Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, социаль селтәрҙәрҙә яңылыҡ таҫмаһында күҙгә күренгән ҡайһы бер яҙмалар, фотоларға туҡталабыҙ, ниндәйҙер тартыу көсө бар кеүек. Әлбиттә, ыңғай йоғонто яһай торғандары тураһында һүҙем. Бына күптән түгел генә йәшел күлдәк кейгән йәш кенә гүзәл ханым шундай уҡ төҫтәге макраме менән үрелгән гамак янында баҫып торған фото иғтибарымды йәлеп итте. Был гамакты ул үҙ ҡулдары менән үргән булып сыҡты! Иҫең китмәҫ ерҙән китер, ысын ижад эше, зауыҡлы. Лиана исемле был ҡыҙ үҙе шәфҡәт туташы булып сыҡты, Ҡырмыҫҡалы район дауаханаһында рентгенолаборант булып эшләй икән. Ә диуарына күҙ һалһаң – нимә генә эшләмәй ул, бик матур, йомшаҡ ҡына, хәҙерге көндәрҙә модала булған шәшке йөнөнән энә йәки ырғаҡ менән башлыҡтар, бейәләйҙәр, яулыҡтар, башҡа төрлө ептәрҙән, йөндәрҙән кофталар, свитерҙар, ялтыр еп (люрекс) ҡушып карауат япмалары, гөл һауыттары өсөн кашпо һәм башҡа, ҡарамаҡҡа ябай түгел, ысын сәнғәт ижадына ярашлы әйберҙәр «ҡойола» уның ҡулдарынан. Ҡарламан ауылында йәшәгән Гүзәл өләсәһенең әсәһе Хәҙисә инәйҙән биш кенә йәш сағында өйрәнә ул бәйләм бәйләргә. Уның бәйләмдәре башта тығыҙ, ҡаты килеп сыға, тора-бара оҫтарып та ала. Бер ҡасан да ҡул ҡаушырып ултыра белмәгән әсәй, ике өләсәй тәрбиәһе, уларҙың күңел йылыһы, яғымлы һүҙҙәре ҡыҙҙың матур яҙмышына йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Балаларҙың һәр яңы шөғөлө, эшкә ынтылыуы өлкәндәр өсөн оло бәхет, уларҙың да тормошона йәм, дәрт өҫтәй, ошондай бәхет тә Хәҙисә инәйҙең йөҙ йәшкә етеүенә булышлыҡ иткәндер.
Лиана энә менән бәйләргә өләсәһенән өйрәнһә, мәктәптә уҡығанда хеҙмәт дәресендә Раиса Василий ҡыҙы Байгилдина ырғаҡ менән бәйләргә өйрәтә. Ҡартатаһы Мортаза менән өләсәһе Гүзәлгә Лиана бәләкәй сағында спектаклдәр ҡуйып күрһәтә. Ҡартатаһы уның арҡаһынан тупылдатып һөйөп: «Ҡыҙым театрҙа эшләрһең, актриса ғына булырһың, йәме?» – тиһә лә, медицина менән ҡыҙыҡһынған ҡыҙ, Чугункин исемендәге Ҡырмыҫҡалы урта мәктәбен тамамлап, Өфө ҡалаһының медицина колледжына уҡырға инә. Диплом алғас Балалар йортонда, Балалар спорт мәктәбендә шәфҡәт туташы булып эшләй. Тырыш, маҡсатлы ҡыҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәргә ҡарар итә, унда косметолог һөнәрен дә үҙләштерә. Бер аҙҙан ул Ҡырмыҫҡалы егете Рөстәм Хөсәйенов менән танышып, ғаилә ҡоралар. Рөстәм янғын һүндереү буйынса белгес. Йәштәр Ҡырмыҫҡалыла йәшәй башлай. Бик матур итеп йорт һалалар. Әлеге ваҡытта уларҙың Ралина һәм Риана исемле ҡыҙҙары үҫә.
Йәштән бейергә яратҡан, ҡасандыр сәхнәлә бейергә хыялланған Лианаға был хыялын тормошҡа ашырырға һис форсат теймәй. Шулай ҙа, ҡыҙҙары «Далан» өлгөлө бейеү ансамбленә йөрөгәс, байрамда әсәйҙәр ҙә ҡатнашырға тейеш була. Ошонда инде был хыялы ла тормошҡа аша Лиана Вәрис ҡыҙының.
Йәш ғаиләне берләштергән йәнә бер мәл бар, ул да булһа төрлө ерҙәргә, сит илдәргә сәйәхәт ҡылыу. Машинала Башҡортостан, Рәсәй буйлап йөрөү инде ғаиләнең күптәнге яратҡан йолаһы. «Берҙән, донъя күреү – үҙе бер шатлыҡ, икенсенән – балаларға яңы тәьҫорат ҡына түгел, бик күп мәғлүмәт тә бирә», – ти Лиана. Ҡыҙҙар, әсәй-өләсәйҙәренә оҡшап, ҡул эштәрен кинәнеп башҡара, әлегә улар ваҡ сәйләндәрҙән балдаҡ-беләҙек, сәскәләр эшләү менән мауыға.
Ғаиләһен ҡарау, әсәһе Рәйлә ханыма яғымлы-ярҙамсыл ҡыҙ булыу, тормош иптәше менән балалар үҫтереү, дауаханала үҙ эшенең оҫтаһы булыу үҙе мәртәбә, шулай ҙа Лиана бәйләм бәйләүһеҙ үҙен күҙ алдына ла килтерә алмай. «Был шөғөлөм минең күңелемә тыныслыҡ бирә, йән рәхәте татыйым, минең өсөн ул хатта медитацияға тиң, тормошомдоң айырылғыһыҙ бер өлөшө. Һәр ваҡыт яңыларын ижад итергә тырышам, бәйләгән кейемдәремде ихлас кейеп йөрөйөм, ҡыҙҙарым да мин бәйләгән шапка, шарф, свитерҙарҙы яратып, рәхәтләнеп кейә», – ти ул.
Әсәһе, һеңлеһе Динара менән сөкөрҙәшеп, әңгәмә ҡылып, бәйләм бәйләп кис ултырыуҙар ҙа уларҙың матур бер йолаһы.
Яңыраҡ уңған ҡатын күптәнге хыялын тормошҡа ашырырға теләп, тағы ла бер һөнәр үҙләштерә – интернеттан ҡарап макраме бәйләргә өйрәнә ул. Макраменың да төрлөһө була, ә ул иң ҡатмарлыһы – гамак бәйләргә тотона. Бер ай эсендә берәү әҙер ҙә була. Түңәрәкте профилле торбанан оҫтанан эшләтеп ала, төрлө төҫтәге ныҡлы ептәр һатып ала. Эшләгән эштәре хайран ҡалдырырлыҡ Лиана Вәрис ҡыҙы кеүек ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ – милләтебеҙ, халҡыбыҙ күрке!
Сәриә Ишемғолова