+3 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Февраль 2023, 20:25

Шура, Шураҡай!

дуҫтарым менән осраштым, унда Шура ла бар ине”, - тине. Шура тигәс мәрйә микән, тип белешһәм, “әсәй, ул төрөк ҡыҙы ул, шул тиклем һәйбәт ҡыҙ, яҡын дуҫтар булып киттек”, - тине. Шунан, июндә Стамбулда Халыҡ-ара журналдар форумының күргәҙмәһендә эшләп торғанда, инде эш аҙағы ине, ҡапыл, Аллаға шөкөр, өлгөрҙөм, һеҙ киткәндер инде тип ҡурҡҡайным, тигән нәҙек кенә, йәтеш кенә тауыш ишетелде. Биштәр аҫып, ихлас йылмайып, ах та ух тын алып торған һөйкөмлө был бала баяғы Шура-Шураҡайым булып сыҡты. Кискеһен ул бала сторисҡа “Ағиҙел” журналының фотоһын һалып, “Бәхет ошолай була!” тип яҙып та ҡуйған ине. Ҡулына башҡортса гәзит-журналдар тоттороуыма алтын тапҡандай ҡыуанды ул. Шунан Шура, Әлиә исемле Үзбәкстанда тыуып үҫкән башҡорт ҡыҙы менән икәүләп, ҡыҙым менән мине иң тәмле төрөк тәмлекәстәре һатылған ергә алып барҙы, әсәйемдәр ризыҡты ошонан ала тип, төрөктәр үҙҙәре генә белгән баҙар рәттәре буйлап йөрөттө. Шул тиклем яҡын иттем мин уны. Әйткәндәй, Шура быйыл магистратураға БДУ-ның Башҡорт филологияһына документтарын ебәреп ҡараған, тик ниндәйҙер бюрократик кәртәләр арҡаһында уҡырға ҡабул ителмәй ҡалғас, күңеле төшөп Стамбул университетының тарих факультетында уҡыуын дауам иткән.
Бөгөн Шураға смс яҙҙым, һылыуым, өс кенә һорау һалам, яҙырға ҡыйын булһа, аудио итеп ебәр ҙә ҡуй яуапты, тип. Юҡ, апай, яҙам, бер юлы минең хаталарҙы тикшерерһегеҙ тигән, и-и, рәхмәт төшкөрө. Яҙғандарын үҙгәртмәй генә ошонда ҡуям:
“Һаумыһығыҙ, Мин Шура. Төркиәлә, Стамбул ҡалаһында тыуып үҫтем һәм шунда йәшәйем. Стамбул Университетында 4 йыл буйлап Тюркология буйынса уҡыным һәм былтыр уҡыуымды тамамланым. Әлегә Стамбул Университетында тарих буйынса уҡырға дауам итәм.
Ысынын әйткәндә мин иң беренсе Башҡорт теле менән түгел, Башҡорт тарихы менән ҡыҙыҡһына башлағайным. Миңә 11-12 йәш тирәһе ине. Донья картаһында Башҡортостанды күргәс, уҡытыусыларымдан һорап, әллә Википедиянан уҡып Башҡорттарҙы белдем. Тарихты ныҡ яратам, Зәки Вәлиди менән дә былай итеп таныш булдым. Төркиәлә тарих институттарында уның китаптары аша белем бирәләр. Уға хайран ҡалған инем, шуны бик матур иҫләйем. Башҡорттар менән шул хәтлем ҡыҙыҡһынғас, төрки халыҡтары менән дә ҡыҙыҡһынып киттем һәм Тюркологияны уҡырға сәбәп тыуҙы.
Берәй көн миндә 'Бер халыҡты күп яратаһың атыу ниңә уларҙың телен өйрәнмәйһең?' тигән һорау пәйҙә булды. Киләһе маҡсатымды аңланым: Башҡорт телен өйрәнәсәк инем.
Тел өйрәнеүселәрҙең телдәргә ҡарашы төрлөсә була. Мин бит Башҡорт телен иң яҡын кешем һымаҡ тоям. Минеңсә ҡыҙыҡ булған нимә ул - Башҡортсаны оҡшатыуҙа түгел, киреһенсә, уның менән ҡыҙыҡһынмаҫҡа һәм оҡшатмаҫҡа. Улай итеү мөмкинме икән? Ул бик бай һәм боронғо тел. Хатта тик былар ғына миңә уны яратыу өсөн етә. Һәм Башҡортсаны тулыһынса өйрәнгем килә.
Эйе, Башҡортсаны өйрәнер өсөн материалдар күп түгел. Әммә әҙ ҙә түгел. Мин өйрәнгән саҡта бер нимә лә белмәгәнгә, Башҡорт таныштарым булмағанға ауыр булды. Сөнки мин телде ул телдең һөйләшеүселәре менән практика итеп өйрәнәм. Шуға Башҡорт теле һөйләшеүселәре менән таныш булдым һәм ҡурҡмай, оялмай, һөйөүҙән бер ни ҙә китмәй Башҡортсаны һөйләшеп өйрәнергә тырыштым. Күп йырҙар тыңланым, һаман да тыңлайым. Маҡсаттарымдың береһе лә Башҡортса китаптарҙы Төрөксәгә күсерергә.
Хәҙер мин Тюрколог булғанға әҙ-мәҙ урыҫса һәм Төрки телдәрен беләм. Әгәр ҙә насип булһа, магистрға башлап Башҡорт теле һәм әҙәбиәте менән шөғөлләнгем һәм тормошомдо шул эштәр менән дауам иттергем килә”.

Гөлнара Хәлфетдинова

https://vk.com/g.khalfitdinova

#деньродногоязыка #туғантелкөнө

Шура, Шураҡай!
Шура, Шураҡай!
Шура, Шураҡай!
Автор:
Читайте нас: