Бейеүсе булараҡ тәүге яраһын алыҫ 1975 йылда уҡ ала Хәлил. Ул саҡта уға ни бары 12 генә йәш була. Өфө ҡалаһында Пионерҙар һарайының бейеү түңәрәгендә шөғөлләнгән сағы. Репетицияларҙың береһендә, бейеүҙең композицияһы буйынса, Хәлилде һауаға сойорғоталар. Күңеле менән былай ҙа ҡанатлы булып тыуған Хәлил, һауаға ырғытылғас, бөркөткә әйләнгәндәй тоя үҙен: бейеү талаптарына тура килтереп, тулыһынса «асыла». Ә уны һауаға сойорғотҡан малайҙар Хәлилдең бер нисә секундлыҡ ҡына осошта образға инеп өлгөрөп, балҡып-ярһыуын күреп баҙап ҡалалармы – кире төшкәндә уны тотоп өлгөрмәйҙәр. Ҡанат-ҡулдарын йәйеп, аяҡтарын тарбайтып, арҡаһы менән иҙәнгә килеп төшә Хәлил. Үҙе менән нимә булғанын аңламай, тын да ала алмай ята хатта. Умыртҡа һөйәге һынған була. Йәшәү теләге көслө булғанмы, бейеү өсөн яралған йәне сәхнәһеҙ йәшәй алмаҫын тойғанмы, әллә башҡа ҡөҙрәтме – 3 йылдан, 15 йәшендә, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле эргәһендәге Бейеү студияһына һайлап алыу туры үтеп, профессиональ сәхнәгә аяҡ баҫа Хәлил Ишбирҙин. Студияны тамамлағандан һуң, ансамблдә бер йыл эшләп тә өлгөрмәй, армияға алына. Билдәле хореограф Анатолий Михайлович Хохлов етәкселек иткән Һамар йыр һәм бейеү ансамблендә хеҙмәт итә. Хәрби округта үткән концерттарҙың береһендә уны Фәйзи Ғәскәров һымаҡ уҡ уникаль шәхес, уникаль балетмейстр Вячеслав Модзолевский күреп ҡала һәм үҙенең ансамбленә саҡыра. Хәлилдең бейеү манераһын оҡшатып, һәр хәрәкәтте еренә еткереп башҡара белеү оҫталығын күҙәтеп, уның киләсәктә билдәле хореограф-балетмейстр булып китеренә ышаныс белдерә. Бейеү алиһәһе – әсәһе Рәшиҙә Туйсина менән атаһы – ҡурайсы, бейеүсе, актер Әнүәр Ишбирҙиндан, олатаһы Ғата Сөләймәновтан күскән тәбиғи һәләт, бәләкәйҙән Фәйзи Ғәскәров, Йәнғәле Вәхитов, Йәүҙәт Бикбирҙин кеүек атаҡлы бейеүселәр менән яҡындан аралашып йәшәүҙән ҡанына, аңына, йәненең һәр күҙәнәгенә һеңгән милли колориттың офоҡтарын ғына киңәйтә Вячеслав Модзолевскийҙан алған бейеү техникаһы. Башҡорт бейеүен яңыса асыу теләге менән яна башлай ул.
Армиянан ҡайтыу менән Ғәскәров ансамблендә эш башлай. Көсө, энергияһы ташып торған, ҡанаттары менән һауаларҙы айҡарҙай булып йөрөгән Хәлил көндөҙгө эш сәғәттәре менән генә сикләнмәй, кистәрен Башҡорт дәүләт университетының «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә, ансамблдең етәсеһе Екатерина Николаевна Варламова һорауы буйынса ҡырылмаһа ҡырҡ ерҙән килгән өйрәнсек кенә бейеүселәргә оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә, халыҡ бейеүҙәренең характерын асып бирергә өйрәтә, ансамблде яуаплы сығыштарға әҙерләй. Репетицияларҙан һуң баян, гармун көйөнә ауылса ғына итеп бейергә теләгәндәр менән Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендәге «ритайым»ға йөрөй. Бейеү майҙаны Хәлилдең энергияһы менән тула ла ҡуя ул саҡта. Ҡарап тороусыларҙың башы әйләнгәнсе вальс өйөрөлтә ҡыҙҙарҙы, үҙе янған утҡа – бейеү утына тотош майҙанды алып инеп китә.
Тап шул «Ирәндек» бейеү ансамблендә шөғөлләнгән йылдарҙан алып танышмын Хәлил Ишбирҙин менән. Шунан бирле уның ижады, тормошондағы, ижад юлындағы киҫкен боролоштары менән ҡыҙыҡһынып-күҙәтеп барам. Хәйер, уның асыштары, табыштары, балҡыштары бөтә Башҡортостандың күҙ алдында булды. Сәхнәләрҙе дер һелкетеп, тура мәғәнәһендә табандары аҫтынан ут сәсрәтеп бейегәндә, тотош зал уға ҡушылып бейеп китерҙәй булып ултырҙы, һоҡланыуҙан тел шартлатты, уның Хәлилсә генә ҡаш һикертеүҙәренән, күҙҙәренән сәселгән осҡондан тамашасы йөрәгендә ут ҡабынды. Ул ҡуйған бейеүҙәрҙә башҡорт бейеү сәнғәтенең яңы киңлектәрен, яңы офоҡтарын, яңы үҙенсәлектәрен күреп тетрәнде, һәр бейеүҙең композиция бөтөнлөгө, образдар һынланышы, бейеүгә һалынған идеяның тарихи ерлеге, уның үҫеш динамикаһы, көй, хәрәкәт, образдарҙың бер бөтөн булып кәүҙәләнеше һәм ошоларҙың барыһынан бөркөлөп торған РУХ тамашасыларҙың һәр күҙәнәгенә үтеп инде һәм Хәлил Ишбирҙин йәшәгән бейеү донъяһы тотошлайы менән беҙҙе әсир итте. Тик... ул ут сәсрәтеп бейегәндә уның йөрәгендә ниндәй ут янғанын, тетрәндергес монументаль әҫәре – «Баш бүре» хореографик полотноһындағы бүре олоуында Хәлилдең үҙенең дә олоуын ишетмәгәнбеҙ... Бүренең һыҙланыуҙарында Хәлилдең һыҙланыуҙарын тоймағанбыҙ...
Ҡайҙа булһа ла, тик ҙурыраҡ сәхнәгә
Армиянан ҡайтып, Ғәскәров ансамблендә бер нисә йыл эшләгәс тә ансамбль сәхнәһе өсөн кейгән итектәренең «тарайыуын», ә күңеленең бейегерәк үрҙәргә талпынғанын тоя Хәлил Ишбирҙин. Үҙ белдеге менән Кишинев ҡалаһында профессиональ бейеүселәр һәм профессиональ балетмейстерҙар араһында үткән Бөтә Рәсәй (ул саҡтағы Бөтә Союз) конкурсында ҡатнаша һәм ике номинацияла ла беренсе урындар яулай. Һәм, күп уйлап тормай, артабан бейегерәк үрҙәргә, киңерәк офоҡтарға сығырға теләп, ансамблдән китергә теләк белдерә. Ә үҙенең килешеүҙәр төҙөгөн тәғәйен ансамбле лә юҡ – ҡайҙа булһа ла, тик ҙурыраҡ сәхнәгә. Етәкселек Хәлилдең был дыуамал ҡарарын ишетергә лә, аңларға ла теләмәй һәм уны ҡурҡытып алыу, «теҙгенләү» ниәтенәнме, эшкә килеүенә «Ишбирҙинды репетицияға индермәҫкә» тигән приказ элеп ҡуялар. Ошо парадоксаль ҡарар сығырынан сығара Хәлиде, етәкселек менән һүҙгә килә. Күп тә үтмәй, уны Мәҙәниәт министрлығына саҡырталар. Ул саҡтағы Мәҙәниәт министры Әминев Салауат Хөрмәт улы аҡыллы ҡарар ҡабул итә: Хәлилгә ГИТИС-ҡа уҡырға барырға кәңәш бирә.
ГИТИС-тың балетмейстр-режиссерҙар әҙерләү бүлегендә белем биреү системаһы ла, билдәле хореографтарҙың киң мәғлүмәтле дәрестәре лә күп нәмәне яңыса баһаларға өйрәтә Хәлил Ишбирҙинды. Халҡыбыҙҙың бай мәҙәниәтен, бигерәк тә бейеү сәнғәтен Бөтә донъя мәҙәниәте тарихы менән сағыштырып өйрәнә: башҡорт халҡының бейеүе тәтәй костюмдар, «һай-һай»лап ҡысҡырып тыпырҙауҙар, бармаҡ шартлатыуҙар ғына түгел – аҡтарылмаған сиҙәм икән әле бейеү сәнғәте! Халҡыбыҙҙың этно-мәҙәни йолалары, фольклоры нигеҙендә күпме бейеү һалырға, бейеүебеҙҙе яңы кимәлгә күтәрергә мөмкин икән дә!
ГИТИС-та алған белемен башҡорт бейеү сәнғәтенә күсереү ниәте менән янып-көйөп йөрөгәндә, бәлә аяҡ аҫтында ята тигәндәй, уйламаған ерҙән йәнә ҡазаға юлығы Хәлил. Бер ҡулына әле атлай ҙа белмәгән улын күтәреп троллейбустан төшөп килгәндә, боҙға баҫып, тайып китә. Алға йығылһам, улымды имгәтеп ҡуйырмын тип ҡурҡып, артҡа, арҡаһына йығыла, торайым тиһә, аяғына баҫа алмай ҙа ҡуя. Уның янынан үтеп барған ике ир, ике яғынан ҡултыҡлап, Хәлилде һөйрәп алып баралар өйөнә. Тормош иптәше Римманы гастролдән саҡыртып ҡайтарғансы, ансамблдең егеттәре, күршеләре кескәй Фәрхәтте ҡарап торалар. Үҙе менән нимә булғанын яҡынса тоҫмаллаһа ла, табиптарҙың һүҙенә ышанғыһы килмәй Хәлилдең. «Умыртҡа һөйәгең һынған, бейеү тураһында бөтөнләй онот! Атлап китә алһаң ярай әле! Ошо хәлдә бейеү тураһында уйлауың башҡа
һыймаҫлыҡ хәл!» – тиҙәр улар. Бер йыл тотош пластик ҡоршау эсендә көн күрә Хәлил. Кәүҙәһен тотош тиерлек корсет менән ҡоршап алып тарттырып ҡуялар. Йә ятып, йә баҫып ҡына торорға мөмкин. Баҫып тороу мөмкинлеге лә сикле: саҡ ҡына көс төштөмө, арҡа һабағы уттай яна башлай. Ә ГИТИС-ты ташларға ярамай, хатта академик отпуск алырға ла риза булмай ул. Табиптарҙың ҡаршы булыуы менән дә иҫәпләшмәй, корсет менән ҡоршалған килеш Мәскәүгә, сираттағы сессияһын ябыр өсөн, имтихандар тапшырырға юллана. Ултыра алмағас, лекцияларҙы баҫып тороп тыңлай. Хәлһеҙләнеп, аяғына баҫа алмай башлағас, группалаштары ярҙамға килә, Хәлил йәшәгән ятаҡ бүлмәһенә килеп, үҙҙәре аудиторияла тыңлаған лекцияларҙы һөйләп, дәрес бирәләр, конспекттарын ҡалдырып китәләр. Ул конспекттарҙы иҙәнгә ятып күсереп, оторо ныҡышып әҙерләнә имтихандарға Хәлил. Имтихандар тапшырыу өсөн мотлаҡ һалынырға тейешле бейеүҙе лә «Степь да степ кругом, путь далек лежит, в той степи глухой замерзал ямщик» тип йырлай-йырлай, ятаҡ иҙәнендә шыуышып йөрөп һала ул. Ошо хәлде күрер өсөн уның янына махсус рәүештә остазы Татьяна Устинова ла килә. «Был тиклем көслө Рухты быға тиклем бер кемдә лә күргәнем юҡ», – тип хайран ҡала һәм киләсәктә Хәлилгә Бейеү театры асырға кәрәк тигән кәңәш-фатихаһын бирә. Хәлил тап шулай эшләй ҙә.
Стәрлетамаҡ дәүләт бейеү театры һәм «Баш бүре» һыҙланыуҙары
1991 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй хореографияһы тарихында тәүге Бейеү театры асып ебәрә. Ҡанатланып, рухланып эшкә тотона. Уның һәр бейеүе Мәҙәниәт министрлығы етәкләгән Худсовет белгестәре күҙлеге аша үтә. Кемгәлер – «Күбәләк» бейеүе, кемгәлер – «Порт-Артур», кемгәлер «Баш бүре» бейеүе оҡшамай. «Ниңә «Күбәләк» көйөнә һалдың бейеүҙе? Мәжлес йырын сәхнәгә күтәрәйекме ни?», «Порт-Артур»ҙа егеттәр ниңә ярым яланғас бейей? Ниңә уларҙың күҙҙәре бәйле?» кеүек үҙе өсөн мәғәнәһеҙ тойолған һорауҙарға тотанаҡлы итеп яуап бирә Хәлил. Профессиональ балетмейстр булараҡ, бейеүҙәргә һалынған фәлсәфәне тәфсирләп аңлата: «Күбәләк» бейеүе – мөхәббәткә ода ул. Төнгө усаҡ яҡтыһында күбәләктәрҙе күҙәткәнегеҙ бармы? Ана улар, ҡанаттары көйөүҙән дә ҡурҡмай, нисек бер-береһенә тартылалар?! Яҡтыла, осошта ҡауышҡас, янып һәләк булалар. Кешеләр ҙә шулай. Ысын мөхәббәт булғанда, ике енес бер-береһенә, үҙҙәренән һуң тоҡом ҡалдырыу өсөн, күбәләктәр яҡтыға тартылған һымаҡ тартыла... «Порт-Артур»ҙа егеттәрҙең күҙҙәре бәйле булыуы – беҙҙең һуҡырлығыбыҙ ул, һуҡырҙарса, ҡайҙа ҡушһалар, шунда ташланырға әҙер тороуыбыҙ, хатта һуғышҡа ла... Ә егеттәрҙең яланғас күкрәк-арҡалары беҙҙең һуғыш алдында көсһөҙ булыуыбыҙҙы аңлата. Ҡорал, атыш, ҡыйралыш алдында беҙ көсһөҙбөҙ, яланғасбыҙ. Бейеүҙең финалында егеттәр күҙҙәрендәге бәйҙе сискән кеүек, кешелектең дә күҙҙәре асылыр, һуғыш кеүек мәғәнәһеҙ ҡан ҡойошҡа ҡарашыбыҙ үҙгәрер». «Баш бүре», «Дала сыңы», «Казактар», «Бөрйән егеттәре» кеүек йәнен ярып сыҡҡан бейеүҙәренә һүҙ әйттергеһе килмәй Хәлилдең, комиссия ағзаларына ҡаршы сыға. Ижад менән идара итеүҙәренә ҡәтғи итеп ризаһыҙлыҡ белдерә. Шунан һуң Хәлил Ишбирҙиндың үҙе менән ризаһыҙлыҡ көсәйгәндән көсәйә. Ҡыҫымға түҙә алмай, бүре булып олоғолары килгән саҡтары күп була Хәлилдең. Сараһыҙҙан, ҡулы йәшел йыланға үрелә. Бейеүсе булараҡ пенсияға сығыр йәше еткәс, пенсияға оҙатыу һылтауы менән, эшенән бушаталар. Эсә, йәнәһе. Ә Хәлилдең береһенән-береһе зауыҡлыраҡ, береһенән-береһе үҙенсәлеклерәк бейеүҙәр, бейеү спектаклдәре ҡуйған, әллә күпме идеялар менән янып йөрөгән мәле генә була ул йылдар. Туғыҙ йыл эсендә Хәлил Ишбирҙин ҡуйған бейеүҙәрҙе һанап сығыу өсөн генә лә әллә күпме ваҡыт кәрәк. Үрҙә телгә алынғандарынан тыш: «Ҡыҙ урлау», «Берйән», «Инсебикә», «Арҡайым» хореографик спектаклдәре, «Аулаҡ», «Бәйет», «Ирәндек», «Башҡортостан», «Анархия», «Ҡара тауыҡ», «Һыу буйында», «Сая егеттәр» – утыҙлаған бейеү! Коллективты туплаған
ваҡытта йәшәр ерҙәре булмаған егеттәрҙе тәүҙә үҙенең – бер, һуңынан ике бүлмәле фатирында йәшәтеп, бер уй, бер йоҙроҡҡа әйләнеп бөткәндәр. Фатирҙарында буласаҡ бейеүҙең идеяһы буйынса фекер алышҡандан һуң, төндә театрға барып, таң атыуға яңы бейеү әҙерләп ҡуйған саҡтары ла күп була уларҙың. Эштән бушатылғас: «Ҡарауылсы итеп булһа ла эшкә алығыҙ, тик миңә бейеү ҡуйырға ғына мөмкинлек бирегеҙ», – тип инәлеп йөрөп тә ҡарай – үҙе асҡан Бейеү театрының ишеген уның өсөн ябып ҡуялар. Театр бинаһына инергә лә рөхсәт юҡ. Ишектән инә алмағас, репетициялар барған залдың тәҙрәһенә
туҡылдатып торған саҡтары ла була. Эстә – уның балаһы – уның
ансамбле, һәр фразаһына, һәр нотаһына, һәр паузаһына тиклем таныш көйҙәр ағыла – яңы балетмейстр менән ул ҡуйған бейеүҙәрҙе ҡабатлайҙар... Етәкселек тарафынан: «Хәлил Әнүәр улын индерегеҙ», – тигән кешеләрсә мөнәсәбәт кенә күрһәтелмәй ансамблгә нигеҙ һалыусыға. (Үҙем яҙам, үҙем илайым: йөрәге нисек сыҙаны икән?!)
Тормошоноң иң ауыр мәлдәрендә әсәһе Рәшиҙә апай Туйсина улының эргәһенә килә. Үҙе ҡуйған бейеүҙәрҙе үҙе асҡан театрҙа һуңғы тапҡыр ҡарау өсөн, билет һатып алып, әсәһе менән бергә тамашасылар залына килеп инә Хәлил Ишбирҙин. Зал уларҙы аяғүрә баҫып алҡышлай. Концерт барышында Рәшиҙә апай күҙ йәштәрен тыя алмай, ә Хәлилдең мең яралы күңеле сәхнәлә барған «Баш бүре»гә ҡушылып олой... Эстән генә. Ошолай хушлаша ул үҙенең балаһы – Стәрлетамаҡ бейеү театры менән... Талантлыларҙы Хоҙай Үҙе тамғалаған була, тиҙәр бит. Ошо тиклем ғазаптар күрһен өсөн ТАЛАНТ мөһөрө һуғылған микән ни уның маңлайына?! Әллә Талантҡа ғазапланыу, ысынлап та, мотлаҡмы?
Ул эштән бушатылғас, Хәлил Ишбирҙинды Бейеү Аллаһы итеп күргән туғыҙ бейеүсе эштән китә. Етәүһе – үҙҙәре теләп, икәүһе яңы балетмейстр менән уртаҡ тел таба алмай китергә мәжбүр була. Хәлил, әлбиттә, коллективтың көсһөҙләнеүен дә, егеттәрҙең карьераһының боҙолоуын да теләмәй, Бейеү театрын тотоп торған егеттәрҙең етәкселәренең артынан китергә теләүҙәре – уларҙың шәхси ҡарары.
Рәсәй буйлап...
Артабан – Хәлил Ишбирҙиндың Рәсәй буйлап ансамблдән ансамблгә, филармониянан филармонияға бейеүҙәр һалып, башҡорт бейеүен пропагандалап йөрөү эпопеяһы башлана. Үҙенең бейеүҙәрен! Мәскәү, Кемерово, Пермь, Ҡазан, Аҡтаныш, Екатеринбург, Кишинев, Ырымбур ҡалалары, Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы, Башҡортостандың Учалы, Сибай филармониялары... Стәрлетамаҡ Бейеү театрына ярҙам кәрәк булғанда, унда килеп эшләп китергә лә көс таба ул үҙендә. Уларҙың яңы ғына сәхнәгә алып сыҡҡан «Яйыҡ башҡорттары» бейеүенең дә авторы – Хәлил Ишбирҙин.
– Әгәр ҙә тормошоңдо яңынан үҙгәртергә мөмкинлек тыуһа, унда бейеүгә урын булыр инеме? – тип һорайым унан ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына. Үҙем: «Юҡ!» – тигән яуап көтәм. Ә ул: «Булыр ине. Сөнки бейеү – минең булмышым, йәшәү рәүешем; фекерләү, донъяны ҡабул итеү формаһы. Аҡылым менән уйлап, йөрәгем менән тойоп аңлаған нәмәләрҙе бейеү теле менән генә әйтеп бирә алам. Йәшәгән йылдарымдың бейеклегенән сығып, шулай тип тә әйтергә мөмкиндер: минең ерҙәге миссиям – бейеү менән, бейеү өсөн йәшәү, йөрәгемде яндырған, аҡылымды ҡуҙғытҡан нәмәләрҙе бейеү итеп кәүҙәләндереү. Хәҙер мин ошоно асыҡ аңлайым».
Ошо ерҙә бейеү теле менән кәүҙәләндерелгән мөхәббәт тарихын иҫкә алмау мөмкин түгел. «Күбәләк» бейеүен Хәлил кәләше Римма менән бейей. Яңы ғына өйләнешкән, мөхәббәткә сорналған саҡтары... Мөхәббәттең бары тик яҡтылыҡҡа үрләргә, һөйгәндәрҙең ҡасан да булһа табышып, ҡауышырға тейешлеген, мөхәббәт утында янғандарҙың бер-береһенә тартылыу көсөн һала ул бейеүгә. Һөйөп, яратып һала. Үҙе лә яратып бейей. Ҡатын-ҡыҙҙы, Ерҙе, Күкте, бар донъяны – йәшәүҙе ярата. Шуғалырмы, Һөйөү тигән көс-ҡөҙрәттең бер ғилләһе – ике енестең тартылыу көсөнә эйә был бейеү. Үҙҙәре бейегәндән һуң кемдәр генә бейеһә лә, бейеүселәр мөхәббәт утына солғана, дуэт ғаилә парына әйләнә лә ҡуя. Стәрлетамаҡтан киткәс, тап ошо бейеүҙе ҡуйыр өсөн Хәлилде Татарстандың Аҡтаныш районы «Ағиҙел» дәүләт йыр һәм бейеү ансамбленә саҡыралар. Етәкселек менән осрашып-һөйләшеүҙә Хәлил, шаяртып: «Күбәләк» бейеүенең бер ғилләһе бар бит әле, уны бейеүселәр мотлаҡ ҡауыша ла ҡуя», – ти. Ҡәрҙәштәребеҙ ҙә шаярыуҙы ихлас ҡабул итә: «Улай булғас, ете парға ҡуй ул бейеүҙе!» – тиҙәр. Бейеү ете парға ҡуйыла. Һәм... нимә тип уйлайһығыҙ? Йыл-йыл ярым арауығында ансамблдә ете ғаилә барлыҡҡа килә, «Күбәләк»те бейегән ете ҡыҙ ҙа бер-бер артлы декрет ялына китә. Ошо хәлде Хәлилдең үҙе ҡуйған бейеүҙәргә һалған энергияһы һәм энергетикаһына бәйләп кенә аңларға һәм аңлатырға мөмкиндер. Бөгөнгө көндә лә яратып бейей «Күбәләк»те аҡтаныштар. Дөйөм алғанда, бөгөнгө көндә Татарстандың ике дәүләт ансамбле Хәлил Ишбирҙиндың туғыҙ бейеүен яратып башҡара. Ҡуйылғандарына 15-20 йыл, әле һаман репертуарҙарынан төшкәне юҡ. «Хәлил әфәнде, беҙгә яңы бейеүҙәр кәрәк ине», – тип әле һаман саҡырып торалар уны ҡәрҙәштәребеҙ. Сәхнәләрҙән балетмейстрҙың исем-шәрифтәрен иғлан иткәндә генә бер аҙ баҙап ҡалалар. 1988 йылда 25 йәшендә үк бирелгән «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» тигән исемдән башҡа бер наградаһы ла юҡ Ергә Хоҙай тарафынан ебәрелгән илсе кеүек Рәсәй буйлап башҡорттоң бай йөкмәткеле тарихын, хазиналарға тиң этно-мәҙәни мираҫын, рухын бейеү телендә таратып-балҡытып йөрөгән Хәлил Ишбирҙиндың.
Һәр миҙалдың ике яғы була...
2021 йылда башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың «Байыҡ» телевизион конкурсы Хәлил Әнүәр улы Ишбирҙинды «Йыл балетмейстры» тип иғлан итте. Лайыҡлы титул! Хәлил Ишбирҙинды сәхнәгә саҡырғас, зал аяғүрә баҫып ҡул сапты, ә ул бейеп тә ебәргәс, күҙҙәргә йәш тулды. «Башҡорт бейеү сәнғәтенең легендаһы Хәлил Ишбирҙин 20 йылдан һуң сәхнәгә сыҡты! Осһон, бейеһен! Бөркөт осорға тейеш!» – тип яҙып сыҡты гәзит-журналдар был турала. Проект етәксеһе Рита Өмөтбаеваның һүҙе йөрәктәргә үтте: «Хәлил Ишбирҙин башҡорт бейеү сәнғәтенең үҫешенә яңы йүнәлеш биргән, яңы һулыш өргән ижадсы: дауыл, ут, һыу, һауа һымаҡ илаһи күренеш булып килеп инде ул бейеү донъяһына. Бөгөн уның Рәсәй, республика кимәлендә – үҙ «бейеү мәктәбе», бейеү сәнғәтендә «Ишбирҙин стиле» бар. «Байыҡ» бәйгеһенә килгән бейеүселәрҙең башҡарыу техникаһына ҡарап, мин ул стилде тиҙ таныйым. «Байыҡ»ты үҫтереүҙә, уны Рәсәй кимәленә күтәреүҙә Хәлил Ишбирҙиндың роле баһалап бөткөһөҙ. Бынан 25-30 йылдар элек күңелебеҙгә «Баш бүре», «Бөрйән егете» булып килеп ингәйне, әле һаман шул уҡ ғорур, көслө «Баш бүре», шундай уҡ сая һәм шаян «Бөрйән егете» булып йәшәй. Ошондай көслө рухлы, оло хәрефтәр менән яҙырлыҡ ТАЛАНТ менән бер дәүерҙә йәшәүебеҙ – ҙур ғорурлыҡ!». Хаҡ һүҙҙәр! Лайыҡлы баһа! Әйҙә, официаль исем дә булмаһын, уның ҡарауы, халыҡ һөйөүе, халыҡ баһаһы! Халыҡ һөйөүен бер ниндәй исем-дәрәжәләргә лә алыштырып булмай.
Бөгөн, атаһының нигеҙен яңыртып, Баймаҡ районының, үҙе әйтмешләй, Кәкреауылында йәшәй Хәлил Ишбирҙин. Сибайҙа «Арҡайым» исемле йәш кенә коллективы бар. «Арҡайым»да арҡаларын нығытҡан егет-ҡыҙҙар Сибай, Учалы филармонияларының бейеү ансамблдәрен тулыландыра. Сибай филармонияһының бейеүселәре лә уға күҙ төбәп тора. Хыялында сибайҙар өсөн тип кенә йөрөткән бейеү идеялары күптән йәшәй. Эштән бушағаны юҡ.
Ҡасандыр осрашып-күрешеү, аралашыу, нимәгәлер өйрәнеп ҡалыу, уларҙан бөркөлөп торған рух менән йәнен һуғарыу өсөн Йәүҙәт Бикбирҙин, Йәнғәле Вәхитов кеүек талант эйәләренең эргәһенә йыш йөрөй Хәлил. Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙең, республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән Хәлил Ишбирҙинды эҙләп киләләр Кәкреауылға. Бейеү сәнғәтен фәнни яҡтан өйрәнеүселәр ҙә, хореограф-балетмейстерҙар ҙа, бейеүселәр ҙә. Филармониялар, Мәҙәниәт һарайҙары эргәһендә эшләп килеүсе бейеү коллективтары, автобустарға тейәлеп, Хәлилдең репетиция үткәреүен һорап та киләләр. Береһенең дә үтенесен кире ҡаҡмай Хәлил Әнүәр улы. Көсһөҙҙәренән эше өсөн хаҡ та алмай ул хатта. Әйҙә, бейеһендәр, үҫһендәр, тик бейеү генә йәшәһен.
Ғүмер тауының етмешенсе үркәсенә аяҡ баҫҡанда егеттәрсә бейеп йөрөү ҙә һәр кемгә тәтегән бәхет түгел. «Талант бәхетме, әллә язамы?» – тип һораным унан хушлашҡанда. «Һәр миҙалдың ике яғы була...» – тип яуапланы ул Хәлилсә генә йылмайып. Тимәк, талант – бәхет тә, яза ла... Быға тиклем күргән-кисергәндәреңде Күктәр тарафынан бирелгән талантың өсөн хаҡ түләү тип ҡабул итәйек тә, миҙалдың бәхетле яғын әйләндерәйек, хеҙмәтеңә күрә лайыҡлы баһалар көтәйек. Ҙур титулдарға һин күптән лайыҡ.
Ваҡытында хеҙмәтенә күрә хөрмәт тә талап итеп, үҙенә әллә ҡасан бирелергә тейешле исем-дәрәжәләр юллап йөрөмәһә лә, ерҙәге миссияһының бейеү һәм бейеү икәнлеген аҫҡы аң кимәлендә бәләкәйҙән яҡшы аңлаған ул. Шуға ла, күпме генә һындырырға тырышһалар ҙа, әҙәм күтәрмәҫтәй тән һәм йән яралары кисерһә лә, һынмаған, бөгөлмәгән. Һөрлөгөп, абынған саҡтары ла, эйе, булған, әммә яңынан тороп баҫҡан... Маңлайына яҙылған яҙмышынан көслөрәк ул хәҙер. Тән яралары үҙ яйы, үҙ ваҡыты менән уңалған, ә күңел яраларын бейеү уты һәм халҡыбыҙҙың һынмаҫ рухы дауалаған. Әле лә ошо уттан көс, дәрт, дарман алып, үҙе һымаҡ күптәрҙе рухландырып йәшәй ул Хәлил Ишбирҙин атлы ТАЛАНТ.
Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА