+28 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
14 Февраля 2023, 06:00

АРТИСТАР ТОРМОШОНАН

"КЛОН" Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе актеры Рафиҡ ХӘСӘНОВ:

Себер тарафтарында, ысынлап та, башҡорттар күп. Сорғот, Нижневартовск, Н.Уренгой, Норильск, Салехард һ.б... Һанай китһәң, бик күп ерҙәрҙә эшләйҙәр милләттәштәр. "Куда не плюнь, все с Башкирии!", - тип шаярта башҡа төбәктекеләр. Йәше-ҡарты, ир уртаһы йәшендәгеләр... Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ла күп. Улар, күбеһенсә, ашхана тирәһендә эшләйҙәр.

Шулай бер мәл, буран сәбәпле самолет көтөп, Сабетта ҡасабаһында 3-4 көн ятаҡта ятырға тура килде. Мин эшләгән компания көнөнә өс тапҡыр йәшәгән бүлмәләргә ашарға паек тарата. Тик ул аҙыҡтан бер көндән биҙәһең — һалҡын һәм әҙ порция сәбәпле.

Йылы аш ашау ниәте м-н эргәләге ашханаға киттем. ("Ямал СПГ"-ның туҡланыу йәһәте бик юғары кимәлдә ҡоролған — ресторан кеүек тойола!) Ашап бөткәс, разносты һауыт-һаба йыуыусы ҡатын-ҡыҙҙарға бирәйем тип сиратта торһам, йыуыусы ике ҡатындың үҙ-ара башҡортса шыбырлашҡанын ишетеп ҡалдым:

- Ҡара-ҡара! Теге әртис тора!

- Ҡайҙа?Кем ул?

- Һуң... теге... кем әле... "Күңелле йәшәйбеҙ"!

- Әә! Рафиҡ Хасановмы? ВК ла миндә в друзьях тора. Кииит! Бәлки, ул түгелдер? Ул бында нимәштәп йөрөһөн!

- Аһ-аһ! Гаструльда йөрөйҙөр! Әйҙә һорайбыҙ үҙенән, - тине өлкәнерәге, ҡыйыуырағы.

- Ҡуй!..

"Һораһалар, нимә тип әйтергә??? "Эйе, был мин! Гастролдәмен", - тиһәм, ышанмаҫтар! Эшләп йөрөйөм тиһәм икеләтә ышанмаҫтар"... Башҡа бер йүнле уй килмәй бит,ҡәһәрең!.. Бына сират буйынса яндарына килеп еттем. Баяғы сая, өлкәнерәк апай :

- Әй! Һин, теге... атҡаҙанғанмуул??? Ырафеҡ Хасановмуул?, - тип һораны, ҡулын биленә терәп, түштәрен кирә биреп.

Үҙем дә АҢЛАМАЙ ҡалдым, телемдән иңрәп бик уҫал "Чооо?!", - тигән өн-ауаз сыҡты. Пауза. Теге апай тағы һорауын ҡабатланы. Мин тағы "Чоо?!" тинем, күҙҙәрҙе аҡайтып. Посудамды ултыртым да кинәт боролоп киттем. Артымдан ике башҡорт ҡатынының диалогы ҡолаҡҡа салынды:

- Әйттем бит ул түгел тип!

- Эйе шул, ул түгел! Беҙҙең халыҡ түгелдер, күрҙеңме, күҙҙәрен аҡайтып, бер ни ҙә аңламаны! Ыстааа!.. Ныҡ оҡшаған ивет??? Клон кеүек! Була ла инде донъяла бер-береһенә оҡшаған әҙәмдәр!

Тышҡа сыҡҡас, сатлама һалҡын һауала тындар ҡыҫылғансы рәхәтләнеп көлдөм! Бер йыл буйына вахтала йөрөп, даже урыҫтар мине танып бөттө: "О! Вы же актёр!", - тиҙәр. Күпме башҡорт менән аралаштым, сааааҡ береһе таныны, тип!

 

Миңә,ҡәҙерле дуҫтар, төп эшемдән ситкә китеп, бер арауыҡ ваҡыт, дөрөҫөрәге, йыл ярым себер тарафтарында эшләп ҡайтырға яҙҙы. (Кемдер мине ут-ғәрәсәт эсенә киткән тип тә һөйләне 😁) Тәҡдир ҡушыуы менән эсер һыуым, ашар аҙығым "ер сигендә", Ямалда — ненецтар (нимес түгел) ерлегендә булғандыр күрәһең... Сәхифәмдәге яҙмаларымдың бер нисәһе ошо вахтовик тормошона бағышланыр.

Ғөмүмән, яҙмышымдың был боролошо миңә оло тәжрибә бирҙе, тормошҡа ҡарашымды үҙгәртте һәм үҙҡиммәттәрҙең нимәлә икәнлеген асып һалып, шәхси ҡиблаларҙың ҡайҙа икәнлеген күрһәтте. Күҙәтеп барығыҙ йәмәғәт — ҡыҙыҡлы хәлдәр, донъяуи күҙәтеүҙәр, бәлки, күңелегеҙгә хуш килер!😎😊

Пы.Сы. Мине юғалтҡан тамашасыларыма яңылыҡ — әлеге ваҡытта театр коллективына йәнә ҡушылдым. Спектаклдәргә рәхим итегеҙ!

АРТИСТАР ТОРМОШОНАН
АРТИСТАР ТОРМОШОНАН
АРТИСТАР ТОРМОШОНАН
Автор:
Читайте нас