+11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Февраль 2023, 20:26

Ташбаҡа

-

Суфыйлығы юҡ Әхсәндең. Һанай башлаһаң, бәйләнер, шелтәләр нәмәһе күп уның да. Кемдә юҡ инде кәмселек! Шул бер ғәҙәте бар – ул бер ҡасан да бер ҡайҙа ла һуңламай. Ахырҙа, был яҡҡа ыңғайлаған берәү күренде. Ҡабаламай ҙа бит әле! Әллә кем, тиерһең!
Һуҙа баҫып килеп ултырған юлдашына ҡул ғына бирҙе лә, исемен әйтте. Тегеһе: “Айҙар”, – тине.
– Айҙар, беҙ теүәл етелә ҡуҙғалырға һөйләшкәйнек бит!? – тине Әхсән.
– Эштән һуң ҡайттым шул! – тине Айҙар. – Машинаһыҙ шул инде! Такси саҡыртҡайным, оҙаҡланы.
Әхсән үҙ алдына һөйләнде лә ҡуҙғалды. Тыныслана алмай ине һаман. Рәттәр араһынан тегеләй-былай ырғый-ырғый, ҡаланан килеп сыҡтылар шулай. Оло юлға ултырып алғас, баҫа башланы. Үҙе һаман юлдашын әрләй. “Эшкинмәгән. Машинаһы ла юҡ. Ойоп йөрөгәс, булмай инде ул машина. Эшлекле кеше генә йөрөй хәҙер тимер атта”. Һорамай, булдыра алманы:
– Машинаң ремонттамы әллә?
– Юҡ, минең машинам юҡ та ул!
– Ни эшләп алмайһың? Әллә таныҡлығың юҡмы?
– Таныҡлыҡ та бар, йөрөтә лә беләм, әрмелә водитель булдым, машинанан туйҙым инде! Хәҙер нисектер күңел тартмай.
– Төрлө кеше була инде...
– Үҙем аҙна һайын командировкаларға йөрөйөм. Стоматолог-имплантолог булып эшләгәс, йыш саҡыралар. Сибайҙа үҙемдең офис-бүлмәм бар. Өфөлә клиника астым. Быйыл ғына. Ошоға тиклем ялланып эшләй инем. Хәҙер үҙемә эшләгәс, күп йөрөргә тура килә. Ә рулдә үҙең барһаң, арыта. Шәхси водителең булһа, шуныһы уңайлы – ял
итә алаһың.
– Оһо! Шәп! – тип кенә әйтә алды Әхсән. – Тимәк, мин һиңә юлдаш та, шәхси водитель дә!
Шул саҡ Айҙар һағайып ҡына әйтеп ҡуйҙы:
– Бер нәмәң сыйылдай, түгелме?
– Әллә...
– Подшипникка оҡшай...
– Теге мәлдән бирле шулайта ул. Ҡолағыңа ғына салыналыр.
– Юҡ, тыңлап ҡара әле.
– Әллә мин бер нәмә лә тоймайым.
– Нисек инде тоймайһың?
– Ярай, ҡабаланам, ҡайтып еткәнсе бер нәмә лә булмаҫ. Ищеү, етмәһә, үҙең мыштырлап әллә күпме ваҡытты алдың. Ваҡытында сыҡһаҡ, күптән ярты юлды үткән булыр инек.
– Ишетмәйһеңме ни! Тимер сыйылдай бит. Туҡта, давай, юлда үлеп ятҡы килмәй.
– Ярай, туҡтап тормайыҡ, интернеттан ҡарап ебәр әле, эргә-тирәлә берәй автосервис юҡмы? – тине Әхсән йөҙө йәмрәйеп. Айҙар йәһәт кенә телефонына күҙ һалып:
– Берәү бар. Сәғәт ярымдан ғына ябыла, – тине.
Улар юл буйындағы сервисҡа килеп туҡтаны. Шуны ғына көткәндәй, оло ғына ағай:
– Ни булды? Ни йомош? – тип һораны.
– Әллә подшипник китте инде.
– Подшипник тиһең инде. Хәҙер ҡарайбыҙ.
Машина күтәргескә ҡуйылды.
– Оҙаҡ булырмы икән? – Урынында бейеп торған Әхсән һораны.
Оҫта, бер ҡарауҙан йөҙөнә етди төҫ сығарып:
– Кәм тигәндә, сәғәт ярым ваҡыт китә был эшкә. Ҡаланан запчасть алып килгәнсе, тегенеһе-быныһы... – тине.
– Ярай, – тине Әхсән.
Хәҙер уны бер генә мәсьәлә – пассажирының ризалығын алыу – борсой. Ана, телефонынан кемгәлер ниндәйҙер күрһәтмәләр биреп гараж алдында тора. Ул һөйләшкән арала Әхсән ҡаланан сығыусы “попутка” ҡараштыра башланы. Айҙар сәғәттән ашыу көтөп ултырмаҫ. Ҡайтам, тиер.
Шул ваҡыт оҫта ағайҙың тауышы ишетелде:
– Дә, егеттәр, ваҡытында инеп ҡалғанһығыҙ. Һеҙҙең былай имен-аман ҡайтып етеүегеҙ икеле булыр ине.

– Ярай, командир, – Айҙар Әхсәнгә боролдо, – оҫталар эш менән булғансы, беҙ тамаҡ ялғайыҡ. Бая, һине көттөрөп, эргәләге башҡорт аштары ресторанынан ике кешелек былау алғайным.
Әхсән, юлдашын эстән әрләп килгән уйҙарынан уңайһыҙланып:
– Һин ҡайһылай шәп егет икәнһең! – тине һәм Айҙарың ҡулын ике ҡуллап ҡыҫып тотто. – Бир биште!

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

Ташбаҡа
Ташбаҡа
Автор:
Читайте нас: