-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Февраль 2023, 19:00

Март айына һынамыштар

-

Март башында тамсы тамһа, йәй яҡшы килә.

Мартың берендә аяҙ булһа – йәй көнө ҡыярға туҡлыҡ булыр.

Шулай уҡ беренсе мартта ел иҫеп торһа, бөтә йәй елле булыр.

Марттың башында сәпсек эсерлек һыу булһа, йәй яҡшы килер.

Беренсе мартта ел иҫеп торһа, бөтөн йәй елле булыр.

Мартта ҡар өҫтөндәге һалам ҡарға иреп инһә, бер айҙан ҡар китер.

Ҡайын һыуы күп аҡһа, йәй ямғырлы булыр.

Аҡҡош иртә килһә, яҙ насар булыр, оҙаҡ торор.

Тауыҡтар яҙ көнө төнәктән иртә төшһә - йәй насар булыр, әгәр һуң төшһәләр – йәй яҡшы булыр.

Мартта йылы булһа, йыл һалҡын була.

Мартта көн менән төн тиңләшә.

Яҙ иртә килһә, ашлыҡ уңыр.

Мартта йылы булһа, йыл һалҡын була.

Марттың шартын апрель сығарыр.

Март айына һынамыштар
Март айына һынамыштар
Автор:
Читайте нас: