала йөрөгөһө килә. Шуға күрә хәҙер сәнғәткә кем фанат – шулар ғына килә. Күптәрҙе беләм – эшкә киләләр, әммә аҡса юҡлыҡан тиҙ генә һөнәрен алмаштыралар. Тик ул һөнәргә күңелдәре ятмайынса, толҡа тапмай йәшәйҙәр, үҙ-үҙен юғалталар. Был сферала оҙаҡ йылдар эшләүсе булараҡ шуны әйткем килә: бәхетле булырға теләһәң – бул, бөтәһе лә һинең ҡулыңда! Кем үҙ өҫтөндә эшләй, тырыша – шул күтәрелеп китә. Берәү ҙә бер кемгә лә килтереп тоттормай. Талантлы артистарҙың матур, бай йәшәгәнен күреп беләбеҙ.
– Учалынан Башҡортостандың икенсе сигенә – Нефтекама ҡалаһына күсеү нисек булды?
– Яңы асылған Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры Әхәт Әхмәт улы Фәсхетдиновты Учалы музыка училищеһына дәүләт имтихандары ҡабул итергә, комиссия рәйесе итеп саҡырғайныҡ. Шунда танышып, аралашып киттек. Минең ҡурайҙа уйнағанды ишетте лә, эшкә саҡыра башланы. Көн һайын тигәндәй шылтырата, фатир вәғәҙәләй. Ҡатыным менән кәңәшләштек тә (ә ул декабрист ҡатындары кеүек – ҡайҙа әйтһәң дә риза), күсергә булдыҡ. Филармонияға Радик Вәлмөхәмәтов менән икәү иң беренсе башҡорт артистары булып килдек. Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә тәүге тапҡыр сығыш яһаныҡ. Уға тиклем был төбәктә ҡурай моңо, башҡорт халыҡ йырҙары бик һирәк яңғыраған. Тәүге ваҡыттарҙа беҙҙең сығыштарға халыҡ битарафлыҡ күрһәтте микән, әммә аҙаҡ алҡыштар көсәйҙе. Тағы ла бер аҙҙан «Һеҙҙең ҡурайҙа уйнағанды көтөп алам», – тип әйтә башланылар. Йылдар дауамында шулай уйнай-уйнай, беҙ үҙ маҡсатыбыҙға ирештек – хәҙер был төбәктәге тамашсы ҡурайға мөкиббән, беҙҙең милләттән булмағандар ҙа ҡурай моңон ярата. Оҙон көйҙө бигерәк тә. Ҡайһы бер тамашасылар тап ҡурай тыңларға килә. Тәүге осорҙа битарафлыҡты күреү ауыр ине, килеүемә үкенеп ҡуйған саҡтар ҙа булды. Ә хәҙер иһә миндә ғорурлыҡ тойғоһо йәшәй. Нефтекаманың меңәрләгән халыҡ йыйылған майҙанында ҡурай менән сығыш яһаһаң, халыҡ гөр итеп ҡала, бик оҙаҡ алҡышлай. Концерттарҙа мотлаҡ ҡурайсы булһын, тип талап ҡуялар. Улай ғына түгел, банкеттарҙа, ҡунаҡта сығыш яһарға ла саҡырыуҙар күп.
– Тәүҙән үк художество етәксеһе булдығыҙмы?
– Юҡ, мине музыкаль етәксе итеп саҡырҙылар. Әммә мин Учалыла етәкселек эшенән ялҡҡайным (унда бүлек мөдире булып эшләнем), Әхәт Әхмәт улы менән һөйләшеп, ябай музыкант булып эшләй башланым. Тик бер йылдан барыбер директор урынбаҫары иттеләр. Ә Юнир Салауатов киткәс, уның урынына художество етәксеһе итеп тәғәйенләндем.
– Ғәҙәттә, яңы асылған ойошмаларҙа, урындарҙа эш башлауы еңелдән булмай. Был филармонияның да ауыр мәлдәре булғандыр...
– О-о-о, әйтерең бармы?! Ауыр заманға эләктек беҙ. 3-4 ай эш хаҡы ала алмай, күршеләрҙән бурысҡа икмәккә аҡса һорарға ла тура килә ине. Артистар бейей алмай, сәхнәлә һуштан яҙып йығылған осраҡтар ҙа булды. Көнөбөҙ «Магги» кубигына ҡалды – шуны һыуҙа ҡайнатып, һурпа итеп эсеп йөрөнөк. Ә бит өйҙә балалар бар. Иҙәне тишек «Кубань» автобусында гастролдәргә йөрөй инек. Мейесе эшләмәй, үтәнән үтә ел өрә. Быйма, толоптар кейеп тә өшөп ултыра инек. Бөгөнгө уңайлыҡтар ул саҡта төшкә лә инмәне. Әммә шундай ауыр ваҡытта ла һайлаған юлымдан кире сикмәнем. Мин генә түгел, күп артистар һөнәренә, ошо филармонияға тоғролоҡ һаҡланы. Ә бит эҙләһәм, һораһам, Башҡортостандың теләһә ҡайһы филармонияһында йә мәҙәниәт йортонда эш таба алыр инем.
– Һеҙ бит Нефтекамалағы тәүге ҡурай класы уҡытыусыһы ла...
– Эйе, бында килгәс, паралелль рәүештә музыка мәктәбендә ҡурай класы асып, балалар уҡыттым. Шундай ғәжәп хәлдәр була торғайны. Балалар баҡсаһы сығарылышынан бер ҡыҙ бала, телевизорҙан ишеткән дә: «Ҡурайҙа уйнағым килә!» – тип ата-әсәһен аптыратҡан. Татар телендә һөйләшкән малайҙар атайҙарына ныҡышып, миңә йөрөй башланы. Ә мин дәрестә ҡурайҙа ғына уйнатып ултырмайым, аралашабыҙ, һөйләшәбеҙ. Шул балаларға шәжәрәһен өйрәнергә ҡуштым. Нимәһе ҡыҙыҡ: уларҙың барыһының да йә атаһы, йә әсәһе яҡлап тамырҙары башҡорт булып сыға. Уларға гендар аша ҡурайға һөйөү һалынған – ата-әсәһе бит уларҙы өгөтләп ултырмаған, үҙҙәре теләп, таптырып килгән. Ҡурай моңона һөйөү беҙҙең ҡанда бар, тигән фекергә килдем шулай.
– Был яҡтарға еректегеҙме, әллә Бөрйәнгә ҡайтыу хыялы менән йәшәйһегеҙме?
– Юҡ. Күсереп ултыртҡан ағас ерегеп китә алмай. Олоғая барған һайын тыуған яҡҡа тартылам. Аллаһ бирһә, хаҡлы ялға сыҡҡас, ғүмер булһа, Бөрйәнгә күсеп ҡайтырмын, тигән өмөттәр менән йәшәйем. Тик әлегә, эшләр мәлемдә, тыныс, матур Нефтекаманан айырылғым килмәй. Һәр мөйөшөн, һәр ерен үҙ ҡулдарым менән эшләгән фатирым да ҡәҙерле. Эшкә саҡырыуҙар булды, әле лә бар. Тик хәҙер, олоғая килә, күсенеп йөрөү биҙерәтә икән. Йәш саҡта ғына еңел ҡуҙғалаһың ул.
– Оҙайлы ялдар ҡайҙа үтә: сит илдәме әллә тыуған яҡтамы?
– Әлбиттә тыуған яҡта. Мин бит «заядлый» балыҡсы, күл, йылға кәрәк. Ә беҙҙең ауылдың ҡап уртаһынан Ағиҙел йылғаһы аға. Балыҡ күп, тәбиғәт матур, туғандар эргәлә – тағы нимә кәрәк? Минең өсөн ауыл үҙе бер ял. Сит илдәргә йөрөргә яратмайым, сөнки заманында 45 көнләп гастролдәрҙә йөрөргә тура килгәне бар – ялҡытҡан. Башҡа яҡтарҙа матур, йөрөүе күңелле, әммә тыуған яҡҡа етмәй. Рәсәйҙә сығыш яһаған ҡалалар бихисап. Польша, Италия, Монголия, Словения, Австрия, Португалия, Испания, Төркиә, Белорусия, Украина һәм башҡалар – йөрөгән юлдарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Йөрөгән ерҙәремдә һәр ваҡыт башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәте, сәнғәте менән ҡыҙыҡһынам. Репетиция ваҡытында музыканттар бер-береһенә ҡушылып уйнап, тотош оркестр барлыҡҡа килә. Телде белмәү ҙә ҡамасауламай. Мысырҙа ла ҡурайға оҡшаш музыка ҡоралы барлығын белдем. Тик улар иренде икенсерәк ҡуйып уйнай һәм тауышы беҙҙекенән айырыла. Башҡа милләттең музыка ҡоралдарынан коллекция йыйып, уйнарға өйрәнергә теләк бар ине. Тик фестивалгә барғанда һатыу өсөн алып сығып булмай, былай ҙа юл әйберҙәре күп була. Италияға барғанда бер ҡыҙыҡ хәл булды – үҙемдең игеҙәгемде таптым. Күмәк халыҡ ашап ултырабыҙ, миңә бармаҡ менән төртәләр ҙә, нимәлер һөйләйҙәр. Аптырап, тирә-яғыма ҡаранам. «Һинең игеҙәгең ултыра», – тиҙәр Рәсәй делегацияһы артистары. Бразилиянан килгән бер музыкант менән, ысынлап та, күсермә кеүек бер-беребеҙгә оҡшағанбыҙ. Аптырап киттек. Танышыр, аралашыр инек – телде белмәйбеҙ. «Атайың Бразилияла йөрөгән бит», – тип көлә беҙҙекеләр. Аҙаҡ уҡып белдем – донъяла кешеләрҙең бер нисә игеҙәге булыуы мөмкин икән.
– Ә Башҡортостан буйлап гастролдәрҙә йөрөгәндә ҡыҙыҡ хәлдәр буламы?
– Артистар менән ҡыҙыҡ хәлдәр башлыса шул юлда йөрөгәндә була инде. Уларҙы яҙһаң, китап булырлыҡ. Хәҙер артистарҙы фатирға алыу юҡ бит, ҡунаҡханаларҙа йәшәйбеҙ. Ә элек ауыл һайын фатир төшөп, халыҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығына үҙебеҙгә шаһит булырға тура килде. Шулай бер саҡ, күптән инде, Архангел районында гастролдә йөрөйбөҙ. Бер ауылда барлыҡ артистар урынлашып бөттө, ә үҙем фатирһыҙ тороп ҡалдым. Нимә эшләргә белмәй, урамда торам. Бер ҡатын көйәнтә менән һыуға килә. Бәхетемде һынамаҡ булып, шаяртып һүҙ ҡушам. «Һаумыһығыҙ, ҡоҙағый. Мине фатирға алмаҫһығыҙмы?» “«Һин кем булаһың?» – ти аптырап. «Йөрөгән бер артист инде», – тим. «Әйҙә һуң...»– тип, өйөнә эйәртеп алып ҡайтты. Сәй эскәндә аралашып, танышып ултыра торғас, уртаҡ таныштар барлығы асыҡланды. Һәм ысынтылап беҙгә ҡоҙағый тейеш кеше булып сыҡты ул апай.
– Ҡатынығыҙ менән таныштырып үтһәгеҙ ине. Нисек танышып-ҡауыштығыҙ?
– Исеме Асия, Ҡырмыҫҡалы районынан, һөнәре буйынса уҡытыусы. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев нәҫеле, үҙемде «дворян кейәүе» тип йөрөтәм (көлә- авт.). Мин хәҙер генә баҫылдым, ә йәш саҡта, студент йылдарында бик шаян, шуҡ булдым. Ҡылмаған этлек ҡалмағандыр ул. Ҡурайсы Марат Тулыбаев менән сәнғәт училищеһында бер ваҡытта уҡыныҡ. Уның ҡатыны – Нәфисә Булат ҡыҙы менән бейеүсе Гөлназ Аҡназарова Башҡорт дәүләт педагогия институтының дөйөм ятағында йәшәй ине. Бер барғаныбыҙҙа улар мине Асия исемле ҡыҙ менән таныштырҙы. Әммә тәүге осрашҡанда бер-беребеҙгә артыҡ иғтибар итмәнек. Бер аҙҙан уны ап-асыҡ итеп төштә күрҙем. Уянғас, бик оҙаҡ уйланып йөрөнөм. Дуҫтарым менән яҡташ егетте эҙләп, ул йәшәгән ятаҡҡа тағы барырға тура килде. Тик теге егет бүлмәһендә булмағас, күрше ишеккә шаҡыныҡ. Асыу менән Асияны күрҙем дә, төшөм иҫемә төштө. Йөрәк нисектер тертләп ҡуйҙы. Бер аҙ шаярып, һөйләшеп торҙоҡ та, сыҡҡас егеттәргә әйтәм: «Күрҙегеҙме матур ғына ҡыҙҙы? Ул минең кәләш буласаҡ!» – тинем. Шул көндән һуң уның артынан йүгерә башланым. Бик аҙ ғына дуҫлашып йөрөнөк – таныштырырға ауылға алып ҡайтҡайным, ата-әсәйем бик оҡшатып, өйләндереүҙе йәһәтләй һалдылар. Асия алданыраҡ беҙҙең районға әхирәтенең туйына барған булған. Тау-таш араһы, йүнле юл юҡ заман. Автобусты тауға этеп мендерә, ултырып төшә торғайныҡ бит инде. «Был яҡҡа кейәүгә сығырға яҙмаһын, тип теләгәйнем тәүге барғанда, килен булып төшкәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым», – тине аҙаҡ көлөп. 24 йәштә, хәҙерге менән сағыштырғанда – иртә, ә ул саҡ өсөн һуң өйләндем. Һората барғас, ҡатынымдың туғандары: «Быға тиклем ниңә өйләнмәй йөрөгән ул?» – тип һорайҙар икән. Йор һүҙле атайым: «Килен балаҡай ниңә быға тиклем кейәүгә сыҡмаған һуң?» – тип һорау менән яуаплаған. Еңгәйегеҙ минән бер йәшкә генә кесе.
– Балаларығыҙ сәнғәт юлынан китмәнеме?
– Юҡ. Ҡыҙым Айсулпан Санкт-Петербург дәүләт университетының геология факультетында уҡыны һәм ун йылдан ашыу шунда эшләне. Быйыл яҙ Өфөгә күсеп ҡайтырға өгөтләнек. Улыбыҙ Арыҫлан туризм һәм ҡунаҡхана эше буйынса белем алып, шул йүнәлештә эшләп йөрөй.
Ҡыҙым матур йырлай, әммә бер ваҡытта ла кеше алдына сығып йырлағаны булманы. Малайҙы ҡурайҙа уйнарға өйрәттем, әммә таланты ла, ынтылышы ла булмағас, был юлдан китеүенә булышлыҡ итмәнем. Фәтеүә сыҡмаҫ ине барыбер.
– Айбулат Рәхмәтуллин артист булмаһа, ниндәй һөнәр һайлар ине икән?
– Геолог йәки биолог булыр инем, моғайын. Бала саҡтан тәбиғәтте яраттым. Бөрйән районында тыуып-үҫеп, унда йәшәгәс, тәбиғәткә тартылмау мөмкин дә түгел кеүек. Йыш ҡына үҙемде, рюкзак йөкмәп, ҡармаҡ ҡыҫтырып, эрзинкә итек менән тау-урмандар, тайга ҡыҙырып йөрөйөм, тип күҙ алдына килтереп ҡуям ул.
– Тормошоғоҙҙа үкенесле мәлдәр бармы?
– Дөйөм алғанда, тормошом менән ҡәнәғәтмен. Алдыма ҡуйған маҡсаттарға ирештем, тормошом үкенерлек түгел. Уҡытыусы булып эшләнем, артист тормошона ла нисектер тиҙ генә ылығып китә алдым. Сит ергә, сит ҡалаға килеп тә үҙ тамашасыларымды таптым. Профессиональ сәнғәтте үҫтереүгә үҙ өлөшөмдө индерҙем – тимәк, минең уҡыуым, тәжрибә туплауым бушҡа булмаған. Иң мөһиме, атайым йырлаған, уйнаған һирәк яңғыраған халыҡ ижадын киң аудиторияға сығарҙым. Риза булып яталыр, тип өмөт итәм.
Бер ваҡытта ла дан, шөһрәт артынан ҡыуманым, исемдәргә битараф булдым. Шулай ҙа етәкселек хеҙмәтемде күреп, лайыҡлы баһалауына рәхмәтлемен. Башҡа лайыҡлы артистарға ла шундай баһалар алыу насип булһын, тип теләйем.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Айбулат Дәүләтбай улы. Һеҙгә киләсәктә лә ҡурай менән бергә ҡалып, башҡорт сәнғәте өсөн оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеүегеҙҙе теләйбеҙ!
Гөлнур ҠЫУАТОВА